Презентациялар / Презентации

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

I туҡталыш - К өньяҡ автовокзал Южный автовокзал Һүҙлек диктанты

Слайд 2

1.Урал тауҙары, 2.Ағиҙел йылғаһы, 3.күл, 4.урман, 5.халыҡ, 6.урам, 7.ҡала, 8.ауыл, 9.ҡояш, 10.сәскә, 11.һаумы, 12.мәктәп.

Слайд 3

II туҡталыш – Матбуғат йорто Дом печати Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын тап

Слайд 4

Тыуған ил- 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ Сит илдә солтан булғансы 100 дуҫың булһын Егет кешегә алтын бишек 100 һум аҡсаң булғансы, үҙ илеңдә олтан бул

Слайд 5

III туҡталыш – Үҙәк баҙар Центральный рынок Ҡоштарҙың тәржемәһен тап

Слайд 6

Һандуғас сорока Ҡарлуғас скворец Ҡара ҡарға голубь Һайыҫҡан соловей Сыйырсыҡ грач Күгәрсен ласточка

Слайд 7

IV туҡталыш – Ҡаруанһарай Гостиный двор Тест

Слайд 8

Тест 1 . Сифат предметтың нимәһен белдерә ? а) хәрәкәтен б) билдәһен в) маҡсатын. 2. Сифаттың ниндәй дәрәжәһе булмай ? а) сағыштырыу б) кәмһетеү в) артыҡлыҡ г) аҙһытыу.

Слайд 9

3. Фиолетовый тигән төҫ нисек тәржемә ителә ? а) көрән б) ҡыҙыл-зәңгәр в) шәмәхә.

Слайд 10

V туҡталыш – Телеүҙәк (Телецентр)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мифтахетдин А ҡмулла ( 1831-1895 ) - күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе.

Слайд 2

Төнө генә түгел, көндәре лә Ҡара булған саҡта халыҡтың, Эҙләгәнһең наҙанлыҡты йырып, Ҡайҙа икәнлеген хаҡлыҡтың. Н. Яруллин

Слайд 3

Аҡмулла Тыуған яғы-Миәкә р-ны Туҡһанбай ауылы 1831 йыл Ата -әсәһе Камалетдин Ишҡужа улы Бибиөммөлгөсөм Сәлимйән ҡыҙы

Слайд 5

Аҡмулла Белемгә юл Туҡһанбай ауылында Мәнәүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләре Стәрлебаш мәҙрәсәһе Троицкиҙағы Рәсүлиә мәҙрәсәһе

Слайд 6

А ҡыллы ҡ ыйыу м әрхәмәтле у ҡымышлы л айыҡлы л идер а лсаҡ

Слайд 7

Нинд әй кеше ул ? М. А ҡмулла Белемле, уҡымышлы Тура һүҙле Ҡыйыу фекерле Үткер телле Ғәҙел Көслө рухлы

Слайд 8

Аҡмулла Ижад емештәре Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! Нәсихәттәр Аттың ниһен маҡтайһың?

Слайд 9

Аҡмулла Исеме йөрәктәрҙә М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды Тыуған ауылында музей асылды Һәйкәл Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Миәстә Аҡмулла урамдары бар Йыл һайын Аҡмулла көндәре үткәрелә Башҡорт дәүләт педагогия университетына М. Аҡмулла исеме бирелде

Слайд 10

2008 й. 8 октябренд ә Аҡмуллаға һәйкәл төҙөлә

Слайд 11

М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаттары Рәшит Шәкүр - шағир; Розалия Солтангәрәева - сәсән; Ғәзим Шафиҡов - яҙыусы; Заһир Исмәғилев - композитор; Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова) - “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәрире; Яныбай Хамматов - яҙыусы.

Слайд 12

Аҡмулла шишмәһе

Слайд 13

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Һәҙиә Дәүләтшина (1905-1954) Һәҙиә Дәүләтши-наның «Ы рғыҙ » романын белмәй тороп , башҡорт халҡының ысын-барлығын аңл ау мөмкин түгел. Леонид Соболев, яҙыусы

Слайд 2

Һ.Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Оло Чернигов районының Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда 14 йәшлек Һәҙиәне Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. 1922 йылда ире, Ғ.Дәүләтшин (күренекле яҙыусы) менән мәскәүгә китә. 1924-25 й.й. педагогия институты рабфагында уҡый. Уның тәүге әҫәрҙәре («Һылыуҡай - пионерка» хикәйәһе, «Айбикә» повесы ) баҫыла башлай.

Слайд 3

Һәҙиә әсәһе һәм туғандары менән

Слайд 4

Һәҙиә Дәүләтшина педтехникум студенткаһы. (1921)

Слайд 5

Һә ҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар. 1923

Слайд 6

Һәҙиә Дәүләтшина улы Булат менән

Слайд 7

1933 йылда Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы гәзите редакцияһында эшләй

Слайд 8

1937 йылда Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы тип ғәйепләп, ҡулға алалар һәм 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр. 1942-52 й.й. «Ырғыҙ» романының бер нисә вариантын яҙа. 1954 й. 5 дек. Бөрө ҡалаһында вафат була. 1957 й. «Ырғыҙ» романы, Рәшит Ниғмәти тарафынан әҙерләнеп, китап булып баҫылып сыға. 1967 й. Һ.Дәүләтшинаға С.Юлаев исемендәге премия бирелә.

Слайд 9

Ял ваҡытында

Слайд 10

Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Фәйзи Бикбов(1932

Слайд 11

Һәҙиә дуҫы Фатима менән

Слайд 12

Бөрө ҡалаһында Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡуйылған һәйкәл (1973 йыл) . Ғүмәр Дәүләтшин эше.

Слайд 13

Имел ревкомы рәйесе Зөлҡәрнәй Ишмурзин 1919 йылда аҡ казак-тар тарафынан үлте-релгән. Ул – « Ырғыҙ » романы прототиптарының береһе .


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

1 Ғ.Сәләм(1911-39) – баш ҡорт шағиры, журналист, ғилми хеҙмәткәр « Ғәлимов Сәләм – беҙҙең шиғриәтебеҙҙең шоңҡары. Ул яулаған бейеклектәр, ул ынтылған киңлектәр әле күптәрҙе рухландырыр ». Б.Бикбай

Слайд 2

2

Слайд 3

3 Шағирҙың аҡҡош йыры : иң күренекле, иң ҙур күләмле һәм иң һуңғы әҫәре. Идеяһы: Тыуған ил, ғаилә, бала, мөхәббәт, дуҫлыҡ кеүек мәңгелек әхләҡи принциптарҙы - идеяларҙы раҫлау. Темаһы: Автор үҙенең геройҙары Сәйҙел менән Зәйнәптең йәмғиәткә хеҙмәт итеүен, уларҙың ғаилә тормошон һәм балаға булған мөнәсәбәтен һүрәтләү. Ғ.Сәләм “Бала” (поэма, 1939)

Слайд 4

4 Һүҙлек һүҙҙәре Әхлаҡ - этика әхләҡи - этический йәмғиәт - общество мөнәсәбәт - отношение мәңгелек ҡиммәттәр - вечные ценности

Слайд 5

5 Поэманы ң сюжеты Төйөнләнеү: Автор ү ҙ енең геройҙары Зәйнәп, Сәйҙел менән таныштыра Экспозиция: Я ҙ етә, бөтә тәбиғәт сәскә ата Ва ҡ иғалар үҫеше: Зәйнәптең практикаға китеүе, Сәй ҙ елдең оҙатып ҡалыуы, Әршиттең осрауы, Зәйнәптең хаты, телеграмма, бала ғүмере тураһында бәхәстәр… Кульмина-ция: Сәй ҙ елдең Зәйнәпте ташлап сығып китеүе Сиселеш: Автор ҙ ың үҙ геройы Сәйҙел менән осрашыуы

Слайд 6

6 Поэмала бирелгән проблемалар Тыу ған илгә хеҙмәт итеү. Ғаилә ҡороу. Бала тәрбиәләү. Баланың ғаиләләге, кешелек йәмғиәтендәге роле. Мещанлыҡ философияһы – әршитлектең тормошта осрауы.

Слайд 7

7 Поэманың образдар системаһы Әршит- обыватель Зәйнәп - буласаҡ табип, Сәйҙел – төҙөүсе инженер Нәзирә- яңғыҙ әсә Вәлишин-уҡытыусы, өс бала атаһы Лирик герой – автор

Слайд 8

8 Поэманың художестволы үҙенсәлектәре Сюжеты, композицион ҡоролошо үҙенсәлекле. Новеллизм – сюжетының өҙөлөп тороуы. Автор – лирик герой - үҙе поэмала ҡатнаша, геройҙар менән бергә йәшәй, улар менән һөйләшә. Лирик сигенеүҙәр хас. Диалогтар, монологтар. Риторик һорауҙар, риторик өндәүҙәр, Төрлө һүрәтләү саралары (эпитеттар, метафоралар, метонимиялар һб)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Назар Нәжми Башҡортостандың халыҡ шағиры

Слайд 2

1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуған.

Слайд 3

Миңеште ауылы

Слайд 4

1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта.

Слайд 6

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Слайд 7

Назар Нәжми 1947-1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. 1955 -1959 йылдарҙа ул - “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, 1962 -1969 йылдарҙа - Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Слайд 11

Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай.

Слайд 13

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Окопта уйҙар”, “Землянкала”, “Иҫән ҡайтһам“, “Танкист”, “Фронтта төн” һәм башҡа шиғырҙарын яҙа.

Слайд 14

1950 йылда Назар Нәжмиҙең “Тамсылар” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан “Тулҡындар”, “Көтөлмәгән ямғыр”, “Ер һәм йыр” тигән китаптарында шағир хеҙмәт һәм тыныслыҡ темаһына күсеүенә ҡарамаҫтан, һаман да һуғыш күренештәрен онотмай.

Слайд 16

Шағирҙың “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” тигән поэмалары киң билдәлелек ала. 60-70-се йылдарҙа яҙылған “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Урал” исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Слайд 18

Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләй: “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Егет егетлеген итә”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, “Ҡыңғыраулы дуға”, “Әтәмбәй” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған.

Слайд 19

Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар Ағастар (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Ағиҙелдә аҡ туман (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Ағиҙел аша (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Аҡ бабай йыры (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Аҡ сәскә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Аҡ шишмә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Атай йорто (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Бар әле , бар (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Батырҙар йыры (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Беҙ үтәбеҙ көҙгө һуҡмаҡтарҙан (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Беҙҙең ауыл (Н. Нәжми һүҙҙәре . М. Валеев музыкаһы ) Беҙҙең автономия (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Ғәзизов музыкаһы ) Бер йылы һүҙ әйталманым кәүәк (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы Бер ғүмер етмәй икән (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы Бөтәһе лә һуңлап килде миңә … (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Гүзәлгә йыр (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Ғәзизов музыкаһы ) Дуҫлык , дуҫлык … (« Гармунсы дуҫ » спектакленән . Н. Нәжми һүҙҙәре . Х. Әхмәтов музыкаһы ) Дүртөйлөм ( Дүртөйлө тарафтары ) (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Ике йылға (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Исеме Зифа икән (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Йөрәктән булһа … (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Кандаулы тау (Н. Нәжми һүҙҙәре . М. Морҙаханов музыкаһы ) Киске Ағиҙел (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы )

Слайд 20

Тауҙар йыры (« Яҙғы йыр » пьесаһынан . Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Туған моңдар (Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Тыуған ҡалама (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Тыуған яғыма (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Уралым сәскәһе — Башкортостан (Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Уттар , минуттар … (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Үҙебеҙ өсөн генә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Үкенерлек түгел (« Күршеләргә ҡунаҡ килгән » пьесаһынан . Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Үткәнгә бит кире кайтып булмай … (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Үтте был матур көн (Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Фонтан янында (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Һин ғүмер ағыштарым ( Кышкы романс) (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һин минең иң матур йырым … (Н. Нәжми һүҙҙәре . А. Кубагушев музыкаһы ) Һинең ниндәй улыңмын мин (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел (Н. Нәжми һүҙҙәре . Х. Әхмәтов музыкаһы ) Һиндостан ҡыҙына (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һиңә барам (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һиңә тағы мин бер киләм әле (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйгәнемә сәләм әйтергеҙ (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Һөймәһәң , һөйкәлмә ! (Н. Нәжми һүҙҙәре . М. Яғафаров музыкаһы ) Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйөү минуттары (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйһә лә , һөймәһә лә (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Һуңғы йырым (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Һыу һибегеҙ гөлдәргә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Шулай булһын ғүмергә (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы )

Слайд 21

Уралым сәскәһе — Башкортостан (Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Уттар , минуттар … (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Үҙебеҙ өсөн генә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Үкенерлек түгел (« Күршеләргә ҡунаҡ килгән » пьесаһынан . Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Үткәнгә бит кире кайтып булмай … (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Үтте был матур көн (Н. Нәжми һүҙҙәре . Ш. Кульбарисов музыкаһы ) Фонтан янында (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Һин ғүмер ағыштарым ( Кышкы романс) (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һин минең иң матур йырым … (Н. Нәжми һүҙҙәре . А. Кубагушев музыкаһы ) Һинең ниндәй улыңмын мин (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел (Н. Нәжми һүҙҙәре . Х. Әхмәтов музыкаһы ) Һиндостан ҡыҙына (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һиңә барам (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һиңә тағы мин бер киләм әле (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйгәнемә сәләм әйтергеҙ (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Һөймәһәң , һөйкәлмә ! (Н. Нәжми һүҙҙәре . М. Яғафаров музыкаһы ) Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйөү минуттары (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Һөйһә лә , һөймәһә лә (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ); Сөйсә дә , сөймәсә дә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Б. Гайсин музыкаһы ) Һуңғы йырым (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы )

Слайд 22

Һыу һибегеҙ гөлдәргә (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Шулай булһын ғүмергә (Н. Нәжми һүҙҙәре . З. Исмәғилев музыкаһы ) Шулдыр индә мөххәббәт (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Сабитов музыкаһы ) Эй тыуған ер, тыуған ер (Н. Нәжми һүҙҙәре . Н. Дауытов музыкаһы ) Әтиемә (Н. Нәжми һүҙҙәре . В. Галимов музыкаһы ) Юҡҡа түгел , юҡҡа түгелдер (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы ) Яҙғы урман (Н. Нәжми һүҙҙәре . Х. Әхмәтов музыкаһы ) Япраҡтар бит ҡойолмаған (Н. Нәжми һүҙҙәре . В. Гәлимов музыкаһы ) Ярай әле ерҙә һағыныу бар (Н. Нәжми һүҙҙәре . Р. Хәсәнов музыкаһы )

Слайд 23

Миңештелә шағирҙың Йорт-музейы

Слайд 24

Мемориаль комплекс

Слайд 25

Дүртөйлө ҡалаһында һӘйкӘл ҡуйылған

Слайд 26

Дүртөйлө ҡалаһындағы Башҡорт гимназияһы шағир исемен йөрөтә

Слайд 27

Мемориаль таҡта

Слайд 28

Гимназияла класс-музей булдырылған

Слайд 29

Дүртөйлө ҡалаһындағы урамдарҙың береһе Назар Нәжми исемен йөрөтә

Слайд 30

Дүртөйлө ҡалаһында Н.Нәжми скверы

Слайд 31

17 декабрҙең 1998 йылдағы Дүртөйлө ҡала Советы Президиумы ҡарары менән Назар Нәжми исемендәге район премияһы булдырылған ПРЕЗИДИУМ ДЮРТЮЛИНСКОГО ГОРОДСКОГО СОВЕТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПОСТАНОВЛЕНИЕ от 17 декабря 1998 г. N 11/8 ОБ УЧРЕЖДЕНИИ РАЙОННОЙ ПРЕМИИ ИМ. НАЗАРА НАДЖМИ Руководствуясь ст. 13 Закона Республики Башкортостан "О местном государственном управлении в Республике Башкортостан" и Законом "О культуре" Республики Башкортостан, Президиум Дюртюлинского городского Совета постановляет: 1. Учредить одну районную премию им. Назара Наджми в сумме 1 (одна) тысяча рублей из внебюджетного фонда с ежегодной индексацией. 2. Утвердить Положение о районной премии им. Назара Наджми (приложение N 1). 3. Утвердить состав районной комиссии (приложение N 2). 4. Контроль за выполнением данного Постановления возложить на зам. главы Администрации г. Дюртюли и Дюртюлинского района Сиразова Р.Н. Председатель городского Совета Р.ДАВЛЕТОВ

Слайд 32

Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаттары Ҡәҙим Аралбай Ирек Кинйәбулатов

Слайд 33

Автор : Гульфира Байбулатова , кандидат филологических наук, доцент


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Рәми Ғариптовтың тормош юлы һәм ижады (1932 1977)

Слайд 2

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә . Гөлмәрйәм апай һәм Йәғәфәр ағай Ғариповтар

Слайд 3

Рәми Ғарипов туғандары менән: әсәһе , ҡустылары Рауил, Урал һәм Һеңлеһе Мәршиҙә

Слайд 5

1946 йылда Өфөгә килеп , 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә . Фронтта аталары һәләк булған балалар өсөн асылған был мәктәптең интернатында тәрбиәләнә .

Слайд 6

Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса , 1950 йылда Мәскәүгә барып , М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә .

Слайд 8

Рәми Ғарипов 1955 йылдан «Совет Башҡортостаны » гәзитендә эшләй башлай . Унда әҙәби хеҙмәткәр һәм бүлек мөдире вазифаларын башҡара . Бер нисә йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм « Ағиҙел » журналы редакцияһында эшләп ала.

Слайд 9

Ауыр булыр һиңә минең менән… Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ : Һинең менән сабый ҙа булам, Таба ла беләм көлкө һүҙ…

Слайд 10

Шағирҙың ғаиләһе

Слайд 11

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре — 1950 йылда “ Әҙәби Башҡортостан ” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры . Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “ Йүрүҙән ” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды .

Слайд 12

« Йүрүҙән » һәм « Таш сәскә » китаптары поэзиябыҙға ҙур әҙерлекле , үҙенә талапсан һәләтле шағирҙың килеүен хәбәр итте .

Слайд 13

Ул алтмышынсы йылдар башында тыуған яҡтарына эшкә ҡайтты . Был ҡайтыуын шағир үҙе « Йырҙарыма ҡайтам » тип атаны . Ҡайтам ! Ҡайтам ! Йырҙарыма ҡайтам ! Ҡалып тор һин , гүзәл баш ҡалам . Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә , Һин шауларһың минән башҡа ла !

Слайд 14

Рәми Ғариповтың « Һабантурғай йырҙары » (1964) һәм « Осоу » (1966) тигән китаптарына ингән шиғырҙары ауылда эшләү йылдарында яҙылған . Тормош ҡайҙа ла бар, ҡайҙа ла бер , Ҡайнап тора тормош ҡалала . Ләкин миңә ҡыҙыҡ — алғы һыҙыҡ , Ә ул һыҙыҡ бөгөн далала Мин тупраҡтан , ерҙән яралған , ерҙә тыуып үҫеп , ерҙә аунап , ерҙән йыйып йәнем йыр алған !

Слайд 15

Рәми Ғарипов халыҡ ижадының поэтик эпос традицияларына мөрәжәғәт итеп , бер нисә ҡобайыр һәм шиғри хикәйәт яҙҙы . «Урал йөрәге » Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем . Шул йөрәктең ҡан тамыры булып Күкһелләнә Ағиҙелкәйем . Уралҡайым , һинең һәр ташыңа Ҡанлы-данлы тарих яҙылған , Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған !..

Слайд 16

Илкәйенең хөр көндәрен даулап , Ирек , ырыҫ , Хаҡлыҡ хаҡына Сал быуаттар аша сапты , сапты , Сапты һаман ғәзиз халҡына . Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы , Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы , Ҡуй һарыҡтай турай-турай сапты Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы ... Ҡаһым түрә утлы Париждарға Алғасҡыла бәреп кергәндә , Салауаттың һынын олатайҙар Еңеү тыуы итеп күргәндәр . « Салауат батыр» исемле шиғри хикәйәте

Слайд 17

Рәми Ғариповтың Тыуған иле, туған халҡы , туған теле, халыҡ тарихы һәм киләсәге тураһындағы «Урал йөрәге », « Салауат батыр» хикәйәттәре , « Уйҙарым », «Аманат» ҡобайырҙары халыҡса тапҡыр мәғәнәлектәре , эпик ҡоролоуҙары менән иғтибарҙы биләй , шағирҙың фольклор жанрҙарын ижади файҙаланыу оҫталығын күрһәтә .

Слайд 18

Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл !.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә , Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене хурлап , Илем минең етем ителә . Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл !.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә , Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап , Илем минең изге ителә . « Табыныу » Кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел , хеҙмәтсән ғәҙел кешегә , кешелеккә табынырға тейеш . « Табыныу » поэмаһының төп айышы шунда . Алла ла , батша ла , батыр ҙа — Азат итмәҫ бер кем беҙҙе , Бары үҙ ҡулыбыҙ менән беҙ Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе .

Слайд 19

«Дон-Кихот» Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ , Күпме зиһен мәкер-хәйләле . Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп !.. Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ , Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ , Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ , Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге , Ысын тойғо суйын ҡалыпта . Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың Ер тотҡаһы булған халыҡта . Быуаты исеменән шағир « һәр йөрәккә изге ут » яҡҡанда , хаҡлыҡ даулар Дон-Кихоттар булғанда бер саҡ донъяла хаҡлыҡ-ғәҙеллектәр тантана итәсәк , шунһыҙ мөмкин түгел — монологтың төп асылы ошонда .

Слайд 20

«Аманат» Һай , таш булма , таш булма , Аң ғына бул телеңә, Аң булмайса, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә, Бер түңгәк һин илеңә ! Шағир тел яҙмышын ил яҙмышы, халыҡтың ирке менән берлектә, кешенең иң төп таяныстары – ере, күге, уты, һыуы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай, ошо хәөтөҡы хәүефле уйҙарын башҡаларға еткерергә ынтыла. Ҡобайырҙың төп маҡсаты – вайымһыҙлыҡтан уятыу, тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға саҡырыу. Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркең барҙа күркең бар, Ил биҙәргә дәртең бар, Ерең , күгең — икең бар, Утың , һыуың — дүртең бар.

Слайд 21

Башҡорт теле. Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын , Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын . Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен : Бер телдән дә телем кәм түгел - Көслө лә ул , бай ҙа , яғымлы ла , Кәм күрер уны тик кәм күңел . Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле , Унан башҡа минең илем юҡ ; Илен h өймәҫ кенә телен h өймәҫ , Иле юҡтың ғына теле юҡ ! Әсәм теле миңә - сәсән теле , Унан башҡа минең халҡым юҡ , Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ ! Был шиғыры өсөн Рәми Ғариповты Яҙыусылар союзы ағзалығынан сығаралар

Слайд 22

Ул Пушкиндән , Лермомтовтан , Гейненан , Рудакиҙан , Ғүмәр Хәйямдан , Хетагуровтан , Абайҙан , Блоктан , Есениндан , Рәсүл Ғамзатовтан һ . б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте . Бынан тыш Иван Франконың , А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре , Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты . Тәржемәләр Кеше булған кешелә Мең кешенең эше бар. Кеше булмаҫ кешелә Кешенең и эше бар ? Алишер Навои

Слайд 23

Ул уҡыған башҡорт мәктәп интернатына Рәми Ғарипов исеме бирелде.

Слайд 24

Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда уның йорт – музейы асылды.

Слайд 25

1990 йылдың ноябрендә Рәми Ғарипов исемендәге премияһы булдырылған. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары: Х.Назар, М.Бураҡаева, Г.Гиззәтуллина, З.Бураҡаева, 11 синыф уҡыусылары Э.Тулыбаева, Г.Ғәлимова

Слайд 26

Рәми Ғариповтың китаптары.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Рәшит Ниғмәти (1909-59) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, тәржемәсе.

Слайд 2

Тормош юлы 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә . Уға туғыҙ йәш тигәндә әсәһе , икенсе йылда атаһы үлеп , үкһеҙ етем ҡалған . Рәшит йәштән үк балалар йортонда тәрбиәләнә . Ул 1923 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта . 1924 йылда Өфөгә килеп , В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә . Ул ошо мәктәптең бишенсе класын тамамлағас , Мәскәүҙә рабфакта уҡый . 1933—1936 йылдарҙа ул Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас , Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй . 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә . Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп , республика гәзиттәрендә , Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй . 1944 йылдан КПСС ағзаһы ине . 1938 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булды . 1959 йылдың 13 октябрендә Өфөлә үлә .

Слайд 3

ИЖАДЫ Һуғышҡа тиклем : Рәшит Ниғмәтиҙең яҙа башлауы Ленин исемендәге мәктәптә укыған йылдарға тура килә . Ул башта үҙенең шиғырҙарын мәктәптәге журналдарҙа баҫтыра , әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша . Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда « Башҡортостан », « Башҡортостан йәштәре » газеталарында һәм « Яңылыҡ », « Сәсән » журналдарында баҫыла . " Кереш " («Вступление»)(1933) - тәүге шиғырҙар китабы . " Дауылдар тыуҙырған ғүмер ", « Йәмле Ағиҙел буйҙары »( 1939 ) поэмалары . " Мин постамын " (1938), « Украина» шиғырҙары . 2 . Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында : " Үлтер , улым , фашисты!", " Һинең кәләшеңдең хаттары " поэмалары . 3 . Һуғыштан һуң : «Большевик» ,« Һ аҡмар ҡыҙы », " Осҡондан ялҡын ..." поэмалары . « Тыуған илем өсөн », « Әсә һүҙе », « Үс ал, патриот !», « Баҫыуға , туғандар !» шиғырҙары .

Слайд 4

Наградалары Башҡорт совет әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән ҙур ижади хеҙмәттәре өсөн Рәшит Ниғмәти : Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ , Ике тапҡыр "Почет Билдәһе " ордендары менән бүләкләнә . 1959 йылда уға " Башҡортостандың халыҡ шағиры " тигән маҡтаулы исем бирелә .

Слайд 5

Һүҙлек эше: Көнбағыш – семечки, подсолнух; ҡ ашмау – лепестки, т әңкә – монета, б отаҡ – ветка, т ашҡын – паводок, а рыш – рожь, ҡ алпаҡ – головной убор, аяғүрә – стоя, с иләк – ведро, т ирәк – тополь.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Слайд 2

Г үзәл Өфөм - баш ҡалам

Слайд 3

Беренсе ту ҡ талыш- « Мәғлүмәт » (информация)

Слайд 4

« Уфа, Өфө » атамаһы хаҡында бер нисә версия бар: а) төрки һүҙе « уба » - « ҡалҡыу урын , тау»; б) Уппа тигән йылға исеменән ; в) бер юлсы «Уф, алла !» тип әйткән тигәндән барлыҡҡа килгән.

Слайд 5

Өфө , ҡәлғә (крепость) булараҡ, 1574 йылда Торатау тигән нығытма урынында барлыҡҡа килә. Ләкин тиҙҙән нығытманы Өфө тип атап йөрөтә башлаған-дар. Ҡаласыҡ имән ҡойма менән уратып алынғанлыҡтан , башҡорттар уны « Имән-ҡала » тип тә атаған.

Слайд 6

Икенсе туҡталыш – «Сифаттарҙы тап»

Слайд 7

Өсөнсө туҡталыш – «Ял минуты»

Слайд 8

Дүртенсе туҡталыш- «Иҫтәлекле урындар»

Слайд 9

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле

Слайд 10

Дуҫлыҡ монументы

Слайд 11

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Слайд 12

« Ләлә » мәсете

Слайд 13

Өфө дәүләт циркы

Слайд 14

Бишенсе туҡталыш – «Уйла,эҙлә,тап»

Слайд 15

Исемдәрҙән сифаттар эшләргә , бер һөйләм төҙөп яҙырға : Ҡояш Ямғыр Сәскә Таш Еләк Тәм

Слайд 16

Үҙеңде тикшер: Б В В А

Слайд 17

Өй эше : Өфө тураһында проект эше эшләргә.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Имай Насыри 1898 й. Ст әрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде ү ҙҙәренең ауылында ала.

Слайд 7

Имай Насыри ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә яҙыусылыҡ эшен культура, матбуғат органдарында , ижтимағи тормошта яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә ҡушып алып барған . Ул талантлы башҡорт шағиры Ш. Бабич әҫәрҙәрен йыйыуға һәм уны өйрәнеүгә , системаға һалыуға күп көс һалған .


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ф ольклорсы , драматург, Башҡортостандың халыҡ сәсәне М өхәмәтша Буранғол (1888-1966)

Слайд 2

1888 й. 15 дек. Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы Үрге Ильяс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Слайд 3

Күрше Юлдаш ауылын -да земство мәктәбендә , Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем ала, йәйгеһен ҡаҙаҡ ауылдарында балалар уҡыта . 1909-11 й.й . « Хөсәйениә » мәҙрәсәһендә белем ала. барып урынлаша .

Слайд 4

1938 йылға тиклем Башҡортостан-дың төрлө ҡалаларында , район- дарында , педагогия техникумында уҡытыусы була . 1938 й. Тарих , тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй . Унда фольклор бүлегендә эш алып бара. Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп , күп пьесалар , драмалар яҙа . «Урал батыр» һәм « Аҡбуҙат » эпостарын яҙып ала.

Слайд 5

1943 й. Башҡор-тостандың халыҡ сәсәне тигән исем бирелә.

Слайд 8

«Башҡорт туйы» пьесаһын сәхнәләштереү


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡ * Л, Ҡ * Р, Ҡ * Ш, К *Н, Ө * Ө, О * О, У * Ы, Э * Ә.

Слайд 2

Б еҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.

Слайд 3

М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәмММпммкпгкпкгпкшп Ке . М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме. Мостай Сафа улы К әримов 1919 й. 20 окт. Шишмә р-ны Келәш ауылында тыуған.

Слайд 4

Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгелдер.

Слайд 5

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк, фронтҡа китә.

Слайд 6

Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә. Был билет хәҙер муҙейҙа һаҡлана.

Слайд 7

М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы Әлфиә тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата.

Слайд 8

Мостай Кәрим – бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел , ә донъя әҙәбиәте классигы . Уның ижады мәңгелек . Уның аҡыллы , тормошсан китаптары , образдары киләсәк быуындарға ла етәсәк .

Слайд 9

”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил, хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты, халыҡ күңеле күгенең, оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.” Ғайса Хөсәйенов

Слайд 10

М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе , аҡһаҡалы . Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар . 1963 – « Башҡортостан халыҡ шағиры » исеменә лайыҡ була . 1967 – «С. Юлаев премияһы » бирелә . 1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була . 1972 – « Рәсәйҙең дәүләт премияһы » бирелә . 1977 – « Андерсон исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була . 1984 – «Ленин премияһы » бирелә . 1999–«Шолохов премияһы », « Өфө ҡалаһының почетлы гражданины ».)

Слайд 11

М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматург та , публицист та, йәмәғәт эшмәкәре л ә . Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы.

Слайд 14

Бөйөк – великая, б ыуат – век, ҡырау – заморозки, м илләт – нация, д әүләт – государство, ғ орур – гордый, х азина – сокровище.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ә. Таһирова Мин фәрештә түгел, кеше инем, Ерҙә кеше булып йәшәнем. Хаҡһыҙлыҡты күрһәм, ярып әйттем, Йәшен булып ярһып йәшнәнем.

Слайд 2

Һәм ул – Зәйнәб Биишева . Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарҙы . Беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙҙы . Беренсе булып Шәреҡ ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында киң ҡоласлы , тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған беренсе башҡорт трилогияһын ижад итте . Республика яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты булды . Башҡортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы .

Слайд 3

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы , шағир , драматург. 1908 йылдың 15 ғинуарында Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған . Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй , ныҡлыҡҡа һынай . Иртә етем ҡала , 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була . Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр . Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы -сатирик Сәғит Агиш та уҡый . Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә . Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Пионер” журналында баҫыла . Ә тәүге “Партизан малай ” тигән китабы 1942 йылда сыға .

Слайд 4

Зәйнәб Биишеваның онотолмаҫ студент йылдары

Слайд 5

Ғаилә архивынан

Слайд 6

Ил хәстәре уйында

Слайд 7

Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр.

Слайд 9

“Ғүмер китабы” « Ышанығыҙ миңә, « Кәмһетелгәндәр »ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо , көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым » П.Берков.

Слайд 10

«Б ыл әҫәрҙәрем… - минең тиҫтәләрсә йылдар күңелемдә һаҡлап килгән иң мөҡәддәс теләгем ине. Һәм мин… ошо изге теләккә ирештем » З.Биишева

Слайд 11

Йәшәү бәхете. Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта. Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, сафлыҡта. Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөн Хеҙмәт аша тыуған хаҡлыҡта. З.Биишева Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл – проекты. Авторы - Стритович Д. А.

Слайд 12

«Яҙыусының исемен мәңгеләштереү» Өфөләге Коммунистик урамындағы З.Биишева йәшәгән йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ Сибай институты алдында әҙибәгә ҡуйылған бюст.

Слайд 13

Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә: - Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт предприятиеһы; - Өфөләге урам; - Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы; - Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе; - Күгәрсен районының әҙәби премияһы.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Мәжит Ғафури БАССР-ҙың тәүге халыҡ шағиры

Слайд 3

Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған.

Слайд 4

Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала.

Слайд 5

1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә уҡырға керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанда «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.

Слайд 6

Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында 1923 йылда уға “БАССР-ҙың халыҡ шағиры” исеме бирелә Уның исеме Башҡортостандың бер районына, Башҡорт дәүләт академия драма театрына бирелгән. Өфөлә М. Ғафури йорт-музейы (1948) бар

Слайд 7

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Ул мәғрифәтселек, революцион-демократик идеялы шиғырҙары, поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә мәҫәл жанрында, тәнҡит, публицистика өлкәһендә, башҡорт фольклорын йыйыуҙа һәм өйрәнеүҙә әүҙем эшләне, балалар өсөн мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте.

Слайд 8

1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

Слайд 9

М.Ғафуриҙың һәйкәле Ишембай ҡалаһында

Слайд 10

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Өфө ҡалаһының, Гоголь урамында урынлашҡан. Мәжит Ғафури был өйҙә аҙаҡҡы 11 йылын йәшәгән. Шағирҙың бик күп билдәле әҫәрҙәре ошо йортта йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килгән.

Слайд 11

Мәжит Ғафуриҙың бүлмәһе

Слайд 12

Мәжит Ғафуриҙың ғаиләһе

Слайд 13

Шиғырҙар ы: «Ишан шәкерттәренә», 1902 «Себер тимер юлы» «Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле» «Ғилем» «Йәш ғүмер» «Ваҡыт етте», 1905 «Шатлыҡ йыры», 1905 «Хөрриәт дәүерендә», 1905 «Бай кеше», 1905 («Бай», 1907) «Ике ҡош», 1906 «1906 йылдың 1907 йылға васыяты», «Етенсе йылдың яуабы» «Беҙҙең көндәр», 1907 «Үҙем һәм халҡым», 1912 «Мин ҡайҙа», 1912 «Бир ҡулыңды», 1920 «Һарыҡты кем ашаған»

Слайд 14

Хикәйәләр е: «Фәҡирлек менән үткән тереклек», 1904 «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ» «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын» «Үгәй балалар» «Онотолған енәйәт» «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» Повестар ы: «Ҡара йөҙҙәр», 1926 «Шағирҙың алтын приискыһында», 1930 «Тормош баҫҡыстары». Поэма һы: «Эшсе», 1921 Драмаһы: «Ҡыҙыл йондоҙ», 1925


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам: