"Йыл миҙгеле" дәрес өлгөһө.
план-конспект урока (5 класс)

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Тема:   Йыл миҙгелдәре.

Маҡсат: - уҡыусыларҙы йыл миҙгелдәре һәм уларҙың атамалары менән таныштырыу;

-башҡортса дөрөҫ итеп һөйләргә өйрәтеү;

-яңы һүҙҙәр өйрәнеү;

-тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Йыһазландырыу:  ЛММ – Штейнберг системаһы; Һүҙлек эштәр; һынамыштар.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты.

-Хәйерле көн, Миләүшә Мөсәйәфовна

-Хәйерле көн, ағастарға!

-Хәйерле көн, ҡоштарға!

-Хәйерле көн, тәбиғәткә!

-Хәйерле көн, дуҫтарға!

-Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтарға!

-Хәйерле көн, бар донъяға!

-Хәйерле көн, илемә!

2.- Балалар бөгөн синыфта кем дежур?

-Бөтәһе лә бармы?

-Бөгөнгө һауа торошо ниндәй?

Тышты декабрь айы. Ҡыш килде. Көндәр һыуыҡ, һалҡын ел иҫә. Ҡар яуа ла, шунда уҡ иреп бөтә.Көндәр ҡыҫҡарҙы, төндәр оҙонайды. Беҙ ҡышты һағынып көтәбеҙ.  

-Балалар, тышта ниндәй йыл миҙгеле?

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yyl_mizgeldre.docx17.67 КБ

Предварительный просмотр:

Предмет: Башҡорт (дәүләт) теле.

Класс: 5

Дәреслек: Башҡорт теле.

Дәреслектең авторы: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова, Г.Н. Абдулхаева.

Биттәр: 63 - 64

Тема:   Йыл миҙгелдәре.

Маҡсат: - уҡыусыларҙы йыл миҙгелдәре һәм уларҙың атамалары менән таныштырыу;

-башҡортса дөрөҫ итеп һөйләргә өйрәтеү;

-яңы һүҙҙәр өйрәнеү;

-тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Йыһазландырыу:  ЛММ – Штейнберг системаһы; Һүҙлек эштәр; һынамыштар.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты.

-Хәйерле көн, Миләүшә Мөсәйәфовна

-Хәйерле көн, ағастарға!

-Хәйерле көн, ҡоштарға!

-Хәйерле көн, тәбиғәткә!

-Хәйерле көн, дуҫтарға!

-Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтарға!

-Хәйерле көн, бар донъяға!

-Хәйерле көн, илемә!

2.- Балалар бөгөн синыфта кем дежур?

-Бөтәһе лә бармы?

-Бөгөнгө һауа торошо ниндәй?

Тышты декабрь айы. Ҡыш килде. Көндәр һыуыҡ, һалҡын ел иҫә. Ҡар яуа ла, шунда уҡ иреп бөтә.Көндәр ҡыҫҡарҙы, төндәр оҙонайды. Беҙ ҡышты һағынып көтәбеҙ.  

-Балалар, тышта ниндәй йыл миҙгеле?

-Һеҙ шиғыр юлдары аша ниндәй йыл миҙгеле икәнен әйтә алырһығыҙ микән?

Килеп етте ҡыш та,

Ай – яй һалҡын тышта!

Өс ай торор торһа, -

Уның ғүмере ҡыҫҡа.

-Ниндәй йыл миҙгеле?

-Ошо рәсемдәргә ҡарап, әйтегеҙ әле ҡайһы рәсем тура килә?

Ҡояш көлөп иркәләһә,

Еркәйемде яратып

Нурҙарынан ҡарҙар епшей,

Тамсы тама тып та тып.

Тып – тып итеп, ҡыйыҡтарҙан

Һыҙылып ҡына аға, -

Тамсы көмөш таяҡ менән

Ер – барабанды ҡаға.

Йәй – ул сәскә,

Ялан – ҡырҙың

Йәйғор төҫөн һыйлар саҡ.

Сәскә һутынан йыйылған

Балы менән һыйлар саҡ.

-Был ниндәй йыл миҙгеле?

-Ҡайҙан белдегеҙ?

Көҙ килгән, көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар, тирәктәр, талдар

Һарынан күлдәк кейгән.

Тиҙ килгәнен кем белгән?

Көҙ бит, һорап та тормайса,

Баҡсаға барып ингән.

-Ә хәҙер балалар, таҡтаға ҡарайбыҙ.

(Штейнберг системаһы)

-Шиғырҙар ҙа уҡып сыҡтыҡ, рәсемдәргә ҡарап һөйләмдәр төҙөнөк, ә хәҙер инде балалар ошо йыл миҙгелдәре тураһында һынамыштар менән танышайыҡ.

-Декабрҙә һыуыҡтар шартлап торһа, июнь йылы һәм ямғырлы булыр. (Ҡыш)

-Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килер.( Яҙ)

-Йәй көнө бик ҡыҙҙырһа, ямғыр булыр.(Йәй)

-Яҙҙың байлығы -  ҡояш

Көҙҙөң байлығы – уңыш.(Көҙ)

-Ошо һынамыштарҙы дәфтәргә яҙырға.

3.Дәреслек менән эшләү.

-Дәреслектәребеҙҙе асабыҙ һәм 148 – се күнегеү менән танышабыҙ. Ошо дүрт йыл миҙгеленә бүлеп, тура килтереп, бағаналап яҙабыҙ.

-Мәҫ.:

Ҡыш                      Яҙ                   Йәй                  Көҙ

-Ә хәҙер шуларҙы таҡтала тикшерәбеҙ.

4.150 – нсе күнегеү.

(һорауҙарға яуап биреү)

151 – се күнегеүҙең нимә эшләргә кәрәк икәнен уҡып сығабыҙ.

-Был шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара?

(Уҡып сығыу, тәржемә итеү).

-Ҡайҙан белдегеҙ?

5.Өй эше итеп һеҙгә шиғыр ятларға бирәм.

 Кемдәрҙең 4 билдәһе алаһы килә, Ғ. Туҡайҙың шиғыр юлдарын           ятлай. “5” билдәһе – М. Кәримдең шиғырын ятлай.

Кушымта

Декабрь                                                Йыл миҙгелдәре

                 Ғинуар

Февраль

                 Март

Апрель

                  Май

Июнь

                 Июль

Август

                 Сентябрь

Октябрь

                 Ноябрь

Зәңгәр һауа

Һалҡын ямғыр

Аҡ ҡар

Ҡалын боҙ

Йәшел үлән

Ҡояш ҡыҙҙыра

Көслө ел

Ташҡын йылға

Шаян тамсы

Матур сәскәләр

                                                Һынамыштар

Декабрҙә һыуыҡтар шартлап торһа, июнь йылы һәм ямғырлы булыр.

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килер.

Йәй көнө бик ҡыҙҙырһа, ямғыр булыр.

Яҙҙың байлығы -  ҡояш

Көҙҙөң байлығы – уңыш.

                                 Йыл миҙгелдәре тураһында шиғырҙар.

Килеп етте ҡыш та,

Ай – яй һалҡын тышта!

Өс ай торор торһа, -

Уның ғүмере ҡыҫҡа.

Ҡояш көлөп иркәләһә,

Еркәйемде яратып

Нурҙарынан ҡарҙар епшей,

Тамсы тама тып та тып.

Йәй – ул сәскә,

Ялан – ҡырҙың

Йәйғор төҫөн һыйлар саҡ.

Сәскә һутынан йыйылған

Балы менән һыйлар саҡ.

Көҙ килгән, көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар, тирәктәр,талдар

Һарынан күлдәк кейгән