Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.
статья на тему

Юсупова Раузиня Юмабаевна

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.

Ижади эшләүсе уҡытыусы  традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ яңы алымдарҙы әҙерләргә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен эҙләнергә мәжбүр иткән дирижер булырға тейеш уҡытыусы.

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре , төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятыш эш иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ҡыйын,ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары уйлап тапҡанда йәки ижади эшләгәндә генә балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен  “асыш яһаусы” , “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.

Системаға һалынған, традицияға ингән, ыңғай һөҙөмтәләр биргән төрлө эш алымдары менән уртаҡлашып китмәксемен.

Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә.  Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - һөйләү телмәренең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Был маҡсат яңы методтар, алымдар тыуыуына, яңы дәреслектәр яҙыуға сәбәп була.

Телдә,уның һүҙҙәрендә, грамматик формаларында халыҡтың донъяуи аңлауы, менталитеты сағылыуын өйрәткән саҡта материал онотолмаҫлыҡ итеп үҙләштерелгә тейеш. Ҡағиҙә ятлатып ҡына телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын мөмкинлектәрен күрһәтеү буйынса уйындар, мауыҡтырғыс күкегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәнелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр бирә ала. Мәҫәлән,”Серле ҡумта”  , “Серле тоҡсай”,” Кем күберәк”,” Һүҙҙәр үреү”,” Китек диктант”, “Кире-мире”, “Йомаҡ ҡойошоу”,” Мәҡәл әйтешеү” һ.б. шундай исемдәр менән”“донъяны таныу  юлы” булған ҡыҙыҡ уйындарҙы, аҡыл операцияһының эшен һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. “Бала тик  уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә”, телдең рухы тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә”,- тигән М. Горькиҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.

Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә, әҙәбиәт донъяһына һиҙҙермәйсә генә алып инеп була. « Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестәрҙең этаптарын,һәр этаптың алдында  торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа ғына йүнәлгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар “.  (Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. Өфө, 1982.-74-се бит).

Балаларҙа башҡорт телен уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләү өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу һуңғы йылдарҙа иң мауыҡтырғыс сара булып иҫәпләнә. Сөнки уҡыусылар,үҙҙәрен уҡытҡан уҡыусыларҙан айырмалы рәүештә, донъяны танып белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, был “машинаның” серҙәренә тиҙерәк төшөнөргә тырыша. Хәҙер был заман талабы. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына компьютер йәки техниканың һуңғы яңылығы булған интерактив таҡта ҡулланыу дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, компьютерҙың дәрескә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк. Минеңсә, компьютерҙы түбәнге осраҡтарҙа ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы:

  • яңы теманы аңлатҡанда;
  • яңы теманы үткәндән һуң ғәҙәти күнекмәләрҙе ҡабатлағанда;
  • материалды үҙләштереүҙе текст  ярҙамында тикшергәндә;
  • үтелгәндәр буйынса схема-иллюстрация яһағанда;
  • йомшаҡ өлгәшеүсе уҡыусыларҙы әүҙемләштергәндә;
  • үҙаллы белем алғанда;

Уҡытыу процесында компьютер ҡулланыу өлгөрөштөң сифатын күтәрергә лә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  электрон дәреслектәрҙе, методик ҡулланмаларҙы дәрестә оҫта ҡулланыу уҡытыусыға яңы теманы аңлатыуҙы еңеләйтһә, уҡыусыға ҡыҙыҡһыныу уята. Башланғыс класс уҡыусылары өйҙә һүҙлек  һүҙҙәрен компьютерҙа йыйып  уларҙың дөрөҫ яҙылышы өҫтөндә эшләһә, дәрескә килгәс яҙған һүҙҙәрен уҡып әйтелешен нығыталар. Өлкән класс уҡыусылары үткән теманы йомғаҡлап,уҡытыусылары, ата-әсәләре ярҙамында һәм үҙ аллы материал йыя, интернет селтәрендә эшләй,  һөйләмдәр,бәләкәй генә хикәйәләр төҙөй һәм үҙҙәренә оҡшаған, иллюстрацилар һайлап презентация эшләйҙәр. Шулай итеп, компьютер технологияһын  ҡулланыу сәбәпле  уҡыусының  тел өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныуы арта, үҙҙәре яңы юлдар эҙләй башлай.

Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесен тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарын белеү, берләштереү, таныш булғандарын күҙ уңында тоторға тейеш.

 Ҡулланылған әҙәбиәт.

Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. Өфө, 1982.-74-се бит).

                         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Выступление на межрегиональной конференции на тему "Әсә теле уҡытыуҙа халыҡ педагогикаһын ҡулланыу"

Әсә теле уҡытыуҙахалыҡ педагогикаһының ролеҺуңғы йылдарҙа, фәнни педагоғика менән бер рәттән,халыҡ педагогикаһы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә киңерәк ҡулланыла бара.Үткән быуаттың күренекле педагогтары халы...

Белем биреү учреждениеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ике теллелекте булдырыу.

   Белем  бире7 учреждениеларында баш3орт теле89м 929би9тен д97л9т теле булара3 у3ытыу2а ике...

Башҡорт теленә өйрәтеүҙә үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу

Хәҙерге яңы технологиялар ҡулланып уҡытыу заманында үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу бик отошло. Үҫтереүле уҡытыу системаһы башланғыс кластар өсөн төҙөлгән. Был системаны ҡулланғанда белем биреүҙе...

Телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу

Башланғыс кластан алып мәктәптә туған телде уҡытыу юғары  кластарҙа  өйрәнеләсәк тел  һәм  әҙәбиәт дәрестәренә  әҙерлек этабы  булып  тора. Әгәр  уҡыусы  т...

Мастер-класс «Белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар методын ҡулланыу»

Мастер – кластың маҡсаты:1)башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса технологияларға нигеҙләнеп үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү;2) хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү, диало...

Статья. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу...