Аудиотекстар /Аудиотексты

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Башҡорт (дәүләт) теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн аудиояҙмалар һәм текстар / Аудиозаписи и тексты для подготовки к олимпиаде по башкирскому (государственному) языку

Скачать:

Предварительный просмотр:

Гүзәл Өфөм - баш ҡалам.

     Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул тау башында тора. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡоя.

     Өфө — ҙур һәм матур ҡала. Өфөлә парктар бар. Унда кешеләр ял итәләр. Кинотеатрҙарҙа төрлө кинофильмдар була. Театрҙарҙа кешеләр спектаклдәр ҡарайҙар. Баш ҡалала бейек йорттар, һәйкәлдәр ҙә бар.

   Өфөлә мәктәптәр, училищелар, техникумдар, институттар бик күп. Унда уҡыусылар һәм студенттар белем алалар. Беҙ Өфөгә экскурсияға барҙыҡ. Баш ҡалабыҙ  Өфө беҙгә бик оҡшаны.

Предварительный просмотр:

Мәктәп ашханаһы

Беҙҙең мәктәп ашханаһында бик тәмле ашаталар. Һәр көн төрлө ризыҡ бирәләр: дүшәмбе көн - котлет менән макарон, шишәмбе - ҡарабойҙай менән гуляш, шаршамбы - дөгө менән тауыҡ, кесаҙна - картуф менән балыҡ, йома көндө - туҡмаслы аш. Йәшелсә салаттарын һайлап алырға була.

Ашханала буфет та эшләй. Бында тәмле ваҡ бәлештәр һәм бәрәмәстәр, төрлө кәнфиттәр, татлы һуттар һатыла.

Беҙ ашханала ашарға яратабыҙ. Бигерәк тә милли ҡамыр аштары оҡшай. Көн дә ашнаҡсы апайҙарға рәхмәт әйтәбеҙ.

Предварительный просмотр:

Беҙҙең мәктәп

Минең исемем – Айнур, фамилиям -  Сөләймәнов. Мин 9-сы класс уҡыусыһы. Өфө ҡалаһының утыҙ бишенсе мәктәбендә уҡыйым. Беҙҙең мәктәп яңы, өс ҡатлы. Беренсе ҡатта гардероб, ашхана, китапхана, спорт залы урынлашҡан. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа - уҡыу бүлмәләре. Беҙҙең класс бүлмәһе икенсе ҡатта. Класс етәксебеҙ Клара Ғәли ҡыҙы. Беҙҙең мәктәптә ике мең уҡыусы уҡый. Дәрестәр иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө икегә тиклем була. Төштән һуң төрлө түңәрәктәр, секциялар эшләй. Миңә биология, тарих һәм башҡорт теле дәрестәре оҡшай. “Волейбол” секцияһына  ла йөрөйөм. Команда менән һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ.