Дәрес өлгәләре / Конспекты уроков

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Предварительный просмотр:

Башҡорт (дәүләт) теле

Класс: 6

Тема: Башҡортостандың баш ҡалаһы. Сифат.

Маҡсат: 1) Башҡортостандың  баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте арртырыу;

2) Сифат темаһын нығытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;

3)Тыуған илебеҙгә, баш ҡалабыҙға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Дәрес этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

  1. Сәләмләү.
  1. мин)

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Бөгөнгө эшебеҙ бик уңышлы булыр тигән теләктә дәресте башлайыҡ.

Уҡытыусыны сәләмләйҙәр.

2.Психологик комфорт тыуҙырыу. Шиғыр уҡыу.

(2 мин)

-Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Слайд 1.

Уҡытыусының уҡыуын тыңлайҙар.

3.Теманы билдә-ләү(3 мин).

-Уҡыусылар, Башҡортостандың иң ҙур, иң матур, иң гүзәл ҡалаһы нисек атала? Афарин! Тимәк, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Ә хәҙер таҡталағы сәскәгә иғтибар итегеҙ әле. Таждағы һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә? Ә ҡайһы һүҙ төркөмө ошо һорауға яуап бирә? Афарин, уҡыусылар! Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө дата һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Уҡыусылар яуабы.

Слайд 2.

Ҡушымта 1.

4.Маҡсат ҡуйыу, эште планлаштырыу.

(10 мин.)

-Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ, нимәләр беләсәкбеҙ, нимәләргә өйрәнәсәкбеҙ? Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар, “Сифат” темаһын ҡабатларбыҙ, уларҙың һөйләмдәге ролен билдәләрбеҙ, баш ҡалабыҙ тураһында күберәк белербеҙ.

Уҡыусылар, таҡтаға ҡарайыҡ. Бында бөгөнгө дәрестә ҡулланыласаҡ һүҙҙәр күрһәтелгән.

  • Мин уҡыйым, һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ.

Һүҙлек эше.

Сәйәхәт –путешествие,

туҡталыш – остановка,

мәғлүмәт – информация,

баш ҡала – столица,

гүзәл – красивый,

ғорурланам – горжусь,

иҫтәлекле урындар – памятные места,

һәйкәл – памятник.

Ҡушымта 2.

5. Яңы белемде практикала ҡулланыу.

(17 мин.)

-Бөгөнгө дәресебеҙ бик үҙенсәлекле булмаҡсы. Беҙ сәйәхәт итәсәкбеҙ. Ул бер нисә туҡталыштан тора.

1)Тәүге туҡталыш “Мәғлүмәт” тип атала. Уҡыусылар, ә “Өфө” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?

Ошо атама тураһында бер нисә версия бар: а) төрки һүҙе “уба” тау тигәнде аңлата; б) Уппа тигән йылға исеменән;  

в) бер юлсының:”Уф, алла!” тип әйткәненән барлыҡҡа килгән баш ҡалабыҙҙың атамаһы.

Ә Өфө ҡалаһы нисәнсе йылда барлыҡҡа килгән икән?(1574й.)

2)Артабан киттек. Киләһе туҡталыш “Сифаттарҙы тап” тип атала. Дәреслектең 30-сы битендәге 82-се күнегеүҙе табайыҡ әле. Унда нимә эшләргә ҡушылған? Әйҙәгеҙ тексты сылбырлап уҡып, тәржемә итәйек. Нимә тураһында һүҙ бара? Текста сифаттар бармы, уларҙы табып, дәфтәрҙәргә күсереп алайыҡ.

3) Уҡыусылар, бына беҙ “Ял минуты” туҡталышына ла килеп еттек. Батырға ла ял кәрәк, ял итеп алайыҡ. Баҫтыҡ.

Йәй көнө еләк сүпләнек эйелеп,

Көҙ еткәс, алма йыйҙыҡ үрелеп,

Ҡыш саңғыла йөрөнөк елдереп,

Яҙ килгәс, болондарҙа һикерҙек елпенеп.

4)  Беҙҙең дүртенсе туҡталышыбыҙ -  “Иҫтәлекле урындар”. Һеҙгә өйгә эшкә Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында яҙып килергә ҡушылғайны.

Уҡыусылар, баш ҡалабыҙҙың ошо ерҙәрен таныйһығыҙмы?

5) Бына һуңғы “Уйла, эҙлә, тап”туҡталышына ла килеп еттек. Нөктәләр урынына тейешле сифаттар ҡуйырға.

Ҡайһы һөйләм нығыраҡ оҡшаны? Сифаттарһыҙмы, әллә уларҙы өҫтәгәсме?

Дөрөҫ, сифаттар беҙҙең телмәрҙе биҙәй, матурлай, тулыландыра.

Шулай итеп, бөгөнгө сәйәхәтебеҙ тамам. Дәрестә алған белемдәребеҙҙе тест ярҙамында тикшереп китәйек.

Слайд 3.

Слайд 4.

Слайд 5.

Слайд 6.

Дәреслек менән эшләү.

Слайд 7.

Слайд 8.

9-13 слайдтар.

Слайд 14.

Ҡушымта 3.

Ҡушымта 4.

6.Рефлексия.

(3 мин.)

Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимәләр белдек?

Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?

Дөрөҫ, уҡыусылар, ошондай ҙур,матур,күркәм баш ҡалала йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

7.Өй эше биреү.

(2 мин.)

Өфө тураһында проект эше эшләргә (презентация, альбом һ.б.).

8.Баһалау.

(2 мин.)

Актив ҡатнашып улырған дуҫтарыма “5” билдәһе ҡуям. Шулай уҡ “4” билдәһен … ҡуям.

8.Йомғаҡлау.

Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ! Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

Башҡорт (дәүләт) теле, 5 класс.

Тема: Яҙ килә. Омонимдар.

Маҡсат:

  • Омонимдар менән танышыуҙы дауам итеү, уларҙы һөйләм эсендә табырға, телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү;
  • тәбиғәтте күҙәтеү аша яҙ билдәләрен табыу, тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү;
  • телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: ноутбук, проектор, яҙ миҙгеленә ҡағылышлы һүрәттәр, ҡош һүрәттәре, карточкалар, терәк ҡағыҙҙар.

Дәрес барышы:

  1. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Яҡшымы? Улайһа дәресте башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ өй эшен тикшереп китәйек. Нимә эшләргә ҡушылғайны? (уҡыусыларҙың яуабы: “Әсәй-өләсәйҙәргә 8 Мартҡа ҡотлау яҙырға ине”. 1-2 уҡыусы эшен уҡый). Афарин! Бик яҡшы.
  1. Бөгөнгө дәресте мин йыр менән башлағым килә. Һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, нимә тураһында икән ул?

Ҡарҙар ирей, һыу таша,

Талдар бөрөһөн аса.

Эх, күңелле яҙ килә,

Ҡояш нурҙарын һибә.

Йыр оҡшанымы? Унда нимә тураһында һүҙ бара? (уҡыусыларҙың  яуаптары). Эйе, дөрөҫ,  яҙ тураһында. Тимәк, балалар, беҙ бөгөн яҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Лексик темабыҙ асыҡланды, ә грамматик темабыҙ ниндәй икән? Яҙ һүҙе рус теленә нисек тәржемә ителә? (уҡыусыларҙың яуаптары). Эйе, весна, шулай уҡ пиши. Тимәк, был һүҙҙең 2 мәғәнәһе бар. Ундай һүҙҙәр нисек тип атала?(уҡыусыларҙың яуаптары). Дөрөҫ, омонимдар. Шулай итеп, беҙ бөгөн ниндәй тема үтәсәкбеҙ? (уҡыусыларҙың  яуаптары).

    Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны, класс эшен, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

  1. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ дәресебеҙҙең маҡсатын билдәләп ҡарайыҡ. Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә нимәләр белербеҙ, нимәләргә өйрәнербеҙ икән? (уҡыусыларҙың яуаптары).  Эйе, дөрөҫ (уҡыусыларҙың яуаптарын слайдтағы менән сағыштырыу).
  2. Бөгөн дәрестә ҡулланыласаҡ яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ (слайдтан хор менән уҡыу, дәфтәрҙәргә күсереп алыу):

боҙбармаҡтар – сосульки,

умырзая – подснежник,

гөрләүек – ручей,

тамсы – капля,

лужа – күләүек,

сыйырсыҡ ояһы – скворечник,

ҡар ирей – тает снег.

  1. Балалар, ә хәҙер тышта ниндәй миҙгел? Тәҙрәнән тышҡа ҡарайыҡ әле. Ә һеҙ ҡайҙан белдегеҙ тышта яҙ икәнен? Яҙҙың билдәләрен табып. Кластер эшләп ҡарайыҡ(кластер төҙөү).

  1. Дәреслеккә күҙ һалайыҡ. 181-се биттәге 443-сө күнегеүҙе табығыҙ әле.

а) Мин тексты уҡыйым, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ(тексты уҡытыусының уҡыуы).

Ҡоштар ҡасан ҡайта?

     Ҡоштарҙы яҙ хәбәрселәре тип атайҙар, сөнки улар беҙгә яҙ ҡайталар. Ҡоштарҙың килеүе март, апрель, май айҙарына һуҙыла. Иң тәүҙә, март башында, ҡара ҡарғалар  килә. 25 мартта – сыйырсыҡтар, 28 мартта һабан турғайҙары  ҡайта. 26 апрелдә – ҡарлуғастар, 6 майҙа һандуғастар килеп етә.

(Е.Кучеров буйынса)

б) Теста нимә тураһында һүҙ бара?(уҡыусыларҙың яуаптары. Слайдтарҙан ҡош һүрәттәрен ҡарау, ҡош исемдәрен тәржемәһе менән күсереп алыу).

в) Тексты сылбырлап уҡыйыҡ, тәржемә итәйек.

г) Һорауҙарға яуап бирегеҙ:

- Ни өсөн ҡоштарҙы яҙ хәбәрселәре тиҙәр?

- Иң тәүҙә ниндәй ҡоштар һәм ҡасан килә?

- Һуңынан ниндәй ҡоштар һәм ҡасан киләләр?

- Уҡыусылар,  һеҙ ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ?

Эйе, балалар, беҙ ҡоштарға ярҙам итергә тейешбеҙ. Улар беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ.

д) Текстан омонимдарҙы табып күсерергә, мәғәнәләрен аңлатырға (яҙ, атайҙар, май, башында, ҡара).

  1. Үткән дәресте лә ҡабатлап китәйек. Ниндәй тема үткәйнек? (Синонимдар). Дөрөҫ. Ә нимә ул синоним?Текста синонимдар бармы? Ә омонимдар синонимдарҙың киреһе тиһәк тә була. Әйҙәгеҙ ҡағиҙә сығарып ҡарайыҡ (синонимдар төрлөсә яҙыла, мәғәнәләре бер төрлө; омонимдар бер төрлө яҙыла, мәғәнәләре төрлө).  Беҙ сығарған ҡағиҙәне дәреслектең 175-се битендәге ҡағиҙә менән сағыштырайыҡ. Тап киләме?
  2. Арып киттек, ял итеп алайыҡ.

Осто, осто сыйырсыҡтар осто,

Осто, осто боҙбармаҡтар  осто,

Осто, осто умырзаялар осто,

Осто, осто ҡарлуғастар осто,

Осто, осто сыйырсыҡ оялары осто.

  1. Карточкаларҙағы эштәрҙе башҡарып алайыҡ (парлап эшләүш, шиғырҙағы омонимдарҙы табып, аҫтарына һыҙырға, слайдтағы яуаптар менән тикшереү).

Атайым түтәл ҡаҙҙы,

Мин ашаттым аҡ ҡаҙҙы.

Атайым ҡаҙаҡ ҡаҡты,

Әсәйем балаҫ ҡаҡты.

Мин дә эшһеҙ торманым,

Ашаным тәмле ҡаҡты.

  1.  Төркөмләп эшләү. 2 төркөмгә бүленеп, кем күберәк омонимдар табып яҙа.
  1. Рефлексия.
  • Тимәк бөгөн дәрестә нимәләр белдек? Нимәләргә өйрәндек?
  • Нимәләр ауыр бирелде? Нимәләр еңел булды?
  • Дәрес башында ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?
  • Дәрес оҡшанымы (йылмайликтар ярҙамында үҙ-үҙеңде баһалау)?
  1. Өй эше.
  • 435-се күнегеү (йәйәләр эсендәге һүҙҙәрҙең кәрәклеһен һайлап алып, тексты күсерергә);
  • омонимдар табып, яҙып килергә.

Дәрес тамам, һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

Тема: Һандар темаһын йомғаҡлау.

        Хеҙмәт.

Маҡсат:Уҡыусыларҙың уйлау һәләтен арттырыу, телмәрен үҫтереү, һандар темаһын йомғаҡлау.

Дәрес барышы.

                                                     Ағасты япраҡ биҙәй,

                                                      Кешене хеҙмәт биҙәй.

                                                                              ( Мәҡәл)

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Һандар” темаһы буйынса белемегеҙҙе тикшерербеҙ. Дәресебеҙ уйын формаһында үтәсәк. Башта таҡтаға яҙылған эпиграфты аңлатып китәйек. Йәгеҙ әле, кем нисек аңлай ошо мәҡәлде? ( Уҡыусылар яуап бирә).

Эйе, уҡыусылар, бик дөрөҫ уйлайһығыҙ. Хеҙмәтте яратырға тейешбеҙ, шул  саҡта ғына бәхетле буласаҡбыҙ.

2  командаға бүленеү. Уҡыусылар командаларына һандар менән бәйле исем уйлай.

  1. «Аҙағын уйлап тап» (мәҡәлдәрҙе әйтеп бөтөрөргә):

Егәрленең ҡулы ...( етәү).

Ир аҡылы бер алтын,...( ил аҡылы мең алтын).

Ете ҡат үлсә,...( бер ҡат киҫ).

Батыр бер үлә,...( ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә).

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,...( йөҙ дуҫың булһын).

         Ике кәмәнең ҡойроғон...( бер юлы тотмайҙар).

         Көслө берҙе еңер, ... (белемле меңде еңер).

         Ике ҡуян артынан йүгерһәң,... ( берәүһен дә тота алмаҫһың).

  1. «Һандарҙы тап» ( төшөп ҡалған һандарҙы әйтергә).
  2. «Килештәрҙе яҡшы беләһеңме?» ( һандарҙы килештәр менән үҙгәртергә):

I.  167                                            II. 134

      95                                                  61

  1. «Ниндәй һөнәр эйәһе?» ( Командалар бер- береһенә төрлө хәрәкәттәр менән ниндәй һөнәр эйәһе икәнен күрһәтергә тейеш).
  1. Хисапсы.                                          II. Уҡытыусы.

     5. «Ниндәй һүҙҙәр яҙылған»?

 I.  6Н                                                 II. К3

    Т10                                                   М10СА

     Б6РҒАН                                              Б6 (ы=а)

     7Н                                                        5ЕК

     1ЛЕК                                                    7ГӘН

  1. « Уйлап тап!»

  1. Дүрт сумаҙандың дүрт асҡысы бар. Асҡыстар буталған. Сумаҙандарҙы  асыр өсөн, нисә тапҡыр асып ҡарарға кәрәк? (10)
  2. Тәүлегенә сәғәт һәм минут стрелкалары сәғәтте нисә тапҡыр урап сыға? (26)

  1. «Төркөмсәләрен әйт»:
  1. 2, 16-сы, 70, 8-шәр,  100-се, 68, 3/5, 390-сы, 10-шар.
  2. 70-нсе, 85, 1-шәр, 4/9, 73, 1000-се, 9-шар,  61, ?-сы.

  1. Йомғаҡлау. Ниндәй  һүҙ төркөмөнә  “Һан” тип әйтәбеҙ? Ул  ниндәй һорауҙарға яуап бирә? Ҡушма һәм ябай һандарға миҫалдар килтерергә. “Һан”-дың төркөмсәләрен әйтергә.

  1. Баһалау. Өй эше. 7 һаны менән бәйле ваҡиғалар яҙып килергә. (Ете ҡыҙ, етенсе төш, етегән йондоҙ һ.б.).

                     



Предварительный просмотр:

5 класс. Башҡорт дәүләт теле.

Тема: Башҡортостан йылғалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Маҡсаттар:

1) Белем биреү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү;

 2) Үҫтереү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3)Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү,Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә биреү.

Йыһызландырыу: дәреслек, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, карточкалар,мультимедия проекторы.

1.Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Фонетик күнегеү. Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ йыйылдыҡ дәрескә,

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

2. Дәрестең темаһын асыу. Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас (таҡтала яҙылған тиҙәйткесте уҡыу, тәржемә итеү, аҫтына һыҙылған һүҙҙең яҙылышын аңлатыу, лексик теманы билдәләү).

3. Өй эшен тикшереү. 18-се күнегеү (13 б.). Ниндәй өй эше бирелгәйне? Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Улар ниндәй һорауҙарға яуап бирә? Кем? Нимә?

Предметтарҙың атамаһын

“Исем” белдерә беҙгә.

Кем һәм нимә? һорауҙарын

Ҡуйырға кәрәк һүҙгә.

-Эйе, Башҡортостандың йылғалары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Йылғалар ниндәй хәреф менән яҙыла? Баш хәреф менән.Тимәк, предметтың атамаһын белдергән яңғыҙлыҡ һүҙҙәрҙе  һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе өйрәнеп китәсәкбеҙ.(Собственные и нарицательные имена)

Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ

Тема: Башҡортостан йылғалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Проблемалы һорау:

- Башҡортостандың ниндәй йылғаларын беләһегеҙ?

4.Төркөмдәрҙә эш:. Һүҙҙәрҙе өс төркөмгә бүлеп яҙыу, 3 төркөмгә бүленеү: ҡала, йылға, тау исемдәре.

Урал , Ағиҙел, Стәрле, Бөрө, Дим, Ирәндек, Һаҡмар, Инйәр, Танып, Янғантау, Салауат,  Белорет, Торатау,  Ҡариҙел, Ҡаратау.

5.Дәреслек менән эш: 29-сы күнегеү 33б.

А) Һүҙлек эше (уҡыусылар һүҙлек дәфтәренә яҙып ала):

Саҡрым – километр,

Йәшәү тамыры – основа жизни,

Көньяҡ-көнсығыш – юго-восток,

Туҡландыра – питает,

Төньяҡ-көнбайыш – северо-запад,

Ҡоя – впадает,

Мул һыулы – полноводный.

Хор менән әйтеү һүҙҙәрҙе, 1-2 һүҙ менән һөйләм төҙөү.

Б) Тексты уҡыу. Уҡытыусы башлай, уҡыусылар сылбыр буйынса дауам итә, тәржемә итеү.

В) Дәфтәрҙәргә 3 яңғ. һәм 3 урт. исемдәрҙе күсереп яҙырға.

Г) Йөкмәткеһе өҫтөндә эш:

 - Башҡортостанда күпме ҙур һәм бәләкәй йылғалар бар?(600)

- Иң оҙон йылғаны атағыҙ. Оҙонлоғо күпме?

- Ағиҙел йылғаһы ниндәй йылғаға ҡоя?

- Тәбиғәткә ниндәй ҡарашта булырға тейешбеҙ? (как должны относиться к природе?)

- Һеҙҙең ауыл (ҡала) янында ниндәй йылғалар аға?

6.Ял минуты.

Аҡҡоштарҙай йөҙәйек,

Бөркөт кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Болан кеүек еләйек,

Арыҫландай һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

7.Парҙарҙа эш:

1 - Яңғыҙлыҡ ис-р аҫтына бер, 2 - йылғалар исеме аҫтына 2 һыҙыҡ һыҙығыҙ:

1.Кәрим, китап, сәлимә, ҡәләм, йылға.

2.Һаҡмар, гөл, әй, аҡ, урман.

8.Дәрескә рефлексив анализ.

-Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.

  1. Ағиҙел ниндәй йылғаға ҡоя?(Кама)
  2. Башҡортостанда күпмегә яҡын йылға бар? (600)
  3. Тәржемә эше: мул һыулы, саҡрым.
  4. Айгөл менән илназ яҡшы уҡыйҙар.

Подчеркнуть имена собств. одной чертой, нариц.- двумя..

Эштәрегеҙҙе алмашығыҙ, баһалағыҙ. Дөрөҫ яуаптар таҡтала.

Тимәк, дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Йомғаҡлау: Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур, йылғалары мул һыулы. Тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға бурыслыбыҙ.

Өй эше. 1. “Башҡортостан”  исеменән икенсе һүҙҙәр төҙөргә, улар кем йәки нимә һорауына яуап булырға тейештәр (баш- голова, ҡорт- пчела , ос- конец, ҡор- община, шар, башҡорт- башкир, ҡаш- брови, торт, башаҡ- колосок, ҡош- птица, таш- камень, ат- лошадь).

2. “Башҡортостан” темаһына ижади эш (һүрәт, шиғыр, инша, әкиәт һ.б.)

Баһалау.

Ҡушымталар:

1.Тауҙарҙы ғына билдәлә/Отметьте только горы:

Урал , Ағиҙел, Стәрле, Бөрө, Дим, Ирәндек, Һаҡмар, Инйәр, Танып, Янғантау, Салауат,  Белорет, Торатау,  Ҡариҙел, Ҡаратау.

Йылғаларҙы ғына билдәлә/Отметьте только реки:

Урал , Ағиҙел, Стәрле, Бөрө, Дим, Ирәндек, Һаҡмар, Инйәр, Танып, Янғантау, Салауат,  Белорет, Торатау,  Ҡариҙел, Ҡаратау.

Ҡалаларҙы ғына билдәлә/Отметьте только города:

Урал , Ағиҙел, Стәрле, Бөрө, Дим, Ирәндек, Һаҡмар, Инйәр, Танып, Янғантау, Салауат,  Белорет, Торатау,  Ҡариҙел, Ҡаратау.

2. 1 – Выписать только имена собственные,  2 – выписать только реки:

1.Китап, кәрим, сәлимә, ҡәләм, йылға.

2.Гөл, һаҡмар, әй, аҡ, урман.

3. Һүҙлек эше (переписать в тетради, выучить):

Саҡрым – километр,

Йәшәү тамыры – основа жизни,

Көньяҡ-көнсығыш – юго-восток,

Туҡландыра – питает,

Төньяҡ-көнбайыш – северо-запад,

Ҡоя – впадает,

Мул һыулы – полноводный.



Предварительный просмотр:

“Беҙҙең йорт. Исем” (5 класс, башҡорт (дәүләт) теле)

  1. Артикуляцион күнегеү:
  • Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумы, уҡытыусым!

Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы барыһының да күңеленә яҡын, ул йылы хистәр уята.

  1. Яңы теманы билдәләү (СЛАЙД 1)

Слайдтағы шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара икән:

Был беҙҙең йортобоҙ,

Тартынмайынса инегеҙ!

Йылы иркен  өйөмдө

Бөтәгеҙ ҙә күрегеҙ!

Нисек уйлайһығыҙ, ниндәй темаға һөйләшербеҙ бөгөн?(Фатир. Өй. Йорт). Эйе, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы - “Беҙҙең йорт/Наш дом”. (Өй һүрәте килеп сыға)(СЛАЙД 1) Ә бына был йомаҡ һеҙгә грамматик теманы билдәләргә ярҙам итер: күптән ерҙә йәшәйем, һүҙҙәрҙе мин атайым/ Давно живу я в мире этом, даю названия предметам. Ниндәй һүҙ төркөмө тураһында һүҙ бара? (Исем /Имя существительное).

Дәрескә маҡсаттар ҡуйыу. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ, нимәгә өйрәнербеҙ? (исем һүҙ төркөмөн ҡабатларбыҙ, яңы һүҙҙәр белербеҙ, өй-йорт тураһында һөйләшербеҙ, тыуған ергә, өйгә һаҡсыл ҡарашта булырға, уларҙы ихтирам итергә өйрәнербеҙ). (СЛАЙД 2 )Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙып ҡуйыу.

3.Дәресте һүҙлек эшенән башлайыҡ,(СЛАЙД 3) башта мине, башҡорт теленә хас өндәрҙең әйтелешенә  иғтибар итеп, тыңлағыҙ, артабан һүҙҙәрҙе, минең арттан ҡабатларһығыҙ:

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол һүҙҙәре рус теленән ингән,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван һүҙе тәржемә ителмәй.

Ә хәҙер һүҙҙәрҙе минең арттан ҡабатлайбыҙ.

Уҡыусылар, һүҙлек эшендәге  һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Слайдтағы таблица менән танышыу, кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлау, дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу(СЛАЙД 4).

4. Артабан яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып,  һүҙбәйләнештәр төҙөйөк /  составим словосочетания, используя новые слова. (СЛАЙД 5)Беренсе бағаналағы исем һүҙ төркөмөнән килгән һүҙҙәргә икенсе рәттә бирелгән сифаттарҙың тап килгәнен һайлап алығыҙ  (ҙур өй, бишенсе ҡат, йылы бүлмә, түңәрәк өҫтәл, йомшаҡ карауат). (Сиратлап таҡтаға сығыу, дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу.) Афарин. уҡыусылар!

5. Ә хәҙер өй эсе менән танышайыҡ. Был ниндәй бүлмә?СЛАЙД 6 (ҡунаҡ  бүлмәһе. Дөрөҫ.). Ә быныһы? (СЛАЙД 7)(йоҡо бүлмәһе). Афарин! Артабан был бүлмә нисек атала? СЛАЙД 8(аш-һыу бүлмәһе). Эйе. Ә быныһы ниндәй бүлмә булыр?СЛАЙД 9 (йыуыныу бүлмәһе). Афарин, уҡыусылар!

6. Яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып, бөтәбеҙ бергә дәреслектең 29 битендәге 21-се күнегеүҙәге «Яңы фатир» тигән тексты уҡыйыҡ, тәүге һөйләмде үҙем уҡыйым, иғтибар менән тыңлағыҙ. Парҙарҙа уҡыу, тәржемә итеү.

Төркөмдәрҙә эш. 3 төркөмгә бүленеү. 1-се абзацтан исемдәрҙе генә күсереү (әсәй, атай, ағай, апай, ҡустым, фатир, бүлмә). Төркөмдәрҙең эштәрен тикшереү, баһалау. Һығымта яһау (исемдәр кем? нимә? Һорауҙарына яуап бирә).

7. Артабан бөгөнгө темабыҙ буйынса әңгәмә ҡороп алайыҡ, парҙарҙа эш(СЛАЙД 10):

- ...,  һин шәхси йорттамы, әллә күп фатирлы йортта йәшәйһегеңме?

- Мин шәхси йортта / күп фатирлы йортта йәшәйем.

- Һин нисәнсе ҡатта йәшәйһең?

- Беҙҙең фатирыбыҙ ... ҡатта  урынлашҡан.

- ... , һинең өйөң/фатирың  нисә бүлмәле?

- Беҙҙең өйөбөҙ ... бүлмәле.

Афарин! Актив булдығыҙ.

8. Әҙерәк ял итеп алырға ла ваҡыт етте. Йырсы Рәмил Хажиев башҡарыуында  “Атай йорто” йырын тыңлайыҡ.

9.“Өй, йорт”  һүҙҙәре халыҡ ижадында, сәнғәттә йыш осрай. Мәҡәлдәрҙә күп ҡулланыла,(МӘҠӘЛДЕ, ЙОМАҠТЫ БЕРГӘ УҠЫУ!) мәҫәлән (СЛАЙД 11):  Өй тупһанан башлана. (Хозяина видать по двору).

Өйө бейек тә, өйрәһе шыйыҡ (Дом высок, да под ним песок).

Ҡунаҡта һәйбәт, өйҙә – бәрәкәт(В гостях хорошо, дома лучше).

Йомаҡтарҙа ла күп осрай; Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт. Был нимә, кем белә? (эйе, ҡыяр-огурец). Өй башында айыу бейей. Нимә тураһында һүҙ бара? (дөрөҫ, төтөн-дым). Өй башында ярты икмәк. Нимә булыр?  (дөрөҫ әйттегеҙ, ай- луна).

Рәссамдарыбыҙ ҙа “Өй /йорт” темаһына картиналар ижад иткән.(СЛАЙД12) Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек. (слайд12)Ҡасим Дәүләткилдиев «Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе» картинаһында өй тышын һүрәтләгән, Әдиә Ситдиҡованың «Тыуған йорт» картинаһы аша беҙ боронғо башҡорттарҙың нисек йәшәгәнен күрәбеҙ, Әхмәт Лотфуллиндың  «Аҡ тирмә» картинаһында күсмә халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған торлағы тирмә һүрәтләнгән.  Борон беҙҙең халыҡ тирмәләрҙә көн күргән. Ул йылыны ла һәйбәт һаҡлаған, йәйге эҫелә лә һалҡынса булған.

10. Ә, уҡыусылар, һеҙ беләһегеҙме, төрлө ҡыҙыҡлы өйҙәр ҙә була икән. Шуларҙың бер нисәһен ҡарап китәйек.(слайд13)Таш-йорт Португалияла урынлашҡан. Был йортто тәбиғәт барлыҡҡа килтергән, ә кеше уны артабан камиллаштырған (развивать). Ә планета формаһындағы йорт Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында (ОАЭ) төҙөлгән. Был йорт хатта Гиннес Рекордтар Китабына индерелгән. Ә быныһы Башмаҡ-йорт. Ул Америка Ҡушма Штаттарында (США) урынлашҡан. Был йортто төҙөүсе итексе (сапожник) булған. Бына шундай ҡыҙыҡлы өйҙәр була икән.

11. Бөгөнгө теманы йомғаҡлап, дәресебеҙгә рефлЕксия үткәрергә тәҡдим итәм. Күп ҡатлы йорт төҙөп ҡарайыҡ(СЛАЙД 14). Йортобоҙҙоң 1-се ҡатына  был темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе урынлаштырҙым. Ошо һүҙҙәрҙең тәржемәһен иҫебеҙҙә ҡалдырҙыҡ микән, тикшереп ҡарайыҡ әле (фатир, ҡунаҡ бүлмәһе, тәҙрә, өҫтәл). Афарин, уҡыусылар! Йортобоҙҙоң 1-се ҡатын төҙөнөк.  Артабан киттек. 2-се ҡатты төҙөү өсөн мәҡәлдә төшөп ҡалған һүҙҙе табырға кәрәк. Дөрөҫ. 2-се ҡаты ла төҙөлдө. 3-сө ҡатты төҙөгәндә беҙгә “Йорт һүҙен тағы нисек атарға мөмкин?” тигән һорауға яуап бирергә кәрәк (шәхси йорт, күп ҡатлы йорт, фатир, өй). Күп ҡатлы йортобоҙҙоң һуңғы ҡатына килеп еттек. Быйыл Башҡортостандың ниндәй халыҡ шағирының 100-йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ? (Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына  2019 йылдың 20 октябрендә 100 йыл тула. Әйткәндәй, (СЛАЙД 15)М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса “Һеңлекәш” фильмы 19 сентябрь Өфө кинотеатрҙарында тамашасы хөкүменә тәҡдим ителде).

Бына матур күп ҡатлы йортто төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Афарин, уҡыусылар!

12. Шулай итеп, “Өй-йорт” һүҙҙәренә күп мәғәнә һалынған. Тура мәғәнәһендә  беҙ йәшәгән өй тип ҡарарға мөмкин, икенсе яҡтан был һүҙҙе тыуған еребеҙ Башҡортостан йәки илебеҙ Рәсәй менән күҙаллайбыҙ.  Башҡортостан – беҙҙең дөйөм баш йортобоҙҙоң ойошторолоуына быйыл 100 йыл.(СЛАЙД 16) Дуҫтар, әйҙәгеҙ йортобоҙҙо бысратмайыҡ,  киреһенсә, уны таҙартайыҡ, уға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ. Теле барҙың – иле бар тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Туған телебеҙҙе өйрәнәйек, киләсәк быуынға еткерәйек.

13. Өй эше. Беҙҙең баш йортобоҙ - Башҡортостаныбыҙға бағышланған ижади эш башҡарырға (шиғыр, инша, һүрәт, стенгазета, презентация, кроссворд һ.б.).

14. Баһалау. Үҙбаһа. (кемдәр үҙҙәренә “5” ҡуя, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ, “4” – баҫтыҡ, ҡалғандар тимәк бик актив булмаған, уларға “3” билдәһе ҡуябыҙ).

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.

Күп ҡатлы йорт – многоэтажный дом,

Шәхси йорт, өй – частный дом,

Фатир – квартира,

Бүлмә – комната,

Ҡунаҡ бүлмәһе, түр  – гостиная,

Йоҡо бүлмәһе – спальня,

Аш-һыу бүлмәһе – кухня,

Йыуыныу бүлмәһе – ванная,

Карауат – кровать, өҫтәл – стол,

Тәҙрә – окно,

Ишек – дверь,

Диван – диван.



Предварительный просмотр:

Тема: Икмәк үткән юл. Синонимдар. 5 класс (башҡорт  дәүләт теле).

Маҡсат:

  • «Синонимдар» темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү;
  • яңы һүҙҙәр үҙләштереп, һүҙ байлығын арттырыу;
  • икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, ноутбук, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, карточкалар, һүрәттәр, икмәк, синонимдар һүҙлеге.

Дәрес барышы:

  1. Артикуляцион күнегеү:

Әсәйем мейескә һалһа,

Алһыуланып ҡабара.

Бешкәс өҫтәлгә ултыртһа,

Татлы еҫтәр тарала.

                       (М.Шиһапов)

Башта шиғырҙы уҡытыусы уҡый, һуңынан хор менән уҡыу. Шиғыр нимә тураһында икәнлеген асыҡлау. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Аҫтына һыҙылған һүҙгә иғтибарҙы йүнәлтеү. Уны икенсе һүҙ менән алмаштырып буламы?(тәмле, телеңде йоторлоҡ). Ундай һүҙҙәр нисек атала? (синонимдар). Теманы билдәләү. Дәрескә маҡсаттар ҡуйыу. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙып ҡуйыу.

Баһалау биттәрен таратыу. Уҡыусылар дәрестең һәр этабында үҙҙәрен баһалап бара.

  1. Бөгөнгө дәрестә икмәк үткән юл буйлап үтеү тураһында хәбәр ителә.

1-се этап – иген сәсеү. Дәреслек менән эш(12-се күнегеү 105-се бит).

А) Һүҙлек эше:

иген – хлеба,

сәсергә – сеять,

өлгөрә – созревает,

урырға – жать,

һуғырға – молоть,

он тартыу – молоть муку.

Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Һүҙлек эшенән текст нимә тураһында икәнлеген фаразлау.

Б) Текстың авторы тураһында белешмә. Гөлсинә Абдулхаева(фото) Өфө ҡалаһыны 5-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

В) Тексты уҡыу, тәржемә итеү, дәреслектәге һүрәттәргә тап килгән һөйләмдәрҙе табыу.

Г) Синонимдарҙы иҫкә төшөрөү, миҫалдар килтереү.  Текста синонимдарҙы табыу (оҙаталар, ебәрәләр).

  1. 2-се этап – көҙ көнө уралар. Интерактив таҡтала эш. 2 төркөмгә бүленеп  ҙур, тәмле һүҙҙәренең синонимдарын (оло, телеңде йоторлоҡ, эре, татлы, өлкән, шәрбәтле)  йыйып алыу. Төркөмдәр бер-береһенең  эшен баһалай.
  2. 3-сө этап – элеваторға оҙатыу. Ял минуты:

Ҡунаҡтар килеүенә

Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас,

Бына шуундай тәпәш,

Бына шуундай ҡабарған,

Бына шуундай ҡыҫылған,

Бына шуундай йәйелгән,

Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,

Шундай ҙур булды күмәс.

  1. 4-се этап – ондо пекарняға килтереү. Синонимдар һүҙлеге менән эш. Парҙарҙа эш. Синонимдар һүҙлегенән икмәк һүҙенең синонимын эҙләйҙәр, ҡайһы бер парҙар интернеттан эҙләй. Ҡайһы парҙың эше уңышлы булыр икәнлеген асыҡлау. Һығымта яһау.  Әпәй һүҙенең диалект һүҙе булыуын асыҡлап китеү.
  2. 5-се этап – икмәк бешереү. Эш дәфтәрҙәренең 33-сө битендәге 2-се дәрестең 1-се эше. Аҙыҡ-түлектәрҙең ондан бешерелгәндәренең  аҫтына һыҙырға. Тағы ондан ниндәй аҙыҡ бешерелгәнлеген асыҡлау.
  3.  Дәрес буйынса алған белемдәрен тикшереү. Тест һорауҙарына яуап биреү: 

1) Мәҡәлдең икенсе яртыһын табырға: Икмәк бөтәһенә лә ...

а) Муйын,  б) ҡул,  в) баш.

2)Ниндәй юлда синонимдар дөрөҫ бирелгән?

а) Ҙур – бәләкәй, б) тәмле – телеңде йоторлоҡ, в) икмәк – ҡалас.

3)Урыу һүҙенең тәржемәһен табырға:

а) Сеять,  б) жать,  в) созревать.

Рефлексив анализ: Бөгөн дәрестә   ... ауыр булды, ... ҡыҙыҡ булды, ...иҫемдә ҡалды, ...мин өйрәндем.

Йомғаҡлау: Икмәктән оло аҙыҡ юҡ. Һуғыш ваҡытында ул кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарған. Уның бер валсығын ғына ла әрәм итергә ярамай, ҡалған икмәк һыныҡтарын, валсығын ҡоштарға бирергә кәрәк.  Бөгөнгө дәрестән күреүебеҙсә, икмәк өҫтәлгә килеп еткәнсе, бик оҙон юл үтә. Икмәккә һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ.

Өй эше: “Икмәк – бөтәһенә лә баш” темаһына проект эше (һүрәт, шиғыр, инша, әкиәт, презентация, стенгазета һ.б.).

Баһалау биттәре буйынса балдарҙы һанау, баһалау.



Предварительный просмотр:

Тема: Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар. 5 класс.

Маҡсаттар:

  • «Синонимдар» темаһын өйрәнеп,  миҫалдар менән нығытыу;
  • яңы һүҙҙәр үҙләштереп, һүҙ байлығын арттырыу;
  • матурлыҡты күрә һәм һаҡлай  белергә өйрәнеү.

Йыһызландырыу: дәреслек, һүрәттәр, карточкалар, пазлдар,ҡара ҡумта, бирсәткә,  мультимедия проекторы.

Дәрес барышы:

1. Артикуляцион күнегеү:

Ҡурсағыма ҡупшы итеп,

Үҙем тектем күлдәкте.

Күлдәкте матур тегергә

Әсәйем бит өйрәтте.

                  (А.Игебаев)

Шиғырҙы уҡытыусы уҡый, хор менән уҡыу. Шиғыр нимә тураһында икәнлеген асыҡлау. Лексик теманы билдәләү. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итеү. Грамматик теманы билдәләү. Дәрескә маҡсаттар ҡуйыу. Дәфтәрҙәрҙе асып, числоны, теманы яҙып ҡуйыу.

Дәрестең һәр этабында пазлдың бер өлөшө килеп сығыу тураһында хәбәр итеү. Дәрес аҙағында дәрес темаһы буйынса һүрәт килеп сығырға тейеш.

2. Беренсе этап: текст өҫтөндә эш (4-се күнегеү 100-сө бит).

А) Һүҙлек эше: бүлек – отдел, тап-таман – как раз, килешә – тебе к лицу, матурлыҡты таныу – чувствовать красоту, һаҡлап кей – носи бережно.

(Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү. Ошо һүҙҙәр һәм һүрәт буйынса текст нимә тураһында икәнлеген фаразлау).

Б) Текстың авторы Ф.Туғыҙбаева тураһында мәғлүмәт: Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева  1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. «Йәншишмә» гәзитендә, «Аманат» журналында эшләй.1990-2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.

В) Текстың тәүге һөйләмен уҡытыусы уҡый, артабан сылбыр буйынса уҡыусылар дауам итә.

Г) Йөкмәткеһен үҙләштереү:

- Гөлниса әсәһе менән ҡайҙа баралар? Ни өсөн?

- Ҡыҙыҡайға нимә алалар? Кем һайлай кейемде?

- ҺатыусығаГөлниса ни өсөн оҡшай?

- Үҫкәс, ҡыҙыҡай кем булырға хыяллана?

Әйберҙәр менән  бәйле һөнәр эйәләрен иҫкә төшөрөү.

3. Икенсе этап. Ял минуты. Йәйге әйберҙәр – ус сабырға, ҡышҡы әйберҙәр – аяҡтарҙы тыпылдатып алырға: быйма, тәпешкә, бирсәткә, ойоҡ, күлдәк, яулыҡ, бүрек, итәк (юбка), бейәләй, тун, эшләпә.

4. Өсөнсө этап. Синонимдарҙы иҫкә төшөрөү. 102-се биттәге ҡағиҙә менән сағыштырыу. Ҡағиҙәне башҡортсаға тәржемә итеү (мәғәнәләре яғынан яҡын, яҙылыштары буйынса төрлө һүҙҙәр).

Интерактив таҡтала эш. 3 төркөмгә бүленеү, һүҙҙәр бүлеп биреү: ҘУР, МАТУР, АҠЫЛЛЫ.  Һүҙҙәр араһынан һәр төркөм  синонимдарҙы һайлап ала. Төркөмдәрҙең эшен баһалау. Һығымта эшләү.

5. Дүртенсе этап. Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе тикшереү. Тест һорауҙарына яҙма рәүештә яуап биреү. Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, баһалай.

6. Бишенсе этап.  “Ҡара ҡумта” уйыны. Йомаҡты сисеп, ҡумтала нимә ятҡанлығын асыҡлау: Биш бүлмәгә бер ишек (бирсәткә).

7. Рефлексия.

- Бөгөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ үҙегеҙ өсөн?

- Нимә ауыр бирелде?

- Был тема буйынса тағы нимәләр белергә теләр инегеҙ?

Йомғаҡлау: Гөлниса һымаҡ матурлыҡты таный белергә тейешбеҙ. Әйберҙәргә һаҡсыл ҡарашта булырға, уларҙы таҙа тоторға кәрәк. Кешеләргә ҡарата һатыусы апай кеүек миһырбанлы, алсаҡ, асыҡ йөҙлө булһаҡ, бөтәһе лә беҙҙе яратыр, хөрмәт итер. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.

(Пазлдарҙы йыйыу, килеп сыҡҡан башҡорт милли күлдәге тураһында уҡыусылар белгәндәрен һөйләй).

Өйгә эш:

  • «Яңы күлдәк» (100-сө биттәге тексты уҡырға);
  • «Хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ»(102-се бит), яңы һүҙҙәрҙе ятларға;
  • «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына бер нисә һөйләм төҙөргә.

Ҡушымта 1.

Ҙур                              Матур                            Аҡыллы

Зиһенле, эре, тапҡыр, сибәр, өлкән, оло, зирәк, гүзәл, һылыу.

Ҡушымта 2.

Тест:

1.“Яңы күлдәк” тексының авторы кем?

а) Г.Ғәлиева,

б) З.Биишева,

в) Ф.Туғыҙбаева.

 2. Гөлниса кем булырға хыяллана?

а) тегеүсе,

б) һатыусы,

в) уҡытыусы.

 3. Синонимдар тип ниндәй һүҙҙәр атала?

а) мәғәнәләре яҡын һүҙҙәр,

б) ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр,

в) төрлө мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр.

 4. Батыр һүҙенең синонимын билдәләргә

а)  әҙәпле,

б) ҡурҡаҡ,

в) ҡыйыу.



Предварительный просмотр:

Хеҙмәт төбө – хөрмәт. Ябай һөйләм төрҙәре. 8 класс

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Хәйерле иртә!

  • Бөгөнгө башҡорт теле дәресенән яҡшы кәйеф менән китергә теләйһегеҙме?
  • Шулай булғас, бер-беребеҙгә ҡарашып, йылмаяйыҡ әле. Ә хәҙер үҙебеҙгә бөгөнгө дәрестә уңыштар теләп ҡулдарҙы сәпәкәй итәйек, һәм партала бергә ултырған иптәшебеҙгә лә уңыш теләйек.

Фонетик-орфоэпик күнегеү.

  • Дәрестә шыма, матур итеп һөйләшер өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ:

Бәләкәстән кәрәк һөнәр (таҡтала)

Күңелеңә ятырҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла,

Үҙҙәрен дә матурлай. (М. Дилмөхәмәтов)

Уҡытыусыны сәләмләйҙәр.

Уҡытыусы артынан хор менән уҡыйҙар.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

  • Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?
  • Эйе, һөнәрҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
  • Һөнәр һүҙенә ниндәй синонимдар беләһегеҙ? (эш, шөғөл, эшмәкәрлек, ижад, хеҙмәт)
  • Ә һөнәр кешегә кәрәкме ул?
  • Нимә өсөн кәрәк?
  • Эйе, беҙ үҙебеҙҙең эштән файҙа алабыҙ (аҡса), ул үҫеш, үҙеңде раҫлау (самоутверждение), уңыш, яратып башҡарған эштән кинәнес, һөйөнөс тә алабыҙ.
  • Ни өсөн кеше эшләй? (үҙе өсөн, ғаиләһен материаль яҡтан тәьмин итеү өсөн, тыуған ил үҫешенә үҙ өлөшөн индереү өсөн).
  • Һеҙҙең алдығыҙҙа маршрут биттәре ята, унда схема бирелгән. Әйҙәгеҙ, беҙ әле әйткәндәрҙе ошо схемаға яҙып ҡуяйыҡ.
  • Кеше үҙе, ғаиләһе, Тыуған иле өсөн эшләй тинек. Һөҙөмтәлә беҙ нимә теләйбеҙ, нимә көтәбеҙ? (хөрмәт итеүҙәрен, ыңғай баһалауҙы).
  • Ә беҙҙе хөрмәт итһендәр өсөн, эшебеҙҙе ыңғай баһалаһындар өсөн нимә эшләргә кәрәк икән? (яҡшы уҡырға, яҡшы эшләргә, тырыш, уңған булырға)
  • Әлбиттә, үҙегеҙ ҙә тырышып яҡшы эшләһәгеҙ, һеҙҙең эшегеҙҙе күрәсәктәр һәм хөрмәт тә итәсәктәр. Тырыш, яҡшы хеҙмәттең төбөндә нимә ята инде?(Хөрмәт)

Маршрут биттәрендә эшләйҙәр.

Һорауҙарға яуап бирәләр, диалогка инәләр.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Хеҙмәт төбө - хөрмәт” темаһына һөйләшербеҙ.
  • Ә был тема буйынса һөйләшер өсөн беҙгә нимәләр кәрәк һуң? Үҙебеҙгә маҡсат ҡуяйыҡ. (яңы һүҙҙәр белербеҙ)
  • Эйе. Тема буйынса яңы һүҙҙәр белербеҙ, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнербеҙ һәм маршрут битендә бәләкәй генә бер мини проект та эшләрбеҙ.
  • Быларҙы башҡарып сығыр өсөн һеҙҙән тырышлыҡ, әүҙемлек талап ителә? Һеҙ тырышып әүҙем эшләргә ризамы?

Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр.

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

  1. Маршрут битендә эш.
  • Иғтибар итегеҙ әле, маршрут битендә эштәр һан менән түгел, хәрефтәр менән бирелгән. Был хәрефтәрҙе ҡушып уҡыһағыҙ, ниндәй һүҙ килеп сыға?(30, 8, 7, 17, 40, 26)
  • Хеҙмәт һүҙе. Беҙ бөгөн ошо маршрут битендә эшләрбеҙ. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тиҙәр. (По труду и почет, уважение). Хеҙмәтегеҙҙең хөрмәт билдәһе булып бөгөн дәрестә алған баһаларығыҙ булыр. Ризаһығыҙмы?

Һүҙлек эше: (таҡтала)

хеҙмәт – труд

хөрмәт – уважение

хөрмәт итә - уважает

уңыш – успех

тырыш - старательный

(Хор менән ҡабатлау).

  1. - Артабан киттек. Киләһе эште парҙар менән эшләйбеҙ. Был текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙырға кәрәк. Аҫтында ҡулланыр өсөн терәк һүҙҙәр бар.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

  • Был нимә килеп сыҡты? Ошондай резюмы менән эшкә алыр инегеҙме?

Төркөмдәрҙә эш:

  • Уйнап алабыҙмы?
  • “Эшлекле портфель” уйынын уйнау. Портфелдә төрлө һөнәр кешеләренә бәйле предметтар һалынған. Был нимә, ниндәй һөнәргә бәйле? 2 төркөм.

Портфелдән бер предметты алалар, атамаһын, ниндәй һөнәргә ҡарауын әйтәләр. Һөнәрҙәр: табип (дарыу, ауырыу, белешмә), уҡытыусы(дәреслек, дәфтәр, һүҙлек), ашнаҡсы(ҡалаҡ, таба, кәстрүл), сәс киҫеүсе (тараҡ, ҡайсы, сәс бөҙрәткес), һатыусы (аҡса, үлсәгес, ҡайтарым).

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  1. - Тағы ла маршрут битенә әйләнеп ҡайтайыҡ. “Грамматикала ҡунаҡта” рубрикаһы.

Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ. Эйә һәм хәбәрен табып аҫтына һыҙығыҙ.

1)Алма ағасынан йыраҡ төшмәй. 2)Себеште көҙ һынайҙар.3)Гөлдәр йырлай.  4)Төн.

- Төҙөлөшө буйынса был ниндәй һөйләмдәр? Ниндәй төркөмгә бүлер инегеҙ. (Һығымта яһау).(Рус телендәге кеүек үк башҡорт телендә лә грамматик нигеҙе төҙөлөшө буйынса бер составлы һәм ике составлы һөйләмдәр була. Эйәрсән киҫәктәре булыуына ҡарап тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр була.)

  1. Дәреслек менән эш.

6-сы күнегеүҙе уҡыу (30-31 б.б.). Шиғырҙы уҡыу, фекер алышыу.

VII. Өйгә эш

  1. 7 (31-32 б.б.) (прочитать, отв. на вопросы, выучить слова п/е текста),
  2. 8 (32 б.) (составить 3 предложения).

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

  • Шулай итеп, һеҙгә дәрес оҡшанымы? Был тема бөгөнгө көндә мөһимме? Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
  • Был белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ? Дәрес башында яҡшы кәйеф менән китербеҙ, тигән инек? Ниндәй кәйеф менән дәрестән китәһегеҙ?
  • Киләсәктә үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, Тыуған илебеҙгә. республикабыҙға кәрәкле, файҙалы шәхес булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

https://ozon-st.cdn.ngenix.net/multimedia/books_covers/1007512621.jpg

1)Алма ағасынан йыраҡ төшмәй.

2)Себеште көҙ һанайҙар. 3)Гөлдәр йырлай.  

4)Төн.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

Терәк һүҙҙәр/слова для справок: башҡорт, йөҙ ҙә ун дүртенсе, талип,  рус, спорт, музыка, компьютерҙа, инглиз, ун дүрт.

дарыу   ауырыу   ҡан баҫымы   дәреслек дәфтәр   һүҙлек   ҡалаҡ   таба   кәстрүл тараҡ    ҡайсы    сәс бөҙрәткес    аҡса үлсәгес    ҡайтарым

ТАБИП    

УҠЫТЫУСЫ  

АШНАҠСЫ  

СӘС КИҪЕҮСЕ    

ҺАТЫУСЫ

https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/100d/00175514-39cc26a2/640/img4.jpg

http://www.mr-info.ru/uploads/fotos/arkaim_3.jpg