Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү
материал на тему

Харисова Гульнара Даминдаровна

 

Г.Д.Харисова,

преподаватель башкирского языка и литературы

ГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,

отличник образования РБ

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon gulnara_damindarovna_2.doc511 КБ

Предварительный просмотр:

Г.Д.Харисова,

преподаватель башкирского языка и литературы

ГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,

отличник образования РБ

Тема: Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Маҡсат: студенттарҙы башланғыс класс уҡыусыларының телмәрен үҫтереү

                 методикаһы менән таныштырыу.

Бурыстар:

-студенттарҙы башланғыс класс уҡыусыраның телмәрен үҫтереүгә программа ҡуйған талаптар, принциптар менән таныштырыу;

-телмәр, уй-фекер үҫтереү;

-темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: проектор, башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән  

                                  дәреслектәр, программа.

 

I. Дәресте ойоштороу

1.  Күҙ хәрәкәтлеген үҫтереүгә күнегеүҙәр

- Ҡулдарҙы алға һуҙғанда бармаҡ остарына ҡарарға , өҫкә күтәргәндә тын алырға. Бармаҡ остарына башты күтәрмәй генә ҡарарға. Ҡулдарҙы төшөргәндә тынды сығарырға.

- Ҡулдарҙы билгә ҡуйып, алмаш-тилмәш терһәктәргә ҡарарға.

-2-3 секунд- таҡтаға, 3-5 секунд танау остарына ҡарарға.

-Күҙҙәрҙе сәғәт уғы ыңғайына һәм киреһенә йөрөтөргә.

II. Үтелгәнде ҡабатлау

(Тест ярҙамында)

III. Темаға күсеү

  1. Инеш әңгәмә

Белем стандарттары талаптарына ярашлы, бала  башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән, тормош тәжрибәһе туплаған, мәғлүмәтле , фекерле һәм телмәрҙәре үҫешкән   булырға тейеш.

  1. Яңы теманы асыу

IV.Тема буйынса эш

1. Телмәр тураһында төшөнсә биреү

- Уҡытыусының аңлатыуы;

-Студенттарҙың  сығышы.

  1.  Башланғыс класс уҡыусыларының телмәрен үҫтереүгә программаға ярашлы талапртар менән танышыу

  I класс (әлифба осоронда)

- Телмәр тураһында төшөнсә биреү;

- һөйләү һәм яҙыу телмәрҙәренең айырмаһы;

-телмәрҙең ҡулланылышы: мәғлүмәт биреү, аралашыу, мөнәсәбәт ҡороу.

I класс (башҡорт теле)

-Телмәрҙе тыңлау, ишетеү, аңлау;

-һөйләү телмәрен белем сараһы итеп ҡуллана белеү;

- телмәр этикетына өйрәнеү;

- дөрөҫ итеп һөйләм төҙөү, уны дөрөҫ интонация менән әйтеү;

-бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү;

-фәнни-популяр текст, иғлан, белдермә (записка), ҡотлау һүҙҙәре яҙа белеү.

II класс

- Аралашыу ситуацияһына ярашлы һөйләшеү ҡороу;

-текст, тексты таныу һәм төҙөү;

-диалог (әңгәмә,бәхәс), монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад);

-аралашыу этикеты (сәләм белдереү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).

III класс

- Һөйләү телмәре;

-диалог, диалог ҡороу;

- монологты диалог менән сағыштырыу, анализлау;

-мәҙәниле аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

-яҙма телмәр төрҙәре (инша, хикәйә, әкиәт, шиғыр, көндәлек яҙыу, хат, иғлан, белдереү);

- текст, текстың темаһы һәм фекере, унда һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше.

IV класс

-Телмәр төрҙәре тураһында танышыуҙы дауам итеү;

-картина буйынса һорауҙарға яуап биреү, эҙмә-эҙ һөйләү;

-бөтә белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

  1. Дәреслектәге телмәр үҫтереүгә йүнәтелгән күнегеүҙәрҙе күҙәтеү 

Телмәр үҫтереүҙең нигеҙе башланғыс кластарҙа һалына. Башланғыс класс балаһы һөйләргә ярата: улар күргән-белгәндәрен дә, уйлап сығарғандарын да үҙенсәлекле бер эске ҡыҙыҡһыныу менән һөйләп бирәләр. Ошо тәбиғи ынтылыш телмәр үҫтереүҙә ҙур таяныс булып тора.

     Дәреслектә телмәр өҫтөндә эшләүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәргә ҙур урын бирелгән. Туранан-тура телмәр үҫтереүгә бағышланған күнегеүҙәр ҙә  бирелгән, бынан тыш күнегеүҙәрҙең күпселегендә телмәр күнекмәләре үҫтереү элементтары ҡаралған.

   -  Текстан һүрәтең йөкмәткеһен сағылдырған һөйләм табыу, һөйләмдәрҙе һүрәт тәртибенә килтереп уҡыу йәки яҙыу;

- хикәйәне план тәртибенә килтереү;

-тексҡа йәки уның өлөштәренә исем ҡушыу;

-һүрәт буйынса план төҙөү;

-хикәйәгә исем биреү;

-текстың йөкмәткеһен һөйләү;

- бирелгән тектсы уҡыу, уның буйынса изложение яҙыу;

- картина йәки күҙәтеү буйынса инша яҙыу һ.б.

    Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә ҡағылышлы күнегеүҙәр бик күп, тик маҡсатҡа ярашлы уҡытыусы уларҙы дөрөҫ итеп үткәрергә бурыслы.  Уҡытыусы уҡыусыны ҡыҙыҡтырыу аша  һәм башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү программаһының төп принциптарына таянып ойошторорға тейеш был эш алымдарын.

(Программаның төп принциптарын ҡарап үтеү)

V. Практик эш

а) Тәҡдим ителгән темалар буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтреүгә булышлыҡ иткән дәрес өлөштәре төҙөү, уларҙы яҡлау.

Эштәрҙе әҙерләүҙә башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү прграммаһының төп принциптарын күҙ уныңда тотабыҙ.

( Төркөмдәргә бүленеп  эш)

1-2-се кластарҙа уҡытыусының әүҙем ҡатнашлығы талап ителһә, 3-4 кластарҙа балаға үҙаллылыҡ биреү мөһим шарт булып тора.

Уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, ә фекерләүсе, эҙләүсе, белем алыусы ла.

Студенттарҙың сығышы

VI. Мәктәп уҡытыусыларының теләктәре, кәңәштәре  ( Дәрескә беренсе мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миндигулова Миләүшә  Фәрит ҡыҙы саҡырылды).

VII. Дәресте йомғаҡлау

VIII. Баһалар ҡуйыу

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

УМББ БДУ «Сибай педагогия колледжы »

Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһынан дәрес конспекты

Төҙөүсе: Харисова Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сибай 2014


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.

Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Телмәр үҫтереү алымдары.

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсө...

«Башланғыс класс уҡыусыларының һөйләү телмәрен үҫтереү» исемле проект эше

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе м...