Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 4._tartynky_ondr_hm_hreftr.docx14.99 КБ

Предварительный просмотр:

4-се дәрес. Үткәреү ваҡыты   -------------------------

Дәрестең темаһы. Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: парлашып эшләү процесында парталашыңа  ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдең үтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеү һәм төшөнөү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡыларға хас сифаттарҙы айыра белеү, уларҙы төркөмләү; тартынҡыларҙы һыҙма, символдар ярҙамында сағылдырыу һәм уларға таянып һөйләй белеү; дәфтәреңдә башҡарған эштең дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау (дәфтәр поляһын ҡулланып; баһалау бағанаһын һ.б.)

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр айырмаһын аныҡлау, уларҙы төҫлө фишкалар ярҙамында дәфтәргә төшөрөү (нәҙек-ҡалын әйтелешле өндәр), таблицаға төркөмләп урынлаштырыу һ.б.

        “Эш дәфтәре” менән эш. Ҡул суҡтарын үҫтереүгә эш (6-сы бит): бм, вә, дә, ди ижектәрен матур яҙыу. Уны “матур яҙыу”, “дөрөҫ яҙыу” критерийҙарына ярашлы баһалау.

        1-се эш. Эштең шарты менән танышыу. Уны үтәү тәртибен ниәтләү.

Бирелгән тартынҡы хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп атау ([бы] ,[ды], [ҙы] ,[пы] һ.б.), тартынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү ([б], [д], [ҙ], [п] һ.б.).

        Тартынҡы хәрефтәрҙе (өндәрҙе) ике төркөмгә айырыу.

1-се төркөм: б, д, з, ҙ һәм 2-се төркөм: п, т, с, ҫ. Төркөмдәргә бүлеү критерийын асыҡлау. Яңғырау-һаңғырау тартынҡы өндәргә ҡарата төҫлө фишкалар төшөрөү.

        Һығымта: 1) бирелгән хәрефтәр (б-п, д-т, з-с, ҙ-ҫ) барыһы ла тартынҡылар; 2) улар яңғырау ([б],[д],[з],[ҙ), йәки һаңғырау [п], [т],[с], [ҫ]) тартынҡы өндәрҙең хәреф-тамғалары.

        “Эш дәфтәрен”дә эш (7-се бит). 1-се бирем. Дүрт төрлө тартынҡылар яңғырау тартынҡыларҙан торған төркөмдө тамғалау (д, г, ж, ғ).

        2-се эш.  Һүҙҙе ижеккә бүлеү эҙмә-эҙлеген асыҡлау:

 һүҙҙе әйтеү һәм ишетеү, төрлө ысулдар ҡулланып, уны ижеккә бүлеп әйтеү (ҡул сабыу, ручка менән партаға һуғыу, аяҡ менән иҙәнгә һуғыу, бармаҡтарҙы иҙәнгә ҡуйыу һ.б.).

 һүҙҙең һәр ижеген атау: себеш, се-беш, се – 1-се ижек, беш - 2-се ижек һ.б.

        Һығымта: һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, унда шуныса ижек.

        Бирелгән һүрәттәрҙә төшөрөлгән предметтарҙы сағыштырыу. Уларҙы бер һүҙ менән дөйөмләштереп әйтеү өсөн ниндәй предметтың (хайуан, ҡоштоң) артыҡ булыуын асыҡлау: себеш, тауыҡ, өйрәк – ҡоштар, улар күпселек, ә тейен – берәү, тимәк, артыҡ предмет - тейен.

        3-сө эш. Тартынҡылар таблицаһын өйрәнеү. Ундағы график-символ тәғлимәтте ҡулланып, тартынҡылар тураһында һөйләү, һығымта яһау.

Һығымта. Таблицаға өс төркөм тартынҡылары урынлаштырылған: 1) яңғырау-һаңғырау парлы тартынҡылар: б-п, в-ф, г-к, ғ-ҡ, д-т, ҙ-ҫ, ж-ш;

2) парһыҙ яңғырау тартынҡылар (сонор): й, л,м,н, ң, р; 3) парһыҙ яңғырау тартынҡылар: х,һ.

        Таблицаға ниндәй тартынҡылар индерелгән? Ошо һорауға яуап эҙләү. Ц, ч, щ тартынҡылары тураһында һөйләшеү. Боронғо башҡорт телендә ц хәрефле һүҙҙәр булыуы. Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр (ц, щ хәрефтәренә). Бындай һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙе киләһе класҡа ниәтләү.

        “Эш дәфтәре”ндә эш. Тартынҡы тураһында белгәндәрҙе тикшереү (тест). Дөрөҫ яуапты тамғалау(себеш, тауыҡ, ҡаҙ, тейен)

        4-се эш. “Февраль” тексын күсереп яҙыу. Уны “матур яҙыу”, “дөрөҫ каллиграфик почерк менән яҙыу” критерийҙары буйынса баһалау. Цукерман “Баһалау бағанаһы”нда яҙыуҙы баһалау.

        5-се эш. Сәскә” таждарында бирелгән ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөү һәм яҙыу. Был һүҙҙәргә ҡарата эш биремдәре уйлау.

        6-сы эш. “Март” тексын уҡыу. Һөйләмдең төшөп ҡалған һүҙен асыҡлау. Ул һүҙгә характеристика.

        Дәрес аҙағында эшләнгән эштәргә байҡау яһау:

        Дәрестә һәм “Эш дәфтәре”ндә бирелгән эштәргә күҙ һалыу. Иң еңел үтәлгән эштәрҙе билдәләү. Ауырҙарына етди иғтибар бүлеү. Ябай ҡәләм менән дәфтәр поляһында “ауыр” урынға тамға һалыу.

        Дәрестәге үҙ эшмәкәрлегеңде анализлау, баһалау.