Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә я,е,ё,ю хәрефтәре.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 21._uzlshterelgn_huzzrz_eyoyuya_hreftre.docx13.96 КБ

Предварительный просмотр:

22-се дәрес. Үткәреү ваҡыты:  ----------------------------

Дәрес темаһы.Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е,ё,ю, я хәрефтәре.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау, һәр эште бөхтә, еренә еткереп башҡарыу, эшләнгән эшеңде тикшереп, үҙләштереү кимәлен баһалау; үҙ аллы эш итеү, эҙләнеү, фекер йөрөтөү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: төрлө һөнәр эйәләре тураһында белемде тәрәнәйтеү, рус исемдәренең үҙенсәлеген үҙләштереү; мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу. Өн-моделдәренә ярашлы һүҙҙәр табыу; орфографик һүҙлек менән эш итергә өйрәнеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәренең яҙылышын нығытыу.

        I. 1-се эш. Һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләренә төшөнөү. Был һүҙҙәрҙе сағыштырыу, уртаҡ яҡтарын табыу (сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Артабан практик эштәр башҡарыу:

1) һәр һүҙҙең өнөн дөрөҫ әйтеү, ишетеү, тыңлау;

2) һүҙҙең өн моделен эшләү, транскрипцияһын төҙөү, дөрөҫ яҙыу;

3) е, ё, ю, я хәрефтәре алдында торған тартынҡылар әйтелешен күҙәтеү. Уларҙың һәр ваҡыт нәҙек, булыуын билдәләү;

4) е, ё,ю, я хәрефтәренең ниндәй эш башҡарыуҙарын асыҡлау;

        Һығымта. Рус теленән үҙләштерелгән  һүҙҙәрҙә  е,ё,ю, я хәрефтәре үҙенән алда торған тартынҡыларҙы нәҙек (йомшаҡ) әйтеүгә булышлыҡ итәләр.

        II. 2-се эш. Башҡарылырға тейеш эштең шартына төшөнөү.  “Шахтер” шиғырын тасуири уҡыу. Рус һүҙҙәрен табыу (шахтёр, фонарь), уларҙың өн моделен эшләү. Был һүҙҙәрҙең әйтелешен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу. Ё һәм ь хәрефтәренең һүҙҙә башҡарған эшен асыҡлау. Һығымта яһау.

        Һығымта. Ё һәм ь хәрефтәре һүҙҙә үҙенән алда торған тартынҡыны йомшарталар.

        III. 3-сө эш. Предметлы һүрәттәрҙе ҡарап сығыу, уларҙың атамаһын әйтеү (моряк, тюлень, ракета), тыңлау, ишетеү. Предметты белдергән һүҙҙең өн моделен ҡулланып, транскрипцияла яҙыу эшен ойоштороу. Һүҙҙәрҙәге тартынҡы өндәрҙең нәҙек (йомшаҡ) булыу сәбәбен асыҡлау. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлектән ҡарап, дөрөҫ яҙыу. Дәфтәргә яҙған һүҙҙәр менән телдән һөйләмдәр төҙөү.

        IV. 4-се эш. Эш шартын уҡыу, үтәү. Һүрәттә кемдәр төшөрөлөүен асыҡлау (балалар һәм өлкәндәр). Өн моделенә ярашлы рус исемдәрен транскрипцияла, аҙаҡтан хәрефтәр менән яҙыу эшен ойоштороу. Рус исемдәренең үҙенсәлеге менән таныштырыу: ҡайһы бер исемдәр бала саҡта бер төрлө исем менән йөрөтөлһә, үҫкәс икенсе төрлө аталыуы ихтимал. Мәҫәлән, Катя-Екатерина, Вася-Василий, Лёня-Леонид һ.б.

        V. 5-се эш. Йомшартыу тамғаһы ҡуйылған һүҙҙәргә айырыусы иғтибар биреп, транскрипциялағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу, тыңлау, ишетеү, мәғәнәләрен асыҡлау. Уларҙы хәрефтәр менән дөрөҫ яҙыу. Эш процесында уҡыусының тартынҡылар аҙағында  е,ё,ю,я хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышын ғәмәли үҙләштереү кимәлен күҙәтеүҙе дауам итеү. Әгәр уҡыусы дөрөҫ яҙмаһа, уның хатаһын иҫкәртеү, балаға дөрөҫ яҙырға ярҙам  итеү. Аҙаҡтан һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлектән табыу, иҫтә ҡалдырыу.

        VI. 6-сы эш. Һүҙҙәрҙе уҡыу. Был һүҙҙәрҙең дә саф башҡорт телле һүҙҙәр түгеллеген, ә сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр  булыуын асыҡлау. Уларҙың мәғәнәләренә төшөнөү. Парҙарҙа тартынҡыларҙың йомшаҡлығы буйынса һүҙҙәрҙе төркөмләү эшен ойоштороу. Эштәрҙе тикшереү.

        Һығымта. Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е,ё,ю,я хәрефтәре тартынҡыларҙы нәҙек (йомшаҡ) әйтеүгә булышлыҡ итә.