Презентация по проекту
презентация к уроку на тему

Нугманова Люция Рабиловна

 Презентация по проекту

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon prezentatsiya_po_proektu.ppt405 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Проект эшмәкәрлеге “ Алға ташлау” Ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереү Белем биреү процесын алдан күҙаллау

Слайд 2

Төрҙәре: Өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө буйынса: информацион; ижади; уйын (ролле); практик йүнәлешле; инновацион; тикшеренеү һ.б.

Слайд 3

Уҡыусыларҙың һаны буйынса: индивидуаль (персональ); парлы; бәләкәй төркөмдәрҙә эш (биш уҡыусыға тиклем); төркөмдәрҙә эш (ун биш уҡыусы); класс; мәктәп; муниципаль; ҡала; республика кимәлендә.

Слайд 4

Ваҡыты йәки дауамлылығы буйынса: Мини-проект Ҡыҫҡа ваҡытлы проект Оҙайлы проект

Слайд 5

Йөкмәткеһе буйынса: Монопредмет : әҙәби-ижади, тәбиғи-фәнни, экологик, лингвистик, мәҙәни, спорт, географик, тарихи, музыкаль һ.б. Метапредмет

Слайд 6

Уҡыу проекты уҡыу программаһы сиктәрендә алып барылған тикшеренеү; төп маҡсаты – конкрет белемдәрҙе практик ҡулланыу кимәлендә үҙләштереү;

Слайд 7

Социаль проект индивидуаль йәки коллектив эшмәкәрлек; маҡсаты - уҡыусылар булдыра алған тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү нигеҙендә уҡыусыларҙың гражданлыҡ әүҙемлеген формалаштырыу

Слайд 8

Социаль проекттарҙы баһалау һайланған проблеманың социаль әһәмиәте һәм актуаллеге; информацион тулылыҡ; идея оригиналлеге; проектты үҙ аллы башҡарыу; проблеманы хәл итеүҙең нигеҙләнгән булыуы; логик эҙмә-эҙлелек; экономлы, реаль, эффектив; перспективалы, һөҙөмтәле булыуы; презентация.

Слайд 9

Театр проекты: театр-уйын методтарын ҡулланыу нигеҙендә ниндәйҙер проблеманы хәл итеү.

Слайд 10

Этаптары: Этаптар Эш йөкмәткеһе Уҡыусы эшмәкәрлеге Уҡытыусы эшмәкәрлеге Әҙерлек Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү Фекер алышыу, тема һайлау Темалар тәҡдим итеү Ижади төркөмдәр булдырыу Төркөмдәргә берләшеү, бурыстарҙы билдәләү Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеү Проект эшенә материалдар әҙерләү Бергәләп проект эше өсөн эштәр, һорауҙар әҙерләү, әҙәбиәт һайлау Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү Форма һәм критерийҙар буйынса фекер алышыу Форма һәм критерийҙар тәҡдим итә Планлаштырыу Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау Уҡытыусы тәҡдим иткәндәргә төҙөтмәләр индереү Төп әҙәбиәтте, мәғлүмәт йыйыу сараларын тәҡдим итә

Слайд 11

Проектты эшләү әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу Мәғлүмәт эҙләү, системаға һалыу, дөйөмләштереү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү Презентация Башҡарылған эште тапшырыу Эш һөҙөмтәләре тураһында доклад Экспертиза ойоштороу, уҡытыусылар йәки башҡа класс уҡыусыларын саҡырыу Эште баһалау Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау Коллекти фекер алышыуҙа, баһалауҙа ҡатнашыу Баһалау, эште дауам итеү мөмкинлектәрен билдәләү

Слайд 12

Проект эшенең һөҙөмтәләре: газета, журнал, сценарий, презентация, видеофильм, доклад, буклет, йыйынтыҡ, һүҙлек, һүрәттәр, плакаттар, альманах, музыкаль альбом, макет, web -сайттар, фильмдар һ.б.

Слайд 13

Баһалау критерийҙары: эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнеше мәғлүмәти тулылыҡ эштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализ логик эҙмә-эҙлелек практик әһәмиәте башҡарылыу сифаты эштең индивидуаллеге: эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡараш эштә ҡатнашыу кимәле эштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлеге дауам итеү мөмкинлеге дизайн дискуссияға әҙерлек һорауҙарға яуап бирә алыу

Слайд 14

Уҡытыусының роле Фасилитатор – төркөм эшен ойоштороусы Модератор – дискуссиялар ойоштороусы Тьютор – белем алыу процесын ойоштороусы

Слайд 15

Формалашыусы УУЭ: Проект эшенең шарттары Метапредмет Предмет Маҡсат һәм проблема Проблемаларҙы күрә, был проблеманы хәл итеү өсөн маҡсат һәм бурыстар ҡуя белеү Мәғлүмәтте күрһәтеү өсөн кәрәкле саралар ҡуллана, эште планлаштыра белеү, Практик һөҙөмтәләр алыу кәрәклеге Алынған белемдәрҙе ҡулланыу Яңы мәғлүмәт йыя һәм анализлай белеү, билдәле бер өлкәлә белемдәрҙе тәрәнәйтеү Педагогик ситуациялар Ҡапыл килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, стандарт булмаған хәл итеүҙәр тәҡдим итеү Эште ойоштороу, әүҙем рәүештә белем алыу, практик бурысты танып белеү йәки тикшеренеү бурысына әйләндереү Танып белеүгә мотивация Проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын ҡулланышҡа индереү Төрлө сығанаҡтарҙан алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү

Слайд 16

Коллектив эшмәкәрлек Төркөмдәрҙә эшләү, командаға етәкселек итеү, төркөмдөң осрашыуын, дискуссияларҙы ойоштороу, хәл итеүҙәр Сағыштырыу, анализ, дөйөмләштереү, классификация эшләү Аралашыу Хеҙмәттәшлеккә, аралаша белеү, тактҡа өйрәнеү, дискуссия алып бара, башҡаларҙың фекерҙәрен тыңлай белеү Мәғлүмәтте ишетә, һорауҙар ҡуя, дәлилләй, телдән һәм яҙма рәүештә фекерҙәрҙе сағылдыра белеү Эшмәкәрлек ирке Яуаплылыҡ, эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо Предмет-ара категорияларҙы үҙләштереү, үҙ эшмәкәрлегеңде билдәләнгән маҡсат-бурыстарға ярашлы контролдә тотоу һәм баһалау Эшмәкәрлек һөҙөмтәһен презентациялау Башҡарылған эш буйынса отчет эшләү Эште төрлө формаларҙа тәҡдим итеү, анализлай белеү Рефлексия Объектив үҙ баһа биреү, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләү Танып белеү һәм шәхси рефлексия формаларын үҙләштереү

Слайд 17

Проект эшенең паспорты: проект эшенең исеме; ниндәй предмет сиктәрендә алып барылды? класс; проект төркөмөнөң составы; проект эшенең етәксеһе, консультанты; проект төрө; маҡсат һәм бурыстар; проект һорауҙары; аннотация; проект эшенең этаптары; ваҡыты, сроктар; кәрәкле ресурстар, материалдар; эш һөҙөмтәләре.

Слайд 18

Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда! Башҡортостан, һинең гүзәллеккә Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән? Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй Ҡайһы илдә генә бар икән? ( З. Күлбәков). Башҡортостаныбыҙ иҫ китмәле матур һәм бай республика ул. Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел, ә тәбиғәтенең, үҫемлектәрҙең, ҡош-йәнлектәрҙең байлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең наҙы, йылға-күлдәрҙең күплеге, һыуҙарының муллығы һәм башҡа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоҡланғыс ул.

Слайд 19

Яр ҙамға мохтаж хайуандар һәм үҫемлектәр беҙгә SOS сигналы бирә. Тәбиғәт – ул тормош. Тәбиғәт - сикһеҙ хазина. Тәбиғәт ярҙамында таҙа һауа һулайбыҙ, таҙа һыу эсәбеҙ. Тирә-яҡты ағыулы матдәләр менән бысратмайыҡ, ағастарҙы киҫмәйек, һындырмайыҡ, ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ, сәскәләрҙе өҙмәйек! Әйҙәгеҙ, тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Слайд 20

Тәбиғәтте һаҡлау. Үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыу сәбәптәре Ағастарҙы иҫәпһеҙ күп ҡырҡыу Үләндәрҙе сабыу Сәскәләрҙән гөлләмә йыйыу Урман янғындары Яландарҙы һөрөү Мал көтөүҙәренең тапауы Дарыу эшләү маҡсатында файҙалы үҫемлектәрҙе күпләп йыйыу

Слайд 21

Тәбиғәт ҡосағында йөрөү ҡағиҙәләре. Тәбиғәттең матурлығын боҙма Тәбиғәттән артыҡ бер нәмә лә алма Ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы киҫмә Ҡош ояларын туҙҙырма Хайуандарға теймә Йәнлек балаларын өйгә алып ҡайтма Сәскәләрҙе хаҡһыҙ өҙмә Үҙеңдең артыңдан ҡый ҡалдырма

Слайд 22

Тәбиғәттең ҡәҙерен беләбеҙме? Һандарға күҙ ташлайыҡ. Бөгөнгө көндә Ер йөҙөндә 500 мең төр үҫемлек һәм 1,5 миллион самаһы төр йән эйәһе бар. Һуңғы йөҙ йылда ғына ла 106 төр һөтимәр, 150 төр ҡош Ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ ителгән. Тур, тарпан, диңгеҙ һыйыры, ҡанатһыҙ ҡағараҡ, ҡыҙғылт башлы өйрәк, тау бүҙәнәһе һәм шундай башҡа тиҫтәләгән йән эйәһе фәҡәт һүҙҙә генә тороп ҡалды.

Слайд 23

Тәбиғәт юҡҡа сыға. Бөтә был бәләләрҙең башы – битарафлыҡ, хужаһыҙлыҡ, уны һөймәү. Бәләкәй генә йән эйәләре менән дә, энә күҙәүендәй генә аҡ сәскә атып ултырған ҡаҙ үләне менән дә бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынмау, үҙ туған телеңдә уларҙың атамаларын өйрәнмәү, үҙенсәлектәрен белмәү, күңелгә яҡын итмәүҙән килә был.

Слайд 24

Һыу, һауа бысраныуы, кешеләрҙең ҡомһоҙлоғо, химик ашламалар тәбиғәтте юҡҡа сығара. Билдәле булыуынса, ҡоштарҙың күбеһе йылына ике-өс кенә йомортҡа һала. Ундайҙарҙың яҙмышы аяулы. Бынан тыш, ете диңгеҙ аръяғынан тыуған яғым тип талпынып ҡайтҡан ҡоштарҙы илдәрендә үлем һағалап торған осраҡтар ҙа аҙ түгел.

Слайд 25

“ Ҡыҙыл китап” тип аталған йыйынтыҡҡа бик күп төр үҫемлектәр, йәнлектәр индерелә. Ә был китапҡа, билдәле булыуынса, Ер йөҙөнән юҡ ителеү ҡурҡынысы янаған төрҙәр индерелә. Тиреһе өсөн һирәк осрай торған йәнлектәр ҙә, бер ҡабым ите өсөн ҡоштар йәки балыҡтар, һунар ҡомарын ҡандырыу өсөн урмандарға сығып “күңел асҡанлыҡтан” байтаҡ кейектәр балаларының алдағы көнитмештәрен уйламаған кешеләрҙең үҙ ҡулдары менән йәшәйеше юҡҡа сығарыла.

Слайд 26

Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Халҡыбыҙ борон-борондан тәбиғәтте күҙәтеп, һығымта яһаған, һынамыштар сығарған. Һынамыштар ҙа донъяны танып белеүҙең бер сағылышы. Был ғилемдең көндәлек тормошта кәрәк булыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм.

Слайд 27

Ҡыш башланған саҡта күк күкрәһә, ҡыш ҡаты килә. Көҙ ағас япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә, ҡыш ҡаты килә. Көҙ көнө ағас япраҡтары ергә арты менән төшһә, ҡыш ҡаты килә. Ҡуян һимергән йылда ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ була. Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа, ҡыш йылы килә. Тейен ояһы юғары ҡоролһа, ҡыш йылы килә. Ҡоштар өйгә яҡынлаһа, көн йылыға тарта. Ҡайын һуты мул булһа, йәй ямғырлы килә. Ҡарама олононан һут аҡһа, яҙғы һалҡындар бөтә. Япраҡ ағас башынан башлап һарғайһа, көҙ иртә килә. Торналар бейек осһа, көҙ оҙайлы була.

Слайд 28

Халҡыбыҙ тәбиғәткә бәйле мәҡәлдәр ҙә сығарған. Бына шуларҙың бер нисәүһе. 1. Бер сәскә яланды матурламай. 2. Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, Ул ун ҡат туйҙырыр. Башҡорт халҡы тәбиғәтте үҙ йорто тип ҡараған. Тәбиғәттәге һәр үҫемлек, һәр йән эйәһе, йылға-күле уның өсөн бик ҡәҙерле булған. Бала бәләкәйҙән уларҙың ҡәҙерен белһен, яҡын итһен, иғтибарлы булһын өсөн әкиәттәренә ҡушҡан, йырҙарға һалған, улар тураһында матур легендалар сығарған, күркәм атамалар ҡушҡан. Уларҙың йәшәйешен өйрәнгән, шуларҙы хикәйәләгән. Баланың күҙ алдына һәр сәскә, һәр таш, ағас, йылға-күл тере йән булып баҫҡан. Уның тәбиғәтте бысратырға йәки йән эйәһен ҡыйырһытырға ҡулы күтәрелмәгән. Ә Хәҙер ҡоштарҙы, үләндәрҙе исемләп, үҙенсәлектәренә ҡарап айыра беләбеҙме? Тәбиғәт матурлығы кеше өсөн. Кешенең күңеле наҙға ни тиклем тула, йөрәге моңға төрөнә, шул хәтлем кешелеклек өҫтәлә.

Слайд 29

Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сылтырауы, һыҙылып таң атыуы, сихри биҙәктәр яһар болоттар йөҙөүе – бөтәһе лә минең өсөн, һинең өсөн, беҙҙең өсөн, Кеше өсөн! Тәбиғәт – йәшел йортобоҙ. Ул яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Битараф булмайыҡ. Тирә - яҡ мөхитте бысратмайыҡ, ҡәҙерләйек. Тәбиғәтебеҙҙе киләһе быуындарға саф, матур итеп тапшырыу – беҙҙең бурыс.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация "Метод проектов на уроках экономики "

Использование метода проектов на уроках экономики...

Презентация к проекту "Традиции и обычаи сибиряков белорусского и польского происхождения"

Презетанция исследовательского проекта иллюстрирует  материалы и ход проекта учащихся 10 класса...

Презентация к проекту "Математика и живопись"

Над презентацией работала группа учеников 7 кл. Можно использовать на уроках информатики (графические редакторы), рисования, МХК....

Творческий проект. Сакура.(Дерево из бисера) Презентация к проекту.

Одним из самых экономичных материалов в современно мире является бисер, он доступен практически всем. Чтобы изготавливать изделия из бисера не требуется специальная подготовка, а достаточно лишь...

Проект "Модель системы педагогической безопасности воспитательной системы МОУДОД ЦДТ "Созвездие",презентация к проекту.

Вам предлагается практический материал по формированию у педагогического коллектива готовности создания системы педагогической безопасности в образовательном учреждении дополнительного образования дет...

Проект "Формирование стрессоустойчивости музыканта-исполнителя" Презентация к проекту.

Проект "Формирование стрессоустойчивости музыканта-исполнителя" -  долгосрочный. Тема , затронутая в проекте очень актуальна в  обучении и подготовке  современного  музык...

Урок – презентация мини-проектов к проекту "Писатели Бурятии - детям"

Урок  –  презентация  мини-проектов к проекту "Писатели Бурятии - детям"...