«Туған Башҡортостаным» темаһына дәрес-ярыш.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

 

: Башҡортостан тураһында белгәндәрен йомғаҡлау. Тыуған яҡҡа мөхәббәт һәм хөрмәт, уның менән ғорурланыу тойғоһо  тәрбиәләү. Тыуған ерҙе, тәбиғәтте һөйөргә, һаҡларға өйрәтеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tugan_bashkortostanym.docx_6_klass_dres-yarysh.docx16.57 КБ

Предварительный просмотр:

«Туған Башҡортостаным» темаһына дәрес-ярыш.

     Маҡсат: Башҡортостан тураһында белгәндәрен йомғаҡлау. Тыуған яҡҡа мөхәббәт һәм хөрмәт, уның менән ғорурланыу тойғоһо  тәрбиәләү. Тыуған ерҙе, тәбиғәтте һөйөргә, һаҡларға өйрәтеү.

    Йыһазландырыу: мультимедиа  проекторы, компьютер, аудиодиск, Башҡортостан картаһы.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу  моменты: дәрес алды шиғырын уҡыу. (1-се слайд)

Ҡыңғырау шылтыраны,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп

Яуап бирергә әҙер.

  1. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән танышыу: Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы «Туған Башҡортостаным» тип атала. Дәресебеҙҙе ярыш формаһында үткәрәбеҙ. Һеҙҙең менән Башҡортостаныбыҙ тураһында белгәндәребеҙҙе йомғаҡларбыҙ, яңы мәғлүмәттәр алырбыҙ. Шулай итеп, беҙ Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Дәресте Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырынан өҙөктө хор менән уҡыуҙан башлайыҡ. ( 2-се слайд)

Ниндәй тиңһеҙ шатлыҡ та һуң –

Белмәгәндәрҙе белеү.

Парта артында көйөнсә

Донъяны гиҙеп йөрөү.

  1. Дәрестәң төп өлөшө.

   Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан (4-се слайд) буйлап сәйәхәт итеп, үҙебеҙҙең белгәндәребеҙҙе нығытып, ҡайһы команда республикабыҙ тураһында күберәк белеүен асыҡлау өсөн ярышты башлайбыҙ. Бөгөн ҡ команда: «Ағиҙел»,  «Ҡариҙел»,  «Һаҡмар»  командалары ярыша. Бер-береһен сәләмләү өсөн командаларға һүҙ бирәбеҙ. (4,5,6 слайдтар)

  • Башҡортостан – йырлы ил!

Башҡортостан – нурлы ил!

Башҡортостан – данлы ил!

Салауат батыр тыуған ил!

  • Башҡортостан – ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле,

Башҡортостан – ҡымыҙ сере. (Ә.Үтәбай).

  • Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?

Башҡортостан – алһыу таң иле,

Гөлбаҡсалар иле, дан иле!

Уҡытыусы:     Шаяндар ҙа, тапҡырҙар ҙа

                         Башлайҙар  ярышырға.

                         Командалар бер-беренән

                         Теләмәй ҡалышырға. ( 7 слайд).

Ярыштың 1-се төрө «Уйла һәм әйт» тип атала.  (8-19 слайдтар). Һәр командаға 4-әр һорау бирелә.

Ял минуты. «Яратам мин илемде» йырын йырлау. (20 слайд).

Ярыштың 2-се төрөнә күсәбеҙ. «Сәсәндәр бәйгеһе» тип атала ул. (21 слайд).

  • Эй, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул – тыуған ер.

Атай кейәң булған ер,

Әсәй килен булған ер.

  • Кендегемде ҡырҡҡан ер,

Елеккә май типкән ер,

Ирҙәрҙе ир иткән ер,

Яуызды хур иткән ер.

  • Батырға дан биргән ер,

Халыҡҡа ҡан биргән ер,

Ана шул ер – Тыуған ил,

Ана шул ил – тыуған ер! ( Рәшит Ниғмәти).

«Төҙөүселәр» конкурсы – киләһе ярыш төрө. Ҡайһы команда мәҡәлдәрҙең дауамын дөрөҫ төҙөп уҡый. (22 слайд).

  • Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул!
  • Тыуған ил – ирек, сит ил – ситлек.
  • Илен яратҡас, ерен дә ярат!
  • Тыуған илеңде һаҡлау – ата-әсәңде яҡлау.

«Башҡортостан нимә менән дан тота?».(23, 24 слайдтар).

«Йәшеренгән һүҙҙәр»уйыны. (25, 26 слайдтар). Башҡортостан һүҙендә ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән?

«Шаян һорауҙар» конкурсы һеҙҙең Башҡортостан райондарының исемдәрен белеүегеҙҙе асыҡлаясаҡ.

«Кем күберәк?» конкурсы. Туҡтамайынса, һәр аҙым һайын Башҡортостан ҡаларын әйтергә. Кем күпме әйтә, шул тиклем бал ала.

Уҡытыусы: Командалар ярышы

                       Ҡалдыра беҙҙе хайран.

                       Тик, хөрмәтле уҡыусылар,

                       Гел генә булмай байрам.

                           Шуға күрә ошо ерҙә

                           Туҡтатабыҙ уйынды.

                           Жюри әйтер: кемдәр алды

                           Иң беренсе урынды.

  1. Йомғаҡлау. Һүҙ жюриға бирелә.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Әкиәттәр темаһы буйынса дәрес-ярыш

Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Шул ағымды туплау һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу отошло, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ә шулай ҙа уны ҡулланыу төптән  уйланып тәҡдим...

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....

Башҡортостан темаһы буйынса презентация.

Башҡортостан темаһы буйынса презентация....

Башҡортостан темаһы буйынса презентация.

Башҡортостан темаһы буйынса презентация....

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына

Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...