https://irorb.ru/files/2017/mr_bashkirsk.PDF 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр
статья

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр I. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре. Башҡортостан Республикаһының 2013 йылдың 1 июленән №696-з “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Законының 6 статьяһына (п.2) ярашлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле республиканың дөйөм белем биреү, башланғыс һәм һөнәри белем биреү мәғариф ойошмаларында өйрәнелә. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телендә уҡытыу һәм уны өйрәнеү Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмаларында дәүләт аккредитацияһы булған мәғариф программалары сиктәрендә федераль дәүләт мәғариф стандарттарына, мәғариф стандарттарына ярашлы тормошҡа ашырыла”. Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының 68 статьяһында ла (п.2) ҡаралған. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 3 статьяһына (п.1) ярашлы Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора. Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабренән №273-ФЗ “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль Законының 14 статьяһына (п.3) ярашлы Рәсәй Федерацияһының милли республикаларында ерле закондарға ярашлы дәүләт аккредидацияһы үткән мәғариф ойошмаларында республиканың дәүләт телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2009 йылдың 6 октябренән №373 бойороғо менән раҫланған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының 19.3 пунктына ярашлы башланғыс дөйөм белем биреүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм туған телдәрҙә белем биреүҙе ойоштороу мөмкинлеге бирелә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ғәмәлдә ҡулланыу шарттарында башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү базис пландарҙың вариатив өлөшө сәғәттәре иҫәбенә тормошҡа ашырыла

Скачать:

ВложениеРазмер
PDF icon mr_bashkirsk.pdf579.76 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

отчет 2015-2016,2017-2018, 2018-2019 учебные года.

1. 11.02.2015.  Лямасова М. – участие во Всероссийском детском экологическом форуме «Зеленая планета – 2015».               ...

ПРИКАЗЫ по итогам городского конкурса исполнителей песен под аккомпанемент гитары за 2013-2014, 2015-2016, 2017-2018, 2018-2019 учебные года

Приказ Управления образования от 12.02.2014 № 119 "Моя Россия - моя страна!";Приказ Управления образования от 23.01.2016 № 23 «И славлю в песне я Отечество мое!»;Приказ Управлени...

Башҡортостан республикаһының картаһы

Башҡортостан республикаһының картаһы...

Процент качества знаний обучающихся (школьный портал) 2017-2018, 2018-2019

Результаты освоения обучающимися образовательных программ по итогам мониторингов, проводимых организацией  (качество  знаний с учётом статуса образовательной организации 2017-2018, 2018-2019...

Башҡортостан-Республикам

Башҡортостан-Республикам...