Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 3 класс)
календарно-тематическое планирование на тему

Дремина Фаузия Равиловна

Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 3 класс)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3klass.docx24.56 КБ

Предварительный просмотр:

2016-2017  уҡыу йылына 3-сө класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Башҡорт теле

Авторҙары: Дәүләтшина М.С., Садыҡова Г.М.,  Кинйәбаева Н.Н.

Өфө: Китап, 2015

Күсереп яҙыу – 2

 

Эш программаһы 34  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2015.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел  буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик  кәңәштәр.Өфө – 2015

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары  һәм бурыстары :

 Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлеген, уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, телмәр күнекмәләрен булдырыу.

Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү. 

Һаумы мәктәп- 1с.

Мин танышым-

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

1

20 – 25

80 - 90

25 – 30

2

30 – 40

100 - 120

35 – 40

3

40 – 50

120 - 150

45 – 65

4

55 – 65

150 - 200

75 – 85

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

                     

3-сө класс өсөн  календарь-тематик план

Темалар

Сәғәт һаны

Планлаштырылған үткәреү ваҡыты

Фактик

үткәреү

 ваҡыты

Танышыу. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.Һин кем? һорауы.

1

Һин ҡайҙа йәшәйһең?

1

Һин ҡайҙан? һорауы. Башҡортостан.

1

Был нимә? Бармы? һорауы. Ф.Туғыҙбаева.Полиглот.

1

Нимәһеҙ?һорауы. Ялҡау Зилә

1

Контролькүсереү.Белем көнө.

1

Нимәһеҙ? һорауы. С.Әлибай.Өсөнсөләр.

1

 Кем? Нимә эшләй? һорауы. Шәжәрә.

1

Нимә эшләргә тейеш? һорауы.Әсә рәхмәте.

1

Һөнәрҙәр. Кем ҡайҙа эшләй? һорауы.

1

Һөнәрҙәр.Врач булам.

1

Мин тәбиғәтте яратам.Нимәләр? һорауы.

1

Ағастар. Нимә эшләйҙәр? һорауы.

1

Ф.Туғыҙбаева.Мәтрүшкә. Нимәләр?һорауы

1

Г.Юнысова.Әрем.Бөжәктәр.

1

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

1

Минең яратҡан миҙгелем.Нимә? Нимә эшләй? һорауы

1

Ҡ.Даян.Шыршы.Яңы йыл байрамы.

1

Ҡыш һәм яҙ миҙгелдәре.Р.Хәйри.Караптар ағыҙабыҙ.

1

Ф.Туғыҙбаева.Шундай йәмле йәй.Нимә эшләй? һорауы

1

Сәскә менән бал ҡорто. Нимә? һорауы

1

Минең гордеробым.Ниндәй? һорауы.

1

Контрольдиктант.Өләсәйем.

1

Хаталар өҫтөндә эш.Ф.Туғыҙбаева.Яңы күлдәк.

1

Минең тыуған көнөм.Аҡ ҡалас уйыны.Ҡасан? һорауы

1

Мин сәйәхәтсе.Европа-Азия. Нимә менән? һорауы

1

Юл ҡағиҙәләре.Нисек? һорауы

1

Башҡортостандың данлы урындары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

Сәйәхәт. Өфө урамында.

1

Спорт һәм сынығыу.Ғ.Ибраһимов.Хәйлә.

1

Байрамдар. Д.Исламов. “Һабантуй”

1

Үтелгәндеҡабатлау,нығытыу.

1

Йомғаҡлау.

1


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК «New Millennium English» 7 класс

Календарно-тематическое поурочное планирование подготовлено к УМК «New Millennium English» для 7 класса, авторы: Н.Н.Деревянко, С.В.Жаворонкова, Л.В.Козятинская, Т.Р.Колоскова, Н.И.Куз...

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-10-11” (10 класс); (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)

Календарно-тематическое поурочное планирование  по УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. Ба...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК «EnjoyEnglish – 5 класс» Авторы: М.З. Биболетова, Н.Н. Трубанева, О. А. Денисенко

Календарно-тематическое поурочное планирование к учебнику М.З. Биболетовой, Н.Н. Трубаневой, О. А. Денисенко "Английский с удовольствием" 5 класс с требованиями к уровню подготовки учащихся и язы...

Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 2 класс)

Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 2 класс)...

Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 4 класс)

Календарно-тематическое планирование (башкирский язык 4 класс...

Календарно-тематическое поурочное планирование уроков английского языка в 10 классе

Данное КТП расчитано на весь учебный год, содержит в себе такие понятия как тип урока, формы контроля и виды деятельности согласно  ФГОС. В КТП предусмотрены 12 контрольных работ по всем видам де...