7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән Н.Мусин. "Тайғаҡ баҫма" әҫәре буйынса йомғаҡлау дәрес
план-конспект урока (7 класс) по теме

Дремина Фаузия Равиловна

Ноғман Мусин. Тайғаҡ баҫма хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

 

Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы    

Урғалы ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе  муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы

 

 

 

 

 

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Ургала

муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан

 

 

 

Тема: Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты:

хикәйәнең идея-таматик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;

уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;

ҡылығына, эшенә ҡарап, кешеләргә ҡылыҡһырлама бирергә, яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың нимә икәнен айырырға өйрәтеү;

бер-береңә, таныш булмаған кешеләргә лә ихтирамлы булырға, изгелек эшләргә йүнәлеш биреү;

Дәрес тибы: бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресе.

Шәхси үҫеш кимәле:белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу.

Метапредмет кимәле:төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу;

башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;

үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

Предмет үҙләштереү кимәле: тасуири, шыма,етеҙ уҡырға өлгәшеү;бәйләнешле телмәр үҫтереү; текст,китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү,кәрәкле материал туплау.

                                           

Дәрес барышы

 

Тема:

Ноғман Мусин “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

Маҡсат

Н.Мусиндың ижадын иҫкә төшөрөп, нығытып китеү;

һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен, анализлау күнекмәләрен үҫтереү;

баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттары тәрбиәләү;

дуҫтарыңа, сит-ят кешеләргә лә ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү.

Планлаштырылған һөҙөмтә

хикәйәнең тулыһынса йөкмәткеһен аңлау, дуҫтарҙың ҡәҙерен белеү, уларҙы хөрмәт итергә өйрәтеү.

 

Ресурстар:

-төп

-өҫтәмә

Б.Б.Ғафаров,Д.С.Тикеев 7-се класс өсөн дәреслек.

компьютер, экран,презентация,таҡталағы һүрәттәр һәм яҙыуҙар.

Эште ойоштороу төрҙәре

фронталь, индивидуаль, парлап эшләү

 

 

 

I этап.

Ойоштороу.

Маҡсат: белем алыуҙы мотивлаштырыу

 

 

 

 

 

 

 

Психологик инеш.

 

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I этап. Ойоштороу

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар!

 1-се лайд

Артикуляцион күнегеү

Хәйерле көн, алһыу таңдарға!

Хәйерле көн,һайрар ҡоштарға!

Хәйерле көн,зәңгәр күктәргә!

Хәйерле көн, яҡын дуҫтарға!

-Ошондай матур шиғырҙы уҡығас, кәйефтәрегеҙ күтәрелеп киткәндер. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ, уңыштар теләп, дәресебеҙҙе йылмайыуҙан башлайыҡ.

Iэтап.Ойоштороу

 

1.Иғтибар менән тыңла!

2.Хәтереңдә ҡалдыр!

3.Һай,афариндар!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

IIэтап.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу

 II этап.

Таҡтала һандар яҙылған 18.20.5.17.1.18.  17.27.24.12.18. – ошо һандар менән алфавиттан хәрефтәр ярҙамында, ниндәй һүҙ килеп сығыуын табығыҙ?

-Ниндәй һүҙ барлыҡҡа килде?

-Тимәк беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Уның тураһында беҙ нимә беләһегеҙ?

-Дөрөҫ, уҡыусылар. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән уның бер хикәйәһен уҡығайныҡ. Һеҙ уны нисек үҙләштерҙегеҙ икән, шуны асыҡлап китәйек.

-Хәҙер, уҡыусылар, тест һорауҙарына яуап  бирәйек

3 слайд (тест һорауҙары сыға)

1.Хикәйәнең исеме нисек?

А.Тайғаҡ күпер

Б.Тайғаҡ баҫма

Б.Тайғаҡ юл

2.Баҫма ниндәй йылға аша һалынған?

А.Баҙы

Б.Ҡамышлы

Б.Таналыҡ

3.Хикәйәнең төп геройҙары

А.Садиҡ менән Гөлсөм

Б.Рәхмәт менән Рәшит

В.Рәфис менән Ильшат

Б.Әсҡәт менән Рәхмәт

4.Малайҙар ҡайһы мәктәптә уҡыйҙар?

А.Таштау башланғыс мәктәбендә

Б.Урғалы урта мәктәбендә

В.Ташморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә

5.Кем ҡайһы аяғын һындыра?

А.Әсҡәт уң аяғын

Б.Әсҡәт һул аяғын

В.Садиҡ уң аяғын

4 слайд (яуаптар)

-Уҡыусылар, тест һорауҙарын тикшер бөтһәгеҙ, яуаптарығыҙҙың дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ ( экранда дөрөҫ яуаптар сыға

Иҫтә ҡалдырыу

Башҡорт алфавитын иҫкә төшөрөү

- һандарҙы алфавит тәртибендә тикшергәс, Ноғман Мусин килеп сыҡты.

-Бик дөрөҫ. 2слайд (Н.Мусин портреты сыға)

-Башҡорт халыҡ яҙыусыһы. Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.

-Үткән дәрестә беҙ, Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен уҡыныҡ.

 

 

 

 

 

 

1-б  Хикәйәнең исеме “Тайғаҡ баҫма”

 

 

 

2-б Ҡамышлы йылғаһы аша һалынған баҫма

 

 

 

 

3-г Хикәйәнең төп геройҙары Әсҡәт менән Рәхмәт

 

 

4-в Малайҙар Ташморон һигеҙ

йыллыҡ мәктәптә уҡыйҙар.

 

 

 

5-б Әсҡәт һул аяғын һындыра

( уҡыусылыр бер-береһенең эштәрен тикшерәләр, баһалайҙар)

Үҙбаһа (Кеше хеҙмәтен баһаларға өйрәтеү)

 

 

 

III этап.

 Һүҙлек эше: яңы һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен иҫтә ҡалдырыу, аңлатыу.

 

III этап. Һүҙлек эше: яңы һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен иҫтә ҡалдырыу, аңлатыу.

-Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып биримәй тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

-Бына был егеткә рәхмәт әйтегеҙ тигән юлдар кемгә төбәлеп әйтелгән?

Дәфтәрҙә эш: ошо һүҙбәйләнештәрҙе  эш дәфтәрҙәренә яҙыу.

III этап. Һүҙлек өҫтөндә эш.

 

-Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тормош менән бәйләп асыҡлау.

 

 

 

 

 

 

Дәфтәрҙәрҙә эш.

 

 

Физминутка 

5 слайд

Ҡурай моңон тыңлау

Физминутка

IV этап.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Хикәйәне аңлауҙарын тикшереү.

Маҡсат: телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙе формалаштырыу.

 

IV этап. Хикәйәне аңлауҙарын тикшереү.

Телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙе формалаштырыу.

-“Тайғаҡ баҫма” хикәйәһендәге   геройҙарҙы һанап сығайыҡ.

Ә төп геройҙар кемдәр улар?

-Уҡыусылар әйҙәгеҙ , Кәрзин уйынын уйнап алайыҡ (таҡтаға ике кәрзин эленә, ә икенсе яҡта Әсҡәт менән Рәхмәттең холҡона ҡағышлы һүҙҙәр. Уҡыусылар малайҙарға ҡағышлы һүҙҙәрҙе айырып алып, кәрзингә һала баралар.

6слайд (һорауҙарҙы экрандан уҡыусылар үҙҙәре уҡыҙар)

-Әсҡәт ниндәй малай?

-Ә Рәхмәтте һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

-Шулай булғас Әсҡәтте ниндәй малай тип әйтерһегеҙ?

-Ә Рәхмәт?

-Ә яҙыусы Рәхмәтте яҡшы, ә Әсҡәтте насар тип әйтәме?

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Шулай тип әйтеп буламы?Ни өсөн?

-Тимәк кешенең характеры уның эштәре, ҡылыҡтары аша сағыла. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ эштә, ҡылған ҡылыҡта, һөйләгән һүҙҙә беленә икән.Яҡшы эштәр эшләргә,кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле,мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға кәрәк.

-Эйе, яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө,матурҙа була.Ундай кешенең дуҫтары ла күп була.

-Ә һеҙ дуҫтарығыҙ араһында Рәхмәткә оҡшағаны бармы?

-Һеҙ, уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?

 

 

IVэтап. Әсҡәт, Садиҡ, Гөлсөм, Рәхмәт

 

 

 

 

 

 

Әсҡәт менән Рәхмәт.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Әсҡәт-үпкәсел,алдаҡсы, маҡтансыҡ, ҡурҡаҡ.

Рәхмәт-яҡшы күңелле, ярҙамсыл, ныҡыш, маҡтанып йөрөмәй.

 

-Насар.

 

-Яҡшы.

-Уҡыусыларҙың яуаптары.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

-Яуаптар.Бар.

-Мин дуҫтарым менән һәр саҡ дуҫ булырға тырышам. 7 слайд  Презентация ҡарау (уҡыусылар мәҡәлдәргә ярашлы һүрәттәр менән презентациялар эшләп килгәндәр)

 -“Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һынала”

-“Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма”

-“Кейемдең яңыһын,дуҫтың иҫкеһен маҡта”

-“Татыулыҡта бәрәкәт” (Предмет-ара бәйләнеш)

(Коммуникатив универсаль уҡытыу эшсәнлеген формалаштырыу)

 

V этап.

 Уҡыу мәсьәләһен этаплап сисеү: дәреслек буйынса эш.

 

V этап. Дәреслек буйынса эш.

- Әсҡәткә дуҫы Рәхмәт ниндәй ярҙам күрһәтә? Дәреслектән ошо урынды табып уҡығыҙ.

-Рәхмәт Әсҡәттең алдашыуы тураһында класс йыйылышында әйтеп, дөрөҫ эшләйме?

-Әсҡәт менән ниндәй хәл була? Рәхмәт уға нисек ярҙам итә?

-Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттең күҙенә ҡарарға ояла?

-Әсҡәт был хәлдән һуң үҙенең хатаһын аңлаймы?

-Ни өсөн яҙыусы үҙенең әҫәрен «Тайғаҡ баҫма»тип атаған?

-Әсҡәт тайып йығылған өсөн генәме икән?

-Эйе. Уҡыусылар, кешегә үҙ ғүмерендә бик күп тормош баҫмалары аша үтергә тура килә. Ул баҫмалар һәр ваҡыт ныҡлы. Тигеҙ генә булмай, араларында тайғаҡтары ла осрай.

-Ноғман Мусин үҙенең хикәйәһен дә яҡшы юлдан яман юлға тайып китмәҫкә, уларҙы айыра белергә, үҙеңдең тирә-яғыңдағы кешеләргә иғтибарлы булырға  кәрәклекте иҫкәртә.

-Әҫәргә анализ яһау.

- дәреслектең 70-се бите

 

 

-Уҡыусыларҙың яуаптары.

 

-Әсҡәт баҫманы сыҡҡан ваҡытта тайып йығылып, һул аяғын һындыра.

 

 

-Уҡыусыларҙың яуаптары

 

VI этап.

 Йомғаҡлау  

8 слайд “Дуҫлыҡ булғанда ғына  донъя яҡтыра,йәмләнә, йәнләнә”

-Мин нимә белдем?

-Нисек белдем?

-Нимә оҡшаны?

-Ниндәй яңылыҡ булды.

VII этап.

Рефлексив анализ, баһалау.

-Бөгөн дәрестә нимәләр алдығыҙ?

-Дәрес һеҙгә нимә бирҙе?

 

-Уҡыусыларҙың яуаптары. (Рефлексив,шәхси универсаль уҡытыу эшсәнлеген формалаштырыу)

VIII этап.

Өйгә эш биреү

VIII этап.  Өйгә эш биреү

-Һеҙ өйҙә ниндәй эш эшләрһегеҙ?

 

 

 

 

 

Үҙбаһа.

-Кемдәр был дәрестә “5” гә яуап бирҙем тип уйлай?

-Кем бер аҙ тырышырға кәрәк тип уйлай?

-Һеҙгә, өйҙә, хикәйәгә ярашлы “Мажаралы сәйәхәт” тигән темаға һүрәт эшләргә.

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_n.musin_.docx27.59 КБ

Предварительный просмотр:

Ноғман Мусин. “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

 

Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы                                                                                                                                    Урғалы ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе  муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Ургала муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан

Тема: Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты:

хикәйәнең идея-таматик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;

уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;

ҡылығына, эшенә ҡарап, кешеләргә ҡылыҡһырлама бирергә, яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың нимә икәнен айырырға өйрәтеү;

бер-береңә, таныш булмаған кешеләргә лә ихтирамлы булырға, изгелек эшләргә йүнәлеш биреү;

Дәрес тибы: бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресе.

Шәхси үҫеш кимәле:белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу.

Метапредмет кимәле:төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу;

башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;

үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

Предмет үҙләштереү кимәле: тасуири, шыма,етеҙ уҡырға өлгәшеү;бәйләнешле телмәр үҫтереү; текст,китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү,кәрәкле материал туплау.

                                           

Дәрес барышы

Тема:

Ноғман Мусин “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.

Маҡсат

Н.Мусиндың ижадын иҫкә төшөрөп, нығытып китеү;

һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен, анализлау күнекмәләрен үҫтереү;

баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттары тәрбиәләү;

дуҫтарыңа, сит-ят кешеләргә лә ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү.

Планлаштырылған һөҙөмтә

хикәйәнең тулыһынса йөкмәткеһен аңлау, дуҫтарҙың ҡәҙерен белеү, уларҙы хөрмәт итергә өйрәтеү.

Ресурстар:

-төп

-өҫтәмә

Б.Б.Ғафаров,Д.С.Тикеев 7-се класс өсөн дәреслек.

компьютер, экран,презентация,таҡталағы һүрәттәр һәм яҙыуҙар.

Эште ойоштороу төрҙәре

фронталь, индивидуаль, парлап эшләү

I этап.

Ойоштороу.

Маҡсат: белем алыуҙы мотивлаштырыу

Психологик инеш.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге 

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I этап. Ойоштороу

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар!

 1-се лайд

Артикуляцион күнегеү

Хәйерле көн, алһыу таңдарға!

Хәйерле көн,һайрар ҡоштарға!

Хәйерле көн,зәңгәр күктәргә!

Хәйерле көн, яҡын дуҫтарға!

-Ошондай матур шиғырҙы уҡығас, кәйефтәрегеҙ күтәрелеп киткәндер. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ, уңыштар теләп, дәресебеҙҙе йылмайыуҙан башлайыҡ.

Iэтап.Ойоштороу

1.Иғтибар менән тыңла!

2.Хәтереңдә ҡалдыр!

3.Һай,афариндар!

IIэтап.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу

 II этап.

Таҡтала һандар яҙылған 18.20.5.17.1.18.  17.27.24.12.18. – ошо һандар менән алфавиттан хәрефтәр ярҙамында, ниндәй һүҙ килеп сығыуын табығыҙ?

-Ниндәй һүҙ барлыҡҡа килде?

-Тимәк беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Уның тураһында беҙ нимә беләһегеҙ?

-Дөрөҫ, уҡыусылар. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән уның бер хикәйәһен уҡығайныҡ. Һеҙ уны нисек үҙләштерҙегеҙ икән, шуны асыҡлап китәйек.

-Хәҙер, уҡыусылар, тест һорауҙарына яуап  бирәйек

3 слайд (тест һорауҙары сыға)

1.Хикәйәнең исеме нисек?

А.Тайғаҡ күпер

Б.Тайғаҡ баҫма

Б.Тайғаҡ юл

2.Баҫма ниндәй йылға аша һалынған?

А.Баҙы

Б.Ҡамышлы

Б.Таналыҡ

3.Хикәйәнең төп геройҙары

А.Садиҡ менән Гөлсөм

Б.Рәхмәт менән Рәшит

В.Рәфис менән Ильшат

Б.Әсҡәт менән Рәхмәт

4.Малайҙар ҡайһы мәктәптә уҡыйҙар?

А.Таштау башланғыс мәктәбендә

Б.Урғалы урта мәктәбендә

В.Ташморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә

5.Кем ҡайһы аяғын һындыра?

А.Әсҡәт уң аяғын

Б.Әсҡәт һул аяғын

В.Садиҡ уң аяғын

4 слайд (яуаптар)

-Уҡыусылар, тест һорауҙарын тикшер бөтһәгеҙ, яуаптарығыҙҙың дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ ( экранда дөрөҫ яуаптар сыға

Иҫтә ҡалдырыу

Башҡорт алфавитын иҫкә төшөрөү

- һандарҙы алфавит тәртибендә тикшергәс, Ноғман Мусин килеп сыҡты.

-Бик дөрөҫ. 2слайд (Н.Мусин портреты сыға)

-Башҡорт халыҡ яҙыусыһы. Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.

-Үткән дәрестә беҙ, Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен уҡыныҡ.

1-б  Хикәйәнең исеме “Тайғаҡ баҫма”

2-б Ҡамышлы йылғаһы аша һалынған баҫма

3-г Хикәйәнең төп геройҙары Әсҡәт менән Рәхмәт

4-в Малайҙар Ташморон һигеҙ

йыллыҡ мәктәптә уҡыйҙар.

5-б Әсҡәт һул аяғын һындыра

( уҡыусылыр бер-береһенең эштәрен тикшерәләр, баһалайҙар)

Үҙбаһа (Кеше хеҙмәтен баһаларға өйрәтеү)

III этап.

 Һүҙлек эше: яңы һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен иҫтә ҡалдырыу, аңлатыу.

III этап. Һүҙлек эше: яңы һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен иҫтә ҡалдырыу, аңлатыу.

-Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып биримәй тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

-Бына был егеткә рәхмәт әйтегеҙ тигән юлдар кемгә төбәлеп әйтелгән?

Дәфтәрҙә эш: ошо һүҙбәйләнештәрҙе  эш дәфтәрҙәренә яҙыу.

III этап. Һүҙлек өҫтөндә эш.

-Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тормош менән бәйләп асыҡлау.

Дәфтәрҙәрҙә эш.

Физминутка  

5 слайд

Ҡурай моңон тыңлау

Физминутка

IV этап.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Хикәйәне аңлауҙарын тикшереү.

Маҡсат: телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙе формалаштырыу.

IV этап. Хикәйәне аңлауҙарын тикшереү.

Телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙе формалаштырыу.

-“Тайғаҡ баҫма” хикәйәһендәге   геройҙарҙы һанап сығайыҡ.

Ә төп геройҙар кемдәр улар?

-Уҡыусылар әйҙәгеҙ , “Кәрзин” уйынын уйнап алайыҡ (таҡтаға ике кәрзин эленә, ә икенсе яҡта Әсҡәт менән Рәхмәттең холҡона ҡағышлы һүҙҙәр. Уҡыусылар малайҙарға ҡағышлы һүҙҙәрҙе айырып алып, кәрзингә һала баралар.

6слайд (һорауҙарҙы экрандан уҡыусылар үҙҙәре уҡыҙар)

-Әсҡәт ниндәй малай?

-Ә Рәхмәтте һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

-Шулай булғас Әсҡәтте ниндәй малай тип әйтерһегеҙ?

-Ә Рәхмәт?

-Ә яҙыусы Рәхмәтте яҡшы, ә Әсҡәтте насар тип әйтәме?

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Шулай тип әйтеп буламы?Ни өсөн?

-Тимәк кешенең характеры уның эштәре, ҡылыҡтары аша сағыла. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ эштә, ҡылған ҡылыҡта, һөйләгән һүҙҙә беленә икән.Яҡшы эштәр эшләргә,кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле,мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға кәрәк.

-Эйе, яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө,матурҙа була.Ундай кешенең дуҫтары ла күп була.

-Ә һеҙ дуҫтарығыҙ араһында Рәхмәткә оҡшағаны бармы?

-Һеҙ, уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?

IVэтап. Әсҡәт, Садиҡ, Гөлсөм, Рәхмәт

Әсҡәт менән Рәхмәт.

Әсҡәт-үпкәсел,алдаҡсы, маҡтансыҡ, ҡурҡаҡ.

Рәхмәт-яҡшы күңелле, ярҙамсыл, ныҡыш, маҡтанып йөрөмәй.

-Насар.

-Яҡшы.

-Уҡыусыларҙың яуаптары.

-Яуаптар.Бар.

-Мин дуҫтарым менән һәр саҡ дуҫ булырға тырышам. 7 слайд  Презентация ҡарау (уҡыусылар мәҡәлдәргә ярашлы һүрәттәр менән презентациялар эшләп килгәндәр)

 -“Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һынала”

-“Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма”

-“Кейемдең яңыһын,дуҫтың иҫкеһен маҡта”

-“Татыулыҡта бәрәкәт” (Предмет-ара бәйләнеш)

(Коммуникатив универсаль уҡытыу эшсәнлеген формалаштырыу)

V этап.

 Уҡыу мәсьәләһен этаплап сисеү: дәреслек буйынса эш.

V этап. Дәреслек буйынса эш.

- Әсҡәткә дуҫы Рәхмәт ниндәй ярҙам күрһәтә? Дәреслектән ошо урынды табып уҡығыҙ.

-Рәхмәт Әсҡәттең алдашыуы тураһында класс йыйылышында әйтеп, дөрөҫ эшләйме?

-Әсҡәт менән ниндәй хәл була? Рәхмәт уға нисек ярҙам итә?

-Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттең күҙенә ҡарарға ояла?

-Әсҡәт был хәлдән һуң үҙенең хатаһын аңлаймы?

-Ни өсөн яҙыусы үҙенең әҫәрен «Тайғаҡ баҫма»тип атаған?

-Әсҡәт тайып йығылған өсөн генәме икән?

-Эйе. Уҡыусылар, кешегә үҙ ғүмерендә бик күп тормош баҫмалары аша үтергә тура килә. Ул баҫмалар һәр ваҡыт ныҡлы. Тигеҙ генә булмай, араларында тайғаҡтары ла осрай.

-Ноғман Мусин үҙенең хикәйәһен дә яҡшы юлдан яман юлға тайып китмәҫкә, уларҙы айыра белергә, үҙеңдең тирә-яғыңдағы кешеләргә иғтибарлы булырға  кәрәклекте иҫкәртә.

-Әҫәргә анализ яһау.

- дәреслектең 70-се бите

-Уҡыусыларҙың яуаптары.

-Әсҡәт баҫманы сыҡҡан ваҡытта тайып йығылып, һул аяғын һындыра.

-Уҡыусыларҙың яуаптары

VI этап.

 Йомғаҡлау  

8 слайд “Дуҫлыҡ булғанда ғына  донъя яҡтыра,йәмләнә, йәнләнә”

-Мин нимә белдем?

-Нисек белдем?

-Нимә оҡшаны?

-Ниндәй яңылыҡ булды.

VII этап.

Рефлексив анализ, баһалау.

-Бөгөн дәрестә нимәләр алдығыҙ?

-Дәрес һеҙгә нимә бирҙе?

-Уҡыусыларҙың яуаптары. (Рефлексив,шәхси универсаль уҡытыу эшсәнлеген формалаштырыу)

VIII этап.

Өйгә эш биреү

VIII этап.  Өйгә эш биреү

-Һеҙ өйҙә ниндәй эш эшләрһегеҙ?

Үҙбаһа.

-Кемдәр был дәрестә “5” гә яуап бирҙем тип уйлай?

-Кем бер аҙ тырышырға кәрәк тип уйлай?

-Һеҙгә, өйҙә, хикәйәгә ярашлы “Мажаралы сәйәхәт” тигән темаға һүрәт эшләргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса 6-сы класта “ Наил Сафин “Бишбармаҡ». Күнегеүҙәр эшләү”- тип аталган темаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе.

Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың Бишбармаҡ тексты йөкмәткеһе менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү....

7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән М.Кәрим. "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры буйынса дәрес өлгөһө

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры буйынса 7 класта инеш дәрес.  Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы     Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы ...

9 класта башҡорт теленән дәрескә технологик карта. Н.Мусин «Һай, урманым…»

Белем биреү маҡсаты: Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, текстың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; текстағы проблемалар үҙенсәлегенә таянып, уның актуаль булыуын күрһәтеү;  Үҫтер...

7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә

7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә...

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы....

10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы

10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы....