“Цена дружбы:обобщение изученного по творчеству М. Карима”.
план-конспект урока (5 класс) по теме

Кутлушина Райля Раисовна

Представление опыта работы по формированию коммуникативной компетенции обучающихся на уроках родного языка с учетом ФГОС

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Дуҫлыҡ ҡәҙере

(М. Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса йомғаҡлау дәресе)

Маҡсаттар:

  1. Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эште йомғаҡлау.
  2. Уҡыусыларҙың әҫәр һәм геройҙар араһында мөнәсәбәт тураһындағы фекерен үҫтереү.
  3. Уҡыусыларҙа әҙәп-әхлаҡ, дуҫлыҡ хистәре, дуҫтаға ҡарата хөрмәт, ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М. Кәрим портреты, уҡыусыларҙың Ғабдулла, Айҙар һәм Вәзирҙе тасуирлаған һүрәттәре, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙылған плакат, компьютер, медиапроектор.

Дәрес барышы

                                         Дуҫлыҡ – йәшәүҙең мөһим

сығанаҡтарының береһе. Кеше нисек

кенә етеш, мул йәшәмәһен, үҙенең

тормошон дуҫтарһыҙ күҙ алдына

килтерә алмай.

(Аристотель)

  1. Ойоштороу өлөшө.

Һаулашыу.

Барлау.

  1. Төп өлөш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә күренекле башҡорт шағиры, прозаигы, драматургы Мостай         Кәримдең «Өс таған» повесын өйрәнеүҙе тамамлап, геройҙарға, уларҙың эш-ҡылыҡтарына үҙ мөнәсәбәтебеҙҙе белдерербеҙ.

(Экранда М.Кәримдең портреты яҡтыртыла).

а) Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, балалар, повестың йөкмәткеһен иҫкә төшөрөп алайыҡ. «Өс таған» повесының тәүге бүлегендә ниндәй ауыл тураһында һүҙ бара?

Уҡыусылар. Бөркөтлө.

Уҡытыусы. Бөркөтлө ауылының күркәмлеген автор нисек таусирлаған?

(Яуаптар бирелә, әҫәрҙән өҙөктәр уҡыла, экранда, һүрәтләүгә ярашлы, ауыл тәбиғәте күрһәтелә).

Уҡыусылар. «Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында – Урал итәгендә ултыра.

… Бөркөтлө күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кем уҙарҙан ярашып күккә күлдәр үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан ташҡа һикереп уйнаған ҡоралайҙар, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Яҙғы күкрәүҙәр ваҡытында бында тауҙар гөрһөлдәп тора. Әйтерһең, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр. Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлыҡ еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттөр бала сығара. Улар йыш ҡына, саңҡ-саңҡ итеп, ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. Ана шул бөркөттәр инде бынан күп йылдар әүәл ауылға исем биргәндәр: Бөркөтлө».

Уҡытыусы. Дөрөҫ! Әҫәрҙә ниндәй күлдәр тураһында һүҙ бара, уларҙың матурлығын автор нисек һүрәтләй?

Уҡыусылар. Ҡалҡан, Ҡылыскүл.

(Уҡыусылар әҫәрҙән өҙөктәрҙе табып уҡый.)

Уҡыусылар. «…Яңы көндөң тәүге нурҙары башта Ҡылыс аръяғындағы бейек текә ҡаяға килеп бәрелә. Шунан һуң, сәселеп, тирә-яҡҡа тарала. Был ваҡыт әле күл, ап-аҡ томандан һырылған йомшаҡ юрғанын баштан-аяҡ ябынып, йоҡлап ята. Таң һарыһы ғына уны рәхәт йоҡоһонан уята алмай, киреһенсә, күл юрғанын тағы ла нығыраҡ бөркәнә төшә. Тик ҡояш үҙе күренгәс кенә, Ҡылыс ҡынынан һурып алынған төҫлө, ялтырай башлай…».

Уҡытыусы. Күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһындағы легенданы иҫкә төшөрәйек әле.

Бер уҡыусы легенданы һөйләй.

Уҡыусы. Имеш, борон-борон заманда, Уралда илбаҫарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан.

Уҡытыусы. Афарин! Повеста бирелгән серҙәргә бай, мөғжизәле тауҙар нисек атала?

Уҡыусылар. Күкрәктау, Кирәмәт.

Уҡытыусы. Әҫәрҙә улар нисек һүрәтләнә?

Уҡыусылар. «Ҡылыскүл эргәһендәге бейек түбәне Күкрәктау тип йөрөтәләр. Уның төнъяҡ итәктәренә һыйынып үҫәләр. Әйтерһең, улар тауҙарҙы һалҡын елдәрҙән ышыҡлар өсөн шулай итәләр.

Күкрәктау башына менеп ҡараһаң, күк сите әллә ҡайҙа алыҫҡа күсеп китә. Түбәндә Яйыҡ буйына ултырған Тирмә ауылының йорттары умарталыҡтағы умарталар саҡлы ғына күренә. Ә Урал итәгендәге көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн саҡлы ғына. Тик әллә ҡайҙа ятҡан Кирәмәт кенә аяҙ көндәрҙә ҡараған һайын яҡынайған һымаҡ күренә. Тулҡын-тулҡын булып күтәреп ятҡан бүтән түбәләр араһында уның ғына башы, ҡояшҡа ялтырап, ағарып тора. Йәйге селләгә тиклем унда ҡар ята.»

Уҡытыусы. Повеста әйтелгән: «Ирмен тигән кеше Кирәмәктә менмәй ҡалмаҫ» һөйләменең төп асылы нимәлә?

Уҡыусылар. «Кирәмәт башына менеү тураһында күп малайҙар хыяллана. Ләкин унда менеү өсөн ҡара урмандар, текә ҡаялар, тәрән соҡорҙар аша уралып киткән тар, хәтәр һуҡмаҡ менән бер көн, бер төн барырға кәрәк», - тип әйтелә повеста.

Уҡытыусы. Эйе, тәбиғәт тә, торомш та, кеше алдына һәр саҡ ҙур кәртәләр ҡуя. Уның серҙәрен асыу, ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу әҙәм балаһының характерын сыныҡтыра, көслөрәк итә. Кеше үҙе ҡуйған маҡсаттарға ҡыйыу ынтылырға, кәрәк ерҙә көрәшә белергә тейеш.

б) Геройҙар системаһы өҫтөндә эш.

Уҡыусылар. Повестағы төп геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен иҫкә төшөрөп, таблица ҡаршыһына дөрөҫ исемдәрен ҡуйығыҙ.

Экранда таблица яҡтыртыла.

Ерән сәсле, һипкелле

Ҡуйы ҡара сәсле, ҡылыс танаулы

Йәмшек танаулы, табаҡ битле, йыуан

Уҡытыусы. Малайҙар күлде ҡотҡарыу өсөн ниндәй план ҡоралар?

Әҫәрҙән өҙөктө табып уҡыу.

Уҡытыусы. «Өс таған»ға башлыҡты улар ниндәй һынауҙар аша һайлай?

Тест һорауы экранда яҡтыртыла.

Мәргәнлекте тикшереү, көрәштә көс һынашыу, йүгереп ярышыу

Көрәштә көс һынашыу, белемде тикшереү, йүгереп ярышыу

Йүгереп ярышыу, белемде тикшереү, мәргәнлекте тикшереү

«Өс таған»дың барлыҡҡа килеүе, башлыҡ һайлау тураһында ҙур булмаған өҙөк сәхнәләштереү.

Уҡытыусы. Ни өсөн Вәзирҙе «Өс таған»дан сығаралар?

Яуаптарға ярашлы уҡыусылар фармандарҙы әйтә бара.

Уҡыусылар. 1. Көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлаған өсөн, ҡараҡ Вәзирҙе «Өс таған»дан сығарып ташларға!

2. Бынан һуң уға ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа!

3. Бәкене хәҙер үк хужаһына илтеп бирергә. Шәрифулланың аяғына йығылып ғәфү үтенергә. Әгәр ҡаршы килһә, «ҡараҡ» тигән яманатты бөтә ауылға таратырға!

Уҡытыусы. Шәрифулла ағайҙың рәхмәте ни өсөн Вәзирҙе бер бәләнән дә ҡотҡара алмаясаҡ?

Уҡыусылар. Алдашыу, урлашыу насар ғәҙәт була, улар кешене хата юлға баҫтыра.

Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ уйлайһығыҙ. Өсөнсө терәү нисек табыла?

Бүлектән өҙөк тасуири уҡыла.

Уҡытыусы. Малайҙар йылғала ниндәй серле мажараға тап була?

Тест һорауы экранда яҡтыртыла.

а

Тәүҙә балыҡ арыу сиртә

б

Ауҙан балыҡ сәлдерәләр

в

Мурҙала балыҡтар арта төшкән

г

Мурҙала балыҡ кәмегән

Әңгәмә ойошторола.

а) Балыҡтарҙың артыуы ниндәй сергә бәйле?

б) Повесть аҙағында Вәзир ниндәй малай булып күҙ алдына баҫа?

в) Башлыҡ ниндәй теләк белдерә?

Уҡытыусы. Эйе, үҙ ғәйебен танып, «Өс таған»ға эскерһеҙ ярҙам итергә тырышҡан Вәзирҙе яңынан үҙҙәренең отрядына кире алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, байтаҡ михнәттәр күргән «Өс таған» яңынан ныҡлап аяҡҡа баҫа. Был юлы ул ҡаҡшамаҫ дүрт терәүгә таяна. Уҡыусылар, һеҙгә ҡайһы малай нығыраҡ оҡшаны һәм ни өсөн?

Уҡыусылар яуабы.

в) Яҙма эш.

Уҡытысы. Хәҙер бер бәләкәй эш башҡарайыҡ дәфтәрҙәрҙә.

I вариант – Ғабдулла, II вариант – Вәзир, III вариант – Айҙар, IV вариант – Яҡупҡа хас сифаттар яҙыу.

Терәк һүҙҙәр экранда яҡтыртыла (мәргән атыусы, шәп йүгереүсе, алдаҡсы, ғәҙел, яһил, баҫалҡы, хәйләкәр, ялҡау, маҡтансыҡ, көслө, зирәк, йомарт, ғорур, тоғро, бур, тотанаҡлы, үҙ һүҙле, йыуаш, ярҙамсыл, үҙ һүҙендә тороусан, сабыр).

Бер нисә эш уҡыла.

г) Мәҡәлдәр менән эш.

Уҡытыусы. Повеста ниндәй мәҡәлдәр телгә алына?

Баш һау булһа,…

Балыҡһыҙ күл дә…

Ир маҡтаныр,…

Бирәһе килгән ҡолона,…

Иш янына…

Уҡыусылар. Ҡуш булыр, һуҡыр күҙ ише, ҡорал эшләр, сығарып ҡуйған юлына, мал табылыр.

Уҡыусылар әйтә, яуаптар экранда яҡтыртыла бара.

Уҡытыусы. Был мәҡәлдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Уҡыусылар. Батыр, матур, аҡыллы, эшһөйәр, көслө, сабыр булырға.

Уҡытыусы. Дөрөҫ, балалар! Батырлыҡ менән матурлыҡ, эшсәнлек менән ғәҙеллек йәнәш йөрөй. Беҙ быны Ғабдулла образында, уның эш-ҡылыҡтарында, иптәштәренә булған мөнәсәбәтендә асыҡ күрәбеҙ. Ә Вәзир характерындағы кире сифаттар беҙҙә лә бар. Һәр кеше үҙ холҡондағы кире сифаттарҙы танып, хатаһын төҙәтергә ынтылырға тейеш.

  1. Йомғаҡлау өлөшө.

Уҡытытусы. М. Кәримдең  «Өс таған» повесында төрлө холоҡло малайҙарҙың уртаҡ маҡсатҡа – яҡшылыҡ эшләргә ынтылыуҙары мажаралар итеп һүрәтләнгән. Ә һеҙ малайҙарҙың яңынан дуҫлашҡанына шатмы?

Уҡыусылар. Эйе, шатбыҙ.

Уҡытыусы. Һеҙҙең өсөн дуҫ кем ул?

Уҡыусылар. Сер һаҡлай белгән яҡын кеше.

  • Дуҫыңдың уңышына көнләшмәгән кеше.
  • Ауыр саҡтарҙа бер үҙеңде ҡалдырмаған кеше…
  • Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, дуҫлыҡ – ул ҙур төшөнсә. Ул ауыр мәлдәрҙә, етди эштә, юлда, тормош һикәлтәләрен үткәндә беленә, һынала. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ. Ысын дуҫ – һинең шатлығыңа ихлас ҡыуаныусы, ҡайғыңды бүлешеүсе кеше. Ул – кешенең таянысы, йыуанысы, күңел терәге, рухи һаҡсыһы.

Дуҫтарың менән дуҫлыҡ ептәрен оҙаҡ йылдарға һуҙыр өсөн бик ябай, әммә фәһемле кәңәштәрҙе иҫтә тотоу мөһим:

Дуҫың һине аңлаһын өсөн, үҙең дуҫыңды аңларға өйрән.

Дуҫыңды аңлауҙың иң ышаныслы юлы – үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарау.

Дуҫыңдан нимәләр талап итерҙән алда үҙең уның өсөн ниҙер эшлә.

Дуҫлыҡ бәйләнештәренең ғүмерле, оҙайлы итеү өсөн, уны һаҡлау мөһим. Һәр берегеҙ уларҙы күңел түрендә ҡәҙерләп йөрөтһә дуҫлыҡ гөлдәрегеҙ бер ҡасан да һулымаҫ, сәскә атыр һәм тормошоғоҙ юлын маҡсатлы, мәғәнәле итер. Дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!

Экранда дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҡтыртала.

«Айырылмаҫ дуҫыңа ҡайырылмаҫ һүҙ әйтмә»

«Дуҫлыҡ ашта беленмәй, эштә беленә»

«Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын»

Өйгә эш.

Уҡытыусы. Бөгөнгө һөйләшеүҙәргә таянып, дуҫлыҡ тураһында бәләкәй инша яҙып килергә.

Әүҙем булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Баһалау.

Һау булығыҙ, балалар!

Һау булығыҙ.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Дуҫлыҡ ҡәҙере. М. Кәримдең « Өс таған » повесы буйынса йомғаҡлау дәресе .

Слайд 9

М әргән атыусы,шәп йүгереүсе, алдаҡсы,ғәҙел,яһил,баҫалҡы, хәйләкәр,ялҡау,маҡтансыҡ, көслө,зирәк,йомарт,ғорур, тоғро,бур,тотанаҡлы,үҙ һүҙле, йыуаш,ярҙамсыл,үҙ һүҙендә тороусан,сабыр.

Слайд 10

Баш һау булһа...

Слайд 11

Баш һау булһа,мал табылыр.

Слайд 12

Балыҡһыҙ күл д ә…

Слайд 13

Балыҡһыҙ күл д ә һуҡыр күҙ ише.

Слайд 14

Ир маҡтаныр,…

Слайд 15

Ир ма ҡтаныр,мал табылыр .

Слайд 16

Бирәһе килгән ҡолона,…

Слайд 17

Бирәһе килгән ҡолона,сығарып ҡуйған юлына.

Слайд 18

Иш янына…

Слайд 19

Иш янына ҡуш булыр.

Слайд 20

* Айырылмаҫ дуҫыңа ҡайырылмаҫ һүҙ әйтмә. * Дуҫлыҡ ашта беленмәй,эштә беленә. * Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Классный час по теме: «Отражение традиций казачества посредством изучения народного творчества (пословиц и поговорок)».

Классный час рекомендован для классов казачьей направленности с целью получения знаний о жизни Кубанского народа посредством изучения устного народного творчества....

Открытый урок -проект по творчеству Ф. Карима в 7 классе

“Татарстан Республикасы Буа шәһәре  М.М. Вахитов исемендәге гимназия”гомуми белем муниципаль учреждениесе   Фатих Кәрим – шагыйрь һәм солдат.( Фатих Кәримнең тормышы һәм иҗаты буен...

Лучший знаток творчества Мустая Карима (внеклассное мероприятие)

В данном конспекте мероприятия содержится материал, посвященный жизни и творчеству башкирского народного поэта  Мустая Карима....

Методическая разработка урока башкирской литературы посвященного творчеству М.Карима "Это правда - любовь!"

Башҡортостан РеспубликаһыБорай районы муниципаль районыныңдөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»  Башҡортостандың халыҡ шағиры...

Объединенный урок русского языка и литературы по теме «Цена Великой Победы». Калинин в творчестве Бориса Полевого.

Пояснительная запискак технологической карте объединенного урока русского языка и литературы по теме  «Цена Великой Победы». Калинин в творчестве Бориса Полевого. Цель: создать м...

Презентация "Жизнь и творчество Фатиха Карима"

Презентация "Жизнь и творчество Фатиха Карима"...