1 класта әлифбанан дәрес өлгөһө
план-конспект урока (1 класс)

Латыпова Мунира Фаритовна

Ю хәрефе. Башҡорт аты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 1_klasta_lifbanan_dres_olgoho.docx16.8 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Юхәрефе.Башҡорт аты

Маҡсат:1)[ Йу] өнөнөң тамғаһын өйрәнеү.(Ю хәрефе)

                       2) Телмәрҙе байытыу,үҫтереү.                                              

                            3) Йылҡы малының төҫтәрен үҙләштереү. Атҡа  

                           ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: “ат”-приздар,мәҡәлдәр,компьютер

1.Ойоштороу мәле. Хәҙер беҙҙә әлифба дәресе.

2.Телмәр зарядкаһы.

• Ат  булып сабыу(телде аңҡауға ҡуйып). Ат булып кешнәү.

• Тренажер менән эш.(слайдта)

• Тиҙәйткестәрҙе иҫкә төшөрөү.

3.Маҡсатҡа сығыу.

   Оҡшамаған һәр нәмәне бөтөрә барам, юя барам(юйғыс)

  • Ниндәй өндәр ишетәһегеҙ?
  • [йу]
  • Тамғаһын күрһәтеү.(ю)      

(слайдта һүрәттәр күрһәтәм)

4.Шиғырҙар уҡыйым. [йу]өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе табырға.

5.Дәреслек буйынса эш. Бағаналағы һүҙҙәрҙе уҡыу.

6.ю менән һүҙҙәр уйлау (кластағы фамилияларҙы өҫтәп әйтәм)

7.Әңгәмә.

   Ат һәр ваҡыт кешенең иң яҡын ярҙамсыһы булған. Ат менән элек ер һөргәндәр, һунарға йөрөгәндә.(слайдта) Әлеге ваҡытта ат ни өсөн кәрәк?  

   Һабантуй ат ярышһыҙ үтмәй. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ат тураһында “Юртаҡтар” тигән хикәйә уҡыйбыҙ.

8.Хикәйәне уҡыу.(динамик уҡыу)

9.Физминутка.(слайдта)  .

 10.Башҡорт аты-яуҙаш.(слайдта күрһәтә барам)

   Башҡорт аты үҙ илен дошмандарҙан һаҡлауҙа ла ярҙам иткән. Бөйөк кешеләр: Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал, Батыршаларҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Хатта Салауаттың һәйкәлен дә  атҡа атландырып эшләгәндәр.

   Бына беҙ быйыл Еңеүҙең 64 йыллығын билдәләйбеҙ. Был Еңеүҙә аттарҙың да роле бик ҙур. Сөнки башҡорт атлы дивизияһы төҙөлгән. Уның командиры Миңлеғәле Шайморатов булған. Әйҙәгеҙ уның тураһында йыр йырлап алайыҡ

11.Йыр “Шайморатов генерал»

12.Ат тураһында мәғлүмәттәр биреү.

   Эйе, ат тураһында күп һөйләргә мөмкин. Ул изге мал булып иҫәпләнгән. Улар тураһында бик күп мәҡәл-әйтемдәр ижад ителгән(слайдта мәҡәлдәр уҡыу). Ике туған талаша, атҡа менһә- яраша.

    Ат 25-30 йәшкә тиклем йәшәй ала. Тимәк 15-20 йыл эштә ҡулланып була. Аҡыллы. ағыулы үлән ашамай, таҙа һыу эсә, күгәргән он, һоло ашамай. Ҡолағы шәп ишетә. Кешене тауышы буйынса айыра ала. Күҙҙәре насар күрә, шуға улар ҡурҡаҡ була һәм ҡапыл өркә. Ҡараңғыла ҡайтыр юлды тояғы менән таба.

    Аттың исемен уның төҫөнә ҡарап та ҡушҡандар. Төҫтәрен айырыр өсөн аттарҙы слайдта ҡарайыҡ һәм һеҙгә  мал төҫтәрен дәреслеккә лә яҙғандар(дәреслектән уҡыу)

  • Ә һеҙ аттарығыҙға ниндәй исемдәр

ҡушҡанһығыҙ?(Аҡбуҙат, Ерән, Ҡашҡар, Турат, Йондоҙ, Ҡарлуғас, Йылғыр)

  • Ә кем ат егә белә?Сбруйға нимәләр инә?
  • Әйҙәгеҙ аттарҙы биҙәйек, кейендерәйек!Парлап

эшләйбеҙ.

  • Кем ат, ҡолон тураһында шиғырҙар белә?

13.Йомғаҡлау.Рефлексив анализ.

Дәрестә нимәләр эшләнек?Дәрестә нимәләр оҡшаны?

Башҡорт аты тураһында нимәләр белдегеҙ?

(Бүләк-приздар таратыла)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластың жетістіктері

Балалардың жазба жұмыстары...

Башлангыс класта инша языу

Презентация "Сочинение в начальных классах" на башкирском языке...

"Халҡым яҙмышы-ҡурай" темаһына 4-се класта дәрес

Дәрестә балалар ҡурай тарихы, унда уйнаусы мәшһүр ҡурайсылар, легендалар менән танышалар....

Ғ ғ өн-хәрефе. Ҡарағат. Әлифбанан дәрес өлгөһө.

1 класта әлифбанан дәрес өлгөһө. Тема : Ғғ өн-хәрефе. Ҡарағат.Маҡсат: Ғғ ән-хәрефен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Дәрес барышында Ғғ ән-хәрефе менән танышабыҙ, т...

Әлифбанан һуңғы осорҙа ҡулланыу өсөн дидактик уйындар

Әлифбанан һуңғы осорҙа  ҡулланыу өсөн дидактик уйындарАлфавиттың бөтә хәрефтәре лә ингән һүҙҙәр менән төрлө уйындар үткәрергә мөмкин. Текстар һәм һүҙҙәр төрлө ауырлыҡта улырға мөмкин.Экскурсиялар...