Ял минуты / Физминутка

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Ял минуты ваҡытында дәрестә ҡулланыла торған шиғырҙар, көйҙәр.

Скачать:


Предварительный просмотр:

  Ял минуттары

Балалар, балалар

Урман буйлап баралар.

Тәбиғәтте ҡарайҙар,

Ҡояштың йылыһына,

Ҡулдарын йылыталар.

Күбәләк күҙәтәләр,

Уның кеүек осалар:

Бер, ике, өс, дүрт, биш.

Сәскәләрҙе йыялар:

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү.

Гөлләмәләр эшләйҙәр.

Өйгә ҡайтып китәләр.

Бер – баҫайыҡ, киреләйек.

Ике тигәс, эйеләйек.

 Өс тигәндә тура баҫ,

 Дүрт тигәндә сүкәйҙек,

 Биш тигәс тә баҫайыҡ,

Алты тигәс, бер-бер артлы

 Аяҡтарҙа һикерәйек.

 Ә етелә ултырайыҡ.

 Мин атлайым, һин атлайһың,

Аяҡтар тыпырлайҙар:

Тап та топ, тап та топ.

Мин йырлайым, һин йырлайһың,

Ә ҡулдарға күңелле:

Сәп тә сәп, сәп тә сәп.

 Орлоҡ сәстем, гөл үҫте,

 Хуш еҫ бөркөп  ел иҫте.

 Көн дә баҡсаға килдек,

 Сәскәгә һыуҙар һиптек.

 Үтеп китте күп көндәр,

 Сәскә атты ул гөлдәр.

 Сәскә барын белделәр,

 Бал ҡорттары  килделәр.

Бер, ике. өс-                                      

Төшһә  бөтә көс,

Асып йом күҙеңде,

Арымаҫ шунан ул һис.

Дүрт, биш, алты-

Бер уңын, бер һулын

Ял иттер һин аяҡтың.

Ете, һигеҙ. туғыҙ-

Талмаһын тиһәгеҙ

Һеҙҙең ҡулығыҙ,

Алға һоноп һелкегеҙ.

Ун, ун бер, ун ике-

Ә  хәҙер ултыр, етте,

Бына һиңә һике.

Бҙ, бҙ итәбеҙ,

Болондарға осабыҙ,

Бҙ, бҙ итәбеҙ,

Ҡыҙыл сәскә табабыҙ,

Ҡыҙыл сәскә табабыҙ ҙа,

Татлы һутын йыябыҙ,

Татлы һутын йыябыҙ ҙа,

Өйөбөҙгә ҡайтабыҙ.

  Йәй көнө  беҙ еләк йыябыҙ, эйелеп.

  Көҙ көнө  алма йыябыҙ, үрелеп,

 Ҡыш көнө саңғыла йөрөйбөҙ, елдереп,

 Яҙ көнө болондарҙа һикерәбеҙ, елпенеп.

1, 2, 3 -  беҙҙә  бөтә  көс:

Һыуҙа  балыҡтай  йөҙәбеҙ,

Конькиҙа  шәп  йөрөйбөҙ.

1, 2, 3 - ҡуян  кеүек  һикерәбеҙ,

Матур  булып  үçәбеҙ.