Уҡыусыларҙың эштәре / Творчество обучающихся

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Уҡыусыларҙың шиғырҙары, иншалары, эҙләнеү эштәре.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Уҡыусыларҙың эштәре

   Йәмле ҡыш    https://im3-tub-ru.yandex.net/i?id=fef2dfb5552b6639801b21991d58947d&n=33&h=215&w=152

Ялтырай ерҙә ҡарҙар,

Йылмайып та ҡарайҙар.

Ҡыҙыл битле малайҙар

Ҡар бабайын яһайҙар.

           Урмандағы ағастар

           Аҡ алҡалар  тағалар.

           Киң   тәрән йылғалар

           Боҙ аҫтында ҡалалар.

(Миһранов Рафаэль,  5 б класс уҡыусыһы)

                                   Ҡышhttp://ds.internat-11.ru/Shpora/zima_2.jpg

Бына беҙҙең көтөп алған

Һалҡын ҡыш килеп етте.

Иртән тороп тышҡа сыҡҡас,

Танауымды семетте.

          Бурандар өрҙө буш   яланға,

          Һүрәт төшөрҙө  һәр бер аҡланға.

          Юлдар ҙа күптән аҡ ҡар аҫтында

          Ынйылар уйнай уның өҫтөндә.

(Садыҡова Нурия, 5 б класс уҡыусыһы)

                      Ҡыш – яратҡан миҙгелемhttp://www.v3toys.ru/kiwi-public-data/Kiwi_Img/02lab37091252127518.jpg

     Тәбиғәттең бар миҙгеле  лә  үҙенсә матур һәм ҡәҙерле. Бына көтөп алған ҡыш етте. Бөтә ер ап-аҡ сихри матурлыҡҡа сумды. Алыҫтағы тауҙар теҙмәһе күренмәй, улар аҡ пәрҙә артында ҡалған. Ауылды, урманды тынлыҡ солғап алған. Тик тумыртҡаның  ғына туҡылдауы ишетелә. Тейен ағас башында, ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән кеүек,  ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла сапҡылай. Айыухан күптән инде йылы өңөндә етенсе төшөн күрә.  Ҡышларға ҡалған ҡоштар үҙҙәренә аҙыҡ таба алмай интегә. Шуға беҙ хеҙмәт дәресендә уларға тағараҡтар эшләп, унда ем һалып, ағастарға элдек.

      Ҡыш көнө беҙ бер-беребеҙ менән уҙыша-уҙыша тау шыуырға яратабыҙ, саңғыла, конькиҙа йөрөйбөҙ. Биттәр алланып, күңелдәр күтәрелеп инәбеҙ беҙ  саф һауанан.

      Ҡыш -  минең иң яратҡан йыл миҙгелем!

(Әлибаева Сулпан, 5 а класс уҡыусыһы)

                           Яңы йыл                 Ҡыш бабай беҙгә килә,http://gym1505.ru/sites/default/files/news/karnaval.jpg

Һыуыҡтар алып килә.

Ҡар яуа, ҡар яуа,

Йылғала һыуҙар туңа.

           Бар халыҡ ҡыуанышып,

           Яңы йылды ҡаршылай.

           Ҡыш бабай беҙгә килә,

           Яңы бәхет килтерә.

(Әсләмова Алина, 9 б класс уҡыусыһы)

Яңы йыл менән!http://www.davno.ru/assets/images/cards/big/noviy-god-142.jpg

Һеҙҙе, дуҫтар, Яңы йыл менән ҡотлайым ысын күңелдән!

Һеҙгә, дуҫтар, бүләктәр менән  теләйем күп бәхеттәр!

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу алып килһен матур ҡыш,

Үткән йылдарҙа ҡалһын ҡайғы-хәсрәттәр, һағыш.

Яңы йылдың тәүге көнө иң-иң матур көн булһын,

Ҡупшы шыршыҡай менән йыл уңышлы башланһын!

(Закирова Азалия, 9 б класс уҡыусыһы)

Әсәйемhttp://www.stihi.su/pics/2016/11/08/11952.jpg

Әсәйемде яратам,

Матур уның ҡарашы,

Йылы уның ҡулдары,

Яҡты уның йөҙҙәре.

Әсәйем минең уңған:

Икмәк бешереп  ҡуйған,

Ҡоймағын да ул ҡойған,

  Бәлешен дә бешергән,

  Керҙәрен дә ул  йыуған,

  Өй йыйыштырып ҡуйған,

  Нисек кенә өлгөргән?

(Мәүлиханова Аделина, 5 а класс уҡыусыһы)

                        Бөйөк шәхес (ҡобайыр)                                                                                    http://bashgolos.ru/uploads/posts/2013-05/1367822127_1939.jpg

Бар донъяға билдәле

Арҙаҡлы башҡорт улы,

Зәки Вәлиди Туған.

Бөйөк ғалим һәм тарихсы

Башҡортостанда тыуған.

 Башҡорт дәүләтселегенә

 Нигеҙ һалған Вәлиди.

Уның ғилми хеҙмәттәре

Күп илдәрҙә билдәле.

“Башҡорттарҙың тарихы”,

“Хәтирәләр”  китабы

Халҡыбыҙ тарихына

Ғилми ижад мираҫы.

Зәки Вәлиди Туғанды

Алыҫ-алыҫ ерҙәргә

Яҙмыш алып ташлаған.

Ләкин ул бирешмәгән,

Илем, халҡым, телем тиеп,

Янып-көйөп йәшәгән.

Оло шәхес, олуғ ғалим

Булдың һин, Әхмәтзәки.

Ныҡышмалы хеҙмәттәрең,

Фиҙәҡәр эшмәкәрлегең

Өсөн халҡың баш эйә.    

(Абдрафиҡова Илүзә, 7 класс уҡыусыһы)

                   

               

                                   Ҡырмыҫҡаhttp://www.playcast.ru/uploads/2015/09/08/14994102.jpg

                                      (мәҫәл)                                                                     

1.Мәҙәк итеп ҡарап торҙом

Кескәй генә ҡырмыҫҡаға:

Йөк күтәреп сығып бара

Азиянан Европаға.

2.Ҡырмыҫҡанан да уңғанды

Табып булмай донъяла:

Күпме көс-ҡеүәт түгә ул

Иртә таңдан төнгәсә.

3.Үҙенән дә ауыр йөктө

Ташый ул иләүенә.

Ал-ял белмәй эшләй ул,

Йәшәү ауыр бирелә.

4.Ҡырмыҫҡаның эшләгәнен

Ҡуңыҙ ситтән күҙәтте.

Бар табышын ҡырмыҫҡаның

Үҙенә үҙләштерҙе.

5.Тормошта ла булғылай

Ошоға оҡшаш хәлдәр.

Бәғзе эшләп көн күрә,

Эшләмәй ашай кемдер.

(Ханнанова Регина, 9 класс уҡыусыһы)

Адбрафиҡова Илүзә, 6 класс уҡыусыһы

“Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәтенең тел үҙенсәлектәре” темаһына ижади проект эше

Теманың актуаллеге.  Тормош күренештәренең образлы һәм аныҡ кәүҙәләнеше уҡыусыла эстетик зауыҡ уята. Тимәк, һүрәтләү саралары әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итә. Һәр һүҙ, һәр һүҙбәйләнеш әҫәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

 Был тикшереү эшенең маҡсаты – З.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”хикәйәтендә һүрәтләү сараларының бирелешен тикшереү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге тәғәйен бурыстар ҡуйылды:

  1. Темаға ярашлы ғилми һәм нәфис әҙәбиәт менән танышыу;
  1. З.Биишева хикәйәтендә ҡулланылған сағыштырыуҙарҙың, йәнләндереүҙәрҙең  ролен билдәләү;
  2. Әҫәрҙә бирелгән метафора һәм метонимияларҙың әһәмиәтен күрһәтеү;
  3.  Хикәйәттә синонимдарҙың, антонимдарҙың, антитезаларҙың ҡулланылышын анализлау;
  4. Мәҡәл, әйтем, фразеологик берәмектәрҙең сағылышын ҡарау;
  5. Йомғаҡлау.

Тикшереү эшенең объекты  итеп З.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәте алынды.

      Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тиҫтә йыл эсендә шиғырҙар, поэмалар ҙа, хикәйә, повесть, романдар ҙа ижад итте.

      Ул ижад иткән әҫәрҙәрҙең теле айырыуса үҙенсәлекле. Бөтәһенән элек шуны билдәләү зарур: З.Биишева фольклорҙы, халыҡтың йәнле һөйләү телен бик һәйбәт белә, әҫәрҙәр ижад иткәндә башҡорт теленең бөтә һүҙ байлығы менән оҫта эш итә.

     “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәте һүрәтләү сараларына бик бай. Улар аша беҙ яҙыусы ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инә алабыҙ. Хикәйәттең һәр бер юлында тиерлек, сағыштырыу, метафора, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларына тап булырға мөмкин. Һүрәтләү саралары –әҫәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ иткән, әҫәрҙе образлы күҙаллауға ярҙам иткән алымдар ул. Мәҡәлдәр, фразеологизмдар, әйтемдәр ҙә йыш осрай хикәйәттә. Улар барыһы ла уҡыусы күңеленә үтеп инерлек кимәлдә бик оҫта ҡулланылған.

Сағыштырыу – телдең иң ябай һәм киң таралған һүрәтләү алымы. Күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшаш  һыҙаттары буйынса йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә сағыштырыу тиҙәр. Сағыштырыу теге йәки был күренешкә яҙыусы бирергә теләгән мәғәнә нескәлеген өҫтәй. Нескә хисле күҙәтеүсән әҙибә тәбиғәтте айырыуса оҫта һүрәтләй.  Мәҫәлән: “ Диңгеҙ өҫтө, ҡараһыу күк төҫкә инеп, ҡыҙҙырылған таба шикелле, ипкен бәреп ята...   Алыҫта, офоҡ һыҙығында сигелгән  бәйге һөлгөләре шикелле, ҡыҙғылт һары болоттар хәрәкәтһеҙ аҫылынып тора. ..  Бына иҫ киткес ҙур ут шарына әйләнгән ҡояшты ашыҡмай ғына диңгеҙ  йотто...”.

      Һөйләгәндә һәм яҙғанда тасуир ителгән нәмәләрҙе тыңлаусыға йәки уҡыусыға асығыраҡ аңлатыуөсөн сағыштырыуҙар киң ҡулланыла.Кешеләр бер әйберҙе икенсеһенә сағыштырып, уларҙың сифатын һәм әһәмиәтен билдәләй, бер кешене икенсеһе менән сағыштырып, уның холҡон, холоҡ-фиғелен баһалай.

       З.Биишева үҙенең хикәйәтендә Буранша менән Ирьегет образдарын сағыштырып һүрәтләй һәм шул рәүешле уларҙың характер һыҙаттарын сағыуыраҡ итеп асып бирә: “Минең Бураншам шундай һирәк осрай торғандарҙың береһе ине. Кеше булып йәшәне. Кеше булып үлде. Ә Ирьегет? Тфү! … Бөтә ышанысты, бөтә хөрриәтте аяҡ аҫтына һалып тапаны. Ҡурҡаҡлыҡтан хыянатсылыҡҡа, мәкерлеккә хәтле тәгәрәп төштө”.   Геройҙарҙы  сағыштырып, уҡыусылар уларға баһа бирергә өйрәнә.

      Яҙыусы әҫәрендә оҡшатыу-сағыштырыуҙың синтетик формаһын да, аналитик төрөн дә ҡуллана: кеүек, һымаҡ, шикелле һүҙҙәре ярҙамында, шулай уҡ  -дай/-дәй,  -лай/-ләй, -тай/-тәй аффикстары менән белдерелгәндәре лә йыш осрай. Мәҫәлән: “16 йәшендә,  атаһы  кеүек  диңгеҙҙә балыҡтай йөҙә, ерҙә болондай йүгерә, алыҫтан  ыласындай  осҡор күрә  торған егет булып  етеште”.

Йәнләндереү - әйберҙәрҙең үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән троптарҙың береһе. Йәнләндереүҙә автор тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсерә. Был хикәйәтте уҡығанда йәнләндереүгә бик күп миҫалдар осраны: “Ай менән Ҡояш алмаш-тилмәш уның баш осонда баҫып торған... Уның артынса уҡ, ҡанатлы арғымағына атланып, Ел-Дауыл килеп еткән...  Диңгеҙ тәрән йоҡоһонан тамам уянып, күҙен асҡан...”.

Метафоралар (грекса metaphora) – күсереү тигән һүҙ, ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшашлығы булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү.

Метафора – шул уҡ сағыштырыу, ләкин ҡыҫҡартылған йәки йәшерен сағыштырыу, сағыштырыуҙа ике һүҙ булһа, метафорала бер генә һүҙ, - шул уҡ бер һүҙ оҡшаш күренеште лә, исеме шул бер һүҙгә күсерелгән әйберҙе лә белдерә : алтын суҡтар, ҡайнар нурҙар, зөбәржәт нур, яҡты өмөт, аҡыллы ҡарашлы, зөбәржәт диңгеҙ, боҙ энәләр, турғай күҙле, ҡанлы йәш, татлы йоҡо...

Метонимия грек телендә metonumia—«исем алмаштырыу» һүҙенән килә. Бер предмет, күренеш мәғәнәһе менән уға тығыҙ бәйләнгән икенсе бер предмет исеме ярҙамында белдерелә. Метонимия метафоранан айырмалы рәүештә, әйберҙәрҙең, күренештәрҙең оҡшашлығына түгел, ә уларҙың бер-береһенә ҡарата булған мәғәнәүи мөнәсәбәтенә нигеҙләнә: “Зөлхизәне оҙатыр өсөн, яр буйына бөтә ауыл йыйылды.”

З.Биишеваның һүҙ оҫтаһы булыуын ул ҡулланған синонимдарҙа ла күрәбеҙ: “Оло диңгеҙ, берсә күк арғымаҡ булып, ел-дауыл менән ярышты, берсә мең башлы аждаһа  булып шаулай-үкерә ярҙарҙан ашып сыҡты, берсә зәңгәр сәңгелдәктә тирбәлә-сайҡала наҙлы серен дауам итте”... Автор ике йәки бер нисә синонимды йәнәш ҡуйып, предметтың, күрнештең һәм хәл-ваҡиғаларҙың биҙәген, үҙенсәлеген тағы ла асығыраҡ һүрәтләүгә ирешә.

     Художестволы әҫәрҙә текстың  эмоциональ көсөн арттырыуҙа, фекерҙе теүәлерәк белдереүҙә антонимдарҙың да роле ҙур. З.Биишеваның хикәйәтендә антонимдар ҡапма-ҡаршы контраст төшөнсәләрҙе сағылдыра: “Ҡоласы ни хәтле киң булһа ла, күкрәге тар, күрәһең, был диңгеҙҙең?!...Эйе, ҡайғы менән шатлыҡ һымаҡ мәңгелек, яҙ кеүек дәртле, умырзая шикелле  йәш, саф йыр...  Унан башҡа тыуыу ҙа, үлеү ҙә, хатта Зөлхизәнең үҙе лә юҡ...”

     Хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе тағы ла ҡабартып, көсәйтеп күрһәтеү өсөн автор антитеза алымын ҡулланған: “Ә Юламан ҡарт бала Аҙнағолдо, элек, ун йәшенә хәтле, бында йәшәгән Аҙнағолдо,  ярата ине. Ә хәҙер бына егет Аҙнағолдо тәү тапҡыр күреүҙә үк йәне һөймәне. Улай ғына ла түгел, бөтөнләй күралманы.”

    Мәғәнә тәрәнлегенә ирешеү маҡсатында яҙыусы әйтем һәм мәҡәлдәрҙе  күп ҡуллана: “Кешенең байлығы бергә  артҡанда, ҡомһоҙлоғо бишкә арта”, “Мең йыл тынып-тонсоғоп йәшәгәнсе, бер көн янып-ярһып, урғып-ҡайнап йәшәү артыҡ”, “Сыҡмаған дауылды көтөп ятып булмаҫ” , “Енәйәткә лә бер генә аҙым шул”, “Алма  ағасынан  алыҫ  төшмәй”, “Бер уйлау, ике һөйләү”, “Түҙгәнгә- түш тейер”.

     Персонаждар һәм автор теленең  фразеологизмдарға  бай  булыуы  образлылыҡты көсәйтә, характерҙы тулыраҡ аса, әҙәби һөйләү телен халыҡсан итә: “Ете диңгеҙ кисергә әҙер тора”,  “Ә балыҡтан кәмәнең биле һығылыр ине”, “Ә күҙ асып йомған арала бөтәһе лә юҡҡа сыҡҡанын тоймай ҙа ҡалынды”, “Һин, Юламан ағай, минең балаларға ла күҙ-ҡолаҡ булырһың”.

Йомғаҡлау

       Һүрәтләү сараларына бик бай З.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәте. Улар аша беҙ яҙыусы ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инә алабыҙ. Һәр юлында тиерлек,  теоретик сағыштырыу, метафора, йәнләндереү кеүек һүрәтләү сараларына тап булырға мөмкин. Улар  яҙыусының  хыял байлығы тураһында һөйләй.Әҫәрҙәге сағыштырыуҙар күренештәрҙе күҙ алдына сағыуыраҡ һынландырырға, йәнләндереүҙәр абстракт төшөнсәләрҙе нығыраҡ күрергә, метонимиялар һүҙҙәрҙең айышына тиҙерәк төшөнөргә ярҙам итә. Башҡа экспрессив һүрәтләү саралары хикәйәтте биҙәп бөтөн йомғаҡ барлыҡҡа килтерә.

Һүрәтләү саралары – әҫәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ иткән, уны образлы күҙаллауға ярҙам иткән алымдар ул. Улар барыһы ла уҡыусы күңеленә үтеп инерлек һәм көслө тәьҫир итерлек кимәлдә бик оҫта ҡулланылған.Урынлы ҡулланылған  һүрәтләү саралары яҙыусының  телгә шул тиклем маһир булыуын күрһәтә. Ул һүрәтләнә торған күренештең төрлө биҙәктәрен тулы итеп сағылдырыу өсөн һүҙҙәрҙе оҫта һайлай. Уңышлы һайланған саралар әҙәбиәттең тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирә.Улар уҡыусының аң-зиһененә түгел, ә хис-тойғоларына тәьҫир итә. Тотошлайы менән уның күңелен арбау ҡеүәһенә эйә.

Ғөмүмән, лексик һүрәтләү саралары – З.Биишева ижадына көс, эске энергия биреүсе ижад сығанағы. Донъяның гүзәллеген, уның иҫ киткес ғәжәйеп һығылмалы, күп ҡырлы булыуын авторҙың геройҙары төрлө биҙәктәр балҡышында күрә, тоя һәм ҡабул итә. Улар авторҙы һүҙ эҙләп яфаланыуҙан ҡотҡара.

Яҙыусы, ижадында төрлө һүрәтләү сараларын файҙаланып, уҡыусыларға донъялыҡтағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы итеп асып бирә. Был уның тел ғилемендәге үҙенә генә хас, матур ысулы. З.Биишева хикәйәтендә  ҡулланылған антонимдар авторҙың образлы телмәрен булдыра, әҫәрҙең  биҙәлешен, тел байлығын тулыландырып килә.

Шулай итеп, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәренең теле бай , стиле шыма. Әҙибә тәрән идеялы, юғары художестволы әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй, әҙәби телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

Йомғаҡлап шуны әйтке килә: З.Биишева  ижады йәшәй, уны уҡыйҙар, өйрәнәләр, уның менән ҡыҙыҡһыналар. Тимәк, З.Биишева ла  йәшәй һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. З.Биишева. Дуҫ булайыҡ/ төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. – Өфө: Китап,  2008.
  2. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Өфө: Китап. 2003.
  3. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. -Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2003.
  4. Актуальные проблемы современной филологии и журналистики: Сборник материалов межвузовской научно-практической конференции студентов и аспирантов, 23 апреля 2008 г. /Отв. Ред. М.В.Зайнуллин. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2008.



Предварительный просмотр:

Ҡыҙыҡ хәлдәр – ҡыҙыҡ мәлдәр...(уҡыусыларҙың иншаларынан)

Кәкүк күкендәй, тейен ырғындай.

Минең әсәйем бик аҡыллы бисә.

Беҙҙең райондың исеме Хайбуллин  районы.

Шулай итеп, мин 5 класта йәшәйем.

Дуҫымдың күҙенең берәүһе йәшел төҫтә, икенсеһе – зәңгәрһел, характеры – йәмле.

Беҙ Даша менән күңелле йәшәйбеҙ: саңғы менән йөрөйбөҙ һәм сана менән төшәбеҙ.

Йөҙ һум бармы, йөҙ дуҫтар бар.

Сәстәре оҙон, ҡара, ҡара ҡарға кеүек;  күҙҙәре йәшел, үлән кеүек; тауышы бик тә матур, һандуғас кеүек.

Уның ҡустығы мәктәптә уҡый.

Дуҫлыҡ темаһына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы М.Кәрим әҫәрҙәр яҙған: “Беҙҙең өйҙөң йәме” романы, “Кендек” әҫәре.

Сауҙагәр – ул   саунала эшләүсе кеше.



Предварительный просмотр:

9  класс  уҡыусыһы  Ханнанова  Регинаның  шәжәрәһе

http://unpictures.ru/images/1565329_sun-vector.jpg

             

          Гөбәйҙулла

                                     

     Ниғәмәт          Фәйзулла

                                       

                    Фидан         Миндехәже 

                                                        ↓

                                          Миндехужа

                                                       

                                              Марат

                                                ↓      

                              Ринат    Фират      Ришат         

                                                                

               Илгиз       Нияз  Фаяз     Альберт  РЕГИНА