Шәжәрә / Родословная

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Уҡыусыларҙың эштәре

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл "Минең шәжәрәм"(Исҡужина Зилиә).18.32 КБ

Предварительный просмотр:

Шәжәрәлә – ғаиләм тарихы

  1. Башҡортостан – илем минең,

Баймаҡ булыр районым.

Йәмле Һаҡмар буйҙарында

Темәстә мин тыуҙым.

  1. Ырыуым минең Бөрйән,

Ҡарсыға булыр ҡошом,

Ҡарағас минең ағас,

Ә Яуымбай – тамғам.

  1. Шәжәрә – ғаилә тарихын,

Тамырын сағылдырған.

Дәүләтбирҙе тоҡомдо

Башлап ебәреүсе булған.

  1. Бейеүсеһе, ҡурайсы,

Сәсәне, йырсылары,

Эскадрон командиры

Тоҡомомдо данлаусы.

  1. Мәшһүр ҡурайсы –

Исҡужин Әҙеһәм.

Күренекле шәхес

Бар донъяға билдәле.

  1. Фольклорсы һәм журналист

Ғәйнетдинов Юлай.

Халыҡ артисы, ҡурайсы,

Илебеҙҙе ул данлай.

  1. Ғаиләм минең – ғәлғәм минең,

Һеҙ минең таянысым.

Ауыр саҡта эргәмдә гел,

Һеҙ минең йыуанысым.

  1. Ғаилә башлығы – атайым

Ауыл имам хатибы.

Беҙҙе гелән ҡурсалай

Уның ҡылған доғаһы.

  1. Әсәйем – ғаилә тотҡаһы,

Алсаҡ, мөләйем, эшсән.

Уның кеүек яҡшы табип

Булырға хыялланам.

  1. Зиннур ағайым – талип,

Минең өсөн өлгө ул,

Спорт менән шөғөлләнә,

Һәр бер эшкә өлгөрә.

  1. Тоҡомобоҙ ишәйһен,

Дуҫ-татыу йәшәйек беҙ.

Хоҙай беҙгә һаулыҡты

Һис кенә йәлләмәһен!

Исҡужина Зилиә,Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге

республика гимназия-интернатының

9б класс уҡыусыһы