Фәнни-практик конференция эштәре / Работы научно-практической конференции

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Предварительный просмотр:

Тикшереү эшенең тезисы

Ғилми эштең темаһы: “Руссанан башҡортсаға хаталы тәржемәләр”.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары: ҡалабыҙ урамдарында башҡорт телендә яҙылған, сауҙа нөктәләре, учреждение, ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа хаталар булыуы бик насар күренеш. Тикшереү эшемдең маҡсаты – хаталы алтаҡталарҙы асыҡлау, уларҙы төҙәтеү, ойошма етәкселәренә был хаҡта еткереү.

Теманың актуаллеге: Алтаҡталарҙағы хаталар заманыбыҙҙа көнүҙәк мәсьәлә. Иғтибарға эләккәндәре социаль селтәрҙә ҡыҙыу бәхәстәргә юл аса. Барыһы ла тел белгесе түгел, шулай ҙа  көлдөргән һәм  көйҙөргән яҙмаларҙың кәмемәүе эсте бошора.

Эштең гипотезаһы: Алтаҡталар - ҡаланың йөҙө, әгәр ҡалабыҙҙа, ғөмүмән илебеҙҙә, тәржемә иткәндә алтаҡталарҙа хаталар ебәрелмәһә,  телебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо артыр ине..

Эҙләнеү методикаһы: баш ҡалабыҙ буйлап алтаҡталарҙы байҡау, хаталарҙы эҙләү; класташтарым  фекерҙәрен асыҡлау, һорауҙар үткәреү.

Йөкмәткеһе :

I.Инеш өлөш

II.Төп өлөш.

Теоретик өлөш.

Практик өлөш

III. Йомғаҡлау.

IV. Ҡулланылған әҙәбиәт.

Инеш өлөш.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закондың мөһимлеген аңламаған кеше юҡ хәҙер. Башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуын иҫәпкә алып, тиҫтә йылдар эсендә уның абруйы ла үҫте, байтаҡ эштәр ҙә башҡарылды. Шулай ҙа туған телебеҙгә тейешле иғтибар бүленә, тип әйтә алмаған осраҡтар күҙәтелә. Ҡалабыҙ урамдарында башҡорт телендә яҙылған, сауҙа нөктәләре, учреждение, ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа хаталар булыуы күңелде ҡыра. Баш ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә бер хатаһыҙ матур итеп башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы, баннерҙарҙы күрһәң, күңелгә ифрат рәхәт булып китә – телебеҙ өсөн ғәйәт ҙур кинәнес кисерәһең. Ни тиклем юғары һүҙҙәр булып яңғырамаһын, милли рухты күңелендә бәпләгән кешеләр өсөн әсә теленең камиллығы мөһим. Шуға күрә урамдағы хаталарҙың булмауы зарур: рухи-мәҙәни әһәмиәтенән тыш, был ғәмәл махсус ҡануниәт тарафынан да көйләнгән. Уға ярашлы, республикабыҙҙа урамдағы яҙыуҙар, алтаҡталар, йәмәғәт урындары атамалары ике дәүләт телендә булырға тейеш. Тик уларҙы яҙып ҡуйыу ғына аҙ, орфографик, стилистик, мәғәнәүи яҡтан да дөрөҫ булыуы шарт. Ә хаталар күп, ҡолаҡҡа ятмаған, күҙҙе тишеп барған мәғәнәһеҙ яҙыуҙар әленән-әле осрап тора...

Төп өлөш. Теоретик өлөш.

Тәржемә — бер телдән икенсе телгә текст мәғәнәһен интерпретациялау эшмәкәрлеге; бер телдән икенсе телгә әйләндереү эше[1]; телдән әйтелгән фекерҙең йәки текст йөкмәткеһенең икенсе бер тел ярҙамында бирелеше[2]; бүтән телдәрҙә яңы, төп нөхсәгә тиң (эквивалент) текст яһау. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек тәржемә фәҡәт кеше тарафынан ғына үтәлһә, хәҙер автоматлаштырылған (башлыса компьютер яһаған) тәржемә лә бар (ингл. CAT — computer aided translation).

Тәржемәнең маҡсаты — төп текст менән тәржемә ителгән текстың бер мәғәнәлә булыуы.

“Тәржемә” һүҙе фарсы теленән алынған, күсереү тигән мәғәнәлә.

Яҙма һәм телдән тәржемә

Яҙма һәм телдән тәржемә итеү араһында айырмалыҡтар бар. Мәҫәлән, телдән тәржемәне ымдар формаһында ла башҡарыу мөмкин.Тәржемә тарихынан сығып ҡарағанда, телдән тәржемәне яҙма тәржемәнең бер төрө тип әйтергә була. Шулай ҙа, көндәлек ысынбарлыҡ уларҙың икеһенә ике төрлө йәғни айырым ҡараш кәрәклеген күрһәтә. Тәржемә хеҙмәте төрлө телдә һөйләшеүселәрҙең аралашыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндергәнлектән, был йүнәлеш коммерциялаштырылған: тәржемәнең төрлө төрҙәре коммерция маҡсатында файҙаланыла. Тәржемә менән шөғөлләнгән махсус ойошмалар бар. Улар аралашыу ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү һәм аралашыуҙа булған ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн тәржемәнең төрлө төрөн файҙалана (яҙма, телдән, телдән синхрон һ. б.).

Тәржемә тарихы

Рәсәйҙә тәүге тәржемәселәрҙең береһе тип Максим Грек һанала. Петр I ваҡытында тәржемә технологияһы һиҙелерлек камиллаштырыла, сөнки күпселек фәнни һәм техник китаптар сит телдәрҙә була. XIV быуатта фәнни китап беренсе тапҡыр халыҡ теленә (латин теленән исланд теленә) ауҙарыла. Ул Сакробоско[3]исеме аҫтында билдәле инглиз Джон Холивудтың йәки Халифакстың арифметика буйынса ҡулланма китабы була. XIX быуатҡа тиклем тәржемәселәр тексты матурлау ысулдарын ҡуллана, ҡайһы бер мәлдәрҙе алып ташлай, хатта персонаждарға икенсе исем бирә (Мэри урынына — Маша).XIX быуат һуңында — XX быуат башында төп нөсхәнән аныҡлығы һәм дөрөҫлөгө менән айырылмаған тәржемә мәҙәниәте (буквалистар) барлыҡҡа килә. Был ике төп принцип тәржемәселәрҙең ныҡлы ҡанунына әүерелә, быға тиклем булған матурлау, арттырыуҙан ныҡлы һаҡлау гарантияһы була. Әммә XX быуаттың 30-сы йылдарында был мәктәп Иван Кашкин етәкселегендәге төркөм тарафынан ҡаты тәнҡитләнә. Улар буквалистар телдең һүҙен тапшырып, авторҙың фекерен, китаптың атмосфераһын бирә алмай, сөнки фекерҙе икенсе телдәге шуға тап килгән һүҙ менән генә биреп була, тип раҫлай. Шуға күрә текст үҙенең образлылығын, йәнлелеген юғалта һәм уҡыусыны йәлеп итмәй. Профессионал һәм юғары мәҙәниәт эйәһе булараҡ тәржемәсе статусы тап совет эпохаһында барлыҡҡа килә. Һуғыштан һуңғы 10 йыл эсендә айырым исемдәге мәктәптәр урынына профессональ берләшмәләр ойошторола. Бында, һис шикһеҙ, планлы хужалыҡ та үҙ ролен уйнай: тәржемә ителгән авторҙарҙың исемлеге, күләм, раҫланған тираж, ваҡыт — барыһы ла раҫлана һәм был эште атҡарып сығыу өсөн раҫланған күләмдә раҫланған кешеләр һәм уларға раҫланған эш хаҡы талап ителә. 70-се йылдарҙа исемле мәктәптәргә алмашҡа инициатив төркөмдәр килә. Мәҫәлән, Испанияның, Португалияның һәм Латин Америкаһының «Художестволы әҙәбиәт» нәшриәтендәге славян редакцияһы һәм әҙәбиәт редакцияһы. 90-сы йылдарҙа, СССР тарҡалғандан һуң, был өлкәгә бик күп дилетанттар килә, һөҙөмтәлә күпселек китаптарҙың тәржемә кимәле элек йәшәп килгән сифат талаптарына тура килмәй. Тәржемәселәр баҙарында юғары дәғүәселек һәм эш хаҡының түбән булыуы арҡаһында был эшкә бик йыш тәжрибәһеҙ кешеләр тотона.Синхрон тәржемә беренсе тапҡыр 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг процесында күпләп ҡулланыла. Артабан ул БМО-ла телдән тәржемә итеүҙең төп формаһына әүерелә.Компьютерҙар барлыҡҡа килеү менән тәүҙә электрон һүҙлектәр, һуңынан автоматлаштырылған тәржемә программалары күренә башланы. Әммә уларҙың тәржемә сифаты текстың семантикаһын айырмай һәм проблема яһалма интеллекттың фекер ҡоролошо менән ауаздаш. Автоматлаштырылған тәржемәсе миҫалының береһе булып Google Translate сервисы тора.

Тәржемә процесы

Тәржемә процесында, уның телдән йәки яҙма булыуына ҡарамаҫтан, түбәндәге этаптарҙы айырырға була:

  1. Кодын үҙгәртеү йәки тексты яҙылған телдә аңлау (уҡыу, тыңлау),
  2. Тәржемә,
  3. Тексты тәржемә ителгән телдә кодлаштырыу (яҙыу, уҡыу).

Текст мәғәнәһенең кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе тәүҙә тәржемә берәмген, йәғни текстың сегментын (һүҙ, фраза, бер-нисә һөйләм) билдәләргә тейеш. Был мәғәнә берәмеге булып ҡараласаҡ. Бик һирәк кенә фонемалар (һүҙҙән түбән кимәлдә) һәм абзацтан юғарыраҡ кимәлдә (ҡатмарлы синтаксик һөйләм) тәржемә эшләү талап ителә.

Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән процедура артында комплекслы уйлау операцияһы ята. Төп текстың кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе аңлы һәм методик рәүештә уның барлыҡ үҙенсәлектәрен интерпретацияларға, анализларға тейеш. Был процесс грамматиканы, семантиканы, синтаксисты һәм идиомаларҙы һәм текст телен, ул тел мәҙәниәтен, шулай уҡ дөрөҫ мәғәнә һалыр өсөн тексты тәржемә иткән телде лә төплө белергә тейеш.

Тап бында телдән һәм яҙма тәржемә араһында айырмалыҡтар күренә лә инде. Тәржемәселәр яҙма тексты (мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе) ошо телдә һөйләшкән кеше тәржемә итергә тейешлеген белә. Сөнки белгес кенә түгел, әҙерлекле уҡыусы ла тексты үҙ теленә сит ил кешеһе тәржемә иткәнен шунда уҡ аңлаясаҡ.

Телдән тәржемәлә бөтөнләй кире күренеш күҙәтелә (шулай уҡ, тейешле ҡатмарлыҡта — синхрон тәржемә йәки яуаплы сараларҙы эҙмә-эҙлекле тәржемә булыуына ҡарап). Был осраҡта тәржемәсегә сит телгә эшләүе уңайлыраҡ. Шуға күрә ике яҡлы осрашыуҙың ике ҡатнашыусыһы ла һөйләшеүҙәргә үҙ тәржемәсеһе менән килә. Уларҙың бурысы — үҙ докладсыһының фекерен сит телгә мөмкин тиклем тулы һәм аңлайышлы итеп тапшырыу. Был күренеш бик ябай аңлатыла. Сит телгә тәржемә иткәндә, тәржемәсе автоматик рәүештә ятлап алған конструкцияларҙы ҡуллана, ә туған теленә тәржемә иткәндә мөмкин булған варианттар араһында буталып, оптималь булған варианттан алыҫ торғанында туҡталырға мәжбүр була.

Текста һүҙ барған предмет тураһында белеү бик мөһим.

Һуңғы йылдарҙа, когнитив лингвистика тикшеренеүҙәре арҡаһында тәржемә процесының фекерләү яғын аңлауҙа билдәле аҙым яһалды.

Тәржемә сифаты

Тәржемәнең маҡсаты булып төп нөсхә менән тәржемә ителгән текстың оҡшашлығы тора. Уңышлы тип ике критерийға тап килгән тәржемә һанала:

  • Теүәллек һәм дөрөҫлөк. Тәржемәнең төп текст мәғәнәһен ни тиклем асып биреүен, быға өлгәшеү өсөн мәғәнәнән нимәнелер алып ташлау йәки көсәйтеү йәки көсһөҙләндереү элемнттарын файҙаланып башҡарылыуы менән ҡылыҡһырлана.
  • Асыҡлыҡ. Тәржемәне үҙ телендә уҡыусы төп нөсхә итеп ҡабул итә, текст тәржемә ителгән телдең грамматик, синтаксик, идиоматик нормаларына яуап бирә.
  • Беренсе талапҡа яуап биргән тексты «дөрөҫ тәржемә» тип әйтергә була, икенсе талапты үтәгәне идиоматик тәржемә булараҡ ҡабул ителә.

Тәржемәнең дөрөҫлөгөн баһалауҙа ҡулланылған талаптар текстың тематикаһына, төп нөсхәнең аныҡлығына, төрөнә, функцияһына һәм текстың ҡулланылышына, уның әҙәби сифаттарына, социаль һәм тарихи контексына ҡарап айырыла.

Тәржемәнең асыҡлыҡ талаптары ябай кеүек күренә: идиоматик булмаған тәржемә ҡолаҡты ярып бара, ә машина тәржемәһе системаһын ҡулланып һүҙ буйынса тәржемә эшләгәндә, бөтөнләй аңлайышһыҙ әйбер килеп сыға.

Шуға ҡарамаҫтан, айырым осраҡтарҙа тәржемәсе аңлы рәүештә тексты һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүе ихтимал. Мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе һәм дини текстарҙы тәржемә итеүселәр бик йыш төп нөсхәнән бик ситләшмәй. Был маҡсатта улар аңлы рәүештә тәржемә иткән телдең сиктәрен «һуҙып», идиоматик булмаған текст тыуҙыра.

Аныҡлыҡ һәм асыҡлыҡ төшөнсәләре хәҙерге тәржемә теорияларында төрлөсә ҡарала. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә эшләнгән тәржемә оригиналдағы кеүек үк ижади һәм үҙенсәлекле булырға тейеш тигән идея өҫтөнлөк итә. Был төшөнсә Көнбайыш өсөн изге. Әммә башҡа мәҙәниәттәрҙә был талапҡа артыҡ иғтибар бирелмәй. Мәҫәлән, һиндтарҙың Рамаяна эпосы Һиндостандың төрлө телдәрендә үҙ версияһына эйә һәм тарих бик йыш бер-береһенән ныҡ айырыла. Әгәр Һиндостан телдәрендә (һиндарий йәки дравидий), һүҙҙәргә иғтибар иткәндә, уларҙа тәржемәсегә бирелгән иреклекте тойорға мөмкин.

Әгәр тәржемәсенең талап ителгән критерийҙарға ниндәй кимәлдә тап килгәнен белгегеҙ килһә, уның төп философияһын анализлап ҡарағыҙ. Философия айырым биттәр булып та (миссия, күҙаллау, ҡиммәттәр) сағылыш табыуы мөмкин, әммә бында текстың «матурлыҡ» өсөн эшләнеүе лә ихтимал. "Философия"ның мөрәжәғәттәрҙә сағылыш табыуы, документтар аша үтеүе — иң ышаныслыһы. Әлбиттә, иң яҡшы вариант — рекомендациялар.

Тәржемә ауырлыҡтары

Эшмәкәрлек төрө булараҡ, тәржемә ҡатмарлы. Бынан тыш, эш барышында тәржемәсе бик күп кәртәләрҙе үтергә тейеш, был тәржемә процесын тағы ла ауырлаштыра.

Төп нөсхә проблемалары

  • Төп нөсхә һуңғы вариант булып тормай һәм тәржемә эшләнгән ваҡытта күсереп яҙыла
  • Текст аңлайышһыҙ яҙыла
  • Текста орфографик хаталар бар
  • Текст өҙөмтә генә булып тора
  • Текст уңышлы төҙөлмәгән
  • Текста һылтанмалар юҡ (мәҫәлән, булмаған фотолар аҫтына текст яҙырға тейеш).

Хәрефме, рухмы?

Тәржемәнең мөһим проблемаһы булып тәржемәсе алдында китаптың атмосфераһын, рухын һаҡларғанмы, әллә барыһын да төп нөсхәлә булғанса, һүҙмә-һүҙ тәржемәләргәме тигән һорау тора. Был проблема тәржемә сифатының һәм уның оригиналға яҡын булыу талаптары менән бәйле. Шулай уҡ тәржемәсенең азатлығы мәсьәләһе лә бар.

Тәржемәселәр араһында шундай әйтем йөрөүе лә юҡҡа түгел: «Тәржемә — ҡатын-ҡыҙ кеүек: тоғроһо (дөрөҫө) — матур түгел, матуры — тоғро(дөрөҫ) түгел».

Тәржемә итеп булмау проблемаһы, социомәҙәни өлөш

Бик йыш, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итеп булмаймы, тигән бәхәстәр яңғырай. Ваҡыты-ваҡыты менән ундай һүҙҙәрҙең исемлеге баҫыла. Тәржемәселәр бер үк грамматик категорияла ҡалырға теләгәндә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тәржемәһе ауырлыҡ тыуҙыра. Лингвистар серле һүҙҙәрҙе өйрәнә һәм уларҙы «тәржемә итеп булмай» тип атай. Ысынбарлыҡта иһә шундай мәҙәни һыҙатлы һүҙҙәр «әсәй» тигән кеүек ябай ғына тәржемә ителә. Был тәржемә ителәсәк телдә бындай һүҙҙәрҙе тәржемә тимәй ҡалдырыу тәжрибәһе менән аңлатыла; был маҡсатта һүҙҙе алып торорға мөмкин. Мәҫәлән, Англияла француз рестораны менюһында Fat liver paste эквиваленты булыуға ҡарамаҫтан Pâté de foie gras тип яҙасаҡтар. Ҡайһы бер осраҡта бары тик транскрипция ғына кәрәк: わさび япон һүҙе инглиз теленә wasabi тип транскрипциялана. Тәржемәһе инде япон керәнен аңлата. Һүҙҙә ни тиклем мәҙәни һыҙат нығыраҡ тойола, уны шул тиклем тәржемә итеүе еңелерәк. Мәҫәлән, Ҡытай (中国) инглиз телендә China, әммә башҡа телдәрҙә Cina, Chine һ.б.

Тәржемә итә торған телдә һүҙҙең аналогы булмауы ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Бик йыш проблема тәржемәне айыра белмәүгә һәм мәғәнәгә тап килгән һүҙҙе һүҙлектән эҙләп ултырырға ваҡыт бүлмәүгә бәйле. Бынан тыш бик күп ауырлыҡтар бар, шулай уҡ диалект һүҙҙәр һәм неологизмдар, аңлатылмаған акронимдар һәм аббревиатуралар, аңлашылмаған жаргон һүҙҙәре лә ҡатмарлыҡ тыуҙырыуы мөмкин. Шуны ла билдәләп китергә була: ваҡыт үтеү менән мәҙәниәт тә, тел дә үҙгәрә һәм тәржемәләр ҙә көнүҙәклеген юғалтып, иҫкерә. Тәржемәлә проблемаларға юл ҡуймау өсөн бер нисә мәлгә иғтибар итергә кәрәк:

  1. Тәржемә эшләгәндә берҙәм һүҙҙәр ҡулланырға (бер үк һүҙ өсөн синоним формаларын ҡулланмаҫҡа).
  2. Тексты аудиторияны иҫәпкә алып тәржемә итергә.
  3. Белем нигеҙен булдырырға.
  4. Әгәр тәржемәне һеҙ түгел, башҡа кеше (ойошма) эшләй икән — тәржемә ителмәҫкә тейешле йәки тәржемә ителәләр икән, билдәле бер тәртиптә генә тәржемә ителгән терминдар исемлеген төҙөгөҙ. Фекерегеҙҙе һәм тәржемә асылын аңлаған бер генә кеше менән хеҙмәттәшлек итегеҙ.
  5. Әгәр тәржемә эшләү өсөн подрядсыны һайларға уйлаһағыҙ, хаҡынан тыш, сифаты, аныҡлығы, адекватлығы, ваҡыты һ.б. параметрҙарға иғтибар итегеҙ. Әгәр компанияға мөрәжәғәт итәһегеҙ икән, ойошманың философияһына һалынған сифатҡа, адекватлыҡҡа иғтибар бирегеҙ.

Хоҡуҡи аспекттар

Төп нөсхәнең бер төрөн тәшкил иткән тәржемә автор хоҡуғы объекты булып тора. Авторлыҡ хоҡуғына бәйле тәржемә тураһында төп ҡануниәт положениелары РФ Граждандар кодексының 1260-сы статьяһында нығытылған. Тәржемә өсөн автор хоҡуҡтарына тәржемәсе эйә. Тәржемәсе үҙенең авторлыҡ хоҡуҡтарын төп әҫәрҙән килтереп сығарған яңы әҫәрҙә авторҙың хоҡуҡтарын һаҡлаған шарттарҙа ғына тормошҡа ашыра. Шулай итеп, тәржемә тәржемә авторының төп нөсхәгә авторлыҡ хоҡуғы булыусының ризалығы менән генә файҙаланыла ала. Тәржемәгә рөхсәт эште башлауҙан алда йәки эште тамамалағандан һуң да алыныуы мөмкин. Тәржемәгә авторлыҡ хоҡуҡтары әҫәр ижад ителгән мәлдән алып (йәғни әҫәргә объектив форма биргән ваҡыттан башлап), авторлыҡ хоҡуҡтарының дөйөм ҡағиҙәләре буйынса бирелә. Төп нөсхәне тәржемә итергә рөхсәт булмағанда ла, тәржемәгә автор хоҡуҡтары барыбер ғәмәлдә, әммә сикләнгән («парализован») була. Шулай итеп, тәржемәсенең авторлыҡ хоҡуҡтары ла, төп нөсхә авторының хоҡуҡтары һаҡланыуға ҡарамаҫтан, үҙ аллы объектҡа автор хоҡуҡтары булараҡ һаҡланыла. Тәржемәгә автор хоҡуҡтары башҡаларҙың төп нөсхәне тәржемә итеүенә кәртә була алмай. Ҡайһы бер тәржемәләр автор хоҡуғы объекты булып тормай (РФ ГК 1259-сы статья, пп1, п.6). Улар дәүләт органдарының һәм муниципаль үҙидара органдарының рәсми документтары, шул иҫәптән закондар, башҡа норматив акттар, суд ҡарарҙары һәм ҡануниәт, административ һәм суд характерындағы башҡа материалдар, халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми документтарының рәсми тәржемәһе. Автор тәржемәһе — төп нөсхәне авторҙың үҙе тәржемә итеүе[4]. Авторлаштырылған тәржемә — автор рөхсәте менән эшләнгән йәки ул ҡарап сыҡҡан һәм тикшергән тәржемә.

Практик өлөш

1.Алтаҡталарҙағы хаталар заманыбыҙҙа көнүҙәк мәсьәлә. Иғтибарға эләккәндәре социаль селтәрҙә ҡыҙыу бәхәстәргә юл аса. Барыһы ла тел белгесе түгел, шулай ҙа  көлдөргән һәм  көйҙөргән яҙмаларҙың кәмемәүе эсте бошора.

Өфөлә алтаҡта-иғландарҙа рус теленән башҡортсаға тәржемәлә хаталар аҙым һайын тиерлек осрай. Уларҙың күбеһе башҡорт алфавиты хәрефтәре яҙылышына бәйле. Мәҫәлән, Ә урынында - А, Э, Е хәрефтәре, Һ урынында - инлиз алфавитынан Н, Ҡ урынында - К, Ө урынында О йыш осрай. Шулай уҡ, текстарҙы дөрөҫ урынлаштырмау осраҡтары күп теркәлгән. "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында" закондың ( 2014 йылдың 28 мартынан индерелгән ҡайһы бер үҙгәрештәр менән)   “Телдәрҙе рәсми эш башҡарыуҙа ҡулланыу” тип аталған 14 статьяһының 2 пунктына ярашлы, башҡорт телендәге яҙма - һулда йә өҫтә, рус телендәге текст уң яҡта, йә аҫта урынлашырға тейеш.

Ҡайһы бер  урындарҙа текст рус телендә генә, башҡортсаға тәржемәһе юҡ. Мәҫәлән,  «Магнит» гипермаркетының алтаҡталарында хаталар бар. Күп осраҡта алтаҡтала башҡорт телендәге яҙыу руссаһының аҫтында урынлашҡан һәм орфографик хаталар ебәрелгән. Мин сауҙа нѳктәләре хужаларына, бындай хаталы алтаҡталарҙы ҡайҙан, кемдән яҙҙырып алыуҙарын һорағас, Ѳфѳнән яҙып ебәрәләр, тинеләр. Хаталы һүҙҙәрен төҙәтеүҙәрен һорағас, ҡайһы бер ойошмалар, ризалашты, ә ҡайһылары тыңларға ла теләмәне был хаҡта. Эйе, хәреф хаталарын ҡайһы берәүҙәр етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала. Артабан был эшкә иғтибар бирергә һәм кисектермәй хаталар ѳҫтѳндә эшләргә кәрәк.

Өфөләге был сауҙа үҙәгенең исеме быйылғы йәйҙе хәтерләтә. Руссаһында ул нишләптер яйға әйләнгән. Халҡыбыҙҙа ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигән әйтем бар. Ҡиммәтле алтаҡтаға аҡса түләгәнсе уны район хакимиәттәрендәге терминология төркөмдәренә тикшертеп раҫлатыу көтөлмәгән сығымдарҙан ҡотолорға ла мөмкинлек бирәсәк.

"Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында" БР законына ярашлы, һәр ҡала, район хаҡимиәтендә терминология төркөмө эшләй.
Өфөлә бындай төркөм бар, ул юридик һәм физик шәхестәрҙе һәр шишәмбе һәм йома көнө 11.30 сәғәттән алып 12.30 сәғәт арауығында ҡабул итә. 
Шулай уҡ Өфөлә тәржемә менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, "Башҡортостан" гәзитенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

2. “Алтаҡталарҙағы хаталарға иғтибар итәләрме икән?” тигән һорауға яуап табыу маҡсаты менән мин класташтарыма мөрәжәғәт иттем.

19 уҡыусының 17 “иғтибар итәм” тигән, ҡалған 2 – “юҡ” тигән.

Хаталы һүҙ осратһалар, ниндәй уй-тойғолар борсой, тип ҡыҙыҡһындым. 3 уҡыусының иҫе лә китмәҫ ине, 1- “Көлөр инем”, 1- “Кереп әйтер инем”, ҡалғандар – “Башҡортостанда йәшәп, башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итергә белмәүҙәре өсөн оят, ҡыйын булып китә”,- тип яуап биргәндәр.

Мин дә шулай тип уйлайым. Башҡортостанда йәшәп, дәүләт телен белмәүселәр күп беҙҙә. Тап ошондайҙар ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы алтаҡталарҙы тәржемә итә лә инде.

Йомғаҡлау

Тел, милләт мәсьәләһе - мөһим өлкә, беҙ уны һәр саҡ күҙ уңында тоторға тейешбеҙ, ә инде хатаһыҙ яҙыуҙар халҡыбыҙҙың мәҙәнилеге хаҡында һөйләй. Башҡорт телендә дөрөҫ итеп яҙылған алтаҡталар район-ҡала халҡының грамоталы булыуын күрһәтә.

Әлеге ваҡытта беҙҙең телебеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Төрлө яҡтан эҙәрлекләүҙәр кисерә. Бер ниндәй ҙә сәбәп тапмайынса, туған телебеҙҙең киләсәге һәр кемебеҙ ҡулында икәнлеген аңлап йәшәйек.
 Һеҙгә лә өндәшәм. Әгәр үҙегеҙ йәшәгән төбәктә йәки ҡалала урам исемдәрендәге, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хата күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп алығыҙ, ойошмаларға хаталары тураһында еткерһәгеҙ ине. Үҙебеҙ йәшәгән ҡалаға, ауылға, районға битараф булмаһаҡ ине... Телебеҙгә иғтибарлы, башҡаларға үрнәк булайыҡ.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2.  Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
  3.  Депман И. Я. История Арифметики. — изд. «Просвещение», Москва, 1965, стр.92
  4. Толковый переводоведческий словарь. — 3-е издание, переработанное. — М.: Флинта: Наука. Л. Л. Нелюбин. 2003.
  5. https://vk.com/khatahyz_kala
  6. “Башҡортостан” гәзите (17 ноябрь 2017 йыл).
  7. “Йәшлек” гәзите (21.06.2011)


Предварительный просмотр:

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты

“Башҡорт теле менән ҡәрҙәш телдәрҙең оҡшашлығы

 (сходство тюркских языков )”

 темаһына

фәнни-эҙләнеү эше

 Башҡарҙы: Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге

республика  гимназия-интернатының

9б класы уҡыусыһы Мурзина Алтынай.

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Хоҙайбирҙина Г.З.

Өфө - 2019

   

Фәнни-эҙләнеү эшенең темаһы:  Башҡорт теле менән ҡәрҙәш телдәрҙең оҡшашлығы (подобие башкирского языка с родственными языками ).

Маҡсаты: Алтай ғаиләһенең бер тармағы булараҡ, башҡорт һәм уға ҡәрҙәш телдәрҙең оҡшашлығын иҫбат итеү.

Актуаллеге:  төрки телдәрҙә Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 167,4 миллиондан артыҡ кеше. Башҡорт теле менән ҡәрҙәш телдәр араһында бик күп оҡшашлыҡ бар. Төрки телдәрен өйрәнеү,сағыштырыу, төрлө илдәргә сәйәхәт иткәндә, аралашыу сараһы була ала.

Гипотеза:  Башҡорт телен белгән кешегә ҡәрҙәш телдәрҙе өйрәнеү ауырлыҡ тыуҙырамы?

 Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте: башҡорт теле дәрестәрендә рус телле балалар ҙы: “Ни өсөн башҡорт телен өйрәнергә кәрәк?” тигән һорау борсой. Ошо эҙләнеү эшендә һорауҙарына яуап табырҙар.

Йөкмәткеһе:

  1. Инеш өлөш.
  2. Төрки телдәр. Теоретик өлөш.
  3. Төрки телдәрҙең оҡшашлыҡтары. Практик өлөш.
  4. Башҡорт теле менән һинд-европа телдәренең оҡшаш яҡтары.
  5. Йомғаҡлау.
  1. Инеш

     Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 5 – 6 мең тел иҫәпләнә, шуның бер өлөшө булған өс меңләгән “тере” тел ун дүрт ҙур булған ғаиләгә бүленгән. Тел ғаиләләренә ингән телдәр һаны ла, ул телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар һаны ла төрлөсә. Миҫал өсөн һинд-европа тел ғаиләһен алайыҡ: ул үҙе ун төркөмгә бүленә һәм 95 телдән тора. Был тел ғаиләһенә, мәҫәлән, бер Һиндостанда булған ғына 24 тел ҡарай. Герман телдәре төркөмөнә ун тел инә: немец, инглиз, нидерланд һ.б. Роман төркөмөндә лә ун тел бар: румын, молдован, итальян, француз, испан, португал һ.б. Балтика төркөмөнә ике тел, йәғни литва һәм латыш теле ҡарай. Славян телдәре төркөмөнә –11 тел, Иран төркөмөнә – 31 тел (фарсы, афған, тажик һ.б.) ҡарай. Семит-хәмит ғаиләһенең төп телдәре – ғәрәп һәм йәһүдтәрҙеке. Алтай ғаиләһе үҙе өс төркөмдән тора: төрки телдәр, монгол телдәре, тунгус-манчьжур телдәре. Төрки телдәр ғаиләһе утыҙға яҡын телде берләштерә.

http://images.myshared.ru/7/828372/slide_4.jpg

     Күп кенә ғалим япон, ҡытай, вьетнам, корея халыҡтарының телен Алтай ғаиләһенә индерә һәм уларҙы Алтай төркөмөнә ингән телдәрҙең ҡәрҙәше тип һанай. Тәүтел иҫәбендә Һинд-европа телдәре йөрөй. Хәҙерге осорҙа ҡытай, һинд, инглиз, испан, ғәрәп, рус, португал һәм француз теле иң таралған телдәр булып һанала. Коммуникацион мөмкинлектәр үҫеү осоронда телдәрҙең кәмей барыуы күҙәтелә. Хәҙерге ваҡытта 400 тирәһе тел юҡҡа сыҡҡан тип иҫәпләнә һәм был процесс артабан да дауам итә. Европала, мәҫәлән, иллегә яҡын телдең юғалыу ҡурҡынысы янауын тел мәсьәләһе менән шөғөлләнеүселәр һағайып һыҙыҡ өҫтөнә ала.

    Телдәр ғаиләләре генетик туғанлыҡ менән бәйләнеп, тәүтелдән килеп сыҡҡан тигән фекерҙе ғалимдар, шул иҫәптән Р. Подольский үҙенең “Пути народов” тигән монографияһында күҙаллай. Тәүтелде пронастрик тел тип атайҙар. Тарихтың бер дәүерендә һинд-европа теллеләрҙең башбабалары тап ошо пронастрик телдә һөйләшкән булырға тейеш. Орхон-енисей теленең яҙылышына һәм хәрефтәренә иғтибар менән ҡарау шуны күрһәтә: бындағы хәрефтәр башҡорт ырыуҙары тамғаларына ныҡ оҡшаш. Был һүҙҙәрҙе ғәрәп яҙыуындағы кеүек уңдан һулға ҡарай уҡырға кәрәк, шул ваҡытта ғына ниндәйҙер мәғәнәһе булған һүҙ килеп сыға. Шуны әйтергә кәрәк, Орхон-енисей руник яҙмаһына беренсе тапҡыр дешифровка яһаусы Дания ғалимы В. Томсон була. Ул тырыша торғас, 15 хәрефте “таный” ала һәм яҙмаларҙы өлөшләтә уҡыуға өлгәшә. В. Томсон был яҙыуҙарҙың төрки телле булыуын иҫбат итә. Ә төркиәтсе В. Радлов текстарҙы өйрәнеп, артабан уҡып алып китә һәм руник (билдәһеҙ) яҙмаларҙың VII – XI быуаттарҙа киң таралғанын билдәләй. Әгәр эш Радлов әйтеүенсә булған икән, ошо тирәлә йәшәүсе башҡорт ҡәбиләләре лә руник яҙманы ҡулланған булып сыға түгелме? Ул ваҡытта, Октябрь революцияһына тиклем башҡорт наҙан булған, тигән һүҙ юҡҡа сыға бит. Эйе, башҡорт ырыуҙары башҡа төрки ырыуҙар менән бер ҡатарҙан руник яҙыуҙы үҙ иткән халыҡтарҙың береһе булып сыға. Шулай булғас, халҡыбыҙ әүәле үк Төрки Ҡағанаты эсендә булып, VIII быуаттан уҡ яҙыу эше менән шөғөлләнгән булып сыға ла инде.Төрки ҡағанаты эсенә башҡорт халҡының Табын, Ҡатай, Түңгәүер, Ҡаңлы, Бөрйән һәм башҡа ырыуҙары булғаны билдәле. Уларҙың барыһы ла руник яҙмаларҙы ҡулланған булырға тейеш. Башҡортостан ерендә руник яҙмалары булған плиталар, балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба ярсыҡтары әленән-әле табылып тора. X быуат башында ислам динен ҡабул иткәндән һуң беҙҙең олатайҙарыбыҙ ғәрәп графикаһы нигеҙендәге яҙыуға күсә. Ғәрәп графикаһы нигеҙендә иҫке төрки әҙәби яҙма теле барлыҡҡа килә. Ул ниндәйҙер айырым халыҡтың яҙмаһы түгел, сөнки төрки телле халыҡтарҙың барыһы ла тап ошо яҙманы киң ҡулланған. Башҡорттар ҙа иҫке төрки әҙәби телендә шәжәрәләр яҙып ҡалдырған, үҙ-ара яҙышҡан. “Сыңғыҙнамә”, “Батыршаның Елазавета Петровнаға яҙған хаты” тап ошо иҫке әҙәби телдә яҙылған. Иҫке төрки яҙмаһы нигеҙендә XX быуат башында татар әҙәби теле барлыҡҡа килә. Яҙыуҙар ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡарылған. Ошо телдә гәзит-журналдар сығарылған. Башҡорт теле яҙмаһы тик 1924 йылда ғына барлыҡҡа килә. Тәүҙә ғәрәп графикаһы нигеҙендә (1924 – 1929 й.й.), шунан латин графикаһы нигеҙендә (1929 – 1940 й.й.), артабан 1940 йылдан башлап рус графикаһы нигеҙендә башҡорт яҙыуҙары башҡарыла. Шулай итеп, башҡорт теле әүәлдән йәшәп килгән боронғо телдәрҙең береһе булып тора. Уның боронғо телдәр сафында булыуына дәлилдәр ҙә етерлек: телебеҙ иң боронғо шумер теленә оҡшаған, борондан килгән ер-һыу атамалары, халыҡ йырҙары, эпос-риүәйәттәре, яңыраҡ асылған боронғо ҡаласыҡтар, ҡаҙылма ҡомартҡылар бар. Быларҙың барыһын да бер системаға һалып өйрәнгәндә, башҡорт теленең һәм халҡының боронғолоғо һис һүҙһеҙ иҫбат ителәсәк. Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле бөтәсәк, тип лаф ороусылар ишәйә барғандай һиҙелә. Бер яҡтан үҙ телен белмәгән башҡорттар барлыҡҡа килһә, икенсе яҡтан тел даирәһе, мәҙәниәт үҫеш алғандай. Бөтә милләт халҡының зыялыларын үҙ теленең киләсәге борсой. Рус теллеләр был телдең инглиз теленә әйләнә барыуына көйәләнһә, татар зыялылары араһында башҡорт теле иҫәбенә уны киңәйтеп үҫтереүгә һәм оҙаҡ ваҡытҡа телде һаҡлап ҡалыуға ынтыла. Хатта ҡайһы берәүҙәр ислам динен тотоусыларҙы христианға әйләндереү уйы менән яна. Йәнәһе, 30% мосолманды христианға әүерелдергәндә, ҡалған яғы үҙенән-үҙе китәсәк. Бындай уй-фекерҙәр тормошҡа ашырҙай түгел. Рус дәүләте мосолмандарҙы үҙ диненә күсерергә ынтылыу арҡаһында күпме тапҡыр башҡорт ихтилалдары тоҡанған! Бындай тарих биттәре онотолорға тейеш түгел. Беҙҙе, башҡорттарҙы, шундай һорау борсой: телебеҙ артабан һаҡланырмы-юҡмы? Һаҡланһа – күпме ваҡытҡа тиклем? Был һорауҙарға туранан-тура яуап бирерҙән алда телде һаҡларҙай төп тәүшарттарға иғтибар итеп китмәйенсә булмаҫ. Башҡорт маңҡрот булмаһын өсөн бала тыумыштан үҙ телен ишетеп-белеп үҫергә тейеш. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт теле даими ҡулланылғанда ғына үҙ телеңә ҡарата хөрмәт һәм яратыу арта. Был йүнәлештә ауыҙ-тел ижады, халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, башҡа сәнғәт төрҙәре ҙур роль уйнай ала. Хатта милли кейем-һалым, аш-һыу, матур милли ғөрөф-ғәҙәттәр – барыһы бергә милли рух барлыҡҡа килтереүгә электән ҙур йоғонто яһаған һәм артабан да яһаясаҡ. Ғалимдар раҫлауынса, әгәр берәй халыҡ һаны өс йөҙҙән дә түбәнәйһә, ул яйлап юҡҡа сығыуға дусар ителә. Беҙҙең халыҡ һаны, шөкөр, миллион ярымдан ашыу тәшкил итә, башҡорт телендә бик күп китап баҫылып тора, гәзит-журналдар сығыуын дауам итә, радио-телевидение тапшырыуҙары даими бара, шуға күрә уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы юҡ. Был юҫыҡта халҡыбыҙҙың дөйөм һанына ҡағылған бер нисә күрһәткесте килтереп үтәйек. Ер йөҙөндә ике миллиондан ашыу башҡорт иҫәпләнә. Рәсәйҙә – 1 673389, ә Башҡортостанда – 1 223303 башҡорт йәшәй. Бөтә башҡорттоң бер миллион ярымы үҙ телен белә һәм һөйләшә. Рәсәйҙәге иң күп һанлы халыҡтар, атап әйткәндә, рус, украин, татар халҡының һаны кәмеүгә табан бара, ә башҡорттарҙыҡы артыу яғында. Алда әйтелгәндәргә йомғаҡ яһап, шундай фекергә килергә була: яҡын арала башҡорт халҡының һаны кәмеүе күҙәтелмәй, шул арҡала тел дә меңәр йылдар дауамында һаҡланасаҡ. Ә инде бер нисә мең йылдан һуң булған һәм йәшәгән дәүер кешеләре беҙҙән һорап тормайынса, үҙҙәре үк тел мәсьәләһен хәл итер. Бәлки, ул ваҡытта ер йөҙөндә инглиз йәки ҡытай теле халыҡ-ара телгә әйләнер, бәлки, эсперанто – 2 телен килтереп сығарырҙар – уныһын берәү ҙә аныҡ ҡына итеп әйтә алмаҫ. Әгәр ҙә халҡыбыҙҙың бер өлөшө йәшәү көсөн юғалтып, эскелеккә һалышһа, капитализм ҡанундарына яраҡлаша алмаһа, рухи байлыҡты онотоп, тик матди байлыҡҡа ғына ынтылһа, эшһеҙлектән ҡотолоу юлын тапмаһа, ғаилә ҡороп, күп һәм мәҙәниәтле балалар үҫтереп йәшәмәһә, намыҫ һәм әхлаҡ ҡанундарын юғары күтәрмәһә, үҙ теленең даирәһен киңәйтеү өҫтөндә эшләмәһә, әхлаҡ ҡағиҙәләрен тотмаһа, белем алыуға битараф ҡалһа, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотһа, дини юлға ныҡлап аяҡ баҫмаһа халҡыбыҙҙың киләсәге булмаясаҡ. Ул ваҡытта “Асия” (“Азия”) исемен йөрөткән һәм тарих биттәренән юғалған ҙур ҡәүем кеүек, халҡыбыҙ һәм уның теле тарих сүплегенә ташланып, аңғармаҫтан юҡҡа сығыуы бик мөмкин.

I бүлек. Төрки телдәр. Теоретик өлөш

   “Төрк” этнонимы тәүге тапҡыр 542 йылда ҡытай йылъяҙмаларында осрай. Дания тюркологы В.Томсон терминдың «торук» йәки «турук» һүҙҙәренән килеп сығышын раҫлай, ул һүҙҙәр “тура тороусы” йәки “ныҡлы, тотороҡло” тигәнде аңлата. Шулай уҡ А.Н.Кононов һәм В.В.Бартольд та ошо фекер яҡлы булғандар. “Тürk”һүҙе боронғо төрк телендә “сәскә атыу, ҡеүәтләнеү” тигәнде аңлата . Төрки телдәр — генетик ҡәрҙәшлек менән берләштерелгән, Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә оло биләмәлә — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем йәшәүселәр — һөйләшә. Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 167,4 миллиондан артыҡ кеше.

    Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән тип һанала. Төрки телдәре ғәҙәттә Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта ҡайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шик аҫтына ала башланы. Грамматик тибы буйынса монгол телдәренә һәм тунгус-манжур телдәренә яҡын, улар менән гипотезаға ярашлы алтай телдәре, шулай уҡ урал-алтай телдәре, ғаиләһенә берләшә.

Төрки телдәр

Көнсығыш һун телдәре

Көнбайыш һун телдәре

Болғар төркө-

мө

Уғыҙ төркөмө

төркөмө

Кыпсаҡ төркөмө

төркөмө

Ҡарлыҡ төркөмө

Уйғыр-оғуз төркөмө

Ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ т.

Оғуз-болғар

Оғуз-сәлжүк

Оғуз-төркмән

Ҡыпсаҡ-болғар

Ҡыпсаҡ-

ҡоман

Ҡыпсаҡ-

нуғай

Уйғыр-тува

Яҡут

Хакас

сыуаш

ғаға-уыз

әзербай-жан, тө-рөк, өрөм

төркмән

трүхмән

башҡорт

татар

ҡарайым,ҡарасай-балҡар,

ҡумыҡ,

ҡрымсаҡ

ноғай,

ҡаҙаҡ, ҡарағал-паҡ

үзбәк,

уйғыр

тува

тол-фар

яҡут

хакас шор

ҡамас

сулым

алтай

һары-уйғыр

ҡырғыҙ,

алтай

      Фәнни тюркологияның үҫеү һәм формалашыу тарихы В.В.Радлов, М.Бикчурин, А.Г.Бессонов, М.Ҡулаев һ.б. исемдәре менән бәйле. Совет осоронда иһә А.Н.Самойлович, С.Е.Малов, Н.И.Ашмарин, А.Н.Кононов, Н.А.Баскаков, Н.К.Дмитриев, Ә.Ә.Юлдашев, Ж.Е.Кейекбаев, К.М.Мусаев, М.З.Зәкиев, М.В.Зәйнуллин һ.б. ғалимдар тюркология фәнен артабан үҫтерҙе. А.Н.Кононовтың “История изучения тюркских языков в России” (Л.:Наука, 1982) хеҙмәтендә Октябрь революцияһына тиклеге осорҙа төрки телдәрҙе өйрәнеү тарихы бирелгән. 1859 йылдарҙа Алтайҙа В. В. Радлов  урындағы төрки телле халыҡтарҙың телен, тарихын һәм фольклорын бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән етди өйрәнә. 

     Хәҙерге  төрки телдәр нигеҙендә төрки тәү теле ята. Типологик яҡтан улар агглютинатив телдәргә ҡарай. Фонетикаһына рәт һәм иренләшеү буйынсаса сингармонизм, һүҙҙәр башында талғын [р], [л], [м], [н] өндәренең, икешәр тартынҡыларҙың булмауы, һүҙ башында һәм аҙағында ике тартынҡының ижектә тура килмәүе, шаулы һәм шартлаулы тартынҡыларҙың көслө-көсһөҙ йәки һаңғыраулыҡ-яңғыраулыҡ буйынса ҡаршы ҡуйылыуы хас. Төп морфологик үҙенсәлектәре: эйәлек категорияһы һәм хәбәрлек категорияһы булыуы, грамматик родтың булмауы. Төп лексиканан тора. Хәҙерге төрки телдәрендә  монгол, тунгус-манжур телдәренән, фарсы теленәнғәрәп теленәнурыҫ теленән һ.б. үҙләштерелгән 

һүҙҙәр бар. Синтаксисында аныҡлаусы аныҡланыусы һүҙҙән алда килә, изафет характерлы синтаксик категория булып тора, һөйләмдең исемле йәки ҡылымлы тибы хәбәрҙең грамматик бирелеше характеры менән билдәләнә. Төркиәттә төрки телдәренең бер нисә классификацияһы бар. Иң тәүге классификацияның береһен Мәхмүт Ҡашғари төҙөй, ул “Диуану лөғәт әт-төрк” китабында  төп төркөмдәрен билдәләй: уғыҙ, ҡыпсаҡ, уйғыр. Шулай уҡ В.А.Богородицкий, Ф.Е.Корш, С.Е.Малов, В.В.Радлов, Г.Рамстедт, А.Н.Самойлович һ.б. классификациялары билдәле. Төрки телдәре тарихи һәм географик фонетик билдәләрен иҫәпкә алыу базаһына таянған Н.А.Баскаковтың классификацияһы нигеҙлерәк булып тора, уға ярашлы, төрки телдәр  көнбайыш һун һәм көнсығыш һун тармаҡтарына бүленә. Көнсығыш һун тармағы 4 төркөмдө, көнбайыш һун 2 төркөмдө үҙ эсенә ала, төркөмдәр телдәргә тарҡала.  

    Көнсығыш һун тармағына хас үҙенсәлектәр: күпселек телдәрҙә икенсел оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы; [б]—[п], [г]—[к], [з]—[с], [д]—[т] яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылары араһында көсһөҙ дифференциация йәки уның булмауы; [в], [һ] тартынҡы фонемаларының айырылмауы; һүҙлек составында монгол теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең булыуы; ҡушма һөйләмдәрҙең аҙ үҫешеүе һәм теркәүестәрҙең аҙ булыуы; ҡыҫылған исемдәрҙең һәм ҡылым формаларының үҫешеүе һ.б. Уйғыр төркөмөнә һүҙ уртаһында [й] урынына [т]/[д]/[з], һүҙ аҙағында [й] урынына [т]/[с] ҡулланыу; һүҙ аҙағында яңғырау [г] өнөнөң һаҡланыуы хас. Ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмөнә ирен гармонияһының үтә тулы кәүҙәләнеше; диалекттар буйынса яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың көсһөҙ айырылыуы; һүҙ башында башлыса һаңғырау тартынҡыларҙың булыуы; интервокаль позицияла һаңғырау тартынҡыларҙың яңғыраулашыуы; боронғо төрки телдәр  менән уртаҡ грамматик формаларҙың күп булыуы; тәүге ике затта формаһы буйынса тура килгән, әммә эйәлек аффикстары менән мәғәнәһе буйынса дифференциацияланған тулы эйәлек аффикстарының редукцияланған аффикстарға күсеү тенденцияһы һ.б. хас.

II бүлек. Практик өлөш. Төрки телдәрҙең оҡшашлығы

    Төрки телдәрендә һан һүҙ төркөмөнөң морфологик төҙөлөшөндә һәм ҡулланылышында артыҡ ҙур айырмалар юҡ, уларҙа тик фонетик айырмалар ғына бар. Һаңғырау п, т, с, ҫ, ш, ф, к, ҡ, х тартынҡыларына бөткән тамыр һүҙҙәрҙән һуң аффикстар әҙәби телдәге л өнө урынына т өнө менән башлана: ҡарт-тыҡ — ҡарт-лыҡ, баш-тыҡ — баш-лыҡ, азат-тыҡ - азат-лыҡ, ас-тыҡ  -  ас-лыҡ һ. б. Был күренеш ҡаҙаҡ, күпмелер дәрәжәлә әзербайжан, алтай, шор, телеут телдәрендә лә күҙәтелә. Мәҫәлән: ҡаҙаҡ телендә,  аҙыҡ - «имеющий съестные припасы», бастыҡ - «глава»; әзербайжан телендә: азаттых - «свобода».

      Күплек ялғауҙары (ат-тар «кони», китап-тар «книги») шулай уҡ ҡаҙаҡ, тыва, уйғыр телдәре менән оҡшаш. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ телендә: ат-тар «кони», китап-тар «книги», жең-дер «рукава», тыва телендә: ҡас-тар «гуси», от-тар «огни», эш-тер «товарищи», уйғыр телендә: ҡыз-зар «девушки». Профессор Ж . Ғ. Кейекбаев башҡорт теленең көнсығыш  диалектындағы ҫ өнөнөң һуҙынҡылар уртаһында һ өнөнә күсеүен хәҙерге яҡут (саха) теленә яҡын күренеш тип күрһәтә. Билдәле булыуынса, төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙә һ өнө башҡорт һәм яҡут телдәрендә генә бар, ти ул. Яҡут телендә ябыҡ ижек аҙағындағы с өнө һуҙынҡылар уртаһында тороп ҡалһа, спирант һ өнө менән алмашына. Мәҫәлән, яҡутса быс, ләкин быһах (башҡортса: бысаҡ), ас һәм аһаа (башҡортса: аш һәм аша), ҡыыс (башҡортса: ҡыҙ), ләкин ҡыыһ-ы, ҡыыһы-быт (башҡортса: ҡыҙы, ҡыҙыбыҙ). «Шулай итеп, — ти Ж . Ғ. Кейекбаев, — яҡутса быс — быһах һүҙҙәрендәге с һәм һ өндәренең мөнәсәбәте тап башҡорт теленең көнсығыш һөйләшендәге киҫ — киһәк һүҙҙәрендәге ҫ һәм һ өндәренең мөнәсәбәте менән бер төрлө. Айырма тик шунда — яҡут телендә ҫ өнө юҡ».

     Төрки дөйөмлөктө сағылдырыусы тағы шундай миҫалдар килтерергә мөмкин: башҡортса һалсы, һаҙат, һатал, сәскә, һаба, ир, һары, тара, аға (й) һүҙҙәре бүрәтсә һалша, һаадат, һахал, сәсәк, һаба, эр, шара, хара, аха булып әйтелә.

Һандарҙы сағыштырыу:

Башҡорт

Яҡут

Ҡарасай-балҡар

Ҡараим

бер

биир

бир

Бир

ике

икки

эки

Эки

өс

ус

юу

Уу

Һүҙҙәрҙе сағыштырыу:

Телдәр

Һүҙҙәр

Башҡорт

баш

сәс

балыҡ

балта

һигеҙ

таш

Татар

баш

чәч

балык

балта

сигез

таш

Әзербайжан

баш

сач

балыг

балта

сәккиз

даш

Алтай

баш

чәч

балык

малта

сегиз

таш

Ҡаҙаҡ

бас

шаш

балык

балта

сегiз

тас

Ҡараҡалпаҡ

бас

шаш

балык

балта

сегиз

тас

Ҡырғыҙ

баш

чәч

балык

балта

сегиз

таш

Ҡумыҡ

баш

чәч

балыкъ

балта

сегиз

таш

Нуғай

бас

шаш

балык

балта

сегиз

тас

Төрөк

bas

cac

balik

balta

sekiz

tas

Төркмән

баш

сач

балык

палта

секиз

даш

Шор

паш

шаш

палык

малта

сегиз

таш

Уйғыр

баш

чәч

белик

палта

сәккиз

таш

Хаҡас

пас

сас

палык

палты

сегiз

тас

Үзбәк

бош

соч

балик

болта

саккиз

тош

Төрөк һәм башҡорт телендә уртаҡ һүҙҙәр: guzel – матур, гүзәл; su – һыу,  seker – шәкәр, tamam – бөттө/ тамам, китап- kitap, дәфтәр- defter, ҡәләм- kalem, дәрес- ders, сәләм- Selam, aile-ғаилә, anne-әсәй, baba-атай, evet-эйе, эйе бит, belki-бәлки, bunu anlamıyorum.- быны аңламайым,  kişi,adam-кеше,  ömür-ғүмер һ.б.  

    Төрөк һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш һүҙҙәрҙе билдәләү, һөйләм төҙөлөшөн сағыштырыу:

1.iki masa ve üç sandalye getır. Ekmek kes  -  Ике өҫтәл һәм өс ултырғыс килтер. Икмәк киҫ.

2.Aç ayı oynamaz - ас айыу уйнамаҫ.

3.Allah gumuş kapıyı kaparsa, altı kapıyı açar - Алла көмөш ишекте япһа, алтын ишекте асыр.

4.Aç tavuk kendini arpa ambarında sanır. -  Ас тауыҡ үҙен арпа амбарында (тип) һанар.

5.Açık yaraya tuz ekilmez. - Асыҡ яраға тоҙ түгелмәҫ.

6. Тилсиз миллет джокъ болур.- Телһеҙ милләт юҡ булыр.

      Шулай итеп, төрөк теле менән башҡорт теле араһында артыҡ айырма юҡ, һөйләм төҙөлөшө лә оҡшаш.

III бүлек. Башҡорт теленең башҡа телдәр менән оҡшашлығы

     Башҡорт теленең һинд-европа телдәренә ҡараған рус, инглиз телдәре менән дә уртаҡ яҡтары табылды. Русизмдар башҡорт теленең фонетик закондарына әүҙемерәк яраҡлаштырыла.  Күп кенә рус һүҙҙәре  башҡорт халҡы телендә ҡулланыла. Мәҫәлән:  бутый- ботинка,  маркуф- морковь, әгүрсә- огурцы,  шәшке – чашка, ыштан- штаны, калуш – калоши, гурут- город, кәлгүткә-колготки, өҫтәл – стол, шляпа – эшләпә, свит – свет, картуф – картошка, күҙрә – кудрявый, билмән-пельмени, бирсәткә-перчатки, карауат-кровать, мискә-миска, самауы-самовар, суйын-чугун, торба-труба, ыҫмала-смола, кәбеҫтә-капуста, үтек-утюк, сиркәү-церковь, сәйнүк-чайник, һалам-солома, тәрилкә-тарелка, көрөшкә-кружка, шәкәр-сахар, эләүкә-лавка, миҙал-медаль, һалдат-солдат, кенәгә-книга, йәшник-ящик, бүрәнә-бревно, лапаҫ-лапас, солан-чулан, ыштан-штаны, суйын-чугун, балаҫ-палас,  һ.б.

      Уйлап ҡараһаң, башҡорт, инглиз телдәре бер – береһенә бөтөнләй оҡшамаған. Ә шулай ҙа был телдәрҙең өн системаһында оҡшаш яҡтары бар. Инглиз телендәге th хәрефтәре башҡорт телендәге (ҙ), (ҫ) өндәрен белдерә, шулай уҡ уртаҡ (ө),(һ ) өндәре ике телдә лә бар. Мәҫәлән,they,there,Thursday һ.б. Уйлап ҡараһаң, башҡорт теле менән корей теленең ниндәй уртаҡ яҡтары була ала? Бар икән: ике телдә лә башта исем, һуңынан һөйләм аҙағында ҡылым килә.

Йомғаҡлау

      Киләсәккә ҡараш ташлап йәшәгән кешеләр халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн төрки телдәр төркөмөнә ингән башҡорт теленең әһәмиәтен яҡшы аңлай, сөнки ул донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән 40-тан ашыу төрки халҡы телдәре менән оҡшаш. Ер йөҙөндә бөгөн бындай милләттәр 200 миллиондан ашыу. Урта Азия һәм Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлектә башҡорт теле уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә ала. Шуға күрә башҡортса белһәң, башҡа төрки телдәрҙе лә аңларға һәм еңел үҙләштерергә мөмкин. Башҡортса белгән кешеләргә бик күп сит телдәрҙе лә, мәҫәлән, инглиз һәм немец телдәрен өйрәнеү ҡыйын түгел, сөнки уларҙа башҡорт теле менән уртаҡ хәрефтәр бар. Шуға күрә башҡорт телен белгәндәрҙең телмәр сифаты ла юғары.
Бер нисә телде белеү мейе эшмәкәрлеген һәм үҫешен яҡшыртыуы медицина фәнендә лә күптән билдәле.
Урал-алтай телдәренең типологик оҡшашлығы һәм генетик ҡәрҙәшлеге Ж.Ғ.Кейекбаев тарафынан иҫбат ителгән. 

      Шулай итеп, фәнни-эҙләнеү эше барышында маҡсатыма ирештем тип уйлайым. Алтай ғаиләһенең бер тармағы булараҡ, башҡорт һәм уға ҡәрҙәш телдәрҙең оҡшашлығы иҫбат ителде. Башҡорт телен беләрәк, беҙ башҡа ҡәрҙәш телдәрҙе лә аңлауға ирешәсәкбеҙ, улар беҙгә еңел биреләсәк. Республикабыҙҙың дәүләт телен, туған телебеҙҙе өйрәнәйек, киләсәк быуынға еткерәйек. Үҙ телеңдә һөйләшеп, рухи һәм матди байлыҡты артабан арттырып, үҙ ереңдә йәшәү – ҙур бәхет.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡортостан: Краткая энциклопедия. – Уфа, 1996.

2. Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге.  т. 3-  Өфө, 1987.

3. Сайттар:

http://propertyturkey.ru/razgovornik-turkey.htm,                                                                                                                                        https://ba.wikipedia.org/wiki/Төрки телдәр,

https://ba.wikipedia.org/wiki/Алтай телдәре.

4. Ж.Киекбаев. Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972.

5.Р.Шәкүр. Башҡорт диалектологияһы. Өфө: Китап, 2011.

6. Абубакирова З.Ф. Башкирский язык в таблицах, схемах Филиала МГОПУ им.М.А.Шолохова в г.Уфе,2006.

7.“Йәшлек” гәзите (ноябрь, 2018 й.). Б.Хәйретдиновтың “Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып” мәҡәләһе.

Ҡушымта:



Предварительный просмотр:

Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тел, стиль үҙенсәлектәре

Әбдрәфиҡова Илүзә,

Ғ.Әлмөхәмәтов исмендәге республика

гимназия-интернатының 9 класс уҡыусыһы,

ғилми етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хоҙайбирҙина Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы.

Теманың актуаллеге.  Һүрәтләү сараларын өйрәнеү – поэтик әҫәрҙең тел, стиль үҙенсәлектәрен тел ғилеме күҙлегенән өйрәнеү ул. Тормош күренештәренең образлы һәм аныҡ кәүҙәләнеше уҡыусыла эстетик зауыҡ уята. Тимәк, һүрәтләү саралары әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итә. Һәр һүҙ, һәр һүҙбәйләнеш әҫәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. 

Тикшереү эшенең маҡсаты – М.Кәрим әҫәрҙәренең тел-стиль үҙенсәлектәрен  тикшереү.

Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге тәғәйен бурыстар ҡуйылды:

  1. Темаға ярашлы ғилми һәм нәфис әҙәбиәт менән танышыу;
  1. М.Кәрим әҫәрҙәрендә ҡулланылған һүрәтләү сараларының  ролен билдәләү;
  2. Әҫәрҙә бирелгән лексик саралар һәм ҡатламдар әһәмиәтен күрһәтеү;
  3.  Контраст фигуралар, инверсион сәйер фигуралар, риторик фигуралар ҡулланылышын анализлау;
  4. Йомғаҡлау.

Тикшереү эшенең объекты итеп  М.Кәримдең  әҫәрҙәре  алынды.

Гипотеза: Ағас  күрке – япраҡ, әҙәм  күрке  сепрәк  булһа,  әҫәр  күрке  нимә?

Эшләү  этабы:  а)  М.Кәримдең  әҫәрҙәре менән таныштым. Унан  һуң  әҙәби  әҫәрҙәрҙең  тел  үҙенсәлектәре  хаҡында  белеү  өсөн  етәксем  ярҙамында  Ким  Әхмәтйәновтың  “Әҙәбиәт  теорияһы”,  Ғ.Б.Хөсәйеновтың  “Әҙәбиәт  ғилеме  һүҙлеге” ,  “Башҡортостан  уҡытыусыһы”  журналынан  бер  нисә  мәҡәлә  менән  таныштым.  Әҫәрҙәрҙе   икенсегә  уҡығанда,  ҡараламаға уның  теле  буйынса  мәғлүмәттәрҙе  теркәй ,  өсөнсөгә  уҡығанда  өҫтәлмәләр  индерә  барҙым. Эш  барышында  мәғәнәләре  аңлашылып   етмәгән  һүҙҙәргә  тап  булғанда  “Башҡорт  теленең  һүҙлеге” н  дә  ҡулландым.

  1. Инеш. Әҙәбиәт – ул  һүҙ  сәнғәте.

    Тормош күренештәрен, образдарҙы рәссам буяу ярҙамында тыуҙыра. Скульптор бронза, мәрмәр, гипс, ә  архитектор  таш, кирбес, бүрәнә  һымаҡ  материалдар   менән  эш  итә.  Композитор  кешенең  эске  донъяһын  тауыш  аша  сағылдыра.  Әҙер  генә  материалдар  менән  эш  итеүсе  һөнәр  эйәләре  бар.  Ә  мине  гел  генә  яҙыусы  хеҙмәте  ҡыҙыҡһындыра  һәм  һоҡланыу  тойғолары    уята. Китапты  күп  уҡыуым  да  шунандыр, моғайын.  Кем  ул  яҙыусы?  Яҙыусы –   ул  һүҙҙәр  менән  эш   итеүсе.  Шуға  күрә  художестволы  әҙәбиәтте  һүҙ  сәнғәте,  тиҙәр .

         Донъя  һәм  рус  әҙәбиәтендә  ни  тиклем  һоҡланғыс  яҙыусылар,  шағирҙар  бар.  “Ә  башҡорт  әҙәбиәте ?” – тиерһегеҙ. Эйе, был  урында  башҡорт  әҙәбиәте  тураһында  айырым  һүҙ  алып  барырға  кәрәк. Һоҡланғыс   яҙыусылар, шағирҙар  күп,  әҙәбиәтебеҙ  бай,  күркәм. Шундай  яҙыусыларҙың  береһе –  Мостай  Кәрим.

      Туған  әҙәбиәт  дәрестәрендәдә  беҙ  М.Кәримдең  әҫәрҙәрен өйрәндек. Дәрестә  уҡытыусыбыҙ  әҫәрҙәренең  тел, стиль үҙенсәлектәренә  иғтибарҙы  йүнәлтте  һәм  был эҙләнеү эшенә этәргес булды.  Әҫәрҙәренең  теле  иҫ  китмәле  ябай, бай,  халыҡсан.

Яҙыусының әҫәрҙәре һүрәтләү сараларына бик бай. Улар аша беҙ яҙыусы ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инә алабыҙ. Һәр бер юлда тиерлек, сағыштырыу, метафора, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларына тап булырға мөмкин. Һүрәтләү саралары – әҫәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ иткән, әҫәрҙе образлы күҙаллауға ярҙам иткән алымдар ул. Мәҡәлдәр, фразеологизмдар, әйтемдәр ҙә йыш осрай. Улар барыһы ла уҡыусы күңеленә үтеп инерлек кимәлдә бик оҫта ҡулланылған.

  1.  Тел  асҡысы – Мостай  Кәримдә. Һүрәтләү саралары.

     Боронғо гректар һүрәтләү сараларын троптар тип атаған. Троп (грекса tropos) – әйләнеш, күсеш мәғәнәһендә. Ғөмүмән, кешенең ысынбарлыҡты күҙаллауында, әйберҙәргә, төрлө күренештәргә исем биреүҙә, уй-фекер тәбиғәтендә, һүҙ ҡаҙнаһында тура һәм күсмә мәғәнәлектәр ята. Әҙәбиәттәге образлауҙар, һүрәтләү саралары ла ошо ерлектә барлыҡҡа килгән.

 Сағыштырыу – телдең иң ябай һәм киң таралған һүрәтләү алымы. Күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшаш  һыҙаттары буйынса йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә сағыштырыу тиҙәр. Сағыштырыу теге йәки был күренешкә яҙыусы бирергә теләгән мәғәнә нескәлеген өҫтәй. Нескә хисле күҙәтеүсән әҙип тәбиғәтте айырыуса оҫта һүрәтләй:  Ҡый үләндәй ҡыйып, ҡырып ташланыҡ, һәм ҡырмыҫҡа  иләүендәй тапаныҡ...” (“Башҡорт халҡына яуап хат”), “Быймала, май кеүек, ”  “Ел бөгөн хәбәрсе шикелле, ямғырҙың хуш еҫен килтерҙе...” (“Беренсе тамсылар”), “Яратам мин күмәк хеҙмәт яҙын, ҡымыҙ кеүек тәмле һауаһын...” (“Яҙғы тауыштар”), “Тик күшеккән ҡоштар төркөмөләй...”, “Ҡыш аръяғындағы яҙ шикелле, йыраҡтаһың хәҙер һин шул тиклем...”(“Көҙ һәм һөйөү тураһында”),  “Гүйә, таңда төшкән ысыҡмын, талпынырға торған ҡошсоҡмон”(“Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым”),  “Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,  әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә”(“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”), “Сәпсек балаһы шикелле, бәүелеп тора...”, “Әллә ҡайҙарға талпынып барыр кеүек, алтын ҡанатлы ҡоштарҙы  үрелеп алыр кеүек...”(“Шулай башлана йәшәү”), “Күл ҡамышы тулҡынып торған һымаҡ...”(“Тупрағым, һауам, һыуҙарым”), “Бер әйләнеп, берсә ул осоп китә, берсә, гүйә, кемделер ҡосоп китә...”(“Һабан туйы”), “Тауҙар һинең кеүек тыныс. Уйсан, диңгеҙ һинең кеүек тынғыһыҙ...”(“Кавказ менән хушлашыу”), “Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...”, “Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ...”(“Йәшәйһе бар...”), “Ҡош телендәй ҡайнар сәләм хаты...”(“Төрөпкә”),  “Быймала, май кеүек, аяҡ ирене...”(“Башҡорт халҡына яуап хат”).

Йәнләндереү - әйберҙәрҙең үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән троптарҙың береһе. Йәнләндереүҙә автор тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсерә: “Киң аҙымлы еңеү атлап килгәндә...”, “Ватан шуның бөтәһен күреп торҙо”  (“Башҡорт халҡына яуап хат”), “Шунда уҡ япраҡтар битенә беренсе тамсылар һикерҙе...” (“Беренсе тамсылар”), “Апрель кисе һине алып килде...”(“Яҡты төн”), “Гөлдәр миңә: “Һаумы, һаумы!” – тиҙәр...”(“Һаумы, тиҙәр гөлдәр”), “Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә...”(“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”), “Муйылдар суҡ үреп тора...” (“Бөтәһе лә йәнле бында”), “Ҙур юлға килтерә уны ҡуранан сыҡҡан һуҡмаҡ...”(“Шулай башлана йәшәү”), “Һуғыш йотто шул еңдең эсендәген...”(“Һабан туйы”), “Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә...”(“Бөгөн төндә...”), “Йылғалар төнөн һөйләшә...”(“Йылғалар төнөн һөйләшә”), “Тиҙҙән, тинем, сәскә күҙен асыр...”(“Ҡайтыу”).

Эпитет – грек теленән ҡушымта мәғәнәһенә тура килә. Ул исем һүҙҙәргә аныҡлаусы һүҙ рәүешендә ҡушылып йөрөй. Йәғни үҙендә аныҡлаусы сифат һүҙ төшөнсәһе тота: “Иген түгел, ҡайнар йәштәр  түгелде...” (“Башҡорт халҡына яуап хат”), “Ергә йылы ямғыр һибәләгәнболоттарҙың алтын ҡанатын...” (“Яҙғы тауыштар”),  “Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ...”, “Аяҡ баҫһаң, үләндәре торғаны бәрхәт инде...”(“Тупрағым, һауам, һыуҙарым”), “Алтын ҡанатлы ҡоштарҙы  үрелеп алыр кеүек...”(“Шулай башлана йәшәү”),  “Ул һарылыҡ – йәшел япраҡтарға яңы ҡунған алтын саң төҫлө...”(“Кавказ менән хушлашыу”),  “Ҡош телендәй ҡайнар сәләм хаты...”(“Төрөпкә”), “Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй.”(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Унда бары алтын яллы, көмөш тояҡлы ... бер Аҡбуҙат йәшәй, ти.”(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Сихри утыңды ал минән...” , “Бахыр, Гефест, алтын ҡуллы бөйөк оҫта”(“Ташлама утты, Прометей!”). 

Метафоралар (грекса metaphora) – күсереү тигән һүҙ, ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшашлығы булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү.

Метафора – шул уҡ сағыштырыу, ләкин ҡыҫҡартылған йәки йәшерен сағыштырыу, сағыштырыуҙа ике һүҙ булһа, метафорала бер генә һүҙ, - шул уҡ бер һүҙ оҡшаш күренеште лә, исеме шул бер һүҙгә күсерелгән әйберҙе лә белдерә: “Тыңла, улар сиртә күңелең ҡылдарын...” (“Башҡорт халҡына яуап хат”),  “Йыуырмын мин фашист ҡаны менән илем күкрәгенең яраһын...” (“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”), “Бында олоп туҡтауһыҙ ҡурғаш яуа” (“Гөрләп үтте тәүге күкрәү...”),  “Ағастарҙың һары тәңкәләре” (“Көҙ һәм һөйөү тураһында”), “Тирбәлә гөл алҡалары...”(“Бөтәһе лә йәнле бында”),

“Ергә тейгәс табандары, тып итеп тәпәй баҫа” (“Шулай башлана йәшәү”), “Тимер сүкей ине шул ул, йәшәү тимерен...”(“Кисер, әжәл”).

Символика  нигеҙендә шартлы образ, эмблема ята. Мәҫәлән, халыҡтың образлы фекерләүендә  зөһрә йондоҙ – таң, көн – ҡояш билдәһе һәм символы: “Йәшәйһе бар...” шиғырында  үҙен бәйгеләрҙә сапҡан ат менән сағыштыра, символлаштыра. «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырында  Рәсәйҙе – ҡайын, Башҡортостанды япраҡ, “Тауҙар” шиғырында кешене тауҙар символлаштыра.

Аллегория (әйберҙәрҙе йәки хайуан-кейектәрҙе һүрәтләү ярҙамында кешеләрҙе һынландырыу) : “Ейән –йәш арыҫлан” шиғыры аллегорик һүрәтләүгә ҡоролған: ейән – арыҫлан, атаһы – йөк аты, олатаһы – терпе.

 Метонимия грек телендә metonumia—«исем алмаштырыу» һүҙенән килә. Бер предмет, күренеш мәғәнәһе менән уға тығыҙ бәйләнгән икенсе бер предмет исеме ярҙамында белдерелә. Метонимия метафоранан айырмалы рәүештә, әйберҙәрҙең, күренештәрҙең оҡшашлығына түгел, ә уларҙың бер-береһенә ҡарата булған мәғәнәүи мөнәсәбәтенә нигеҙләнә: “Бөгөн дә шул тамсы-тамсы көмөш ҡойола...”(“Ямғыр”), “Әгәр уттар үткән минең йөрәк...”(“Таш өҫтөндәге гөлдәр”), “Үрмәләй аждаһа илгә көнбайыш яҡтан...”(“Декабрь йыры”), “Тимер дейеү яҡыная...”(“Ҡара һыуҙар”), “етен баш” үҙе миңә табан ыңғайланы...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

Синекдоха күсереү мәғәнәһендә, бер нәмәнең мәғәнәһен уларҙың үҙ-ара һан, күләм нисбәтенә күсереп исемләү принцибына нигеҙләнә: “Өс йөҙ ат эйәрләнек иң дандарын, баҫҡан саҡта осҡон уйнатҡандарын, оҙатты ил...” (“Өс йөҙ егет”), “Ул егет илдәр сигенән һикергән һәм Балканға азатлыҡты килтергән...”(“Сит уттар”).

Перифраз – һүҙҙең күсермә мәғәнәһен кинәйәле сифатлап биреүсе стилистик алым: “Ат ярыштыра берәүҙәр, берәүҙәр һөйләй бүре, берәүҙәр “күргәндәрем” тип, борсаҡты эре яра”(“Таныш булмаған ҡунаҡ”), “Ерҙе әйләндереп көлгә ҡара тупраҡтан, - үрмәләй аждаһа илгә көнбайыш яҡтан”(“Декабрь йыры”).

Эвфемизм – киҫкен һүҙҙәрҙе йомшартып аңлатыу сараһы: “Һәм мин китеп тә барырмын донъянан...”, “Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр...” (“Мәңгелек улы...”), “Тып-тын йәшәп, шып-шым ғына донъя ҡуймамын...” (“Уйҙар”), “Тимәк, унда тағы бер ғүмер һүнә...”(“Ҡара һыуҙар”), “Дүртенсе көн өйөнә ҡайтһа, бөтә һарайҙы ҡара ҡайғы баҫҡан” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

Ирония – кеше характерындағы ҡайһы бер йомшаҡ яҡтарҙы, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе  еңелсә көлөп яҙыу: “Монтер Морат йоп-йомшаҡ атлап ҡына, йөрөп ята ҡырын тейәп саҡ ҡына...”(“Һабан туйы”). “Үлмәҫбай” поэмаһының төп геройы бөтә ваҡиғаларҙы ла юмористик тонда һөйләй. Немец офицерҙарын һыу ингән саҡта әсирлеккә алыу ваҡиғаһын һөйләгәндә сатира алымы ла килеп инә. Ә Гөлбикәнең хатын уҡығанда, Катюша менән һөйләшеүе хаҡында хикәйә иткәндә, юмористик тонға нескә лирик буяуҙар ҙа ҡушыла. 

Гипербола, литота – хәл-ваҡиғаны йә геройҙы саманан тыш күпертеп йә кесерәйтеп һүрәтләү: Тау ҡәҙәрле ҡайғы ҡалдырҙым да алып киттем барлыҡ өмөтөңдө...”(“Өмөт”), “Йылғалағы һары томбойоҡтай, тирбәлешеп ҡалды планеталар...”(“Ташлама утты, Прометей!”), “Әсәйемә мең йәш...”(“Өс сифатта күрәм...”).

II бүлек. Лексик саралар һәм ҡатламдар

   Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһендә генә түгел, тура мәғәнәһендә лә уй-тойғоға эмоциональ тәьҫир итеү ҡеүәһе бар. Тел үҙенең лексик составы менән төрлө ҡатламлы. Тере организм кеүек телдә лә күп замандар дауамында ҡайһылыр һүҙҙәр иҫкерә, ҡулланылыштан төшөп ҡала, яңылары тыуа, лексика йәшәрә.

Яҙыусыға алған темаһына ошо лексик һүҙ ҡатламдарын тейешле урынында һәм кәрәк мәлендә уңышлы ҡуллана алыуы шарт.

Синоним (әйтелештәре төрлө, мәғәнәләре менән оҡшаш һүҙҙәр): “Һәр егеттең иҫәбе бил бирмәҫкә, һәр егеттең иҫәбе еңдермәҫкә...”(“Һабан  туйы”), “Ҡыҙҙарығыҙ арыу-талыу белмәһен, һәм килендәр илке-һалҡы йөрөмәһен...”(“Башҡорт халҡына яуап хат”). 

Антоним (мәғәнәләре яғынан ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр): Ҡайғыларым ҡайғырылмағандар, шатлыҡтарға ҡул да теймәгән...”(“Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым”), “Тимәк, бында ҡайғыһы ла, шатлығы ла инеп сыҡҡан...”(“Бөтәһе лә йәнле бында”), “Һыу менән дә татыу ғына булдым, бер сама дуҫ булдым ут менән...”(“Төш ваҡытында үткән ямғырҙан һуң”), “Һәм ҡап-ҡара тупраҡ – ер төҫө, аҡ сәскәләр биҙәй ер өҫтөн..”(“Ҡайғы төҫө ҡара”), “Ә тереләр араһында үлектәрҙең ҡәҙере юҡ...”(“Ҡара һыуҙар”).

Омоним (әйтелештәре бер төрлө, мәғәнәләре төрлө): “Айырылышҡанбыҙҙыр, бәлки, иртә, бәлки үтә иртә... Орлоҡ ҡойған мәлдә ҡайсаҡ гөлгә ел ҡағылып үтә” (“Осраштыҡ беҙ...”), “...Ирмен, тиһәң, шунда тура ҡара, ҡара төндә, ҡара аҡ төндәрҙә...”(“Көҙгө Дим ярында”), “Исеме лә уның Вазифа шул, һәм вазифа бөтә ғүмере...”(“Әсәйем сирләгәндә”).

Һүҙ уйнатыу, каламбур (оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы): “Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара, ҡап-ҡара сәс шунан ағара...”(“Ҡайғы төҫө...”), “Бишебеҙ, биш себен булып, биш тәҙрәгә менә...”(“Үлмәҫбай”).

Афоризмдар (тапҡыр һүҙҙәр): “Бау ул, ҡустым, донъяның тотҡаһы...” , “...берәүгә ҡарағанда икәү яҡшыраҡ та...”, “Бисәләрҙең кеме кем икәнлеге бала аҫрағанда һынала”(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

Мәҡәл һәм әйтемдәр (халыҡтың  тапҡыр  һүҙҙәре) – ул   халыҡ   аҡылы.  Мостай  Кәрим   теле – ул   аҡыллы  мәҡәл: “Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Байрам ашы – ҡара ҡаршы” ,“Бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына”, “Аш – ашҡа, урыны башҡа”, “Тартай теленән таба”,“ “Бер ҡыйындың мең рәхәте бар” (Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Кеше энә түгел юғалырға”(“Ҡара һыуҙар”), “Тулҡын дулап ҡына ярҙан сыға алмай...”, “Иләҫ күңел боларыр ҙа йәнә баҫылыр”, “Бәреп сыҡҡан шишмә ағыр юлын таба ”, “Бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына...”, “Тиреһен һалған бүре ҡурҡыныс түгел”(“Ай тотолған төндө”), “Туҡтың күҙе итәктә, астың күҙе икмәктә”, “Тик барыбер яҙмыштан юҡ уҙмыш” (“Ташлама утты, Прометей!”).

Фразеологизмдар (бер  нисә  һүҙҙән  ойошоп, бер  мәғәнәне  аңлатҡан  нығынған һүҙбәйләнештәр): “Аҙмы таң атты, аҙмы күҙ бәйләнде...”, “Ә унан һуң уҡыттыҡ арт һабағын” (“Башҡорт халҡына яуап хат”), “Һин аҡылдан яҙғанһың, Дәрүиш. Аңыңа кил.”(“Ай тотолған төндө”).

Архаизм (актив уҡлланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәр): “Палубала түбәтәйле, сабаталы малай бара...”(“Ярҙар ҡала”), “Улай тимә, Зөлхизә, беҙ ҡол булып түгел, хөр булып йәшәргә килгәнбеҙ...” (“Ай тотолған төндө”), “Яҙыҡтары ярлыҡарлыҡ түгел, үтә олуғ” (“Ташлама утты, Прометей!”). 

Неологизм  (грекса “неос” – яңы, “логос” - һүҙ ) телдәге яңы һүҙҙәр: “Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш, табындаштар оло байрамда, яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш изге һуғыш үткән майҙанда.”(“Россиянмын”). 

Варваризм (самаһыҙ  ашып киткән һәм бигүк аңлашылып етмәгән сит телдең сит-ят әрһеҙ һүҙҙәре): Рукавказ! – Әмерҙе был юлы тыңҡыш Вәлетдин ҡабатланы...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Тревогалы Кавказ кисе... урманында шакал олой...ҡарлуғас ояһы төҫлө сакля бар яр ситендә...”(“Таныш булмаған ҡунаҡ”), “Йәнәһе, начальник менән постарҙы тикшерәбеҙ...”(“Үлмәҫбай”).

Диалектизм (һирәкләп әҙәби телдә, персонаж телмәрендә осраған ерле һөйләштәргә генә хас һүҙҙәр): “Өс йөҙ инек – бер ауылдан көллөбөҙ...”(“Өс йөҙ егет”), “Эргәһендә йәре булмағастын...”(“Бөгөн төндә...”), “Аш ултыртһам, ике ҡашыҡ ҡуйҙым”(“Ҡара һыуҙар”), “Үҙ йыназаң тураһында әңгәмә тыңлау ирмәктер ул...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Барығыҙ, ана, мөгәрәптән алып, ҡунағың менән һалҡын ҡатыҡ эсегеҙ” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”),  “Йәнде ыҙалама, тиҙерәк әйт!”(“Ай тотолған төндө”), “Еңмәк булып ҡабаландым...”(“Кеше”).

Профессионализм (ниндәйҙер һөнәргә ҡағылышлы махсус һүҙҙәр): “Ят кеше хәрби кейемдә, бер шпал бар яғала...”, “Был, ялға ҡайтҡан капитан, ауылына үткән саҡта...”(“Таныш булмаған ҡунаҡ”), “Ниндәй изге йыл! Яланда сайҡала  иген...”(“Декабрь йыры”).

III бүлек. Контраст фигуралар, инверсион сәйер фигуралар, риторик фигуралар

Әҙәбиәттә төшөнсәләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған антитезис рәүешле стилистик фигуралар ҙа йыш осрай.

Антитеза (төшөнсәләрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү): “Бик яҡын итеп хәтерлә йыраҡ дуҫыңды..”(“Тәҙрәңде ас та...”), “...Минең дә бит батыр дуҫым бар ине, уның өсөн киң майҙандар тар ине...”(“Һабан туйы”), “Ауыр сирҙәремде еңел тинем...”, “Ҡойоп яуыр ямғыр килер бит ул, тиҙ килерме ул, әллә оҙаҡмы?”(“Төш ваҡытында үткән ямғырҙан һуң”).

Оксиморон (һүҙ мәғәнәләрен парадоксаль рәүештә ҡаршы ҡуя): “Һөрән һалам: “Гитлер, - тимен, - дөмөккәнсе йәшәһен!..”(“Үлмәҫбай”).

Хиазм (һүҙҙәр сатраш килгән, ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡоролған фигура): “Аҡылы уның мөхәббәттә янған, мөхәббәткә аҡыл ултырған...”(“Ташкент иҫтәлеге”), “Берәүҙәрҙә гел генә күмәс, икмәк юҡ, икенселәрҙә икмәк бар, күмәс юҡ...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”), “Залимды золом тыуҙыра, золомдо залим ҡыла...”, “Һине яратҡанды һин һөймәйһең, һин һөйгәне һине яратмай...”(“Ташлама утты, Прометей!”).

Алогизм (уй-фекер ағышының боҙолоуы): “Беҙ һуҡырҙар. Күҙебеҙ күрә, күңелебеҙ күрмәй. Һуҡыр көйө ҡалдыр күңелебеҙҙе!”, “Әйттерегеҙ минең көйһөҙ көйҙө...”(“Ташлама утты, Прометей!”), “Һаман һаҡаллы сабыймын, һаман шул бер затлымын...”(“Ялтырап тормаймын”.)

Инверсия (һүҙҙәрҙең ҡәҙимге грамматик тәртибен үҙгәртеү): “Шартлар сиккә етә әҙәмең, табыу кәрәк бер-бер әмәлен...”(“Сер”), “Ләкин һуғыш йәнәшәлә. Өҫкә килә дошман шашып, төтөн ҡатыш саң болото көндө ҡаплай күккә ашып...”(“Ҡара һыуҙар”).

Асиндетон (үҙ-ара бәйләүсе һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу):  “Төн. Яҡты төн мәңгелектәй тәрән. Ниндәй киңлек, ниндәй азатлыҡ!”(“Яҡты төн”).

Уй йомоу (уй-фекерҙең аҙағынаса әйтелеп бөтөлмәүе): “Йөрәгемдә шаңдау тора: Заманыңа... Заманыңа... Заманыңа...”(“Ярҙар ҡала”), “Тубыҡланды һәм йәшәргә теләне ул ошо килеш. Теләне ул...”(“Ҡара һыуҙар”).

Эллипсис (еңел аңлашыла торған һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу): “Тамырға – дым, япраҡҡа – нур, һин – илһамым, һин – көс-кәрем... Һинән башҡа мин – бисара.”(“Тыуған ерем”).

Риторик өндәшеү (яһалма һөйләшеү): “Рәхмәт һеҙгә, хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!”(“Уңдым”).

Риторик һорау (яуап талап ителмәгән стилистик фигура):  “Әллә ҡояшыбыҙ һаранайып, яйлаймы көҙ яйын?”(“Елдәр иҫкән һайын...”), “Мөмкинме һуң йәнде йылытыуы, мөмкинме һуң тик бер минутҡа?”(“Сит уттар”). 

Йомғаҡлау. Әҫәрҙәренең  теле – тәрбиә  мәктәбе.

         Әҙәбиәт – ул  тормош  дәреслеге. Бөтә  ысынбарлыҡ,  тормош,  кешеләр,  тәбиғәт   һынландырыла  унда. Ҡайһы  берҙәрендә  беҙ  хатта   үҙебеҙҙе,  үҙебеҙҙең   тормошобоҙҙо   танығандай  булабыҙ.  Мостай  Кәрим  әҫәрҙәрендә  халҡыбыҙҙың   аҡылы, аңы,  зиһене – бөтәһе  лә  бар.  

         Яҙыусы   тормош  ваҡиғалары, геройҙарының  ҡылыҡ-фиғелдәре   аша  ғына  түгел,  әҫәрҙәрендә  тел-һүрәтләү  сараларының  уңышлы  ҡулланылышы  менән  дә  үҙ  уҡыусыһын  тәрбиәләй. Мостай  Кәрим  теле – ул  халҡыбыҙ  теле.Уның  әҫәрҙәре  аша  телебеҙҙең  байлығына, матурлығына, яғымлылығына  тағы  бер  инанып  һәм   ҡыуанып   була.  
       Образлы фекерләүҙең тәрәнлегенә ынтылыу яҙыусының һүрәтләү сараларының тәбиғәтенә яңыса ҡарарға өйрәтә. Ул был сараларҙы әҙәби биҙәк рәүешендә генә ҡулланмай, троптарҙың идея-эстетик нагрузкаһын бермә-бер арттырыу, хатта ваҡыты менән уларҙы символ юғарылығына күтәреү әҫәрҙәренең йөкмәткеһе яғынан ифрат тос булыуына килтерә.
     М.Кәрим әҫәрҙәрендәге һүрәтләү саралары уның телгә шул тиклем маһир булыуын күрһәтә. Ул һүрәтләнә торған күренештең төрлө биҙәктәрен тулы итеп сағылдырыу өсөн һүҙҙәрҙе оҫта һайлай. Уңышлы һайланған саралар әҙәбиәттең тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирә.
     
Ғөмүмән, һүрәтләү саралары – М.Кәрим  ижадына көс, эске энергия биреүсе ижад сығанағы. Донъяның гүзәллеген, уның иҫ киткес ғәжәйеп һығылмалы, күп ҡырлы булыуын авторҙың геройҙары төрлө биҙәктәр балҡышында күрә, тоя һәм ҡабул итә. Улар авторҙы һүҙ эҙләп яфаланыуҙан ҡотҡара. 
   
Йыйып әйткәндә, Мостай Кәримдең кешеләрҙең шатлыҡ һәм һағыштарын бөтә нескәлегендә тасуирлаған лирик шиғырҙары һәм поэмалары, замандың мөһим мәсьәләләрен яҡтыртҡан сәсмә әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт поэзияһының иң күренекле әҫәрҙәре булып иҫәпләнә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡорт  теленең  һүҙлеге. I, II томдар.Мәскәү, 1993.

2.“Башҡортостан  уҡытыусыһы” журналдары, 2011, 2012.

3.Кәрим  М. Беҙҙең  өйҙөң  йәме. - Өфө: Китап , 2003.

4.Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт  ғилеме  һүҙлеге. -  Өфө: Китап, 2006.

5.Әхмәтйәнов К.  Әҙәбиәт  теорияһы. – Өфө: Китап, 2004.

6.М.Кәрим. Тормошо һәм ижады. / Ҡ.Аралбай, Ғ.Ғәлимова, И.Кинйәбулатов. – Өфө: Китап, 2000.

7.М.Кәрим, Р.Ғарипов, Р.Бикбаев. / Төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. – Өфө: Китап, 2009.

8.М.Кәрим. Әҫәрҙәр. Дүрт томда, 3-сө том. Пьесалар, повестар, хикәйәләр. – Өфө: БКН, 1987.

9.М.Кәрим. Оҙон юл. – Өфө: Китап, 2004.

10.Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010.  



Предварительный просмотр:

Хоҙайбирҙина Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы,

Өфө ҡалаһының республика

гимназия-интернатының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Башҡорт дәүләт телен өйрәнеүҙең теоретик һәм практик әһәмиәте

     2009 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ баш ҡалабыҙҙың башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы композитор Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында эш башлағанда, минең алдымда рус телле мәктәптә нисек балаларҙы  башҡорт дәүләт теленә өйрәтергә тигән һорау тыуҙы. Бынан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйҙым:

  • рус телле балаларҙа әхлаҡи тәрбиә һәм эстетик мәҙәниәткә эйә булған башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, йолаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү һәм республикабыҙҙың дәүләт телендә һөйләшергә өйрәтеү;
  • башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. 

      Минең “Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланып, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү”  темаһына бағышланған педагогик концепциям был бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.

       В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тигән [4; 45]. Шул осҡондо тоҡандырыу, бала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.

        Ғалимдарҙың билдәләүенсә, Рәсәй территорияһындағы мәктәптәрҙә илленән ашыу уҡытыу технологиялары йәшәп килә. Был йәһәттән Д.Б. Эльконин, В.В. Давыдов, Л.В. Занков, Ш.А. Амонашвили, В.А. Сухомлинский, В.В. Потапов, А.А Границкая, Е.Н. Никитин, В.Н. Зайцев, В.Ф. Шаталов кеүек ғалимдарҙың, уҡытыусы – методистарҙың инновацион технологик системаларын күрһәтергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһы буйынса түбәндәге ғалим- методистарҙың хеҙмәттәре билдәле: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Усманова М.Г., Ғәбитова З.М.

      Башҡортостан мәктәптәрендә  күберәк Л. В. Занков һәм Д. Б. Эльконин – В. В. Давыдов системалары ҡулланыла.

         Рус телле балаларҙың башҡорт теленә дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙең методик һәм практик яҡтарына туҡталып киткем килә. Башҡорт теле, Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булараҡ,  беҙҙең республикабыҙҙа уҡыу теленә ҡарамай бөтә урта белемле мәктәптәрҙә уҡытыла. Шуға уның халҡына, еренә, үткәненә, ижади мираҫына, мәҙәниәтенә, йолаһына һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү мөһим. Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процесында ҡулланыу төп урында тора.

     Башҡорт телен бөтөнләй белмәгән йәки насар кимәлдә белгән уҡыусыларҙы телгә методик һәм теоретик яҡтан өйрәтеүҙә сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы һәм телдәрҙе тиҙләтелгән өйрәнеү технологияһын ҡулланыу отошло. Рус һәм башҡорт телдәренең айырмалы яҡтары күп булыу сәбәпле, уҡыусыларҙың иғтибарын  башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең дөрөҫ әйтелешенә йүнәлтергә кәрәк.

      Башҡорт дәүләт теленә өйрәнеүҙең төп бурысы – башҡорт теленең яҙма һәм телмәр формаларын үҙләштереү.  Башҡорт дәүләт телен теоретик яҡтан үҙләштергәндә, фонетиканан башлайбыҙ.  Үҙенсәлекле башҡорт өндәрен айырырға өйрәткәндә төрлө артикуляцион күнегеүҙәр ҡулланам:

  1. Башҡорт телендәге өндәрҙе ҡабатлау: ә, ө, ҡ, ғ, ҫ, ҙ, һ, ү, ң.
  2. Ижектәрҙе дөрөҫ әйтеү: -мә, -нә, -тә, -кө, -рө, -ҫа, -ға, -ҡа, -ҙа.
  3. Телтөҙәткес: -дә,-дә,-дә – һөйләшәм башҡорт телендә,

                       - тә, -тә, -тә – ултырабыҙ дәрестә,

                       - кә, -кә, -кә – тотонабыҙ эшкә.

     Башҡорт алфавитын рус, инглиз алфавиттары менән сағыштырма рәүештә өйрәнеү отошлолор ул. Башҡорт һәм инглиз телендәге уртаҡ өндәр (Ҫ, Һ, Ө, Ң, Ҙ) барлығына балаларҙың иғтибарын йүнәлтергә кәрәк.

      Һүҙъяһалыш темаһына туҡталғанда, рус теле менән сағыштырып өйрәнгәндә уҡыусыларҙың иҫтәрендә нығыраҡ ҡала. Яһаусы ялғауҙар (словообразующие суффиксы): таш+сы/камен+щик, үҙгәртеүсе ялғауҙар (формообразующие суффиксы): матур+ыраҡ / красив+ее. Башҡорт  телендә,   рус теленән айырмалы рәүештә, приставка, суффикс морфемаларының булмауы әйтелеп кителә.

      Лексика бүлеген өйрәнгән саҡта башҡорт телендә интернациональ һүҙҙәрҙең күплеге һыҙыҡ өҫтөнә алына: парта, шкаф, пенал, фломастер, класс һ.б. Күп һүҙҙәр тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла: картуф (картошка), өҫтәл (стол), эшләпә (шляпа), сумаҙан (чемодан).  Ғәҙәттә һүҙҙәрҙе төркөмләп, ассоциациялап ятлайбыҙ: ултырғыс (ултырырға), дәреслек (дәрес), күҙ (күрәм), һүҙлек (һүҙ).

      Синтаксисҡа килгәндә беҙ һүҙлек эшендәге һүҙҙәрҙе нығытыу өсөн һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйбөҙ: ҡыш – ҡышҡы урман – мин ҡышҡы урманда йөрөргә яратам.  Айырым иғтибарҙы башҡорт телендә һөйләм төҙөлөшөнә бүлергә кәрәк тип һанайым. Ҡылымдар һөйләм аҙағында, урын, ваҡытты белдергән һүҙҙәр ғәҙәттә һөйләм башында, исемдәр ҡылымдан алда, сифаттар исем алдынан килгәнлеген уҡыусыларҙың гел иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк. Үҙе, ғаиләһе, дуҫтары, яратҡан шөғөлдәре тураһында диалогтар, текстар төҙөү, төрлө картиналарҙы һүрәтләү, иҫтәлекле урындар тураһында әңгәмә ҡороу уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтерә.

    З.М.Ғәбитова һәм М.Ғ.Усманованың дәреслектәре темаларға бүленеүе менән отошло. Һәр текстҡа һүрәт бирелеүе лә уҡыусыларға нимә тураһында һүҙ барыуын күҙалларға ярҙам итә. Лексика, грамматика, синтаксис буйынса грамматик темалар балаларҙың йәш категорияһына тап килә. Дәреслектә бирелгән текстар Башҡортостан шағирҙары, яҙыусылары, күренекле шәхестәренең ижады менән яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирә.

      Башҡорт дәүләт теленә өйрәткәндә инглиз телен уҡытыу методикаһына таянам. Яңы материалды үҙләштергәндә, этаптарға бүлеп уҡытам: тыңлағанды аңлау, дөрөҫ яҙыу, уҡыу, һөйләү күнекмәләре.  Һөйләү телмәренә эйә булыу - был эштең һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, 5 класта “Үҙем тураһында” темаһын алайыҡ. Уҡыусыларға  был тема буйынса терәк һүҙҙәр бирелә (исем, йәшәйем, уҡыйым, ғаилә, дуҫ, класташ һ.б.), яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, диалог, текстар төҙөлә. Параллель рәүештә грамматик темаларҙан “Исем. Ҡылым. Сифат. Алмаш” темалары ҡабатланып кителә. Лексик һәм грамматик темалар үрелеп килә. Һүҙлек диктанттары ла яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә.

     Башҡорт дәүләт теленә өйрәткәндә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр, карточкалар, һүрәттәр ҡулланырға тырышам; шиғырҙар ятлау, дәррәү уҡыу, йырҙар тыңлау, һүҙлек ярҙамында тәржемә итеү, халыҡ ижады өлгөләрен (мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр) ҡулланыу, ребус-кроссвордтар төҙөү – уҡыусыларҙың телгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Коммуникатив ситуацияларға ҡоролған материал төрҙәренә өҫтөнлөк бирәм: ҡотлау, саҡырыу, танышыу, ғәфү үтенеү, телефондан аралашыу, үтенесте белдереү һ.б. Аралашыу мөхите булдырыу маҡсатында, дәрестәрҙе тик башҡорт телендә генә алып барырға тырышам.

       Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштырыу өсөн уйын эшмәкәрлеген ҡулланырға кәрәк тип уйлайым. “Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята...  Коллективлыҡ тойғоһо тәрбиәләнеүенә булыша,” – тип яҙа күренекле фольклор белгесе Ә.М.Сөләймәнов [5;321]. Был төр уҡыусыларҙың иғтибарын һәм иҫтә ҡалдырыу һәләтен үҫтерә. Уйындар түбәндәге йүнәлештәргә бүленә:

  • Дидактик: аң даирәһенең, танып белеү эшмәкәрлегенең артыуы; белем, оҫталыҡ, күнекмәләрен практикала ҡулланыу.
  • Тәрбиәүи: үҙаллылыҡ тәрбиәләү, әхлаҡи, эстетик, донъяуи ҡараш булдырыу, коллективизм, аралашыу һәләттәрен үҫтереү.
  • Үҫтереүсе: иғтибар, хәтер, телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу, сағыштыра белеү, һығымта яһау, уҡыу эшмәкәрлеген мотивациялау.

 Уйын эшмәкәрлеге дәрестең төрлө этабында ҡулланыла ала: өйгә эште тикшереүҙән үҙ аллы эшкә тиклем. Ролле уйындар йәки сәхнәләштереүҙәр уҡыусыларҙың күңеленә хуш килә. Дәрес-ярыш, дәрес-конкурс, дәрес-сәйәхәт, дәрес-КВН, дәрес-тапшырыу, шулай уҡ уҡыу процесында эш төрҙәрен ( хатаны тап, артыҡ һүҙҙе тап, дөрөҫ һорау бир, ҡумта эсендә нимә, аҙашҡан хәрефтәр, китек һүҙҙәр) ҡулланыу уҡыу һәләтен үҫтерә. Мәҫәлән, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү өсөн “Яза” уйынын ял минутында ла  үткәрергә мөмкин.  Уҡыусыларға һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн ваҡыт бирелә. Әҙер уҡыусылар баҫа. Уҡытыусы һүҙҙәрҙе бер-бер артлы әйтә, уҡыусылар тәржемәһен әйтергә тейеш. Беренсе булып әйткәне ултыра. Кем һуңғы булып баҫып тороп ҡала, шуға “яза” бирелә: көнө буйы күргән кешеләргә:“Һаумыһығыҙ/Сәләм! Хәлдәр(егеҙ) нисек?”- тип өндәшергә тейеш.  Шулай уҡ: “Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө икәнен беләһеңме? Беләһеңме, быйыл Мостай Кәримгә 100 йыл тулды. Ниндәй башҡорт яҙыусы, шағирҙарын беләһең?” һ.б. һорауҙар, башҡорт телендә мәҡәл, йомаҡ, шиғыр, тиҙәйткес һөйләү, иң ҙур һүҙҙе табыу, йыр йырлау кеүек “яза”ларҙы ҡулланырға мөмкин.

  Ял минуттары дәрестә бик мөһим роль уйнай. Һәр тема буйынса тематик яҡтан яҡын ял минуттарын һайларға тырышам. Йырҙар, шиғырҙар (күнегеүҙәр менән бергә алып барыла), бейеүҙәр, тапшырыуҙарҙан фрагменттар, клиптар, видео ҡарау, тиҙәйткестәр, иғтибарлылыҡҡа күнегеүҙәр һ.б.  Мәҫәлән, “Ғаилә” темаһына “Бармаҡтар ғаиләһе” видеоролигын ҡарау, М.Кәрим ижадын үткәндә, А.Галибиндың М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Сестренка” фильмының трейлерын ҡарау, “Икмәк” темаһына “Аҡ ҡалас” йырын йырлау. Шулай уҡ ял минутында музыкаға ғашиҡ уҡыусылар үҙ һөнәрҙәре менән дә уртаҡлаша.

     Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект методын ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә. Компьютер технологияларынан тыш хәҙер беҙҙең тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Информацион технологиялар дәресте эффектлыраҡ үткәрергә ярҙам итә. Эҙләнеү, ижади, мәғлүмәти проекттарын йыш ҡулланам. Уҡыусыларға дәреслеккә ярашлы темалар тәҡдим ителә, мәҫәлән, VI класҡа түбәндәге темалар бирелде: “Башҡортостан ере буйлап”,  “Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел”, “Бына тағы яҙ килде” һ.б.  Уларҙың “Башҡортостан ере буйлап”  тигән темаға эшләгән проекттарын тәҡдим итәм. Был тема үҙ эсендә тағы бер нисә теманы берләштерә:

  1. Башҡортостан йылғалары.
  2. Башҡортостандың тауҙары.
  3. Башҡортостан  күлдәре.

Башта уҡыусыларҙы проект эшләү ҡағиҙәләре менән таныштырам. Унан өс төркөмгә бүлеп, һәр төркөм үҙенә тема һайлап ала һәм шул тема буйынса эшләй башлай. Был проекттар түбәндәгесә бирелде:

«Башҡортостан йылғалары» проекты - стена гәзите.

Эш этабы:

  1. Башҡортостан йылғалары тураһында мәғлүмәт туплау.
  2. Һүрәттәр килтереп плакатка төшөрөү.
  3. Стена гәзитенә яҙырға текст әҙерләү.
  4. Стена гәзите эшләү.

Проект менән башҡа төркөмдәр алдында сығыш яһаусыны билдәләү.

     Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр уҡытыусының төп маҡсаты.

      Дәрестә үҫтерелешле мөхит тыуҙырыу өсөн мәжбүри шарт булып рефлексия этабы тора. Дәрестең һуңғы этабына еткәндә,  уҡыусы үҙ эшсәнлегенә анализ яһай алырға, эшсәнлегенә ҡарата тәнҡитле фекер йөрөтөргә,  дәрестә алған белемдәрен йомғаҡлап һығымта яһай белергә тейеш. Рефлексия төрҙәре:

  • Физик (өлгөрҙөм-өлгөрмәнем, еңел-ҡыйын);
  • Тойоусан (кәйеф: уңайлы-уңайһыҙ, ҡыҙыҡ-күңелһеҙ);
  • Интеллектуаль (нимә аңланым, нимә белдем-нимә аңламаным);
  • Рухи (яҡшы-насар).

      Башҡорт телен, мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсөн телде фәҡәт практик күҙлектән сығып өйрәтергә кәрәк. Уҡытыусының уҡыусыға телде өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатыу, предметҡа һәм телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусының дәрескә теләк менән йөрөүенә ирешеү бурыстарын иң алғы планға ҡуйырға тейеш. Рус телле балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә уҡытыусы менән уҡыусының үҙ-ара йылы аралашыуы һис шикһеҙ, алыштырғыһыҙ алым.

Әҙәбиәт:

  1. Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. һ.б. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Өфө: БМҮИ, 2008.
  2. Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. – 96б.
  3. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. 1-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2018.-136б.
  4. Сухомлинский В.А. 100 советов учителю. – М.: Учгиз, 1995.- 45 с.
  5. Сөләймәнов Ә.М. Бала-сағаның уйын фольклоры. Өфө: Китап, 2007 - 321 б.
  6. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. – Өфө: БДУ, 2002.-208б.
  7. https://weburok.com/2717087. Исхаҡова Г.Х. “Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу”.
  8. https://oskon-gazeta.rbsmi.ru/  Күсәрбаева Г.“Туған телде уҡытыуҙағы төп мәсьәләләр буйынса”. 05.04.2019й.

©Хоҙайбирҙина Г.З., 2019