Олимпиадаға әҙерләнеү өсөн дидактик материал.
материал на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.

Миҫалдар килтерегеҙ

2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ

3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла?   Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар      килтерегеҙ

5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм  тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы  атаҡлы шәхес.

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?

Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1.”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?

2. Нимә ул гипербола?

3. Батырлыҡ тураһында  өс мәҡәл яҙығыҙ.

4.”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.

5. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?

6. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;

Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.

7. Яманға ҡаршы тулҡынған,

     Яҡшыға ҡарап урғылған,                                                                                                                                            

     Диңгеҙҙән дә ятыулы,

     Уралдан да артыулы-

     Нимә булыр әйт шуны.

     Ҡобайыр  йомғағының яуабы нимә булыр?

8.  Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе  беләһең?

                                       

                                     

  Башҡорт теленән яуаптар

1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;

   Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)

2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)

3.- Эйә менән хәбәр  бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.

   - Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)

4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үк эшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)

 5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә  һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән:                            а )Урман  өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ. б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)

6.( 1 б.)

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)

                                   

                       

Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1.Р.Насиров. (1 б.)

2. Арттырып яҙыу(1 б.)

3. (1 б.)

4.Б.Бикбай. Француздарға ҡаршы һуғышта башҡорттарҙың батырлығы  ( 1 б.)

5 “Салауат батыр”, “Бейек тауҙың үлгәне”. ( 1 б.)

6. “Кинйә” романынан. ( 1 б.)

7. Сәсән( 1 б.)

8.  Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе һүҙ оҫталары.  Дәүләкән сәсән, Ҡобағош сәсән Айҙар сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Шафиҡ Әминев Тамъяни сәсән. ( 1 б.)

Юғары  балл  100 %– 16 балл

Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Түбәндәге һүҙҙәргә синонимдар яҙ: йәшәй, аҙыҡ, эшһөйәр.
  2. Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
  3. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуй: бир.яҡ, Аҡ.юл, көн.яҡ, .герә, .рған, Гөл.емеш.
  4. Түбәндәге һүҙгә фонетик анализ яһа: ялан.
  5. Эш һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр уйлап яҙ.
  6. Ғаилә һүҙе менән биш һөйләм төҙө.
  7. Түбәндәге һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуй һәм интонация яғынан ниндәй һөйләм төрө икәнен билдәлә.                                                                                                                                                          

              Их бигерәк йәмле был тирә ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша      ысыҡ тамсылары ем-ем килә сәскә еҫе аңҡый ә һеҙҙең яҡтар матурмы.

8.   Синтаксик анализ яһа.

      Алтын тәңкәләрен һибә ҡайын,

      Ел уларҙы һөйөп уйната,

      Торна өйөрө уҙа көньяҡҡа.

      Ҡоштар үҙе менән алып китә бергә көн йәмен,

      Шәрә ҡала ҡалын урмандар,

      Ҡырҙар алмаштыра күлдәген. (Б. Бикбай.) 

Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

  1. Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙ.
  2. Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?
  3. Йомаҡтарҙың яуаптарын тап:

а ) Ҡабаҡтың уртаһында нимә бар?

б ) Диңгеҙҙә ниндәй таш булмай?

в ) Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?

г ) Ни өсөн ат шишмәгә бара?

4.  Тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһең? Уларҙың авторын һәм исемдәрен күрһәтеп яҙ.

5.  Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

     Унан башҡа минең илем юҡ…;

     Шиғырҙы дауам итегеҙ. Уның исеме һәм авторы.

6.  Оксана менән Йәмил ниндәй әҫәрҙең геройҙары? Авторы кем?

7.   М. Ғафуриҙың ниндәй мәҫәлдәрен беләһегеҙ?

8.  Нимә ул йәнләндереү? Миҫал килтер.

                                                     

                                         Башҡорт теленән яуаптар

  1. Йәшәй – көн күрә, ғүмер итә

Аҙыҡ – ризыҡ, ашамлыҡ

Эшһөйәр – уңған, тырыш.(1 б.)

  1. Июлгә, фонарға, ноябргә, грипҡа, Донбассҡа, киоскыға, нефткә. (1 б.)
  2. Биръяҡ, Аҡъюл, көньяҡ, йүгерә, юрған, Гөлйемеш. (1 б.)
  3. Ялан – я-лан [йа-лан] – 4 хәреф, 5 өн                                                                                      

[й]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән

[л]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы

[н]- тартынҡы, яңғырау  (1 б.)

 5.  Эшсе, эшһеҙлек, эшсән, эшһөйәр, эшҡыуар.( 1 б.)

 6.  (2 б.)

 7.  Их, бигерәк йәмле был тирә! Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша, ысыҡ тамсылары ем-ем килә, сәскә еҫе аңҡый. Ә һеҙҙең яҡтар матурмы? (Өндәү, хәбәр, һорау һөйләмдәр) (2 б.)

8. (2 б.)

           

                                     Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1. – (1 б.)

2. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (1 б.)

3. “Т” хәрефе, ҡоро, ергә баҫа, сөнки шишмә ат янына килә алмай. (1 б.)

4. Б. Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Р. Ғарипов “Туған тел”, З. Биишева “Башҡорт теле”.( 1 б.)

5. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

    Иле юҡтың ғына теле юҡ. (Р. Ғарипов “Туған тел”) (1 б.)

6. М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1 б.)

7. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат һәм эт” (1 б.)

8. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең кеше сифаттары аша һүрәтләнеүе йәнләндереү тип атала. Мәҫәлән, “Тыуған ҡалама йыр” шиғырында Н. Нәжми баш ҡалабыҙҙы кеше ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырғайны:

         Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,

         Ағиҙелде урап билеңә,

         Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,( 2 б.)

        Тыуған Өфөм минең, бергенәм…

               Юғары балл 100% – 20 балл

                   

                 

  Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Түбәндә ниндәй мәҡәл яҙылған:

ели ҡю ҡюңыт еелт

2. Өн һәм хәреф һаны тигеҙ булған һүҙҙәрҙе күсереп ал: ябыҡ, Яхъя, көньяҡ, июнь, класс, юртаҡ, Аҡмулла, аҡҡош, орсоҡ.

3. Ерек һүҙенә фонетик анализ яһа.

4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт : йылы, һоро, ҡара.

5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат :

                               - бүрәнә аша бүре күреү

                               - кәкре ҡайынға терәтеү

                               - түбәһе күккә тейгән

                               - балтаһы һыуға төшкән

6. Һөйләмдәргә тулы синтаксик анализ яһа. Аҫтына һыҙылған һүҙҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшер.

          Көҙгө япраҡ төштө килеп

          Өҙөлөп ботаҡтарҙан.

          Ҡарап торҙом бойоғоп мин

          Күҙ алмай уҫаҡтарҙан.

7. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер. Балаларға  һүҙенә морфологик анализ яһа.

Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

                   туған әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары

1. Шиғырҙы дауам ит. Уның исемен, авторын билдәлә.

          Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

          Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…

2. Башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡы. Асҡысы алфавитта.

          30 1 16 37 15 26 1 23 6 27 25 2 27 16 31 1 12 16 6 8 19 14

          21 24 21 26 20 24 2 27 16 1

3. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?

4. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:

      - …Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәреләү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.

5. Нимә ул хикәйәләү?

6. Нимә ул аллегория? “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәленең морале нимәлә?

7.  “…Эй алйот, ҡыҫҡанға былтыр, ҡысҡыралармы быйыл!” Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?

8. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

                                                         

                                           Башҡорт теленән яуаптар

1. Теле юҡтың иле юҡ. (1 б.)

2. Орсоҡ, июнь, көньяҡ.  (1 б.)

3. Ерек – е-рек[йэ-рэк], 4 хәреф, 5 өн

     [й] – тартынҡы, яңғырау

     [э] – һуҙынҡы, нәҙек, иренләшмәгән

     [р] – тартынҡы, яңғырау

     [э]

     [к] – тартынҡы, һаңғырау  (1 б.)

4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы

    Һоро – һорғолт – һорораҡ – һоп-һоро

    Ҡара – ҡараһыу – ҡарараҡ – ҡап-ҡара  (1 б.)

5. Кәрәкмәгәнде күреү, алдау, шатланыу, ҡайғырыу (1 б.)

6. -    (2 б.)                              

7. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

    Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), ымлыҡ (эй, ссс), мөнәсәбәт һүҙҙәр (әлбиттә)

    Балаларға – исем (кемдәргә?), уртаҡлыҡ исем, күплектә, тамыр исем, төбәү килештә, тамыры – бала, -лар – күплек ялғауы, -ға – төбәү килеш ялғауы, һөйләмдә тултырыусы була. (3 б.).

                                          Туған әҙәбиәттән яуаптар

1. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

    Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)

2. “Халыҡтар дуҫ булһа, илдең көсө тос була” (1 б.)

3. “Урал батыр”, “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” ( 1 б.)

4. М. Кәрим “Өс таған” (1 б.)

5. Хикәйәләү – ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү.

(1 б,)

6. Хайуандар аш кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Кешеләр араһындағы яуызлыҡты һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йәберләүен фашлау. (1 б.)

7. Ғ. Туҡай “Шүрәле”(1 б.)

8. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (1 б.)

Юғары балл 100% - 19 балл

                 

                    Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1.  Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс, Кәримә, завод.

2. Түбәндәге фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡа етеү, теш тешкә теймәү.

3.  Эйәртеүле бәйләнеш юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.

4.  Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.

5. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһа:

              Тышта шаулы хеҙмәт ҡайнай,

              Һәм тормош тора гөрләп,

              Шул тормош эсендә илһам

              Шағирҙы йөрөй эҙләп.

6. Ике һәм алты һанын һан төркөмсәләренә ҡуйып яҙ.

7. Түбәндәге һүҙҙәр нимәне белдерә?

    Ай-һай, эй,  уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.

8. Бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:

    а ) Таң ата.

    б ) Бөтә ҡаланы йороп сыҡты.

    в ) Ямғыр. Ләйсән ямғыр.

    г ) Дүртөйлө ауылы йоҡонан уяна.

Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

                   туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1.  “Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!” Ниндәй әҫәр хаҡында һүҙ бара? Авторы кем? Әҫәр кем тураһында?

2.  Александр Мотросов хаҡында кемдәр ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?

3.  З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесындағы төп геройҙар.

4. Нимә ул рифма? Үҙеңдең фекереңде миҫал менән иҫбатла.

5. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Алтын көҙ”, “Салауат йорто”, “Буйһонмаҫ ихтыяр”.

6.  Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы һанап сыҡ.

7. Алдар Иҫәнгилдиндың батырлыҡтары тураһында кемдең  әҫәре аша беләбеҙ?

8. Образлылыҡты һәм матурлыҡты көсәйтеү өсөн ниндәй тасуирлау саралары

ҡулланыла?

                                       

                                                  Башҡорт теленән яуаптар

1.  Ашъяулыҡ, Кәримә, завод. (1 б.)

2.  Алдау, ҡасыу, шатланыу, өшөү. (1 б.)

3.  Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙыл таҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)

4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

    Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), (2 б.)

5. –(1 б.)

6. Төп (ике, алты), рәт (икенсе, алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар), кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)

7. Ымлыҡтар – кешенең төрлө хис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)

8. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙ һөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)

                                       

                                          Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1.  Р. Солтангәрәеев “Осто бөркөт” романы. 1937 йылда репрессия ҡорбаны  булған Муса Мортазин тураһында.(2 б.)

2.  Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һаула үлә”, Р. Насиров “Ил балаһы Шакирйән” (1 б.)

3.  Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғилман (1 б.)

4.  Рифма – шиғыр юлдарының оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәргә тамамланыуы. Мәҫәлән, “Арыҫландар үҙ ерен

                    Залимдарҙан таптатмаҫ,

                    Таптаймын тип атлаһа,

                    Башҡорт ҡаны атлатмаҫ…” (2 б.)

5.  Ә. Лотфуллин, Ф. Ерғәлиев, Р. Ишбулатов (1 б.)

6.  Ә. Хәким, Б. Дим, Р. Ураҡсина, С. Яҡшығолов (1 б.)

7.  Ғ. Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы” повесы (1 б. )

8.  Сағыштырыу, эпитет, метафора (1 б.)

Юғары балл – 100% - 20 балл

 Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1.  Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды.

     а ) Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлат;

     б ) Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһа.

2.  Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе    һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.

3.  Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ.

4.  Тура  һәм ситләтелгән телмәр. Миҫалдар килтерегеҙ.

5.  Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сыҡ.

6.  Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшлә:

                      Йәмле йәй үткәс, һалҡын көҙ еткәс,

                      Һин дә шатланып мәктәпкә киткәс,

                      Мин дә китермен, диңгеҙ кисермен,

                      Йылы яҡтарҙа ғүмер итермен. (“Бала менән һандуғас”)

7.  Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтлә сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт.   а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,

                      Бер йылғаның ике ярындай!

                 б ) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка        барабаны кеүек ашай, йота.

8. “Беҙҙең өйҙөң йәме” темаһына  йыйнаҡ инша яҙ. (Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата).

Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

                   туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары                                                            

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.

2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:

       а ) Ирмен тигән ир-батыр

            Тыуған илен һөйөр ул.

            Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп,

            Иле өсөн көйөр ул…

       б ) Баланың ниһен маҡтайһың-

            Атаның телен алмаған,

            Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың-

            Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған…

       в ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:

            - Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип                

     Һоранылар тағы Кинйәгә текләп…

       г ) Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,

            Ә ҡойроғо ҡойона Аралда…

       д ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…

3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”

4. Бирелгән төшөнсәләргә билдәләмә бир: легенда, йомаҡ, әкиәт, әйтеш. Миҫалдар килтер.

5. Ниндәй әҫәрҙең прологында Иҙел буйлап пароходта килеүсе шағир, архитектор һәм агроном әңгәмәләшә?

6. Дәүләкән районында ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?

7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.

8. Ниндәй халыҡ ижады өлгөһөндә Асылыкүл буйҙары  иҫкә алына?

                                        Башҡорт теленән яуаптар

1. Айырымланған өҫтәлмәлектәр ике яҡтан да өтөр менән айырыла.(1 б.)

2. Яр күмелде (ярашыу), ике яр (йәнәшәлек) , томанға күмелде (башҡарылыу) .(1 б.)

3. Билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, атама һөйләм , эйәһеҙ һөйләм. (1 б.)

4.  Үҙгәртелмәйенсә ҡулланылған сит кешенең телмәре тура телмәр тип атала. “Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай”,-тине кемдер.

    Икенсе бер кешенең үҙгәртелеп ҡулланылған телмәрен ситләтелгән телмәр тип атайҙар. Кемдер берәү тегегә ир намыҫының бил ҡайышы түгеллеген, береһен һалдырып алғанда, икенсеһен быуып булмауын әйтте.(2 б.)

5.  Йәнле һөйләү стиле, матур әҙәбиәт стиле, фәнни стиль, публицистик стиль, рәсми эш ҡағыҙҙары һәм хаттар стиле. (1 б.)

6.  (1 б.)

7.  Бер йылғаның ике ярындай – сағыштырыу, молотилка  барабаны кеүек – метафора.(1 б.)

8.   5 балл.

                                          Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1. Халыҡ шағирҙары – М. Ғафури, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, Б. Бикбай, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А. Филиппов.     Халыҡ яҙыусылары – З. Биишева, Ә. Хәким, Н. Мусин, Н. Асанбаев, Ғ. Хөсәйенов. .(1 б.)

2. “Ололар һүҙе” ҡобайыры, М. Аҡмулла “Аттың ниһен маҡтайһың?”, Ғ. Ибраһимов “Кинйә”, Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”. .(1 б.)

3. Б. Домашников, Ә. Лотфуллин, Ҡ. Дәүләткилдиев .(1 б.)

4. Легенда – ул теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһе (“Ҡариҙел”) .

    Йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер (Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым)

    Әкиәт – уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйә (“Ҡамыр батыр”)

     Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтешен борон ҡобайыр әйтеш, ә унда сығарылған ҡобайырҙарҙы әйтеш тип атағандар (“Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше”) (2 б.)

5. Ғ. Сәләм “Шоңҡар” (1 б.)

6. “Асылыкүл”, “Балҡантау”. Баш мөхәррире – Ишбулат Йомабай улы  Аҡҡолов

(1 б.)

7. Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора. (2 б.)

8. “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосы (1 б.)

Юғары балл 100% - 23 балл



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

8 класс, башҡорт группаһы

    Башҡорт теле

1. Башҡорт, бөркөт һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә.

2. Парлы тартынҡыларҙы яҙығыҙ.

3. Бирелгән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушып яҙығыҙ.

4. Тел тураһында 3 мәҡәл яҙығыҙ.

5. Әйтелеше буйынса һөйләм төрҙәренә берәр һөйләм яҙығыҙ.

    Әҙәбиәт

1. Ниндәй жанрҙы ҡобайыр тип йөрөтәләр.Ҡобайырҙар тураһында нимә беләһегеҙ?

2. Түбәндәге юлдар ниндәй авторҙың ниндәй әҫәренән алынған?

– Грамыт бик һай бит әле, ағай, атай киткәс, мәктәпте ташларға тура килде.

- Бына һуғыш бөткәс, икәүләп белем алырға тотонорбоҙ, - тип мәрәкәләне председатель.

 

3. Былар кемдәр?

Мостай Кәрим –

Розалия Солтангәрәева-

Рәшиҙә Туйсина-

Нажия Аллаярова-

Салауат Юлаев-

4. Кем ул Кинйә Арыҫланов?. Уның тураһында нимә беләһегеҙ?

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

6 класс, рус группаһы

Ответы написать на башкирском языке

1. Сколько букв в башкирском языке?

2. Какие специфические буквы башкирского языка вы знаете?

3. На какие группы делятся гласные?

4. Напишите названия праздников.

11 октябрь-

1 ғинуар-

8 март-

5. Поставьте существительные во множественном числе.

Мәктәп, дәрес, китап, ҡулъяулыҡ, ҡуян, бит, донъя, хикәйә, күнегеү, урам, ҡанат, ҡарға.

6. К следующим существительным допишите прилагательные.

……     күлдәк, …… дәрес, ……… класс, ……..малай, ………. урам, …….. ағас, ……. үлән,

…..уҡыусы, ……..урман.

7. Башҡортостанда иң ҙур тау-

Башҡорт халҡының милли батыры-

Башҡортостандың башҡалаһы-

8. Продолжите текст.

Мин Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында уҡыйым.

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

10 класс, рус группаһы

Ответы написать на башкирском языке

1. Сколько букв в алфавите башкирского языка?

2. Напишите названия рек, озер, гор, городов, районов по –башкирски.

Сакмара, Дёма, Ишимбай, Стерлитамак, Месягутово, Зилаир, Талкас, Асылыкуль, Агидель, Иремель, Бурзянский район, Янгантау, Уфа.

3. Какие птицы Башкортостана вы знаете?

4. Продолжите список словами на тему «Башҡорттар»

  Тирмә, ырыу, умартасылыҡ, …………

5. Что вы знаете о жизни и творчестве Х. Давлетшиной?

6. Какие версии происхождения этнонима «башҡорт»

7. Вместо точек напишите нужные слова.

Көҙ ……

…….. йылы яҡҡа  киттеләр.

……..  һыуынды.

……. япраҡтары һарғайҙы.

Көн дә ……… яуа.

Кешеләр мул …… йыйҙы.

8. Какие пословицы на башкирском языке вы знаете?

9. Переведите.

Салауаттың тирәге( тополь).

Өфө-Ырымбур юлында бик ҙур тирәк  үҫә. Башҡорттарҙа шундай легенда һаҡланған: Салауат Юлаев ошо ҙур тирәк төбөндә үҙенең сатырын( шатёр) ҡорған һәм Емельян Пуғачевты ҡымыҙ менән һыйлаған. Был тирәк төбө уның күҙәтеү ( наблюдение) урыны ла булған.



Предварительный просмотр:

1.Ниндәй хайуандар атамаһын беләһең?

2.Ниндәй кеше ағзаларын беләһең?

3.Ниндәй ағас исемдәрен беләһең?

4.Бер аҙнала ете көн бар:

5.Тәүлектең ваҡыттарын белдергән  һүҙҙәрҙе тәржәмә ит: утро-… ,  заря-..,  вечер-…,  обед-…., ночь-…,  день-….;

6. Ябай һәм ҡушма һандарға миҫалдар яҙ.

7. Башҡорт халыҡ яҙыусаларын яҙ.

8.Башҡорт халыҡ шағирҙарынан кемдәрҙе беләһең?

9.Ҡылымдарҙы юҡлыҡ формаһында яҙ: уҡы, эшлә, бел, ятла.

10.Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәргә миҫал яҙ.

11.Үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында 6 һөйләм яҙ.

12.Һөйләмдәргә һорау уйлап яҙ.

Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

Башҡортостандағы иң ҙур күл-Асылыкүл.

Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.

13.Төшөп ҡалған ялғауҙар ҡуйы яҙ.

мәктәп…    баҡсаһы,  мәктәп… эшләй, китап…. бар,   Өфө……. барам,   магазин……. ҡайтты,  дуҫ……  осраттым,    баҡса…..  үҫә,   малай……  китабы, уҡыусы….   әйтте, урман….. бар

14.Ҡоштар исемдәрен яҙ.

15.Антонимдарҙы яҙ.

тәпәш-….., йәмһеҙ-…….,  оҙон-….., аяҙ-….,  ябыҡ-….., тар-….,  нәҙек-….. , ҡурҡаҡ-……, ҡарт-….., ҙур-…..,  иҫке-….., илай-….., ултыра-……..;

16.Башҡорт  халыҡ әкиәттәрен һанап сыҡ.

17.Башҡорт алфавиты нисә хәрефтән тора?Башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен һанап сыҡ?

18.Ҡыш тураһында 4-5 һөйләм яҙ.

19.Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрен  табып яҙ.

Салауат Юлаевтың мөһәбәт һәйкәле Ағиҙелдең бейек ярында  ҡуйылған

20.Хеҙмәт , икмәк , Тыуған ил  тураһында  2-шәр  мәҡәл яҙ.

21.Һөйләм төҙөп яҙ.

Мәктәптә, уҡыйым , мин, яҡшы.

22.Тейешле сифаттар өҫтәп яҙ.

Аҡбур аҡ,ә күмер ……..

Лимон әсе,ә бал………

Йәй көнө көндәр ҡоро,ә көҙ көнө……..

Тейен бәләкәй, ә айыу………

23.Исемдәргә ялғау ҡушылғанда хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

1) Йондоҙҙар, болоттар, уйынсыҡлар, баҡсалар

2)Клоундар, тауҙар, ҡуянлар, уттар.

24. Кем ул Мостай Кәрим? Улҡайҙа   һәм ҡасан тыуған? Уның ике әҫәренең атамаһын яҙ.

25. Учалынан сыҡҡан ниндәй күренекле шәхестәрҙе беләһең?

26.Был шәхестәр кемдәр икәнен билдәлә.

Талха Ғиниәтуллин-…..

Әхмәт Лотфуллин-…..

Мостай Кәрим-……..

Рөстәм Хәмитов-…….

Заһир Исмәғилев-….

Муса- Мортазин-….

Шакирйән Мөхәмәтйәнов



Предварительный просмотр:

1.Башҡорт халыҡ ижады төрҙәре: легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр,эпостар, йырҙар,таҡмаҡтар,  бәйеттәр, мөнәжәттәр, көләмәстәр, афористик жанрҙар(мәҡәлдәр,әйтемдәр,йомаҡтар)

2.Башҡорт халыҡ әкиәттәре 3 төркөмгә бүленә: тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

3.Тормош-көнкүреш әкиәттәре: «Алтын тамсы», « Һаранбай менән Зиннәт  ағай», «Фәҡир кейәү»,  «Наҙлы ҡыҙ»

4.Үҙаллы һүҙ төркөмдәре: исем, сифат, һан,алмаш, ҡылым, рәүеш; ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр(союзы)(менән,шулай уҡ,ләкин,әммә), бәйләүестәр (послелоги)(менән,өсөн, кеүек, табан,тиклем,һуң, бирле)киҫәксәләр(частицы)(-мы,-ме,-мо,-мө; да ,дә,та,тә,ла,лә,ҙа,ҙә,-дыр,-дер,-ҙыр-ҙер,лыр,-лер,-тыр,-төр;иң, бик,түгел), модаль һүҙҙәр(мөнәсәбәт һүҙҙәр) (эйе,юҡ,ысынлап та,дөрөҫ, кәрәк,тейеш,мөмкин, зинһар,буғай,бәлки), ымлыҡтар(междометия)(әә-ә,эй-й-й,аһ,и-и-и,ах,ух,эх,һы,һи,ай-һай,уй-алла, сип-сип,бес-бес)

5.Риүәйәт(халыҡ хикәйәләре)-тарихи ерлеге һәм дөрөҫлөгө бәхәс тыуҙырмаған һәм халыҡ, ил яҙмышы менән бәйле булған әһәмиәтле хәл- ваҡиғалар тураһындағы хикәйәгә әйтәләр. Риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә легендаларҙа фантастик уйҙырма, хыял, мөғжизә төп урынды ала. Легенда геройҙары тәбиғәт,ҡош-ҡорт, йәнлектәр менән бик еңел аралашып, һәр төрлө ғәҙәти булмаған мөнәсәбәткә инә алалар.Риүәйәттәр: «Ғилмияза риүәйәте», «Бошман- Ҡыпсаҡ батыр» риүәйәте, «Сыңрау торна», «Учалы», «Аҡһаҡ Тимер», «Аҡман-тоҡман»

Риүәйәттәрҙең төркөмләнеше: тарихи, тормош-көнкүреш,топонимик

6.Топонимик риүәйәттәр- ул  ауыл тарихын, ер-һыу, тау-таш атамаларын сағылдырған риүәйәттәр.

7. Йырҙарҙың  төркөмсәһе :Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһындағы й., ҡасҡындар тураһындағы й., кантон башлыҡтары тураһындағы й., ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы й.

9. Лирик йырҙар(тормош-көнкүреш, мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тур.й.,шаян й.) «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Түңәрәк күл», «Йәмле  Ағиҙел буйҙары», «Таштуға», «Сәлимәкәй», «Шәүрә»

10.Исемдәрҙең грамматик  категориялары:һан категор., килеш к., эйәлек к.,(китабым, китабың, китабы,китабыбыҙ, китабығыҙ, китабыбыҙ);хәбәрлек к.(I затта-мын,-мен,-мон,-мөн,-быҙ,-беҙ,-боҙ,-бөҙ;IIзатта—һың,-һең,-һоң,-һөң;-һығыҙ,һегеҙ,--һоғоҙ,һөгөҙ; уҡыусымын,,Учалынанмын),билдәлелек-билдәһеҙлек к., енес  к.(айғыр)

11.  Алфавитта бөтәһе  42 хәреф.

9 һуҙынҡы хәреф:

Ҡалын һуҙынҡылар: а, о, у, ы

Нәҙек һуҙынҡылар: ә ө ү э( е) и

27 тартынҡы хәреф: б, в, г, ғ, ,д,ҙ,ж,з,й,к,ҡ,л,м,н,ң,п,р,с,ҫ,т,ф,х,һ,ц,ч,ш,щ

12.Килештәр

Төп килеш  Кем ? нимә?тупҡа

Эйәлек килеш  Кемдең ? нимәнең? туптың

Төбәү килеш   Кемгә ? нимәгә?  тупҡа

Төшөм килеш  Кемде ? нимәне?тупты

Эйәлек килеш  Кемдә? Нимәлә?туптың

Урын ваҡыт килеш  Кемдән ? нимәнән? Тупта

13.Мәҡәлдәр

Кем эшләмәй,шул ашамай.Һөнәрле ир-ҡанатлы ҡош.Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын. Татыулыҡта –берҙәмлек.Уҡығандың  теле икәү.

Уҡыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу.Алтын –көмөш сыҡҡан илдән, тыуып үҫкән ил артыҡ.

14. Башҡорт телендә сыҡҡан газета-журналдар: “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Башҡортостан”,  “Яйыҡ” газетаһы, “Аҡбуҙат”, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы”

14.Ҡылым һөйкәлештәре:

1. Хәбәр һ. мин уҡыйым

2.Бойороҡ һ.һин уҡы

3.Шарт һ. мин уҡыһам

4.Теләк һ. минең уҡығым килә

15.Ҡылым төркөмсәләре: исем ҡылым(уҡыу, ултырыу, яҙыу,яҙмау),уртаҡ ҡылым(уҡырға, яҙырға,яҙмаҫҡа), сифат ҡ. (алыусы- ала торған,алыр –аласаҡ,алаһы-алмаһы,алырлыҡ- алмаҫлыҡ),хәл ҡылым(алып, ултыртып,алмайынса, алғансы,) рәүеш (алғанса,белгәнсә).

16. Эштең йәки хәрекәттең билдәһен, уларҙың ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр рәүеш тип атала һәм нисек? ҡасан?  күпме? ни тиклем? Һор. яуап бирә (ҡысҡырып һөйләй, тиҙ атлай, матур йырлай).( яҙын,  тереләй,кисен, аҡсалата)

17.Ъ,ь-өндө белдермәй, айырыу билдәһе хеҙмәтен генә үтәй,ъ-ҡалын айырыу билдәһе,ь-нәҙек айырыу билдәһе.

18.Һөйләмдең баш киҫәктәре- эйә һәм хәбәр.

.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре-аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр

Аныҡлаусы:Ниндәй? Кемдең?Нимәнең?

 Юлға һары, ҡыҙыл, һоро япраҡтар түшәлгән.

Уның яҙмышы-беҙҙең ҡулда.

 Тултырыусы:Кемгә, нимәгә, кемде, нимәне, кемдән, нимәнән кем менән, нимә менән

Беҙ һинең өсөн тырышабыҙ. Икмәктән оло булма.

Хәлдәр:

Рәүеш хәле- нисек, Гөрләүектәр йырлап ағалар.

Урын хәле –ҡайҙа. Мин районға киттем.

Ваҡыт хәле-ҡасан. Быйыл йәй һәйбәт килде.

Маҡсат хәле-ниндәй маҡсат менән. Йоҡларға ҡайттылар.

Сәбәп хәле- ни сәбәпле. Ауырыу сәбәпле бара алманым.

дәхе,ь-нәҙек айырыу билдәһе.

19.Теркәүестәр һөйләмдә ниндәй вазифа башҡара?

Теркәүестәр һөйләмдең тиң киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләм составындағы ябай һөйләмдәрҙе үҙ –ара бәйләу,теркәү функцияһын үтәй. Бөгөн көн йылы һәм ҡояшлы булды.

Бәйләүестәр-һөйләмдәге эйәреүсе киҫәктәр менән эйәртеүсе киҫәктәрҙең, шулай уҡ  эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмдең бәйләнешен белдереүсе ярҙамсы һүҙҙәр. Бөйөк яҙыусы Л.Н. Толстой Ясная Полянала ауыл балалары  өсөн мәктәп асты.

ЙыЙылыш башланғанға тиклем тиҙ генә магазинга барып килдек.

Яҡташ яҙыусылар-Талха Ғиниәтуллин( 1926) Әсә һәм бала Баҙ. Мәүлит Ямалетдинов (1947) Һомай ҡош  Ҡотолоу  юлҡайҙарын тапманым ( м.Мортазин исемендәге премия бирелә)

Гүзәл Ғәлиева, Рәмзилә Хисаметдинова , Вил Ғүмәров

Башҡорт халыҡ шағирҙары:Мәжит  Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Ниғмәти,Назар Нәжми, Марат Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Александр Филипов, Марат Кәримов, Тимер Йосопов, С әифи Ҡудаш

Башҡорт халыҡ яҙыусылары:Абдулхаҡ Игебаев,Ҡәҙим Аралбай, Зәйнәб Биишева, Әхиәр Хәкимов,Ноғман Мусин, Нәжиб Асанбаев,Ғайса Хөсәйенов, Суфиян Поварисов

Учалы районы Советтар Союзы Геройҙары

Ахмәтғәлин Хәкимйән Рәхим улы

Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы

Серебрянников, Александр Георгиевич 

Сөнәғәтуллин Жәүҙәт Оморҙаҡ улы

Михаил Александрович Ташкин

Рәми Ғарипов(1932-1977)Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. “Ағиҙел”,  “Башҡортостан ҡыҙы”журналдары редакц. эшләй.” Йүрүҙән”(тәүге йыйынтығы), “Таш сәскә”,  “Аманат”китаптары бар.

Мостай Кәрим(1919-2006)Баш-ң  Шишмә рай.Келәш ауылында. Б ДУ-ны тамамлай. Б.В. һуғышында ҡатнаша. 1951-1962й-аБашҡ. Яҙыусылар  союзының идара рәйесе.  “Ҡара һыуҙар”, “Үлмәҫбай” поэмалары, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”,”Ярлыҡау” пов-ре, “Айгөл иле”,  “Салауат” драмалары  авторы.

З. Биишева(1908-1996)Баш-ң  Күгәрсен рай. Туйымбет ауыл-да тыуған. Ырымбурҙағы  Башҡорт пед.техн. тамамлай.Төрлө жанрҙа эшләй. Уның шиғри әҫере, әкиәттәре күп. “Серле ҡурай”, “Нәҙер ”пьесалары, “”Яҡтыға “трилогияһы бар.

Ғайса Хөсәйенов(1928) –Филология фәндәре докторы, профессор, ғалим,академик.Башҡ-ң Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауыл-а тыуған. Тел ,тарих һәм әҙәбиәт институтында оҙаҡ йыл-р эшләй. Күп монографиялар авторы. Уның  “Батырҙар ҡиссаһы”,  “Ҡанлы илле биш”, “ Батырша” әҫәрҙәре авторы.

Ноғман Мусин(1931) Ишембай районы Ҡолғана ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлай. Оҙаҡ йылд-р  “Ағиҙел”журналы, “Башҡортостан ” гәзите редакцияларында, Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.Уның  “Мәңгелек урман”,  “Һайлап алған яҙмыш”  романдары(унлап романы), “Атайымдың ос һәнәге”, “Аҡ бурандар” повестәре бар.

Аҡмулла(1831-1895)- 19 –сы быуаттың II яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең  иң күренекле вәкиле, мәғрифәтсе, шағир.Наҙан муллаларҙан, байҙарҙан көлөп сатирик шиғырҙар сығарған. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡытҡан.  “Башҡоттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк !”,   “ Тупраҡ”, “Заман ғалимдарына” шиғырҙары авторы.

Мәҡәлдәр.Дуҫ дуҫтың көҙгөһө. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр  ҙә аҙ. Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.  Тыуған ил-алтын бишек. Икмәк- ил байлығы.Икмәк ,тоҙ- яҡты йөҙ. Ата-әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде.

Сифат- предметтарҙың билдәһен белдерә һәм ниндәй? һорауына яуап бирә.Сифаттың  төп (ҡыҙыл), сағыштырыу(ҡыҙылыраҡ),артыҡлыҡ(ҡып-ҡыҙыл), аҙһытыу(ҡыҙғылт)дәрәжәләре бар.

Башҡорт телендә лә, рус телендәге  кеүек айырым предметты, билдәне, иҫәпте белдермәйенсә генә, шуларға күрһәтеүсе һүҙҙәр бар. үлар алмаш т.а.

Алмаштарҙың  төркөмсәһе бар: зат ал.(мин,һин),  эйәлек ал.(минең),күрһәтеү ал.(был,шул,ошо,теге),билдәләү ал.(һәр, үҙ, бөтә), һорау ал.(кем?,нимә?), юҡлыҡ ал. (һис кем , бер кем), билдәһеҙлек ал.(әллә кем, кемдер)



Предварительный просмотр:

8 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерлек

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

7 класс

Һүҙьяһалыш, орфография

Һүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ.Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу.,үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар, китап- тар- ҙы.

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр.

Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес.

Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла;ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды), урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан). Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу).Дәрәжәләре: төп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар): Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы).Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде), төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр), уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Бүленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун),ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм.. Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш-исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләре:зат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә),билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙ,әҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙ. Ябай(әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була.Теҙеү (да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә- бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш, башлап, ҡала).

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис),сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы)

Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт) Башҡорт әҙбәиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

7 класс

 Башҡорт халыҡ шағирҙары

1.  1923 й- Мәжит.Ғафури

2.  1959 й. - Рәшит Ниғмәти

3.  1963 й. - Мостай Кәрим

4.  1964 й. - Сәйфи Ҡудаш

5.  1992 й. – РӘми Ғарипов

6.  1993 й. – Рауил Бикбаев

7.  1993 й. – Назар Нәжми

8.  1997 й. –Әнғәм Атнабаев

9.2003 й. - Марат Кәримов

  10. 2003 й. - Тимер Йосопов

   11. 2004 й. - Александр Филиппов

   12. 2010 й. - АбдулхаҠ Игебаев

    13. 2011 й. Ҡәҙим Аралбай

 

Башҡорт халыҡ яҙыусылары

1.  1990 й. - Зәйнәб Биишева

2.  2001 й. - Ноғман Мусин

3.  2001 й. -Әхиәр Хәкимов

4.  2006 й. - Нәжип Асанбаев

5.  2008 й. - Ғайса Хөсәйенов

6.  2010 й. – Талха Ғиниәтуллин

7.  2011 й. - Суфиян Поварисов

 

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1.      Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2.      Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3.      Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4.      Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5.      Көләмәстәр

6.      Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7.       Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8.      Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

Әкиәттәр: хайуандар тураһында: Етем төлкө. Тылсымлы әкиәттәр: Алтын алма, Әбйәлил. Тормош- көнкүреш тураһында: Алтын тамсы,Һарнбай менән Зиннәт ағай.

Риүәйәттәр һәм легендалар(халыҡ хикәйәләре): Етегән йондоҙ, Ай менән Зөһрә,Сыңрау торна, Бошман- Ҡыпсаҡ батыр, Ҡилмияза риүәйәте.

Йырҙар. Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында: Эскадрон,Урал, Йәйләүек.Ҡасҡындар тураһында: Буранбай, Бейеш. Кантон башлыҡтары тураһында:Тәфтиләү,Ҡолой кантон. Ҡатын- ҡыҙ яҙмышы тураһында: Зөлхизә, Ғилмияза.

Таҡмаҡтар-еңел көйгә әйтелеп, бейеү хәрәкәтен оҙатыусы бер төр. Уйын таҡмаҡтары:Косилка молотилка. Бейеү таҡмаҡтары.

Мәжит Ғафури (1880-1934)  Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк –шиғырҙары халыҡ  тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнәӘҫәрҙәре:Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Ҡыр ҡаҙы- хикәйә. Ғариф исемле малай ҡыр ҡаҙын табып алып ҡайта, дауалай, ашата, ә әҙаҡтан яҙ еткәс уны ебәрә.  Аҡкүл буйының матурлығы һүрәтләнә.

Раил Байбулатов (1937-2002) Кумертау районы Яманғол ауылында тыуа. Балалар тормошона арналған хикәйәләр ижад итә.Әсәйемдең алсаҡ йөҙө, Зәңгәр болоттар, Иң ауыр фән, Һоро шинель, Оҙайлы имтихандар исемле китаптары донъя күрҙе.

Күңел күҙе-Уҡытыусы Нәфисә апайҙың ире Уғатар ағай ҡатыны ауырып киткәс дәрестәр алып бара. Ул Сталингард янындағы һуғыштан тома һуҡыр булып ҡайта. Ҡаланан ауылғ а уҡырға ҡайтҡан хәмзә Яҡупов уның был кәмселеге менән файҙаланырға уйлай, ләкин аҙаҡтан үҙенең хатаһын аңлап ғәфү үтенә.

Һарыбай-  төп герой Иншар менән Һарыбайҙың дуҫлығы.

Ноғман Мусин (1931)  Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ  яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.Тайғаҡ баҫма- төп геройҙар Рәхмәт менән Әсҡәт. Рәхмәт Әсҡәткә уҡыуҙа бик ныҡ ярҙам итә. Ләкин Рәхмәт иптәшенә асыуланып, үсегеп йөрөй. Тик бер көндө, ул үҙ хатаһын аңлай.

Ә.Бикчәнтәев (1913-1989) Өфө ҡалаһында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хикәйәләр, повестар, романдар ижад итә. Ғ.Сәләм, С.Юлаев премияһы лауреаты.

Бакенщиктар илаҡ булмай. Темаһы: ата менән улының дуҫлығы.

Жәлил Кейекбаев (1911-1968) Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуа. Өфө педтехникумында белем ала, Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институтында уҡый. Уҡытыусы булып эшләй. Иң популяр әҫәре: Туғандар һәм таныштар- һабантуй байрамының элек нисек итеп үткәрелеүе һүрәтләнә.

Оморҙаҡ бабай- хикәйә. Хөрмәткә ҡартатаһы “ҡурҡҡанға ҡуш күренәтигән мәҡәлдәң дөрөҫлөгөн аңлата.

Мостай Кәрим(1919-2005)Шишмә районы Келәш ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты(1967), Халыҡ шағиры(1963),Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, СССР дәүләт премияһы, Г-Х.Андерсен исемендәге почетлы диплом бирелде, Социалистик Хеҙмәт Геройы.Шағир, драматург, прозаик,. Һуғыш темаһына яҙылған шиғырҙары: Төрөпкә,Мин фронтҡа китәм иптәштәр,Һалдат, Ямғыр, Сит уттар..Лирик шиғырҙары: Таш өҫтәндәге гөлдәр,Һаумы тиҙәр гөлдәр, Уйҙар, Дуҫыма, Вәғәҙәләр бирмә. Йылмайыу әкиәте темаһы- ил хакимдары.Ҡара һыуҙар- һуғыш темаһы. Уның ҡара яҡтарын һүрәтләй. Ҡурҡаҡ бер кешенең кәләше авторға уның тураһында һорашырға килә.Оҙон- оҙаҡ бала саҡ- повесть. Бала саҡ темаһы Шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелә.Төп геройҙар:Оо инәй, Кендек, Хәмитйән, Әсғәт, Кесе инәй, Аҡйондоҙ, Шәһиҙулла, Ибрай.Ай тотолған төндә- трагедия.Шәхестең азатлығы идеяһы күтәрелә.. Халыҡ йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре һүрәтләнә.Ошо йолаларға ҡаршы сыҡҡан кешеләр һәләкәте һүрәтләнә. Төп геройҙар- Аҡйегет, Тәңкәбикә, Зөбәржәт,Диуана, Дәрүиш,Шәфәҡ,Ишмырҙа. Ташлама утты, Прометей- трагедия. Идеяһы- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек. Төп геройҙар- Прометей, Агазия, Әҙәмшаһ, Нишаналар, төрлө йәмһеҙ кешеләр.

Ҡайын япрағы тураһында- поэма. Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һүрәтләнә. Уның киләсәге яҡты. Иленең матурлығы менән һоҡлана.

Әхмәт Әһлиуллин (1927) Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында тыуа.  Балалар өсөн әкиәттәр, нәҫерҙәр яҙа.  Биҙәкле сана- хикәйә. Төп герой Имаметдин ҡарт. Ул саналар эшләй. Идеяһы: элекке оҫталар эшләгән әйберҙәргә һаҡсыл ҡараш тәрбәиәләргә кәрәк, балалар уларҙы белергә тейеш

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар һүрәтләнә. Айбикә иренең ата- әсәһе менән  йәшәй. Ире Юлдыбайҙы һуғышҡа алалар. Халыҡтың ауыр тормошо һүрәтләнә. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Фәрзәнә Аҡбулатова (1960) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуа.  Атай икмәге- ауылдағы халыҡтың һуғыш осорондағы михнәттәре һүрәтләнә. Баларҙың асҡа интегеүе, кейем- һалым етмәүлеген, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәйсә көтөлгән еңеүгә тиклем йәшәүҙәре, аталарының һуғыштан ҡайтып төшөүе һүрәтләнә.

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

 

8 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерлек

Башҡорт теле буйынса белешмә

 

Синтаксис- грамматиканың бер өлөшө. Ул телдәге һүҙҙәрҙең бәйләнеү закондарын,һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төрҙөрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу булғанһөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һөйләм айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән барлыҡҡа килә.Тулы бер уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр теҙмәһеһөйләм тип атала. Интонацион төрҙәре буйынса һөйләмдәр хәбәр, һорау, бойороҡ һөйләмдәргәбүленә. 

Һүҙбәйләнештәр тамамланған уй- фекерҙе аңлатмайҙар, шунлыҡтан уларҙа тамамланыу интонацияһы булмай. Телдә ҡулланылған һүҙбәйләнештәр ике юл менән яһалалар: теҙмә һәмэйәртеүле юл. Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙә уларҙың өлөштөре бер- береһенәбуйһонмай, бер- береһен асыҡламай, үҙ- ара тиң була.

М-н: кешеләр һәм халыҡтар; ҡыҙҙар, малайҙар; ирҙәр, егеттәр;

Эйәртеүле бәйләнеш менән яһалған һүҙбәйләнештәр бер- береһенә тиң булмайҙар: уларҙың береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап, тултырып килә.

М-н: ҡалала уҡыу,сәйер төшө, мин ҡайттым, баланың эше.

Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре:Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу- Эйәреүсе һүҙ менән эйәртеүсе һүҙ бер үк затта, һанда килә( ҡыҙым- таң йондоҙом,минең китабым балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра,йәнемде тетрәтте, һинең өсөн килдем); йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә килеш ялғауҙарынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый)Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ III зат эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән ике исем араһындағы бәйләнеш( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө, мәктәп баҡсаһы).

Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ. Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙ. Ул ҡылымдан,  һирәкләп  исемдән, сифаттан, алмаштан, һандан, рәүештән, мөнәсәбәт һүҙҙән килә.

Тыныш билдәләре ҡуйылышы:

1.Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килһә улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.

2. Эйә исемдән, алмаштан, ә хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған һүҙ төркөмдәренән килгәндә лә, улар пауза менән айырылып әйтелһә, араларына һыҙыҡ ҡуйыла.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәреАныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).

Тиң булған аныҡлаусы аныҡлаусының бер төрлдө билдәһен белдерәләр: Ал, ҡыҙыл, һары сәскәләр күҙҙәрҙе ялмап тора.

Тиң булмаған аныҡлаусылар предметтың йәки заттың төрлө билдәһен белдерәләр: Унда, зәңгәр күлдәр көҙгөһөндә, бейек зәңгәр күктәр сағылып уйнай.Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө.Предметтарҙың, заттарҙың түбәндәге билдәләрен белдерә:

1.Кешенең ниндәй белгес булыуын: уҡытыусы – филилолог уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик.

2.кешенең дәрәжәһен һәм сифат яғынан билдәһен: генерал Кусимов, рус Василий

3. предметтың тәғәйенләшен: класс- кабинет, телефон- автомат, фабрика- кухня

4. кешенең хеҙмәт төрөн: һауынсы Ғәлимә, летчик Гәрәев

5.ҡәрҙәшлекте, ҡартлыҡ- йәшлекте: Хәлимә еңгәй, Салауат бабай, Хәсән ҡарт.

 Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан  һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә.

 Тура тултырыусы һәр ваҡыт төшөм килештә торған исемдән, алмаштан һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Ситләтелгән тултырыусы төшөм килештәге һүҙҙәрҙән башҡа килештә тороусы тултырыусылар.

 Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшләнеү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып,ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем,  нисә, күпме, ни өсөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәрерәүеш хәле(Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай), урын хәле (ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып),  ваҡыт хәле (ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем),  , күләм- дәрәжә хәле(нисә, күпме), сәбәп хәле (ни өсөн, ни сәбәпле), маҡсат хәле ( ниндәй маҡсат менән, ни өсөн), шарт хәле (ниндәй шартта, ни эшләһә), кире хәл ( ни эшләһә лә, ни эшләмәһә лә, нимәгә ҡарамаҫтан).

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм- хәбәре булып 1-се һәм 2- се зат хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары килә.( Әйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙэйәле һөйләм- хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдан килә, башҡарыусының кем икәне билдәле түгел( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм- эйәһе бөтөнләй юҡ, хәбәре аша ла билдәләп булмай ( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.); атама һөйләм- тик эйә составы, уға эйәргән эйәрсән киҫәктәр генә була,(Ҡыш)

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тип үҙенсәлекле интонация менән айырым әйтелгән һәм билдәле дәрәжәлә үҙаллылыҡҡа эйә булған һөйләм киҫәктәре атала. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы- үҙҙәре аныҡлаған һүҙҙәрҙән һуң килһәләр генә айырымланалар.(О, күҙҙәр, береһенән- береһе йылтыр, бызырашып миңә ҡарайҙар)

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы-(Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам)

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы-

1.Исемдән, алмаштан килгән эйәһенә ҡараған өҫтәлмәлектәр ( Өс улы- Сәлих, Сәйәх, Зәйни абзыйҙар һуғыш башланғанда уҡ армияла инеләр)

2.Үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә хатта, мәҫәлән, шул иҫәптән, йәғни кеүек һүҙҙәр менән бәйләнәләр

3.Бер үк һүҙ ҡабатланып килһә

4.Үҙҙәре ҡараған һүҙ менән бер үк килештә торһалар.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр түбәндәге тойғоларҙы белдерәләр:

Раҫлауҙы йәки кире ҡағыуҙы (әлбиттә, юҡ..); мөрәжәғәт итеүҙе ( Эй-эй) ;шатланыуҙы, ғорурланыуҙы ( Күрәһеңме); ғәжәпләнеүҙе (аһ-аһ) икеләнеүҙе ( ахыры, бәлкем); һөҙөмтә сығарыуҙы ( тимәк, шулай итеп, әйтерһең дә); ышаныуҙы ( минеңсә, шик юҡ)

Башҡорт әҙәбиәте буйынса белешмә.

8 класс

 

С. Әлибаев ( Сафуан Әфтәх улы Әлибай) Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылда тыуа. Балалар, өлкәндәр өсөн дә яҙа. 1996 йылда Андерсен исемендәге Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.Бик күп шиғырҙар, әкиәттәр, йырҙар авторы. “Мәктәп юлы”- шиғыр. Мәктәп, тормош юлдары бәйләнеше һүрәтләнә.Темаһы: бала саҡ, мәктәп. Идеяһы: фәҡәт мәктәптә генә бала дөрөҫ тәрбиә ала, үҙ аллы тормошҡа әҙерләнә.Жанры: лирик шиғыр.

Ноғман Мусин(1931) Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ  яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.

“Һабаҡ”- хикәйә, сөнки бер- генә хәл- ваҡиға һүрәтләнә. Ни өсөн шулай атала: Булған хәл- ваҡиғанан Ғайсар фәһем, һабаҡ ала. Үҙенең хатаһын аңлай, берҙәмлектә көс икәненә ышана. Темаһы: мәктәп тормошо, тәбиғәт, дуҫтар тормошо. Проблемаһы: дуҫлыҡ, берҙәмлек, әхлаҡ, экология мәсьәләләре.Төп геройҙары- Ғайсар, Дәүләтбәа, Сәхи бабай

Р. Тимиршин “Уйлап табыусы”- юмористик хикәйә. Юмор аша Хәйҙәрҙең кәмселеген фашлау. Файҙа килтергән эшкә өндәү.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш).  Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик  поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш  Бибеш, Емеш,Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

“Көҙгө ямғыр” –шиғыр. Темаһы: тәбиғәт. Идеяһы: көҙгө ямғыр һалҡын, күңелһеҙ картиналар килтерһәлә, ул уңыш, тереклек, байлыҡ нигеҙе.

Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа. Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы. Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Уның байтаҡ шиғырҙары төрлө композиторҙар тарафынан көйгә һалынған. Рәсих Ханнанов- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

”Икмәк ҡәҙере”- хикәйә. Темаһы: икмәк ҡәҙере, игенсе хеҙмәте, дуҫлыҡ, аслыҡ йылдары тураһында Проблемаһы: йәштәрҙең бөгөнгө көндә икмәктең ҡәҙерен белеп етмәүе. Идеяһы: икмәк ҡәҙерен, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта уйнаған ролен аңлатыу.Төп геройҙары- Вәли, Хәким ағай,Ҡасим, Миҙхәт ағай, Абдулла бабай,

Рамаҙан Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Әбйәлил районында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Күп кенә орден- миҙалдар менән бүләкләнә.  Егермегә яҡын хикәйә, новеллалар яҙа.”Генерал Кусимов” исемле документаль әҫәрен яҙа.

“Әмир баҫыуы”- хикәйә. Темаһы: һуғыш осорондағы ауыл тормошо. Проблемаһы: халыҡты ҡотҡарыу өсөн алдашыуға барыу, НКВД эшмәкәрлеге. Идеяһы: тырыш, рәхмәтле була белеү Төп геройҙары- Әмир,

Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуа. “Совет Башҡортостаны” газетаһының махсус хәбәрсеһе. Кинйәбулатов- лирик шағир. Салауат Юлаев премияһы лауреаты, З.Биишева, Р.Ғарипов, С.Чекмарев, Ф.Кәрим исемендәге  әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

“Дуҫлыҡ төйәге”- лирик шиғыр. Темаһы: дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек. Идеяһы: тыныслыҡта, берҙәмлектә генә бәхетле йәшәп була.

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылда Баймаҡ районының Кусей ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге институтының Юғары әҙәбиәт курсында белем ала.  1991 йылда С.Юлаев исемендәге республика премияһы менән бүләкләнә.

“Башҡортостан- илгенәм”- шиғыр. Темаһы: Башҡортостан, тыуған ил, тел тураһында. Идеяһы: тыуған ерҙе яратырға, ололарға, ихтирам итергә өйрәтеү.

Яңыбай Хаммат улы Хамматов(1925-2000) 1925 йылда Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуа. Тиҫтәләгән роман, повестар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әҫәрҙәре алтын приискылары, тарихи ваҡиғаларға арнала.

“Салауат”- романдан өҙөк. Темаһы: тарихи шәхестәр, тыуған ил тарихы. Идеяһы: тарихи шәхестәрҙе, тарихты белеү, уларға ихтирам тәрбиәләү.Проблемаһы: дуҫлыҡ,азатлыҡ, халыҡты алдау, ҡыҫырыҡлау мәсьәләләре.Төп геройҙары- Салауат, Юлай Азналин, Петр Иванович Рычков, академик Лепехин.

Шәйехзада Мөхәммәтзакир улы Бабич(1895-1919) 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы.

Булат Заһрый улы Рафиҡов  1934 йылда Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуа. Ул тарих менән ҡыҙыҡһына. Халҡыбыҙҙың үткәндәре тураһында яҙа.”Ҡараһаҡал” романы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.

“Бүреләр”-хикәйә. Тема: һуғыш осорондағы тормош. Идеяһы: кешеләргә,мөхиткә иғтибарлы булыу, ауыр хәлдәрҙә лә кешелек сифатын юғалтмау, ауырлыҡҡа бирешмәү, йәшәү өсөн көрәшергә өндәү.

 Проблемаһы: кешеләрҙең бер- береһенә мөнәсәбәте. Төп геройҙары- Ғилмитдин, Нәғимә, Абдулла,колхоз председателе Ишбирҙе, улдары Ғәндәлип, Ғәҙелбай, Исмәғил бабай

 

Иршат Теләүембәтов 1962 йылда Бөрйән районы Асҡар ауылында тыуа. Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай.Тарих уҡытыусыһы булып эшләй. “Урман әбейе”, “ Тау хужаһы” исемле йыйынтыҡтары донъя күрҙе.

“Моралым таңы”-хикәйә. Темаһы: тәбиғәт, Идеяһы: йәнлектргә хәстәрле, һаҡсыл  ҡараш, тәбиғәтте һаҡлау, уға һөйөү хисе тәрбиәләү. Төп геройы- Илфат, Кинйәкәй- марал балаһы

 

Талха Ғиниәтуллин 1926 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Газета- журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Рус телендә Башҡортостан, үҙ туған халҡы тураһында яҙа.Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. Бар булмышы менән ғәзиз тупрағына береккән илһөйәр

 әҙиптең әҫәрҙәрендә ватансыллыҡ мотивтары бик көслө, был, моғайын, уның   милли мөхитенән

ситтә йәшәүе менән дә бәйлелер. Тыуған ер образы бәләкәй ҡалҡыулыҡтары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, һаҙлыҡ-туғайлыҡтары менән бөтә күркәмлегендә күҙ алдына баҫтырыла.

Т.Ғиниәтуллиндың хикәйә-повестарында Ватанға бирелгәнлек, уны мөҡәддәс һөйөү хисе әҫәрҙән әҫәргә үҫтерелә бара. Әҙип геройҙарының ергә тоғролоғон, йыр-моңға һөйөүен халыҡтың тарихы, яҙмышы, рухы, теле, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләй

“Әсә һәм бала”-хикәйә. Темаһы: әсә һәм бала. Идеяһы: әсәйҙәргә ихтирамлы, рәхмәтле булырға кәрәк. Проблемаһы- баланы дөрөҫ тәрбиәләү. Төп геройҙар- Сафия,ире Ғәзиз,колхоз рәйесе Фазыл ағай, күршеһе Шәйхелислам,

 

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова (1921-1997) Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Ул балалар өсөн бик күп шиғыр китаптарының авторы. “Бал ҡорто һәм күбәләк”- шиғыр Темаһы: тәбиғәт, хеҙмәт. Проблемаһы: хеҙмәт, дуҫлыҡ. Идеяһы: матурлыҡты танып белергә, тойорға, һоҡлана белергә, тәбиғәтте һаҡларға.

Шакир Мөхийән улы Янбаев  1925  йылда Күгәрсен районы Бикбулат ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институты студенты. Оҙаҡ йылдар радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында эшләй.

“Дегәнәк”- хикәйә. Темаһы: тыуған ил, һуғыш, аслыҡ. Проблемаһы: үлем, тереклек, кеше, тәбиғәт. Идеяһы: тәбиғәткә, уратып алған мөхиткә иғтибарлы, һаҡсыл ҡарашта булыу.Төп геройҙары-автор.

 

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

 

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1. Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2. Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3. Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4. Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5. Көләмәстәр

6. Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7. Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8. Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

“Урал бытыр” эпосы- идеяһы- кешене тәбиғәттең иң көслө заты, төрлө яуыз көстәрәҙе еңеп сығыр, донъяға ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Ошо идея Урал образында сағылыш таба, Кешегә дан йырлана. Темаһы- батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, үлем менән үлемһеҙлек, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Иҙеүкәй менән Мораҙым”- был эпоста Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро,шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр(хандар, бейҙәр, батырҙар) һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары үҙәктә тора.Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән Иҙеүкәйҙе халыҡ батыры итеп күрергә теләй. Эпостың теле ябай, халыҡсан, яғымлы. Мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр, фразеологизмдар бик күп.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар- ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған. Ҡулъяҙма китап ҡулдан- ҡулға күсерелгән.Уларҙа дине идеология өҫтөнлөк итә. Донъя хәлдәре, дин, әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ҡулъяҙмаларға Йософ вә Зөләйха, Таһир менән Зөһрә, Буҙйегет, Алдар менән Зөһрә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу, Рисаләи Ғәзизә, әҫәрҙәре инә.

Боронғо әҫәрәҙрҙе ижад итеүселәр: Мәхмүд Ҡажғари- атаҡлы ғалим. Сәйәхәт итергә яратҡан, төрки халыҡтар теле тураһында мәғлүмәт йыйған. “Төрки һүҙҙәр йыйынтығы” исемле әҫәр өҫтөндә ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

Йософ Баласағуни- Урта Азияла тыуып үҫә. Йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, хеҙмәткә баһа, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа. “Ҡот килтереүсе белем” исемле әҫәре 13 мең шиғри юлдан тора.

Ҡол- Ғәли “Ҡисса- и- Йософ”- төрки телендә яҙылған боронғо поэтик әҫәр. Ул шиғри формала яҙылған. Ҡол Ғәли 13 быуаттың 1174-1248 йылдарында йәшәгән. Был әҫәрҙе 1212-1233 йылдарҙа ижад иткән.Әҫәр нигеҙендә Зөләйханың Йософҡа булған мөхәббәте ята. Автор саф мөхәббәткә дан йырлай, кешенең сабырлығын, уңғанлығын маҡтай, яуыз әҙәмдәр фашлана, идеал батша тураһында хыялдар һүрәтләнә.

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”- төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында таралған әҫәр. Идеяһы- ғәҙел батша, башлыҡ кәүҙәләндерелә.Ҡаһарманлыҡ, имен, гүзәл тормош тураһындағы ҡараштар сағыла. Геройҙар идеаль заттар. Уларҙың тойғолары гүзәл һәм һоҡланғыс.

Буҙйегет- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралған әҫәр. Буҙйегет исемле егет менән Ҡарасәс исемле ҡыҙҙың саф мөхәббәте, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәр, кешеләрҙең хоҡуҡһыҙлығы һүрәтләнә. Идеяһы- саф мөхәббәт өсөн көрәш, социаль тигеҙһеҙлектәргә протест.

Йырауҙар- төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫтаһы. Һабрау йырау- 14-15 быуаттарҙа йәшәгән. Сығышы менән Ҡыпсаҡ ырыуынан тип иҫәпләнә. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙйәшәр ҡарт, тормош тәжрибәһен, аҡылын йыйыусы итеп һүрәтләнә. Асан ҡайғы- 15 быуатта йәшәгән. Сығышы менән башҡорт. Ҡарағалпаҡтарҙың Майҡы бейе менән нәҫел ептәре тоташа. Ҡаҙтуған йырау- сығышы менән Ҡара- ҡыпсак ырыуынан. Батыр, шағир, йыраусы булып дан ала. Ай, Уралым, Уралым ҡобайыры уныҡы тип иҫәпләнә.

Сәсәндәр ижадыҠобағош сәсән (15- 16 быуатта йәшәгән). Ул Дим йылғаһы буйында йәшәгән, үҙе мең башы булып танылған. Ҡобағош батыр булған.Ул һүҙ менән дә, бүтән төрлө юлдар менән дә бейҙәргә ҡаршы көрәш башлаған. Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсән әйтешкәне исемле әҫәре бар. Ҡарас сәсән- 17-18 быуатта йәшәгән. Уны мәғлүмәттәр буйынса Ҡобағош сәсәндең бүләһе тип әйтәләр. Ул батыр һәм мәргән булған. Сәсәнлеге өсөн халыҡ уны бик яратҡан.(Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында, Ҡарас менән Аҡша исемле әҫәрҙәре һаҡланған.

Ерәнсә сәсән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы йәйләүҙә тыуған. Ул Әбелхәйер хан заманында еткән егет була. Аҙағыраҡ үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы араһында йәшәп уларҙың зарын белеп, күреп йәшәгән. Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне исемле әҫәре билдәле.

Байыҡ сәсән 18 быуатта йәшәгән. Ул Салауат районына ҡараған Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Байыҡ Салауат Юлаев менән туған булалар. Пугачев етәкселегендәге , 1812 йылғы һуғыштырҙың шаһиты булған, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында ҡатнашҡан. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа ал бирмәҫ сәсән булып танылған.Уның Салауат батырға, Рәсәйҙе француз илбаҫарҙарынан һаҡларға арнап әйткән ҡобайырҙары билдәле. Байыҡ, Әхмәт Байыҡ исемле йырҙарҙы ла Байыҡ сәсән сығарған тип иҫәпләйҙәр.

Буранбай- Йәркәй сәсән- үткән быуаттың һүҙ оҫталарының иң атаҡлыһы. Буранбай, Ялан Йәркәй, Һыр, Хажеғәле, Иркутский, Бөҙрә тал,Сәлимәкәй йырҙарының авторы ул тип иҫәпләнә.Заманына күрә уҡымышлы иҫәпләнә. Йәштән уға белем алыу бәхете эләгә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1781 йылда тыуа, 1868 йылда үлә. Ул байҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Шуға һөргөнгә ебәрәләр.

Ишмөхәмәт сәсән 1781 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған. Йәштән үк ҡурайсы, йырсы булып таныла. Шулай уҡ уны элекке сәсәндәрҙең ижадын һаҡлаусы тип иҫәпләйҙәр. Ишмөхәмәт сәсән “аяҡлы тарихсы”булған. (Санды үҙәк, Юлтыҡ ҡараҡ, Малыбай, Бүҙекәйев көйҙәренең һәм йырҙарының авторы тип әйтелә.

Ғәбит сәсән 1856 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуа. 1921 йылда үлә. Ул ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булып таныла. Ул халыҡ араһында электән ҡалған эпостарҙы, легендаларҙы һөйләп, йырлап йөрөр булған. Урал, Иҙел менән Яйыҡ, Салауат, Аҡбуҙат, Һары мулла, Күсәк бей, Тамьян, Салауат тигән эпостарҙы яҙып ала. Тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендаларҙы яҙып алған.

Салауат Юлаев (1754-1800)- Салауат районы Тәкәй ауылында старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуа. Емельян Пугачев етәкселегендәге восстаниела ҡатнаша.1775 йылда Балтик диңгеҙе буйына Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелә. Ул шағир, сәсән булараҡ та билдәле. Ул бик иртә шиғырҙар ижад итә башлай. Уның Тыуған илем- шиғырында патриотик тойғо сағыла, Уҡ- исемле шиғырында ғәйепһеҙ ҡошҡа эләккән уҡ батша түрәләренә эләкһәсе тип әрней, Яу- иле,халҡы алдында ир- егеттәрҙең намыҫ эше, бурысы яуға сығыу,Тирмәмдә, Зөләйха, һандуғас- шиғырҙары тәбиғәт матурлығына бағышлана. Салауат образы сәнғәттә ҙур урын алып тора. Уның тураһында Р.Ишбулатов, Ә.Лотфуллин, А.Кузнецов кеүек күренекле рәссамдарыбыҙ геройҙың портретын яҙҙы. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлен төҙөнө, Тамара Нечаева бюсын яһаны, Республикабыҙҙа С.Юлаев исемендә премия булдырылды. Хоккей командаһы, ҡала, район исеме бар.Степан Злобин, Дауыт Юлтый, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева уның тураһында әҫәрҙәр ижад иттеләр.

Тарихи шәхестәр- Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә, Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина....

Тажетдин Ялсығол (1767-1838)- Көҙәй ырыуынан. Тыуған ерендә бик аҙ йәшәй, сөнки 12 йәшендә атаһына эйәреп хажға китә. Ҡайтып килешләй атаһы Татарстанда үлеп ҡала, атаһының “минең ҡәберемде ташлама” тигән васыятына тоғро булып Мамадыш, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәй.Ғәрәп, фарсы,төрки телдәрен бик һәйбәт белә. Урта быуат китаптарын төрки теленә тәржемә итә.(Рисалә-и Ғәзизә, Тарихнамә –и болғар әҫәрҙәре бик әһәмиәтле. Тарихнамә –и болғар әҫәрендә тарихсыларҙың хеҙмәттәре, фольклор материалдар йыйылған Был әҫәрҙә Ҡөрьән, Библия мотивтары сағыла. Шәжәрәләр ҙә осрай.

Ғәбдерәхим Усман (1754-1834) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ имән ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Белем алырға бик ынтыла. Ҡарғалы, Бохара мәҙрәсәләрендә уҡый.Уны Стәрлетамаҡ яғы башҡорто Лоҡман кантон улы Ибраһимов уны юғалған улы урынына уллыҡҡа ала, шулай итеп ул саф башҡорт булып донъя ҡуя. Уның 50- гә яҡын әҫәре билдәле. Ижадының төп йүнәлеше тормошто реаль һүрәтләү.Ғилемгә, әҙәпкә дан йырлай. Белемле, намыҫлы булырға өндәй.

Ғәли Соҡорой (1826-1889) Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуа. Бөрө, Усы, Минзәлә мәҙрәсәләрендә белем ала. Әҫәрҙәре: Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү, Тәуарих- и Болғария.Әҫәрендә элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй, үҙ фекерен белдерә, географик белешмәләр бирә, ғибрәтле ваҡиғаларҙы тасуир итә.Ижады бик бай һәм йөкмәткеле.

Мифтахетдин Аҡмулла(1831-1895) Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа.Әсән мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Зәйнулла мәҙрәсәһендә белем ала.Ҡаҙаҡ далаларында ярлы балаларын уҡытып йөрөй. Ил гиҙеп, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы- ябағаны, етем- еҫерҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап шиғырҙарын ижад итә. Уны мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Халыҡты белемгә, уҡырға саҡыра. Мәғрифәтселек ҡараштары Башҡорттарым уҡыу кәрәк, Нәсихәттәр, Мәжлесенә ҡарай ғына, Инсафлыҡ,Урыным- зиндан, Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе шиғырҙарына сағыла. Шиғыр ҡобайырҙары: Бәхет, Ҡәнәғәт, Донъя, Тиһеңме, Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Мөхәмәсәлим Өмөтбаев (1841-1907) Ҡырмыҫҡалы районы Йомран Ибраһим ауылында тыуып үҫкән.Үҙ заманынды шаҡтай белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәһе лә Көнсығыш әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын яҡшы белгән. 1852 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый: география, математика, тарих, әҙәбиәт, тел өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тәржемәсе, волость старшинаһы булып эшләй. Туған халҡының тарихын өйрәнә, Петербургта, Ҡырымда эшләй һәм йәшәй. Ижады бик ҙур булмаһа ла күп яҡлы. Ул тарихсы, этнограф, телсе- шағир, тәржемәсе, мәғрифәтсе ғалим. Нәсихәт, Бәйет, Васыят һәм нәсихәт- исемле шиғырҙары белемгә, әхлаҡи тәрбиәгә өндәй. Башҡорттар, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар тигән хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһай. Башҡорт халҡының фольклорын да йыя. Йомран иле исемле шиғырында тыуған ил тәбиғәте менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарҙың илебеҙҙе талауына асынып һыҙлана. Ҡайыш илә йүкә- мәҫәлендә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер- береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала. АС.Пушкиндың Романс, Наслаждение, Делибаш, Бахчисарайский фонтан поэмаларын татар теленә тәржемә итә.

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936) Һамар губернаһы Юлдаш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Мәҙрәсәләрҙә белем алып йөрөгәндә үҙе лә уҡый, башҡаларға һабаҡ та биреп йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә яңыса уҡытыу буйынса ныҡлап уйлана, яңыса уҡытыу өсөн дәреслектәр яҙа. Ул Диниә назаратында эшләгән ваҡытта ундағы архивты тәртипкә килтерә. Ваҡыт исемле гәзетала эшләй. Шура журналының баш мөхәрире булып эшләй. Фәхретдин дин белгесе, теолог. Ислам нигеҙҙәре, Диниә назараты, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Мәшһүр әҙәмдәр исемле әҫәрҙәре бар. Ул мәғрифәтсе. Белем биреү генә түгел, тәрбиә, кешене дини, әхлаҡи тәрбәиәләү мәсьәләһен ҡуя. Тәрбиә, Ғаилә, Тәрбиәле ата, Тәрбәиәле бала, Тәрбиәле әсә исемле әҫәрҙәре бар. Аҫар исемле китабын яҙа. Бында халыҡтың, күренекле шәхестәрҙең тормошо, хеҙмәттәре хаҡында белешмә бирә. Был китабында халыҡтың, милләттең белеме, мәҙәниәте, ғилеме, әҙәбиәте үҫеше тураһында яҙа. Сәлимә повесында- мәғриәфәтселек ҡараштарын халыҡҡа етерлек, аңлайышлы итеп һүрәтләй. Шул уҡ темаға Әсмә әҫәрен дә яҙа.

Сафуан Яҡшығолов.(1871-1931) Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Тарих, география кеүек фәндәрҙән белем алырға тырыша. Мулла булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта. Ул яңылыҡты яҡлаусы шағир. Тәржемә итеү менән дә шөғөлләнгән. Башҡорт ағаларына хитап исемле шиғырында башҡорттарҙы белемгә өндәй, Дим буйы исемле шиғырында тыуған яғы матурлығына һоҡлана.

Фәтхелҡадир Сөләйманов (1889-1976) Силәбе өлкәһе Шығай ауылында тыуа. Атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Китаптар уҡырға ярата. Р.Фәхретдин, М.Өмөтбаев китаптарын йотлоғоп уҡый. Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡаҙаҡ ауылдарында мөғәллим булып эшләй. Революциянан һуң башҡорт хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең теле, Салауат гәзитәләрендә эшләй.Зәки Вәлиди менән бергә Төркөстанға сығып китергә мәжбүр була. Таныҡлы Төркиәт ғалим булып китә, Анкара ҡалаһында үлә. Әҫәрҙәре: Башҡорт моңо- шиғырында элегерәк халыҡтың иркен йәшәүе тураһында, бөгөнгөһөн күреп һыҙланыуы һүрәтләнә. Йәйләүҙе һағынғанада- шиғырында фәҡирлеккә, хәйерселеккә килтереүсе төп сәбәпте ерҙе һатып бөтөрөүҙә икәнен белдерә. Тимербай ҡурайсы- хикәйә, халыҡ тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйлана, моң -зарын һүрәтләй. Салауат батыр драмаһы- Башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен һүрәтләү. Пугачев менән Салауаттың ҡушылыуы, көрәштәре һүрәтләнә.

Мәжит Ғафури (1880-1934) Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Шәйхзада Бабич (1895-1919)- 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы. Халҡым өсөн- шиғыр. Темаһы: халыҡ, тыуған ил. Идеяһы: шиғырҙарын халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, халыҡҡа хеҙмәт итергә ант итә. Кем өсөн- ярлыларҙың тормошо,байҙарҙың тормошо менән сағыштырып бирелә. Бер минут- илдең алға, яҡтыға ынтылыуын теләй, һуғыш, ярлы тормош күңелен әрнетә. Көрәшеп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде, Көтәм, Йәшәһен эшселәр, Бай һәм ярлы, Әйҙә милләт, Башҡортостан, Башҡорт халҡына көйлө хитап- шиғырҙарында азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәү, илебеҙҙе азат итеп күреү теләге менән һуғарылған. Ғазазил- поэма. Үҙ ара көрәшеүсе көстәр төркөмгә бүленгән. Ожмах, фәрештәләр, Иблес, шайтандар һәм бер аллаға, бер шайтанға ышанып йәшәүсе кешеләр һүрәтләнә.

 

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

 

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре:

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

 

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

Һүҙгә фонетик анализ яһау тәртибе

1.     Һүҙгә транскрипция яһарға

2.     Һүҙҙең баҫымын ҡуйырға; һүҙҙе ижектәргә бүлеп, уларҙы анализларға (баҫымлымы, баҫымһыҙмы, асыҡмы, ябыҡмы)

3.     Һүҙҙәге өн һәм хәреф һандарын билдәләргә

4.     Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә характеристика бирергә

Миҫал: яҡшы [яҡшы];1 ижек- ябыҡ, баҫымһыҙ;   2 ижек- асыҡ, баҫымлы; 5өн, ғ хәреф. Я хәрефе ике өндө белдерә.

я-[й]-  тартынҡы, ышҡыулы, талғын, тел уртаһы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, урта рәт һуҙынҡыһы, баҫымһыҙ

ҡ-[ҡ]- тарт, шартлаулы, тел арты, шаулы, парлы, һаңғырау.

ш-[ш]- тарт, тел алды, ышҡыулы, шаулы, парлы, һаңғырау

 

ы-[ы]- һуҙынҡы, урат рәт һуҙынҡыһы, иренләшмәгән, ҡалын, баҫымлы.

Һүҙ составы буйынса анализ яһау тәртибе

1.     Һүҙҙең тамырын, ялғауҙарын айырырға

2.     Ялғауҙың төрөн билдәләргә (һүҙ яһаусы, форма яһаусы, һүҙ үҙгәртеүсе)

3.     Һүҙҙең нигеҙен, тамырмы, ҡушмамы икәнен билдәләргә. Яһалма булһа, яһалыу юлын күрһәтергә (һүҙҙәрҙе ҡушыу, бәйләү, парлау, ҡабатлау, ҡыҫҡартыу)

Миҫал: Китапханасыға- 1) һүҙҙең тамыры: китап һәм хана; ялғауҙары: -сы,- ға

2) –сы- яһаусы ялғау; -ға-үҙгәртеүсе ялғау, төбәү килеш ялғауы;

 

3) һүҙҙең нигеҙе- китапханасы, ҡушма нигеҙ.

Һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ яһау тәртибе

 

Исемдәргә морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Яһалышы.

3.     Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исем.

4.     Килеше.

5.     Һаны.

6.     Заты.

7.     Хәбәрлек менән үҙгәрһә-хәбәрлек заты.

8.     Һөйләмдәге синтаксик фунцияһы.

Миҫал: Зәңгәр күк тажым, сыбар ер- тәхетем,

                 Үҙем- азат йән, аҡ ҡояш- бәхетем (Ш.Бабич)

Күк- исем, нимә һорауына яуап бирә, предметты аңлата, башланғыс формаһы-күк; яһалышы- тамыр исем; уртаҡлыҡ исем; төп килештә; берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.

 

Сифаттарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Төп сифатмы, шартлымы.

3.     Сифаттың дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу).

4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Яҙҙар етә, ана тамсы тама,

                 Йылы саҡтар килә яҡынлап. (Ш.Бабич)

Йылы- сифат, предметтың билдәһен белдерә; башланғыс формаһы- йылы; төп сифат (дәрәжә менән үҙгәрә ала); төп дәрәжәлә; һөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

 

Һандарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Ябаймы, ҡушмамы.

3.     Төркөмсәһе (төп, тәртип, бүлем, йыйыу, сама, кәсер һандары)

4.     Әгәр һан исем урынында килһә, килеше

5.     Исем урынында килеп, эйәлек һәм хәбәрлек менән үҙгәрһә, затын күрһәтергә.

6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Дүртте икегә бүл.

Дүртте- башланғыс формаһы- дүрт, ябай, төп һан, исем урынына килгән, төбәү килештә, һөйләмдә тултырыусы булып килгән.

 

Алмаштарға мофологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Төркөмсәһе (зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек).

3.     Исем урынында килһә, килеше.

4.     Заты (әгәр булһа)

5.     Һаны

6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал:  Һин (китап) йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин минең ысын атам (Ш.Бабич).

Һин- алмаш, исемде алмаштырған, башланғыс формаһы- һин, төркөмсәһе- зат алмашы, төп килештә, 2- се зат, берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.

 

Ҡылымдарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.( тамыр- 2- се зат, берлектә, бойороҡ һөйкәлеше)

2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)

3.     Барлыҡтамы, юҡлыҡтамы)

4.     Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк)

5.     Төркөмсәһе (исем, сифат, уртаҡ, хәл ҡылымдар өсөн)

6.     Заманы (хәбәр һөйкәлешендәге һәм сифат ҡылымдар өсөн)

7.     Заты (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)

8.     Һаны (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)

9.     Формаһы (хәл ҡылымдар өсөн)

10.          Күсемлелеге, күсемһеҙлеге.

11.          Йүнәлеше (төп, ҡайтым, төшөм, уртаҡлыҡ, йөкмәтеү)

12.           Һөйләмдәге синтаксик функцияһы

Миҫал: Нурлы яҙ! Балҡый ҡояш...Аһ! Белмәйһегеҙ мин шатланам. (Ш.Бабич)

Балҡый- ҡылым, ни эшләй? Һорауына яуап бирә, эш- хәрәкәтте аңлата, башланғыс формаһы- балҡы, барлыҡта, хәбәр һөйкәлешендә, хәҙерге заман, 3- сө зат, берлектә, күсемһеҙ, төп йүнәлештә, һөйләмдә хәбәр булып килгән.

 

 

 

Рәүештәргә мофологик анализ

 

1.     Мәғәнәләре буйынса төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу- сағыштырыу, күләм- дәрәжә, сәбәп, маҡсат, рәүештәре)

2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)

3.     Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ)

4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Сыҡ, йәнем, төн зинданынан, күккә ос, йәмләп йәнә. (Ш.Бабич)

Йәнә- рәүеш, нисек? һорауына яуап бирә, мәғәнәһе буйынса- төп рәүеш, тамыр рәүеш, төп дәрәжәлә, һөйләмдә хәл булып килгән.

 

 

Теркәүестәргә морфологик анализ

1.Теркәүестең төркөмсәһен билдәләү: теҙеүме әллә эйәртеү теркәүесеме икәнен асыҡлау:

- теҙеү теркәүесе булһа, төркөмсәһен билдәләү (йыйыу, ҡаршы ҡуйыу, бүлеү, аныҡлау);

- эйәртеү теркәүесе булһа, төркөмсәһен билдәләү (шарт, сәбәп, һөҙөмтә, кирелек, оҡшатыу).

2. Составы буйынса төрө: ябаймы, ҡушмамы

Мәҫәлән: Күкте болоттар ҡапланы, ләкин ямғыр һибәләмәй

Ләкин- теҙеү, ҡаршы ҡуйыу теркәүесе, ябай.

 

Бәйләүестәргә морфологик анализ

1.     Телмәрҙәге функцияһы

2.     Бәйләүес төрҙәре

-         Төп йәки эйәлек килеш бәйләүестәре

-         Төбәү йәки төп килеште талап итеүсе бәйләүестәр

-         Сығанаҡ килеште талап итеүсе бәйләүестәр

Мәҫәлән: Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. (Халыҡ йырынан)

Менән- һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн ҡулланылған, төп килештә торған ел исеменән һуң килгән.

 

Киҫәксәләргә морфологик анализ

Мәғәнәһе буйынса төркөмсәһен билдәләү (һорау, көсәйтеү, раҫлау, икеләнеү, сикләү)

Миҫал: Матурлыҡ туйҙа кәрәк, мөхәббәт көн дә кәрәк. (әйтем)

Дә- көсәйтеү- раҫлау киҫәксәһе.

 

Модаль һүҙҙәргә морфологик анализ

1.     Мәғәнәләре буйынса төрөн билдәләргә

2.     Предикатив модаль һүҙҙәрҙең синтаксик функцияһын асыҡларға.

Мәҫәлән: Батырға ла ял кәрәк .(Әйтем)

Кәрәк- эш- хәрәкәттең кәрәклеген белдергән модаль һүҙ; һөйләмдә хәбәр булып килгән.

 

Ымлыҡтарға морфологик анализ

Бирелгән мәғәнәһен билдәләргә.

Мәҫәлән:

1.     Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына,

Яҡ- яғымда киң ялан йоҡлап ята тып- тын ғына.

Йырлай башлайым, шунда һалҡын ел иҫеп, йырҙы киҫә,

Ай, уҫал ел ҡырҙағы бар йәмде, бар моңдо киҫә. (Ш.Бабич)

2.     Аһ, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп- тәтәй,

Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй. (Ш.Бабич)

 

Их- ҡәнәғәт булыуҙы, рәхәтлекте, шатлыҡты белдерә;

Ай- асыуҙы, ҡәнәғәт булмауҙы белдерә;

 

Аһ- һоҡланыуҙы белдерә.

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

Инша яҙыу серҙәре

Инша яҙыу этаптары:

-темаларҙы уҡып сығыу;

-тема һайлау;

-иншаның төрөн билдәләү;

-уның яҙыу методын һәм стилен асыҡлау;

план төҙөү;

- материалдар төҙөү;

-иншаны ҡараламаға яҙыу;

-тикшереү;

- күсереп яҙыу;

-ҡайтанан тикшереп, эште тапшырыу;

Инша яҙыу этаптарын айырым-айырым ҡарап үтеү:

Темаларҙы иғтибар менән уҡып сыҡ. Ни өсөн ошо теманы һайларға булдың? Теманы асыу өсөн нимәләр кәрәк икәнен асыҡлау.

 

-Иншаның жанрын дөрөҫ итеп билдәлә. Ижади эш төрҙөрен иҫкә төшөрөп китеү. (аннотация, рецензия, доклад, реферат, шиғыр, очерк, репортаж, хат, нәҫер, мәҡәлә)

-Ижади эштең был этабында һәр жанрҙың үҙенә ярашлы метод менән һәм билдәле стилдә яҙыуҙы талап итеүен иҫкә төшөрөү.

Реферат,аннотация,рецензия, доклад- ғилми- тикшеренеү методы менән, фәнни стилдә яҙыла.

Нәҫер, шиғыр- художество методы менән, матур әҙәбиәт стилендә яҙыла.

Хат- эпистоляр һәм йәнле һөйләү стилендә яҙыла.

Очерк, репортаж, мәҡәлә- художество методы менән, публицистик стилдә яҙыла.

 

- План төҙөү. ул ябай һәм ҡатмарлы була. Пукттарҙа һөйләмдәр бер иш булырға, план теманы эҙмә-эҙлекле һәм тулыһынса асырға тейеш.Төп өлөштә образға һәр яҡлап характеристика бирегеҙ. Йомғаҡлауҙа төп өлөштә әйтелгәндәр буйынса һығымта яһарға онотма.

 

-Иншаға материалдар йыйыу.Цитаталар ҡулланыу. Цитаталарҙа тыныш билдәләре тура телмәрҙәге кеүек, тик шиғыр өҙөктәре генә тырнаҡ эсенә алынмағанын онотма. Эпиграф иншаның йөкмәткеһен раҫлап торорға һәм инша алдынан юлдың яртыһынан биттең уң яғынан яҙылырға, уның авторы күрһәтелергә тейеш икәнен иҫеңдән сығарма.

 

-Инша күләме уның жанрына ҡарап билдәләнә. Эшеңде беренсе тапҡыр тикшергәндә бөтә иғтибарыңды тема дөрөҫ асылғанмы икәненә йүнәлт.Ситкә китеү күренештәре булһа төшөрөп ҡалдыр.Икенсе тапҡыр тикшергәндә бөтә төр хаталар тикшерелергә тейеш. Һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар ит. Өсөнсө тапҡыр уҡығанда абзацтар дөрөҫлөгөн ҡара, эшеңә баһа бир.

 

- Иншаңды тикшергәндә уҡытыусының ниндәй критерийҙарҙан сығып тикшергән онотма. Бына улар:

- тема тулыһынса асылғанмы?

-инша эҙмә- эҙлекле яҙылғанмы?

- теле баймы, стиль ҡытыршылыҡтары бармы?

цитаталар авторҙың үҙ фекерен кеүәтләйме, урынлы ҡулланғанмы?

- иншаның жанрына стиль тура киләме?

- авторҙың оригиналь фекере, яңы ҡарашатары бармы?

инша рухландырамы, ышандырғыс итеп яҙылғанмы?

 

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход

Jimdo

Этот сайт создан на Jimdo! Зарегистрируйтесь бесплатно на https://ru.jimdo.com

Изложение тексы өҫтөндә эш алымдары.

1. Тексты беренсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәге һораҙарға яуап бирергә тырышығыҙ:

а) текст ниндәй стилдә һәм жанрҙа яҙылған?

б) унда нимә тураһында һөйләнелә?

в) төп фекер ниндәй?

2. Икенсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәгеләрҙе яҙып алырға тырышығыҙ:

а) текстың нисә өлөштән тороуын һәм уның эҙмә- эҙлеклелеген;

б) төп йөкмәткене биреүсе һүҙҙәрҙе;

в) бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеү алымдарын.

3. Текст йөкмәткеһен бирер алдынан түбәндәгеләрҙе үтәгеҙ:

а) һәр өлөшкә исем ҡушып, план төҙөргә, текст йөкмәткеһен асырға ярҙам итеүсе факттарҙы сағылдырыусы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйырға;

б) текстың башын һәм аҙағын, бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеште уйларға;

в) авторҙың йөкмәткене биреү өсөн ниндәй тел сараларын ҡулланыуын иҫкә төшөрөргә, әгәр ҙә һүҙмә-һүҙ хәтерләй алмаһағыҙ, тел сараларын һайлағанда уларҙың стилистик һәм жанр үҙенсәлектәренә иғтибар итергә.

1.Башҡортса китаптар. Рәхәтләнеп уҡығыҙ!!! http://kitaptar.bashkort.org

2.Лучшие пособия по изучению башкирского языка.


1. Интенсивный курс башкирского языка [PDF]
2. Грамматика башкирского языка [PDF]
Показать полностью…

Intensivny_kurs_bashkirskogo_yazyka.pdf

3 МБ

Grammatika_bashkirskogo_yazyka.pdf

531 КБ

Bashkirsko-russky_slovar.djvu

17 МБ

Samouchitel_bashkirskogo_yazyka.pdf

2 МБ

Khyukhylyu_-_Kratky_bashkirsko-russky_slovar_2.pdf

245 КБ

Ахмеров К.З. Башкирско-русский словарь (1958).djvu

17 МБ

Агишев И.М. Башкирско-русский словарь (1996).djvu

16 МБ

1100371_8AA6A_uraksin_z_g_kratkiy_russko_bashki..

3 МБ

0391996_696AE_hisamitdinova_f_g_bashkirskiy_yaz..

451 КБ

1018085_B7CB0_biishev_a_g_ishmuhametov_3_k_urak..

68 МБ

3.Пройдите тест на знание основ башкирского языка! Проверьте свои знания!

https://www.qzzr.com/c/quiz/155953/9dfd7f13-3d53-

Тест на знание основ башкирского языкаwww.qzzr.com

4.#фильмы@bashyaz

5.#легенда@bashyaz

6.#скороговорки@bashyaz

7.#словарныйзапас@bashyaz

8.#видео@bashyaz

9.https://vk.com/bashtele

О компании | Защита данных | Карта сайта

Вход



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт)теленән олимпиада һорауҙары

9-сы класс

1.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?Башҡорт теле өсөн хас булғандарын айырып әйтегеҙ.

2.”Дуҫ” һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

3.Килтерелгән  һүҙҙәргә күплек ялғауҙары яҙығыҙ: ат,сәскә,ҡурай,ҡыҙ,мәктәп,

флаг,юл,уҡытыусы.

4.Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.

5.”Матур”һүҙенә синонимдар яҙығыҙ.

6.Үҙегеҙ белгән өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.

7.Башҡорт халыҡ яҙыусыларын атағыҙ.

8.Тәҡдим ителгән шиғырҙың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

Беләм әсәй,беләм

Ауыр һиңә

Борсолоулы уйҙар- иптәшең

Ҡарап минең киткән юлдарыма,

Күптән-күптән һағынып көтәһең.

Йыйырсыҡтар сәғәт,минут һайын

Тәрәнәйткән кеүек йөҙөңдә,

Ләкин бел ,һин,бөгөн иртә таңда

Һуғыш барҙы һинең өсөн дә...

9.Улар кемдәр?

Мостай Кәрим,Хөсәйен Әхмәтов,Роберт Заһретдинов,Рәшиҙә Туйсина

10.2012 йылдың 2 февралендә ҡайһы шағирҙың тыуған көнө?Нисә йәш?Уның берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ.

Тәржемә өсөн текст.

Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!

   Урман эсендә ут яғыу тыйыла.Бик кәрәк булған осраҡта,тәүҙә асыҡ урын һайлана һәм соҡор ҡаҙыла,урын әҙерләнә. Усаҡты ағастарға яҡын яҡмайҙар,сөнки ут ағас тамырҙарын,ботаҡтарын яндыра.Ул,ҡоро ботаҡтарҙан өҫкә үрелеп,башҡа ағастарға күсә.Утты ҡоро ағастар эргәһендә яҡмайҙар.Аҙаҡтан усаҡты ут һибеп һүндерәләр йәки тупраҡ менән күмеп ҡуялар.Янған хәлдә һәм шырпыны ла тирә-яҡҡа ташлау тыйыла.



Предварительный просмотр:

I тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку

для учащихся  9 - 11 классов (первый этап)

  1. Башҡорт теле ғилеме лексикологияһы өлкәһендә эшләүсе ғалимдар һәм уларҙың төп хеҙмәттәрен атарға.
  2. Текста билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй күренешкә ҡарай? Уларҙың стилистик функцияһы нимәлә?

Был ниндәй алйот бәндәләр. “Башында аҙыраҡ аҡылы булған кеше көлгә картуф алмаштыралыр шул”. Һинән күрмәксе, көл биреп, картуф алырға барып, әҙәм көлкөһөнә ҡалып ҡайттыҡ. (“Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте).

  1. Өҙөктә билдәләгән тел күренештәре стилистик йәһәттән ниндәй лексикаға ҡарай?

Шулай уйлап алғас, Азат, ҡасырға иткәндәй, тирә-яҡҡа ҡарай башланы. ... Шунан файҙаланып, Коленька тайырға уйланы... инде сумаҙанды тотоп ысҡынырға кәрәк тип, Азат башын күтәреп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – ҡаршыла ғына начальник баҫып тора ине. (Ә. Бикчәнтәев “Нисә йәш һиңә, комиссар?”).

  1. Текстағы билдәләнгән тел күренеше –

Зәңгәр хыялдан яралған,

Зәңгәр һөйөүем минең.

Бөрөлгән ҡайын төҫлө

Көтә йәйҙәр килеүен. (Г. Юнысова).

  1. Әҙәби телдә күплек ялғауҙары ҡайһы диалекттағыса алынған һәм улар нисә төрлө? Көнсығыш диалекттан алынған.Улар 4 төрлө:тар-тәр (аттар,эштәр),лар-ләр(балалар,кәмәләр),ҙар-ҙәр(ҡыҙҙар,кишерҙәр),дар-дәр(малдар,игендәр)
  2. Ошо һөйләмдә һәм һүҙҙәрҙә әҙәби тел менән сағыштырылған ниндәй сиратлашыуҙар күҙәтелә һәм ул ҡайһы һөйләш өсөн характерлы: Беһтең ҡыһыл быһау ҡапҡаға һөһә лә һөһә; беһ – әҙәби телдә беҙ, беһтең – беҙҙең, һеһ – һеҙ, һеһтең – һеҙҙең, ҡыһ – ҡыҙ, ҡыһтар – ҡыҙҙар.

      Көнсығыш диалекттың Һәнәр-Ҡараболаҡ һөйләше

      (Курган өлкәһе һәм Силәбе өлкәһенең көнсығыш өлөшө).

           Тамыр һүҙҙәрҙең уртаһында  һәм аҙағында,шулай уҡ ялғауҙарҙың      

        аҙағында ҙ өнө урынына һ өнө килә.

  1. Ҡорғаҙаҡ тигән гидроним әҙәби телдәге ҡур “закваска” һәм ғаҙаҡ “йылға” һүҙҙәренән аңлатыла. Әммә ни өсөн ул Ҡурғаҙаҡ тип түгел, ә Ҡорғаҙаҡ тип әйтелә.  От ҡоро – «сухая», пересыхающая»,  древнебашк. «ғаҙаҡ – «речка», –  тип аңлата «Словари топонимов Баш. АССР», 93-сө бит (Өфө, «Китап» нәшриәте, 1980 й.). башк. Ҡорғаҙаҡ , от башкир. диал. ҡор (литератур. ҡур) `закваска, солод; сила, мощь`, древнебашк. ғаҙаҡ `речка`[1]
  2. Һүҙ башында, архаик күренеш булараҡ, б өнө урынына п өнөнөң ҡулланылыуы ҡайһы һөйләштәрҙә күҙәтелә? (Миҫалдар: пысаҡ – әҙәби телдә бысаҡ, песән – бесән, пәпәй – бәпәй, пешектәү // пешекләү – бешекләү, патша – батша һ.б.).
  3. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы ҡасан айырым китап булып баҫылып сыға?
  4. 1907 йылда Ҡазанда баҫылған “Букварь для башкир” исемле хеҙмәттең авторы кем? В 1907 году в Казани был напечатан второй «Букварь для башкир», автором которого является А.Г. Бессонов (1848-1918). Он предлагал башкирский алфавит из 41 буквы русской графики. Материалом служил разговорный язык северо-восточных и юго-восточных башкир. Свой алфавит он применял и при записи башкирских народных сказок .
  5. Башҡорт теленең Көнсығыш диалектын өйрәнеүсе тел белгесе.
  6. Хәҙерге башҡорт телен формалаштырыусы сығанаҡтарҙы билдәләгеҙ.
  7. Һүҙҙәрҙең уртаҡ мәғәнә аңлатҡан һәм башҡа мәғәнәүи өлөшсәләргә бүленмәй торған өлөшө нисек атала?
  8. Теҙемдең төрөн билдәлә:

Берәүҙәр байыҡты,

Берәүҙәр бойоҡто;

Берәүҙәр иҙҙе,

Берәүҙәр түҙҙе;

Берәүҙәр майҙа йөҙҙө,

Берәүҙәр ғәмһеҙлекте һиҙҙе,

Әйтә алманы тик ғәҙел һүҙҙе  (Р. Бикбаев).

  1. Һөйләмдәр бер-береһенә ниндәй лексик саралар ярҙамында бәйләнгән?

Минең донъяла иң тәү күргән нәмәм, иң тәү тойған нәмәм – үҙ әсәйемдең йөҙө, уның йыры.

Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡыт, күрәһең, донъяла бәхет тә, шатлыҡ та әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ (Ғ. Рамазанов).

  1. Боҙҙай һалҡын,

Тоҙҙай әсе тулҡын

Күкрәгемә килеп һуғылды (Р. Ғарипов).

Был сағыштырыу нимәгә ҡоролған?

  1. Синонимик рәттәр төркөмдәрендә доминанталарын билдәләгеҙ:

азат, бойондороҡһоҙ, ирекле, хөр;

аҙыҡланыу, ашау, ейеү, тығыныу;

ишәйеү, күбәйеү, артыу.

  1. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй тел күренешен белдерә:

Бирермен ялтыр ғайыш,

Миңә ғулъяулығ ғайыш

Береһе – көрән, береһе – ал,

Теләгәнен һайлап ал.

  1. Түбәндәге һүҙҙәр ҡайһы телдән үҙләштерелгән?

бураҙна, һалам, һуҡа, эҫкерт, арыш, әүен, ужым.

Бураҙна-борозда(рус),һалам-солома(рус),һуҡа

Эҫкерт-скирда(рус),арыш-рожь(рус),әүен-,ужым-озимь(рус)

  1. Түбәндәге фразеологизмдар ниндәй стилгә ҡарай: әһәмиәткә эйә, һүҙҙә тороу, өмөт бағлау, рәхмәт йөҙөнән, асыҡ йыйылыш, бер һүҙ менән әйткәндә.



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәре өсн башҡорт(туған)теленән олимпиада һорауҙары (9-сы класс)

1.Көнбағыш һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

2.Омофондар.Миҫалдар килтерегеҙ.

3.Аҡһыл һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

4.Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.Миҫалдар.

5.Майҙан гөж килеп тора бер ерҙә малайҙар көршәк ваталар икенсе ерҙә көрәшселәр көс һынаша һөйләмен тыныш билдәләре ҡуйып күсереп яҙығыҙ.

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1.Йыр поэзияһы ниндәй төркөмдәрҙе эсенә ала?

2.Афористик ижад нимәләрҙән тора?

3.Халыҡ ижады менән яҙма әҙәбиәт араһында ниндәй айырма бар?

4.”Урал батыр” эпосында үлем хаҡында бәхәстә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар ҡатнаша?

5.Һабрау сәсән образы ҡатнашлыҡ иткән әҫәрҙәрҙе атағыҙ.

9-сы кластар өсөн иншалар  темаһы

1.Башҡортостан – дуҫлыҡ иле.

2.Р.Ғарипов шиғриәте миңә ни өсөн оҡшай?

3.Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы.

4.”Төньяҡ амурҙары” романында 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары күрһәткән ҡаһарманлыҡ.

5.”Айгөл иле”драмаһында Айгөл Ватанға һәм әсәйгә булған һөйөүҙе нисек аңлай?

6.Тел- күңелдең  көҙгөһө.



Предварительный просмотр:

1 тур 2016-2017г.

5 - 8 кластар өсөн интернет-олимпиада  һорауҙары

  1. Шиғыр өҙөгөнән тыуған ерҙе һүрәтләгән һүҙҙәрҙе күрһәтеп, был һүҙҙәрҙең ниндәй мәғәнә аңлатыуын билдәләп, дөрөҫ яуап яҙығыҙ:

Тора-тора мендем Торатауға…

Өс яғында балҡый өс ҡала.

Ағиҙелкәй аға тыныс ҡына,

Ашҡаҙарҡай талғын сайҡала.

        Торатауҙың буйы шундай матур –

        Ҡайҙа баҡма, балҡый нур ғына.

        Гөрләп үҫә унда йәш ҡалалар…

        Тик юҡ әле тиңдәш йыр ғына.

Шат Ишембай, дәртле йәш Салауат –

Урал хазинаһын урғыта.

Ҡарт Стәрле ҡаҡшау быуындарын

Яңы һуттар менән нығыта.

        Килеп еттек «Күкьяр» колхозына,

        Ҡаңғылдашты юлда аҡ ҡаҙҙар.

        Яҡты урам буйлап йырлап бара

        Йәш егеттәр, көләс йәш ҡыҙҙар (Ҡ. Даян ).

Ағиҙелкәй, Ашҡаҙарҡай( яңғыҙлыҡ исемдәргә ҡушылған-кәй,-ҡай күрһәткесе  һоҡланыу,наҙлау,  иркәләү мәғәнәлерен аңлатып килә); Торатау,  Күкъяр, Ағиҙел- ҡушма исемдәр

 

  1. Аҫтына һыҙылған һүҙҙең башланғыс формаһы нисек, ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

Белеме менән, ғәҙәттә ,аҙ белемле  маҡтана (мәҡәл).

А) бел-ҡылым.

Б) белем

В) белемле                     

  1. Түбәндә бирелгән һөйләм составы, интонацияһы һәм маҡсаты буйынса ниндәй, яуап яҙығыҙ: Ташбатҡан ауылы үркәсле-үркәсле бейек тауҙар итәгендә, бер битләстә, тау ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған (Ж. Кейекбаев).

-Ике составлы ,билдәле эйәле,хәбәр һөйләм.

  1.  Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Донъяны матур төҙөгән,

Баҡты мәңге биҙәгә -

Ул да булһа яҡшылыҡ.  

                                  “Урал батыр” эпосынан.

 

  1. Һөйләмдәрҙә  ни өсөн һыҙыҡтар  ҡуйылған, дөрөҫ яуап яҙырға: Тел – күңел көҙгөһө (Мәҡәл).

«Туған тел – халыҡ аҡылы, хыялы һәм рухының иң ҡиммәтле хазинаһы» (Я. Гогебашвили)  Эйә менән хәбәр икеһе лә бер үк һүҙ төркөмөнән килгән,исемдән килгән.

6. Тыш һалҡынса ( хәбәр) һәм еүеш (хәбәр) . Ер өҫтө яңы ғына яҡтырып килә. Тирә-яҡ, иртәнге ҡоро томан эсенә сумып, тып-тын ғына ята (хәбәр). Бер генә япраҡ та һелкенмәй, бер генә өн дә тәбиғәттең мөһабәт тынлығын боҙмай. Йүкә, сәтләүек ағастарының яңы ғына бөрөнән сыҡҡан йәп-йәшел йәш япраҡтарының өҫтөндә, ынйылар кеүек йымылдашып, ысыҡ бөртөктәре ята (З. Биишева).    Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгәндәр.

7. Һөйләмдәрҙә кәрәкле киҫәксәләрҙе өҫтәп, дөрөҫ яҙығыҙ:

Көйләй ҙә  көйләй, бер ҙә көйө юҡ та  көйө юҡ (йомаҡ). Таныш һандуғас та  һайрай һаман, яҙ моңона әсир мин тамам (С. Кулибай.). Аҙна ла  уҙманы, көндәр йонсоуланды ла  китте. Иртә менән  генә аяҙ ине әле. Кискә табан ел сыҡты, туҙған сатырҙай ялбырлап, ҡара болоттар күтәрелделәр  ҙә шунда  уҡ  рашҡы яуа башланы (З. Биишева).

8. Иртән ҡарлуғастар тотош туплауы менән телеграф сыбыҡтарына ҡунғайны. Оҙон-оҙон рәттәр яһап, бер-береһенә ҡара-ҡаршы ултырғандар ҙа, һис ҡымшанмай, ҡатып ҡалғандар. Бөтәһе лә берҙәй, аҡ түшле (сифат), бөтәһе лә берҙәй, ҡырып яһалған кеүек ыҫпай (сифат), бөтәһе лә берҙәй, йып-йылтыр асалы ҡойроҡло (сифат) (С. Айтматов буйынса).

Аҫтына һыҙылған һөйләм киҫәктәре ниндәй һүҙ төркөмдәренән килгән? Сифаттан килгән.

9. Мәҡәлдәрҙә исемгә күскән сифаттарҙы билдәләгеҙ, улар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән: Батыр (эйә)бер үлер, ҡурҡаҡ(эйә) өс үлер. Белдекле(эйә) бер әйтер, бер әйтһә лә, тура әйтер. Булдыҡлы(эйә) баҡса эшләр, булдыҡһыҙ(эйә) аҡса эҙләр.

10. Һандарҙың һөйләмдең ниндәй киҫәктәре булыуын билдәләгеҙ: 

Ҡандай ҡыҙыл ине таң нуры,

Таң ҡыҙартты үлән ысығын.

Икебеҙгә(тултырыусы) тейҙе бер юлы

Бер(аныҡлаусы) минаның ике (аныҡлаусы)ярсығы.

        Береһе(эйә) ҡалды сержант  Фоминда,

        Текә яр ситендә ҡәберҙә.

        Икенсеһе(эйә) – минең тәнемдә.

        Ун ике(ваҡыт хәле) йыл әрней шул яра,

        Өсөнсө көн(ваҡыт хәле) тоташ ҡар яуа (М. Кәрим).

11. Һандар цифрҙар менән бирелгәндә нисек яҙыла:

Беренсе  ғинуар, егерме өсөнсө февраль, егерме беренсе быуат, алтынсы класс, унлап кеше, ике мең ун алтынсы һәм ике мең ун етенсе уҡыу йылы.

21 ғинуар,23 февраль,XXI быуат,6-сы класс,10-лап кеше.2016  һәм 2017 уҡыу йылы.

12. Алмаштар ниндәй һүҙ төркөмө урынында ҡулланылған:

Ватан.

Мин һине(исем) , илем, бирмәм һис кемгә(исем),

Һинһеҙ(исем) тормош юҡ, йәшәү юҡ беҙгә(исем).

Бөтә донъяның ҙур байрағы һин(исем),

Бөтә ҡолдарҙың күҙ алмаһы һин(исем). (М. Хәй).

13. Йәйәләр эсендәге алмаштарҙы тейешле килеш менән үҙгәртеп яҙырға:

         Һинең , минең күҙ йәш аҡмаһын тип,

        Беҙҙең тиҫтер ергә ятмаһын тип,

        Беҙ йәшәгән ошо тупраҡҡа

        Ағайҙарҙың изге ҡаны аҡҡан (Р. Бикбаев).

14. Һөйләмдәрҙе шиғри юлдар менән яҙығыҙ, ҡылымдарҙы бер-береһе менән сағыштырығыҙ, ниндәй ҡылымдар икәнен билдәләгеҙ: Шоңҡар ҡоштай ос юғары, күтәрел һин гел үргә; дошман барып етә алмаһын һин осоп үткән ергә (М. Абдуллин).

Шоңҡар ҡоштай ос(бойроҡ һойкәлеше) юғары,

Күтәрел(бойроҡ һөйкәлеше) һин гел үргә.

Дошман барып етә алмаһын,

Һин осоп үткән ергә.

15. Һөйләмдәрҙә ҡылым төркөмсәләрен билдәләргә:

Һәр көн көрәш менән уҙған(сифат ҡылым) ғүмер аҡыл өҫтәй алға күсергә(уртаҡ ҡылым);

мин теләйем еңеү күкрәгенә йырҙарымды бүләк итергә(уртаҡ ҡылым) (М. Абдуллин).

16. Әйтемдәрҙә исем ҡылымдарҙың һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүен билдәләгеҙ:

Ололарҙы ололау(эйә) –

Яҡшылыҡтың билдәһе,

Кеселәрҙе кеселәү(эйә)

Кешелектең билдәһе.

Олоно һанға алмау(эйә):

Һүҙенә ҡолаҡ һалмау(эйә)–

Яманлыҡтың билдәһе,

Кесене һанға һуҡмау(эйә) –

Насарлыҡтың билдәһе.

Ололарға кесе бул,

Кеселәргә оло бул.

17. Һөйләмдән ҡылымдарҙы табып, төрөн билдәләгеҙ, нимә тураһында һүҙ бара: Күҙлеген сискәс(хәл ҡылым), бер аҙ торғас(хәл ҡылым), ҡараны көҙгөнән; ҡалды хайран ул, үҙен күргәс(хәл ҡылым) асыҡ йөҙ менән (М. Ғафури).

18. Шиғырҙа аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән:

Был умарта йәйен(исем) генә буп-буш,

Көҙөн, ҡышын, яҙын(рәүеш) гөж килә.

Әйтерһең дә, бында йәш күс йәшәй,

Йәш көс менән йәш дәрт гөр килә.

Алмаш үҫә – илгә дан өҫтәрлек,

Заман йөгөн иңгә йөкмәрлек (Ә. Әхмәтҡужин).

19. Шиғырҙа бәйләүес алдынан килгән һүҙҙең килешен йәйәләр эсендә күрһәтегеҙ:

Мин ҡабыҙҙым ерҙә ялҡын итеп

Йөрәгем һәм халҡым ҡушҡанды.

Йырым(төшөм килеш) менән дуҫты иркәләнем,

Йырым (төшөм килеш)менән еңдем дошманды (М. Йәлил).

20. Нөктәләр урынына кәрәкле хәрефтәр өҫтәп яҙырға: аръяҡ, апрель, Ағиҙел, ҡарағош, автобус, телевизор, ракета, альбом, пальто, колхоз, дежурный, клуб, биръяҡ, отряд, поезд.



Предварительный просмотр:

  1. тур 2016-2017 уҡыуйылы.

5 - 8 кластар өсөнинтернет-олимпиадаһорауҙары

1.Шиғырөҙөгөнәнавторҡуйғанидеяны, проблеманыһәмтеманыбилдәләргә, шуларҙыһүрәтләгәнһүҙҙәрҙеһәмһүҙбәйләнештәрҙекүрһәтеп, дөрөҫяуапяҙырға:

Өндә түгел, төштәкүрҙемуны:

яҙғытаңдыңһыҙылыпатҡанын,

көмөшсынйырбулып, теҙелешеп,

ҡырҡаҙҙарыосопҡайтҡанын.

Ҡырҡаҙҙарыосопкиләине,

таңнурынамансыптүштәрен…

Ниңәәлешултөшонотолмай,

онотолғандабашҡатөштәрем?

Ҡырҡаҙҙарыосопкилеп төштө

Тымыҡкүлбуйына–таллыҡҡа.

– Һаумыһығыҙ, ҡаҙҙар! –тигәнинем…

  • Һаумы, яҡташ!  –тигәнтауышҡа

ышанмай ҙаторҙом…

Минеңалда

ҡаҙҙар түгелине, –һалдаттар.

Түштәрендәсыңлаймиҙалдары,

Шинелдәрентөрөпалғандар.

 – Һаумы, туған! –тиҙәр. –Беҙҙе,  – тиҙәр, –

Онотманымы әлеяҡташтар?

Иҫләйҙәрмеәле?

Беҙбит, –тиҙәр, –

яуҙаүлепҡалғанһалдаттар.

Ер уянғансаҡта, нисекитеп

Йоҡлапятмаҡкәрәкҡәберҙә!

Ҡырҡаҙҙарыбулып

тыуғаняҡҡа

ҡайтып төштөкбынахәҙерҙә (Рафаэль Сафин).

2.Шиғырөҙөгөндәаҫтынаһыҙылғанһүҙҙәрһөйләмдеңниндәйкиҫәгеһәмниндәйһүҙтөркөмөнәнкилгәненбилдәләргә:

Ер йәм-йәшел ине, күк–зәп-зәңгәр.

Шундай яҡты, сыуаҡ яҙине,

ергә, күккә–төпһөҙзәңгәрлеккә

баҡ та аҡылыңданяҙ инде…

 Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине! (Рафаэль Сафин).

3.Шиғыр өҙөгөндә аҫтына һыҙылған һүҙгәтулыморфологиканализяһарға:

Тәбиғәттеңуяубермәлендә

яҙһайынбеҙшулайитәбеҙ:

һабанһөрөпкиткәнеребеҙҙе,

һаман көткәнәсәләребеҙҙе,

балаларыбыҙҙы,

бисәләребеҙҙе

яҙһайынберкүрепкитәбеҙ.

Тик үҙҙәрегенәкүрмәйҡала.

Күренәбеҙбарытөштәбеҙ (Рафаэль Сафин).

4. Аҫтынаһыҙылғанһүҙҙәрҙеңһәмһүҙбәйләнештәрҙеңмәғәнәһебуйынсанисекаталыуын билдәләргә

Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ,

аяҙкүктеҡапларболотта.

Онотмағыҙбеҙҙе! Онотмағыҙ…

Ҡайталмабыҙҡаҙҙарбулыпта…

Шулай тинеләрҙәюғалдылар…

Ә бөгөнмин, бөгөн, таңҡалып,

төштәтүгел, өндәҡарап торҙом

яҙғытаңдыңһыҙылыпатҡанын,

көмөшсынйырбулып, теҙелешеп,

ҡырҡаҙҙарыосопҡайтҡанын(Рафаэль Сафин).

5. Аҫтынаһыҙылғанһүҙҙәрҙеңбашланғысформаһынисек, дөрөҫяуаптыбилдәләргә:

Урал тауы – Ер кендеге тигәнһүҙҙәр

Илаһиберҡөҙрәтменәнтулғандыр ул.

Ошо ерҙе, ошоилдеХоҙайбеҙгә

Мәңгелеккәтәғәйенләпҡуйғандыр ул  (РәшитШәкүр).

6.Түбәндәбирелгәншиғырөҙөгөндәгеһөйләм составы, интонацияһыһәммаҡсатыбуйынсаниндәй, яуапяҙығыҙ:

Алтын диңгеҙ, алтындиңгеҙ,

Иркәһеерәсәнең,

Һин бит минеңяҡтыкөнөм,

Шатлығым, киләсәгем(РәшитНазаров).

7.Мәҡәлдәрҙеңаҙағыняҙыпбөтөрөргә:

Һүҙе хаҡтың…

Яҡшыныңүҙеяҡшы…

Яман аш йөрәккәятмаҫ, …

Аҡыл–теҙген, ҡылыҡ–ат, …

Тел зиннәте–

8.Шиғырҙыобразлыитеүсесараларҙыкүрһәтергә:

Ай, Уралым, Уралым,

КүгәрепятҡанУралым!

Нурғасумғантүбәһе

КүккәашҡанУралым!

Һине маҡтаййырҙарым,

Һине данлай йырҙарым.

Төнөнкүккәайҡалҡһа,

Алтындай балҡыйУралтау,

Көндөҙкүккәкөнҡалҡһа,

КөмөштәйбалҡыйУралтау (Салауат Юлаев).

9. Шиғырюлдарынданиндәйморфологикһәмсинтаксикүҙенсәлектәрҙекүрәһегеҙ:

Ай, Уралым, Уралым,

ҺылыуҙаһылыуУралым!

Һүҙем бөтһәләтелемдә,

Йырым бөтмәне, Уралым!

Маҡтапҡурайуйнаһам,

Бөтмәйҙәторғанкөйбулыр.

Данлап йырым йырлаһам,

Бөтмәҙәторғанйырбулыр(Салауат Юлаев).

10. Аҫтынаһыҙылғанһүҙҙәрһөйләмдә ниндәйһүҙ төркөмөнәнкилгәнһәмниндәйһөйләм киҫәгефункцияһынүтәй?

Кисеүбирмәҫиҙелһымаҡбылтөн,

шомло, ҡараңғы.

Шаулап ямғырҡоя, гүйә, йыуа

йөрәкярамды.

Сәнсеүалды–әммәатылмайса

ҡалдыйәҙрә.

Ҡайҙарғалырәйҙәпйәшенялтлай,

зыңлай тәҙрә(ХәсәнНазар).

11.Шиғырҙыңлексикүҙенсәлектәренбелдергәнһүҙҙәрҙебилдәләргә:

Аяҙкүктекинәтболотбаҫа…

Мин ҡысҡырам: «Хыял, алданың!»

Күктәркүкрәй…

Әйтерһең дәулмин

Яңағынаһуғамялғандың.

Йығыламдаторопалғабарам,

Абынам да тағыйығылам.

Һәм кемдәрҙер, ҡулдарымдантартып,

Яҙҙырмаҡсы була юлымдан.

Кемдер мине алғатабанәйҙәй:

Ҡулдарына янар ут алған…

Ә кемдәрҙерәйҙәйбашҡаюлға–

Яҡшыменәняманбуталған(РәзилВәлиев).

12.Түбәндәгеһөйләмдәрҙеңэйәһенһәмхәбәренбилдәләп, дөрөҫяуапяҙырға: Болон ауылы урамыныңикенсеяғыБолоншишмәһебуйлаптеҙелгән. Тигеҙкиңурамкөнөбуйытынбула. Ололар–эштә. Бала-сағаБолоншишмәһендә, олораҡтарсаҡҡыныарараҡағыусыМәндемдә. Бәләкәйауылдыңурамыиртәле-кислегенәйәнләнә. Көтөүкитеп, шау-шыу баҫылғас, ир-ат, бисә-сәсә, йәш-елкенсәкэшкәсыға. Шунанкөнөбуйытағытынлыҡ (ӘнүрВахитов).

13.Аҫтынаһыҙылғанһүҙгәтулыморфологиканализяһарға:

Ә беҙ…

ғүмер иткәнһайын,

туғайҙарға

тартылабыҙһаманнығыраҡ.

Бер ҡасандашулай–быйылғылай

Һайрамағандырул һандуғас.

Һандуғастарһайрарсаҡтағына

Беҙсығабыҙурманһуҡмағына

Йоҡолокүкбитентаңйыуғас (Рафаэль Сафин).

14.Аҫтынаһыҙылғанһөйләмдәрҙеңсхемаһынтөҙөргә, синтаксиканализяһарға:

Атайым да гармун тураһында

матур-матур хыял күпҡорған.

Төнуртаһыеткәс, гармунтотоп

мунсағалабарыпултырған.

Тик сыҡмағанниктерйыр-моңо.

Ә аҙаҡтанһатҡангармунын.

Мин мунсағабарыпултырманым…

Әөйрәнгәсинде–шулине

бәхетүҙе. Минәнбәхетлерәк

кеше ләюҡине. Юҡине! (Рафаэль Сафин).

15. Шиғырҙаниөсөнһыҙыҡтарҡуйылған, дөрөҫяуапяҙырға:

Тамаҡтар–ас, күңелдәр–туҡ,

күңелдәйыр-моңине,

аяҡтасабатаине,

ҡулдарҙа гармун ине (Рафаэль Сафин).

16. Һөйләмдәге аҫтынаһыҙылғанһүҙҙәрниндәйһүҙтөркөмөнәнкилгән?

        Тын төндәрҙеңалһыузәңгәрлеген

Күргәнемюҡинеһискенә.

Күңелемдәурғыпйырҙарташа,

Һәрһүҙемдә–һүнмәҫ хис кенә (Әсхәл-Әхмәт-Хужа).

17. Һөйләүсенеңтыңлаусығайәкийәнһеҙпредметтарға, тәбиғәткүренештәренәтуранан-тура мөрәжәғәтенбелдереп, икенсезатҡағынаҡарағанһөйләмдәрҙә булғанһәмүҙенсәлеклеайырыуинтонацияһыменәнәйтелеп, яҙмателмәрҙәтынышбилдәләременәнайырылғанһүҙҙәрнисекатала?

18.Өҙөктәгеаҫтынаһыҙылғанһүҙбәйләнештәр нисек атала, дөрөҫяуапяҙырға:

Әхмәди, сәйенэсепбөтөп, сынаяғын түңкәрҙеләстенабуйындағыэскәмйәгәбарыпултырҙы. Улһуңғыһүҙентуранан-тураШаһиәхмәткәтөбәп, уғаүпкәбелдерҙе:

  • Атай малы – ҡатаймалы, тигәндәр. Ярар, атаймалыменәнбайыҡҡанһинбайыҡинде. Баш һаубулһа, миңәләмалтабылыр, – тине.

Хажғәлеҡарт уныңһүҙенэскерһеҙхупларғатырышты:

  • Эйе, эйе, маллы байҙануллыбай, тигәндәрборонғолар, тинеулһәмӘхмәдиҙеңулдарыбарлыҡҡаишараитте. ҠаныҡыҙғанӘхмәдиуныңишараһыниҫләмәне, ахырыһы.
  • Шайтан ярлы, мин бай, – тине ул, – хоҙайҙыңбиргәненәшөкөр(ЖәлилКейекбаев).

19.  Бирелгәнһөйләмдә ни өсөникенөктәҡуйылған?

Буҙкүктәрҙеңяуырболоттары,

Йәйҙәркилһә, шуныдөрөҫләй:

Ҡараңғы көнкүшектергәнмәлдә

Һаҙағайҙар йәнгәнурөҫтәй.

Күңелдәрҙеңауырболоттары

Был ҡанунғаһыйыпйәшәмәй:

Ҡайғы йәшекүҙҙәняуғанмәлдә

Шатлыҡнурыйәндәйәшнәмәй

(Әсхәл-Әхмәт-Хужа).

20. Аҫтынаһыҙылғанконструкцияһөйләмдеңниндәйкиҫәге?

Уйнай гармун…

Гармун уйнағанда

киңурамдаһиңәтарбитул.

Уйнай гармун…

Гармун моңона ла

елкенмәгәнйөрәкбарбитул(Рафаэль Сафин).



Предварительный просмотр:

2 тур 2016-2017г.

5 - 8 кластарөсөн интернет-олимпиада һорауҙары

  1. Үҙ-ара мәғәнәүи һәм грамматик бәйләнештә тороусы һөйләмдәр берләшмәһе нисек атала? Текст тип атала.
  2. Нөктәләр урынына бәйләүсе һүҙҙәр ҡуйығыҙ, уларҙың аҫтына һыҙығыҙ.

Көньяҡ Уралдың иң матур урынында, Бөрйән районында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан.  Ул 1930 йыл ойошторолған.Уның  майҙаны 70 мең гектарҙан ашыу. Бында               һунарсылыҡ итеү һәм балыҡ тотоу тыйылған, урманды киҫергә һәм даланы һөрөргә ярамай.Унда эшләүселәрҙең күҙәтеүе аҫтында бөтә йәнлектәр һәм ҡоштар  йәшәй. Ғалимдар бында  йәшәүсе хайуандарҙың тормошон өйрәнәләр.

  1. Текста беренсе торорға тейеш булған һөйләмде табығыҙ:

1.Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. 6.Беҙҙең райондан Өфөгә поезд, самолет һәм пароход менән барып була. 3.Уның урамдары киң, оҙон һәм матур. 5.Күп ерҙәрҙән автобус менән киләләр. 2. Өфөлә төрлө заводтар һәм фабрикалар күп.4.Өфөнө ике яҡлап уратып Ағиҙел йылғаһы аға.

  1. Публицистик стиль.

Башҡортостанда меңдән ашыу күл бар. Улар бигерәк тә Әбйәлил  һәм Учалы райондарында күп. Урал алдында иң ҙур күлдәр – Аҡкүл, Ҡандракүл һәм Асылыкүл. Урал аръяғында – Өргөн менән Мауыҙҙы.

  1. Бирелгән һүҙҙәрҙең  синонимдарын табығыҙ һәм синонимдар рәтенең доминантаһын күрһәтегеҙ.

а)Йәштәш-   ҡорҙаш,тиҫтер,тиң,тиң-тош.

б)Ҡолау-ҡолапкитеү,тәкмәсләп(тәмкеп)китеү,барып төшөү,ауыу,йығылыу

 в)Яратыу- яратып йөрөү,һөйөү,оҡшатыу,яҡын күреү,ғашиҡ булыу,ғашиҡ тотоу,күҙ төшөү

)Ваҡыт-мәл,саҡ,миҙгел,заман,дәүер,эпоха.

д)матур- һылыу,гүзәл,сибәр,йәмле,һөйкөмлө,нәфис,зифа,һомғол,һоҡланғыс,нәзәкәтле.

е)матур-килешле зәһәр,килбәтле,килешеп торған,үлсәп теккән кеүек.

Сабый-йәш бала,бәләкәй бала,бәпәй,бәпес,

  1. Рус телендә бирелгән фразеологизмдарҙың башҡорт телендәге парҙарын тап:

Два сапога пара-Икеһе бер ҡалып,ишәй менән ҡушай,силәгенә күрә ҡапҡасы, ай ҙа ҡояш

Душа нараспашку-Асыҡ күңелле,ыштанһыҙ,ябай,бер ҡатлы.

Глаза на мокром месте-Күҙе инешле урынға тура килгән.Серек сабата.Серек күкәй.Һытыҡ күҙ, бәлеш ауыҙ

Сыграть в ящик-Вафат булыу.Баҡыйлыҡҡа күсеү.Аяҡ һуҙыу.Гүргә инеү.Теге донъяға китеү.Мәңгелеккә китеү.Ата-бабалар янына китеү.

Кот наплакал-бик аҙ,тырнаҡ осондай ғына.

Бить баклуши-Ел ҡыуыу.Эт һуғарыу.Йөн тибеү.

Пристал как банный лист-Һырлан(дегәнәк)  кеүек йәбешкән.Һағыҙаҡ кеүек, талпандай.

Водить за нос-Төп башына ултыртыу.Тишек кәмәгә ултыртыу.Кәкере ҡайынға терәү.Танау осонда йөрөтөү

Выеденного яйца не стоит-Һуҡыр бер тин дә тормай.Кәрәге бер тин, Кәрәге бар ине.Өс тинлек тә түгел.

На душе кошки скребут.Йәнем сығып бара.Йәнде бесәйҙәр тырнай.Урын таба алмай.

  1. Бирелгән фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ:

Алты барып йәйәү ҡайтҡан-буш,тик- томалға йөрөү,маҡсатҡа ирешмәй ҡайтыу, тиккә(тикәйгә) йөрөгән,

борсаҡ сәсә-алдай,шыттыра,юҡты һөйләй, ҡоро йылғанан ағыҙа

тирмәне шәп тарта-күп ашай, аппетиты шәп,

 теш ҡайрау-янау,ҡурҡытыу,

ҡойороҡ болғау-ялағайланыу,юхаланыу,

 мамай заманында-бик борон,элек,ахыры заманда

дөйә ҡойроғо ергә еткәс-бер ваҡытта ла булмаҫ,ҡыҙыл ҡар яуғас, ҡояш теге яҡтан сыҡҡас

  1. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлегеҙ, ижек төрҙәрен билдәләгеҙ:

Боронғо,арыҫлан, етмеш, мөхәббәт, ҡурҡаҡ, алмашсы.

Асыҡ ижек бо-рон-ғо,

Ябыҡ ижек,а-рыҫ-лан

Ҡапланмаған ижек.ал-маш-сы,,

Ҡапланған ижек.ет-меш,ҡур-ҡаҡ,мө-хәб-бәт

Боронғо,арыҫлан, етмеш, мөхәббәт, ҡурҡаҡ, алмашсы.

1.бер һуҙынҡынан торған ижек(һ):а-рыҫ-лан;

2.һуҙынҡы һәм тартынҡынан торған иҗек(һт):ет-меш, ал-маш-сы;

3.тартынҡы менән һуҙынҡынан тоған иҗек(тһ):бо-рон-ғо, мөхәббәт;

4.тартынҡы,һуҙынҡы һәм тартынҡынан торған ижек(тһт):ҡур-ҡаҡ

  1. Ҡара диңгеҙ һүҙенең яһалышын аңлатып яҙырға?  Лексик-семантик юл менән яһалған.Йәнәшәлек юлы менән яһалған( сифат һәм исем) Һүҙбәйләнештәрҙең лексемалашыуы.Төп компоненты исемдән торған һүҙбәйләнештәр нигеҙендә яһалған теркәлмә ҡушма исемдәр,ҡағиҙә булараҡ,төрлө өлкәләргә ҡараған махсус атамаларҙы белдереп йөрөйҙәр.
  2. Юлдаш, ҡурайсы һүҙҙәренең ялғау төрөн билдәләгеҙ?Яһаусы ялғауҙар ҡушылып яңы һүҙҙәр яһалған.
  3. Александр Невскийҙар, Суворовтар, Салауаттар, Кутузовтар, Котовскийҙар, Чапаевтар атта йөрөгәндәр (Н.Нәжми ) Һөйләмдә бирелгән яңғыҙлыҡ исемдәрҙең күплек төрөн билдәләгеҙ? Ижтимағи һәм шәхси тормошта бергә эшләү, йәшәү йәки туғанлыҡ –ҡәрҙәшлеккә бәйле сифаты яғынан бер төрлө булмаған шәхестәрҙе бер төркөмгә йыйыуҙы белдергән коллектив ( төркөмлө) күплек формаһы.

  1. Бик күп илдәр гиҙҙем, һыуҙар кистем. Фәриҙәгә яңы күлдәк алғандар. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр ниндәй килештә килгәндәр?Билдәһеҙ төшөм килештә.
  2.  Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш ярыр. Һөйләмдең эйәһе ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?Сифаттан.
  3.  Фото, код, ток һүҙҙәрендәге О хәрефе ҡайһы килеш ялғауында һаҡланмай?(эйәлек һәм төшөм килештә)
  4. Алмаштарҙың төркөмсәһен билдәләгеҙ: Ай уға һәр кис ошо һүҙҙе ҡабатлаған….Уға-зат алмашы,төбәү килештә,ошо-күрһәтеү алмашы,һәр- билдәләү алмашы.
  5.  Ҡылымдарҙың яһалышын билдәләгеҙ: ауыҙ ит,(төп килештәге исем  ҡылым) күңел ас, ҡаршы ал, хәл йыйҠушма ҡылымдар лексик-семантик юл менән яһалғандар.(Лексемалаштырыу) ауыҙ ит, ҡаршы ал-актив эш башҡарыуҙы белдерә. хәл йый, күңел ас - хәл-торошто белдерә
  6. Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ (Мәҡәл). Бирелгән һөйләмдең әйтелеү маҡсаты буйынса төрөн билдәләгеҙ.Бойороҡ һөйләм.
  7.  Эйәлек затында килгән исемдәрҙе табығыҙ, ниндәй килештә тороуын һәм ниндәй һөйләм киҫәге булып килеүен билдәләгеҙ.

Башҡортостаным(төп килеш,эйә) минең, гөлбаҡсалар иле! Беләһегеҙме, унда йәйге айҙарҙа гөлдәрҙән бал яуа, арыш баш ҡоҫҡан саҡта баҫыу өҫтөндә монар аға, ә күктә һабантурғай, ер өҫтөндәге әле зәңгәр, әле күгелйем тулҡынға ҡыуанып, үрҙән моң ҡоя. Эй, йәйрәп ятҡан Бүздәгем (төп килеш, эйә)минең! Бүздәк һауаһының тәнгә сихәтен, йәнгә рәхәтен былбыл телдәре лә әйтеп бирә алмаҫ, ти торғайны минең әсәйем(төп килеш,эйә). Ул саҡта бала-саға ғына инем, ә унан, Бүздәктән ары донъяны күҙ алдына ла килтермәгәс, уның ниңә шул тиклем мөхәббәтле итеп һөйләшкәнен аңлай алмағанмын. Хәҙер белдем мин Тыуған илкәйемдең(эйәлек килеш,аныҡлаусы) ҡәҙерҙәрен!

Шул тиклем һағындым үҙебеҙҙең ерҙе, тупраҡты! Ҡара тупраҡты! Һағыштарымдан(сығанаҡ килеш, тултырыусы) йөрәккәйемә ҡан һарҡыны…Үҙебеҙҙең яҡтың яҙын, көҙөн, ҡышын, йәйҙәрен һағындым. Ҡайҙа һуң һеҙ, ғәзиз тыуған яҡтарым?!(Өндәш һүҙ) Әле мин диңгеҙҙәр, далалар, шырлыҡтар, тауҙар, урман-ҡырҙар аша ҡайтып китер инем ҡош булып, Урал бөркөтө булып ҡайтыр инем һеҙҙең янға! (К. Кинйәбулатова)

  1.  Бирелгән омонимдарҙың төрөн билдәләгеҙ: өй (йорт) – өй (бойроҡ һөйкәлешендә ҡылым формаһы ) ) Омоформалар.

  1. Антоним, синоним, омоним һүҙлектәре ниндәй төркөмгә ҡарай? Лексикологияға ҡарай.



Предварительный просмотр:

V-VIII кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән

интернет-олимпиада һорауҙары

1. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар

араһынан сыҡҡан иң күренекле сәрдар кем?

2. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында һөйләнә килгән риүәйәт һәм

легендалар башҡорт әҙәбиәтенә лә йоғонто яһаны. Ошо темаға

арналған әҙәби әҫәрҙәрҙе атағыҙ.

3. “Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,

ҡулында булыр ҡурайы”.

Күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙе ҡуйығыҙ. Ни өсөн шул һүҙ

торорға тейеш икәнен аңлатығыҙ. Мәғәнәһе?

4. Һуғышҡа китеүсе башҡорт ғәскәрҙәрен ҡайһы сәсән оҙатып ҡалған?

Ул сәсән тураһында нимә беләһегеҙ?

5. “Төньяҡ амурҙары” романын кем яҙған? Ошо исемдә тағы ниндәй

сәнғәт әҫәре бар?

6. 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Ҡаһым түрә хәҙерге

Башҡортостандың ҡайһы районында (ауылында) тыуып үҫкән?

7. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер башҡорт тарханы һәм

уның ҡатыны хаҡында ҡайһы рус яҙыусыһы ниндәй әҫәрен яҙған?

8. Ватан Һуғышының 100 йыллығына арнап яҙылған драманың авторы

кем? Драма нисек аталған?

9. Мәскәүҙе азат итеү өсөн барға

н һуғыштар ҡайһы башҡорт халыҡ

йырында сағылыш тапҡан?

10. Ата-бабаларҙың ҡанын һулап

Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ,-

тип ҡайһы йырҙа әйтелгән? Ул рәсми булмаған милли

гимныбыҙҙың ниндәй һүҙҙәрен хәтерләтә?

11. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда ил башында ниндәй батша

торған?

12. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһын сағылдырған ниндәй легенда

һәм риүәйәттәр беләһегеҙ?

13. Легенда буйынса Ҡаһым түрәгә яуҙан һуң батша ниндәй хәрби

дәрәжә биргән? Легенда нисек атала?

14. Башҡоттар 1814 йылда Парижда саҡта ниндәй билдәле инглиз

яҙыусыһы уларҙың көнкүрешен мауығып яҙған?

15. Наполеонды еңеп, һуғыш бөткәс, улдары ҡайтҡанда, Байыҡ сәсән

нисә йәштә булған?

V-VIII кластар өсөн башҡорт теленән

интернет-олимпиада һорауҙары

1. Төп башҡорт һүҙҙәрен табығыҙ: көршәк, бүрәнә, сәйнүк, әсәй,

китап, йүкә, әхләҡ, олатай, елән, сәңгелдәк, нәфис, мәҡәл, эскәмйә,

ябалаҡ, яу, ябай, мәҙрәсә, мәғариф, һыу, юл, самауыр, ҡорот, әйбер.

2. Башҡорт теле тамырҙары менән боронғо төрки теленә барып

тоташа. Хәҙерге башҡорт телендә ҡулланылышта булған ҡайһы һүҙҙәр

боронғо төрки телендә икенсе төрлө әйтелгән. Мәҫәлән, суғһыу.

Һеҙгә боронғо төрки теленән һүҙҙәр бирелгән. Уларҙы таныйһығыҙмы?

Әлеге көндә улар нисек яҙыла? Элекке [б] өнө [м] өнәнә әйләнгән,

[т][д][з][ҙ][й], [ғ]?], [с][һ], [ч][т, с].

атаҡ, атығ, тағ, iч, бäн, буң, äр.

3. Дөрөҫ яҙылған һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:

Ҡул яулыҡ, Байьегет, көньяҡ, Гөлйемеш, Ильмырҙа, дуҫ-иш, ҡара-ғош,

ҡатынҡыҙ, аҡтамыр.

4. Һәр аңлатмаға берәр һүҙ менән яуаптар яҙығыҙ.

Кем ул?

- Дошмандарҙың тылында үҙ аллы көрәш алып барған ҡораллы отрядтың ағзаһы.

-Халҡына, тыуған иленә тоғро кеше.

-Ниндәй ҙә булһа эште башлап йөрөүсе.

-Театр өсөн сәхнә әҫәрҙәрен яҙыусы.

-Юғары уҡыу йорто етәксеһе.

-Генерал дәрәжәһенән юғарыраҡ хәрби дәрәжәлә йөрөүсе.

5 . Түбәндәге таблицаны дөрөҫ итеп тоташтырығыҙ. Ҡара менән

билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй күренешкә тура килә.

Наполеон армияһы һөжүме орудиеларҙың көслө атышы менән

башланды. Уларға ҡаршы йәҙрәләр ямғыры һирпелде, ерҙә лә, һауала ла снарядтар, гранаталар ярылды.

Синонимдар

Ғәсҡәр башлығы янына аяғына шпорлы итек, өҫтөнә ҡазаҡ сәкмәне, башына түңәрәк башлығын кейгән Ҡаһым түрә инде.

Антонимдар

Улар бер-береһен ныҡлап белергә, ауыр уй-хыялдарын аңларға тырышып, аулаҡ саҡта серләшеп ҡалыуҙы кәрәкле һананылар.

Шундай ҙур йөрәкле булыуығыҙға рәхмәт, Ваше величество. Беҙ бүләк өсөн түгел, ә Рәсәй иле азатлығы өсөн һуғыштыҡ.

Омонимдар

Француздар һөңгөләр һәм уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған баһадир, тәүәккәл, арыҫлан башҡорт яугирҙарын “Төньяҡ амурҙары” тип атағандар.

Күп мәғәнәле һүҙҙәр

Ғәсҡәр әҙерлеге тикшерелгәндәң һуң ике көн ваҡыт уҙғас, смотрҙа

ҡатнашасаҡ уҡсы дивизиялар, ҡазаҡтар һәм казачий башҡорт полктары, иртәнге таң беленер-беленмәҫтән, Париж урамдары буйлап ағылды.

Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Матур-матур бик күп алдырларға кәртүк, табикмәк, көлсә, һалма өйөлгән табынға ул Ҡаһымды саҡырҙы.

Профессионализм

Яңы баш командующий Кутузов – беҙҙең генерал-губернаторыбыҙҙың иң яҡын дуҫы! – тип маҡтанып баш ҡалҡты

ғәсҡәр старшинаһы.

Иҫкергән һүҙҙәр

Аустерлиц эргәһендәге һымаҡ еңел еңеүгә ышаныс тотоусы Наполеон, рус ғәсҡәрҙәренең удар көсөнә ҡаҡлығып еңелеүгә дусар булды.

Үҙләштерелгән һүҙҙәр

Үҙенә тәғәйенләнгән шәхси бүләктән баш тартып, башҡорттарға ер-һыу һәм азатлыҡ һорауы полковнигының яман уй менән йөрөүен раҫлай... Белемле башҡорт егете, һис шиҡһеҙ, ҡурҡыныслы, унан нисек тә булға

Диалект һүҙҙәр

ҡотолоу мөһим!.. Һыбайлы башҡорт полктары яугирҙары

тантаналы байрам өсөн сәрмәләрендә һаҡлап ҡына йөрөткән иң яҡшы ҡалпаҡтарын, кәзәкәйҙәрен, ҡаталарын кейеп, елкәләренә уҡ-һаҙаҡтарын аҫҡан көйө, эйәр өҫтөндә ғорур ҡиәфәттә

баралар.

Дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр

6. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ:

Батыр яуҙа беленер, сәсән ...

Батыр үҙе үлһә лә, ...

Байлыҡ күрке мал менән, батыр ..

Күҙ ҡурҡаҡ, ... ... .

Батыр бер үлер, ... ... ... .

Егет булһа, батыр булһын, ... ... , ... ... .

Батыр алдында арыҫлан да ... .

Батыр ут булыр, ... ... ... .

7.Фразеологизмдарҙың синонимдарын яҙығыҙ:

Ҡуш йөрәкле –

Тишек кәмәгә ултыртыу –

Балтаһы һыуға төшөү –

Айыу майы һөртөү –

Телдән ҡалыу –

8. Түбәндәге һөйләмдә тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:

Башҡорттоң хатта аты ла үҙенең яйына ҡалыплашҡан салт сыҙам һәм өркөүһеҙ шуның өҫтәүенә әрһеҙ һәм арзан тип яҙа генерал Чернов.

9. Бирелгән текстан сифат ҡылымдарҙы күсереп яҙығыҙ.

1 8 1 2 йылғы В атан һ уғышы ғ әҙәттән т ыш п атриотик р ух

күтәренкелеге уята. Тыныс мәлдә ҡаршылашҡан рекруттар ҙа

һуҡранмай юлланалар. Екатеринбургтың тау заводтары хеҙмәткәрҙәре үҙ ирке менән йыйылған аҡсаға йәмәғәтселек исеменән лафетлы 10 пушка эшләп бирә. Шайтан заводы эшсеһе Егор Плохов снарядты шымартыусы машина уйлап сығара. Түбәнге Исәт заводы эшсеһе Зотин суйынға ҡарағанда арзан булған тимерҙән 3 ҡаҙаҡ (409,5 грамм) калибрлы пушка уйлап таба.

(Календарҙан)

10. Мәскәүгә лә керҙек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ. Был юлдар ниндәй йырҙан алынған? Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

11. Бирелгән һүҙҙәрҙең барыһын да ҡулланып текст төҙөгөҙ. Шул

текст эсендә “башҡорттар” һүҙен бөтә килештәрҙә лә ҡулланырға һәм

өҫтөнә билдәләп сығырға кәрәк.

Һуғыш, Наполеон, ир-егеттәр, ат, яу, уяу, француздар, һөңгө, йәҙрә,

дәһшәтле, еңдек, ғәсҡәр, һөжүм иттеләр, алға, һыбайлы, көсәйҙе,

Ватан, батырлыҡ, хәрәкәт итте, ҡағылды.

12. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

Эйәртеүсе һүҙе менән күсереп яҙығыҙ, һүҙ төркөмөн күрһәтегеҙ.

Тәү ҡарауға кескәй, әкрен ул,

Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ.

Нисә быуындарҙы таң ҡалдырҙы

Башҡорт атындағы батырлыҡ...

... Үткән саҡта Дондан Дунайғаса

Йәһәннәмдән яман уттарҙы,

Егеттәрҙе яҙмыш һаҡланымы,

Әллә ир ҡанаты – ат та мы?

(“Башҡорт аты” Ғ.Рамазанов)

Турысай ғына атым әкрен юрта,

Әкрен генә юртып, тиҙ етә.

Ашағандар бөтә, кейгән туҙа,

Татыулыҡҡайҙарға ни етә?

(Халыҡ ижадынан)

Эсеп бөтөүгә, аждаһа бик яман үкереп, ҡапҡаларҙы, тимер ишектәрҙе

асып, кереп килгән була.

(“Алпамыша” әкиәтенән)

13. Әҫәрҙәр исемдәрен ҡулланып текст төҙөгөҙ. Һүҙҙәрҙе

килештә, һанда, заманда үҙгәртергә мөмкин.

“Төнъяҡ амурҙары”, “Любизар”, “Ҡаһым түрә”, “Әхмәт Байыҡ”, “Һай,

илкәйем”, “Француз көйө”, “Йәнтүрә”, “Кутузов”, “Абдрахман”, “Һары ла

сәс”, “Икенсе әрме”.

14. Түбәндәге талаптарға таянып, һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Ø Ябай, ике составлы, тарҡау, тулы, ҡатмарландырылған хәбәр һөйләм

төҙөгөҙ.

Ø Ябай, ике составлы, тулы, тарҡау, тиң аныҡлаусылары булған өндәү

һөйләм.

Ø Ябай, бер составлы, кәм, тарҡау, ҡатмарландырылған, һорау һөйләм.

Ø Ябай, бер составлы, кәм, йыйнаҡ, хәбәр һөйләм.

Ø Ябай, бер составлы билдәле эйәле, кәм, тарҡау, тиң тултырыусылы

хәбәр һөйләм

15. Күп нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе яҙығыҙ.

1. Әҙәби телдәге һүҙҙәр урынына ерле һөйләштәрҙә ҡулланылған һүҙҙәр ... һүҙҙәр була.

2. Башҡорт теленең һүҙлек составына башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр ... һүҙҙәр була.

3. Лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән, бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙ ҡушылмалары ... берәмек тип атала.

4. Теге йәки был белгестең эш үҙенсәлегенә бәйле ҡулланылған махсус һүҙҙәр ... һүҙҙәр була.

5. Телдә барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр ... була.

6. Телдә ҡасандыр ҡулланылып__



Предварительный просмотр:

Алмаш

Алмаш — сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр урынында ҡулланыла алған һүҙҙәр алмаш тип атала.

Алмаш төркөмсәләре - Алмаш (һүҙ төркөмө)

Алмаштарҙың мәғәнәләре дөйөм була.Ул айырым торғанда конкрент төшөнсәне белдермәй. Алмаштарҙың мәғәнәһе телмәр ағышында йәки кониекста ғына асыҡлана. Уларҙың үҙҙәренә генә хас айырым һорауҙары ла юҡ. Ниндәй һүҙ төркөмө урынында килһә, шул һүҙ төркөмөнөң синтаксик һәм морфологик формаларын ҡабул итә.

Айҙар бүлмәгә инде. Уның ҡулында ҙур ҡағыҙ инеБөтәһе лә уға табан боролдо.

Алмаш төркөмсәләре

  • Зат алмаштары- берлектә: мин, һин, ул; күплектә: беҙ, һеҙ, улар.
  • Күрһәтеү алмаштары- теге йәки был предметҡа, уның сифатына, эш-хәрәкәттең үтәлеү рәүешенә күрһәтә. Улар өс төргә бүленә:

а)Төп күрһәтеү алмаштары-был, ошо, теге, ул, анау, бынау.

б)Сифат урынында ҡулланыла торған алмаштар- бындай, тегендәй, шундай, анауындай, бынауындай.

в)Рәүеш урынында ҡулланыла торған алмаштар- былай, тегеләй, ошолай, шулай.

Һорау алмаштары

Билдәләү алмаштары

Билдәһеҙлек алмаштары

Юҡлыҡ алмаштары

Эйәлек алмашта

Исем

Исем ( имя существительное) — төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын (кеше, әйбер, үҫемлек, хайуан, тәбиғәт күренештәре һ.б. ) белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ул кем, нимә, ни, кемдәр, нимәләр һорауҙарына яуап бирә.

 Ҡар яуа (нимә яуа? ҡар. Ҡар -исем). Бала йоҡлай (кем йоҡлай? бала. Бала- исем).

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар,ҡушаматтар,хайуан, китап-журнал исемдәре,географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.

Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә керә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла.

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

Исемдәр һан буйынса берлектә һәм күплектә торалар.

Исемдәрҙең эйәлек заты

Исемдәрҙең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата.

Туғаным, минең туғаным, балаларыбыҙ, һинең олатайың, уның күлдәге, ағайымдың машинаһы, был ҡәләм һеңлемдеке һ.б.

Эйәлек заты ишетелгәнсә яҙыла.

Иҫкәрмә:

  1. Тороу-ым, тороу-ың, тороу-ы; көлөү-ебеҙ, көлөү-егеҙ, көлөү-е.
  2. Ирек- ирк-ем, ирк-ең, ирк-е.
  3. Поезд- поез-ым, поез-ығыҙ, автомобиль- автомобил-ең, автомобил-дәре.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

Башҡорт теле грамматикаһында алты килеш бар.

Килештәр

Килеш һорауҙары

Төп килеш'

Кем? Нимә?

Эйәлек килеш

Кемдең?Нимәнең?

Төбәү килеш

Кемгә? Нимәгә? Нигә? Ҡайҙа?

Төшөм килеш

Кемде? Нимәне? Ниҙе?

Урын-ваҡыт килеш

Кемдә?Нимәлә? Ниҙә? Ҡасан?

Сығанаҡ килеш

Кемдән?Нимәнән? Ниҙән? Ҡайҙан?

Исемдәрҙең хәбәрлек заты

Башҡорт телендә исемдәр хәбәр булып та килә. Һөйләмдең хәбәре функцияһын үтәгән исемдәр ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын ҡабул итеүе лә, итмәүе лә мөмкин. Мин 5-се класс уҡыусыһымын.

Ҡылым

Ҡылым — үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙҙәр ҡылым тип атала. Ҡылымдар нимә(ни) эшләй, нимә(ни)эшләне, нимә(ни) эшләй ине, нимә(ни) эшләй торғайны, нимә(ни) эшләр тигән һорауҙарҙың береһенә яуап була.

 Дәрес бара. Имтихандар башланды. Атай иртәгә әйтер. Бөтәһен дә һөйләп бирәсәкмен.

Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше

Башҡорт телендә ҡылым заман менән үҙгәрә: хәҙерге заман, үткән заман, киләсәк заман.

Хәҙерге заман эш-хәрәкәттең хәҙерге ваҡытта эшләнеүен йә эшләнмәүен белдерә: бара, әйтеп тора, ултыра, һөйләй, тыңламай.

Үткән заман эш-хәрәкәттең һөйләү ваҡытына тиклем булғанлағын, эшләнгәнлеген- эшләнмәгәнлеген аңлата: һөйләне, яҙған, әйткәйне, ултырған ине, торғайны, ҡайтманы.

Киләсәк заман эш-хәрәкәттең, хәлдең һөйләү ваҡытынан һуң эшләнәсәген, буласағын йәки булмаясағын белдерә:әйтер, һөйләр, әйтәсәк, әйтмәйәсәк.

Ҡылымдарҙың затта һәм һанда үҙгәреше:

Зат

Берлектә

Күплектә

1-се зат

беләм, уҡыйым

беләбеҙ, уҡыйбыҙ

2-се зат

беләһең, уҡыйһың

беләһегеҙ, уҡыйһығыҙ

3-сө зат

белә, уҡый

белә(ләр), уҡый(ҙар)

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

Башҡорт телендә ҡайһы бер ҡылымдар ике төрлө ҡулланыла:

1. үҙенең мәғәнәһендә, йәғни үҙ аллы.

 Телмәрҙә үҙенең төп мәғәнәһендә ҡулланылған ҡылым үҙ аллы ҡылым тип атала.

2. ярҙамсы мәғәнәлә.

Үҙ аллы ҡылымға эйәреп, ул бедергән эш-хәрәкәттең биҙәктәрен, торошон, нескәлектәрен аңлатҡан ҡылым ярҙамсы ҡылым тип атала.

Әсәйемә хат яҙҙым - Урамда ҡолай яҙҙым.

Иртәгә иртә кил - Һин дәрескә бара тор.

Бишектә бала ята. - Беҙгә кемдер килә ята.

Килтерелгән миҫалдарҙа яҙҙым, ята, тор ҡылымдары үҙ аллы һәм ярҙамсы мәғәнәлә ҡулланылған.

Ярҙамсы ҡылымдар үҙ аллы ҡылымдар менән бергә һөйләмдең хәбәре булып килә һәм зат менән үҙгәрә.

1 -се зат һөйләп тора инем

2-се зат һөйләп тора инең

3-сө зат һөйләп тора ине.

Тамыр һәм нигеҙ ҡылым

Башҡорт телендә тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар була. Яһаусы ялғауы булмаған, тамырҙан ғына торған ҡылым тамыр ҡылым тип атала.

Ҡылым яһаусы ялғауҙар ярҙамынды башҡа һүҙ төркөмдәренән(исем, сифат, рәүеш,ымлыҡ, оҡшатыу һүҙҙәренән) яһалған ҡылым нигеҙ ҡылым тип атала: баш- башла, ҡуйы- ҡуйырт, шәп- шәбәй, күп, күбәй, гөж- гөжөлдә, ух- ухылда.

Ҡылым һөйкәлештәре

Башҡорт телендә ҡылымдың дүрт һөйкәлеше бар

Бойроҡ һөйкәлеше

Бойроҡ һөйкәлешендәге ҡылым ниндәйҙер бер эште, хәрәкәтте башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә: Дәрес әҙерлә. Балаларҙы уят. Иртә тор.

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары түбәндәге мәғәнәләрҙе аңлата: 1. Ғәҙәти бойороу: барығыҙ ҙа килегеҙ, бергәләп уйнағыҙ, ишекте асмағыҙ.

2. Ҡаты бойороу: тор, күҙемә күренмә. Уйлап торма. Барып йөрөмә.

3. Рәсми бойороуҙы: Ҡыр эштәрендә барыһы ла ҡатнашһын.

4.Үтенес: әйтегеҙ инде, кил инде, бир инде.

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары зат, һан менән үҙгәрә, барлыҡ- юҡлыҡта килә ала. Заман менән үҙгәрмәй. Бойроҡ һөйкәлешенең 1-се заты булмай.

Хәбәр һөйкәлеше

Хәбәр һөйкәлеше эш хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә: Уҡыған, әйтә, белә, һөйләй торғайны. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары үткән, хәҙерге. киләсәк замандарҙа килә.

Шарт һөйкәлеше

Башҡорт телендә шарт һөйкәлеше ниндәйҙер бер эш -хәрәкәттең үтәлеүенә икенсеһенең шарт булып килеүен белдерә. Килһә, апайыңдарға шылтыратырбыҙ. Күп көлһәң, иларһың.

Теләк һөйкәлеше

Башҡорт телендә теләк һөйкәлеше эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе йәки үтәргә саҡырыуҙы белдерә.

Ҡылым төркөмсәләре

Ҡылымдар эшләнгән эштең исемен, сифатын, ваҡытын, рәүешен, сәбәбен, эште эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклеген белдереп тә киләләр. Ошо мәғәнәләре буйынса башҡорт телендә ҡылымдың түбәндәге төркөмсөлөре бар:исем ҡылым, сифат ҡылым, уртаҡ ҡылым. хәл ҡылым.

Исем ҡылым

Башҡорт телендә эш-хәрәкәттәр, хәл-тороштар аталып та йөрөтөлөргә мөмкин. Ул исем ҡылым тип атала. Тимәк. исем ҡылым эш-хәлдең, хәрәкәттең исемен белдерә. Ул нимә, ни эшләү һорауына яуап бирә: Көн дә йәйәү йөрөү(нимә? ни эшләү?)арытты. Башҡа барыу (нимә? ни эшләү?) булмаҫ.

Эйәлек заты менән үҙгәреше

Исем ҡылымдар эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәрәләр, күплек ялғауҙарын да ҡабул итәләр.

Уртаҡ ҡылым

Уртаҡ ҡылым зат менән үҙгәрмәй һәм эш-хәрәкәттең барышын сағылдыра. Уртаҡ ҡылым формалары, ярҙамсы ҡылымдар менән бергә килеп, эш-хәрәкәттең, тороштоң маҡсатын белдерә. Уртаҡ ҡылым менән бәйләнешкә ингән һүҙҙәр тейешлек, теләк, ниәт, йөкмәтеү, бойороу, саҡырыу, мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек кеүек мәғәнә биҙәктәрен сағылдыра. Һөйләмдә ул күбеһенсә маҡсат хәле функцияһын үтәй, бер составлы инфинитив һөйләмдәрҙең төп киҫәге булып сығыш яһай. Уртаҡ ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымдарға -рға, -ргә аффиксы ҡушылып яһала. Йәнле һөйләү телендә -ыр, -ер, -р аффикслы ҡыҫҡа вариант та йыш ҡулланыла: эшләр кәрәк, йөрөр кәрәк, йөрөр булғас; Бөгөн уйынға сығыр булғас, егеттәр үҙ-ара өсәр-бишәр тин аҡса йыйып, Ғәлимйән купецтың лавкаһынан керәндилдәр килеп алып киттеләр. (Ж. Кейекбаев.)

Сифат ҡылым

Башҡорт телендә дүрт төрлө затһыҙ ҡылым бар. Уларҙы ҡылым төркөмсәләре тип йөрөтәләр: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Зат менән үҙгәреүсән ҡылымдар һымаҡ уҡ уларға барлыҡ-юҡлыҡ, күсемлелек һәм күсемһеҙ лек, йүнәлеш һәм күләм категориялары хас, тик зат, һан менән үҙгәрмәйҙәр; сифат ҡылымдың заман формалары бар. Сифат ҡылым тип зат менән үҙгәрмәй торған һәм үҙендә ҡылымдың да, сифаттың да билдәләрен туплаған ҡылым формаһы һанала. Сифат ҡылым билдәле бер ваҡыт (үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙа) эсендә предметтың, заттың эш-хәрәкәт ағышын сағылдырыуы менән ҡылымға ҡараһа, шул уҡ заттың хәрәкәт яғынан билдәһен белдереүе менән сифатҡа яҡын тора.

Сифат ҡылым түбәндәге формалар һәм категорияларға эйә: 1) күсемлелек-күсемһеҙлек: а) яҙышыуын туҡтатҡан кеше, б) экскурсиянан -ҡайтыусы уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙең беренсеһендә — күсемле, икенсеһендә күсемһеҙ ҡылым сифат ҡылым функцияһын башҡара;

2) йүнәлеш: уҡылған әҫәр, әйткән һүҙгә һөйөнгән бала; өй эшләшкән өмәсе, килешелгән эш;

3) ҡылым рәүешлеге: урамда уйнап йөрөгән бала, йырлап ебәргән һәүәҫкәр, һөйләп бөткән һүҙ, бер аҙ уҡыштырылған китап.

4) мөмкинлек-мөмкин түгеллек: йөрөй алған ауырыу, йөрөй алмаған ауырыу;

5) -ма, -мә ялғаулы юҡлыҡ формаһы: дәрестә уҡымаған бала, дәресте уҡыған бала;

6) килеш менән башҡарыу: ҡаланан килгән ярҙам, ҡалаға килгән уҡыусы, ҡалала уҡыған студент.

Сифат ҡылым сифаттың түбәндәге грамматик үҙенсәлектәренә эйә: 1) предметтың һәм заттың билдәһен белдерә: комбайнда эшләгән кеше; киләһе йыл уҡыясаҡ бала, был яҡ ярҙа тороусы кешеләр;

2) Сифаттар кеүек үк исем урынында ҡулланылғанда исем вазифаһын башҡара: килеш менән үҙгәрә, һөйләмдең эйәһе, тултырыусыһы булып та, хәбәр составында ла килә ала:Бөтәбеҙҙе лә халыҡ һайлап ебәргән. Беҙ уларҙың ҡушҡанын үтәйбеҙ. (Ғ. Ибраһимов.) 3) Сифат ҡылымдың төп вазифаһы — һөйләмдә аныҡлаусы булып килеү: Ғинуар айында һыуыҡтар бик көслө булды бит: өшөп килгән Ҡансыуаровҡа колхозсының йылы өйө бик килешеп ҡуйҙы. (С. Агиш.) Үткән заман сифат ҡылым предметтың, заттың үткәндәге һөйләү моментына тиклем булған эшмәкәрлеге буйынса билдәһен белдерә һәм һөйләмдә аныҡлаусы вазифаһын башҡара, -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғауҙары менән яһала. Мәҫәлән: «Шулай ҙа эҫе була икән ул күңелгә тыуған-үҫкән ер,» — ағай кеше быныһын ололарса һиммәт менән бер килке хисләнеп шым торғандан һуң әйтте. (С. Шәрипов.) Хәҙерге заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыусы, -еүсе, -усы, -үсе (төрлө фонетик варианттарҙа) ялғауы ҡушылып яһала: йыуыусы, йыйыштырыусы, уҡыусы, эшләүсе, ярҙамлашыусы, ярҙам итеүсе һ. б. Киләсәк заман сифат ҡылым нигеҙҙә өс төрлө формала була. Беренсе форма нигеҙ һәм тамыр ҡылымға -ыр, -ер, -ор, -өр, -р аффикстары, юҡлыҡ формаһы -маҫ, -мәҫ ялғауы ҡушылып яһала: Хәҙер бына һырға һабағы алып, килен булырға әҙерләнеп йөрөр сағы ла бит, ул рәхәтләнеп уҡып тик йөрөй. (Һ. Дәүләтшина.) Сифат ҡылымдың икенсе формаһы нигеҙ йәки тамыр ҡылымға -асаҡ, -әсәк һәм -ясаҡ, -йәсәк ялғауҙары ҡушылып яһала: Мәскәүгә осасаҡ самолет, Стәрлетамаҡҡа китәсәк машина һ. б. Сифат ҡылымдың был формаһының мәғәнә үҙенсәлеге шунда, ул аңлатҡан эш-хәрәкәт киләсәктә мотлаҡ үтәләсәк. Өсөнсө форма киләсәк заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -аһы, -әһе, -йһы, -йһо, -йһе, -иһә аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә: Йыуатаһы, кәңәш итәһе урынға Әмир уны рәнйетте. (Х. Ғиләжев.)Бараһы ер хәтһеҙ бит әле. — Саҡыраһы кешеләр бар, ҡәйнеш ҡайтыуға ик-өс өйлө ҡунаҡ йыйырбыҙ, тип еңгәң дә йомартланырға уйлай. (С. Шәрипов.)

Хәл ҡылым

► Хәл ҡылым зат, һан менән үҙгәрмәй, һәм ул икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдыра. Семантикаһы, грамматик һыҙаттары яғынан ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә. Мәҫәлән: Бәләкәс кенә 'ҡураныс -ҡына әҙәм аяҡ баҫҡан һайын ҙурая, оҙоная, мыҡтылана бара, имеш; уны ер ҙә тартмай, күк тә баҫтырмай, йәш сағындағы һымаҡ атлай-йүгерә талпынып килә. (М. Кәрим.) Хәл ҡылымға хас булған ҡылым билдәләре:а) мәғәнәһе менән предметтың эшмәкәрлек процесын белдерә: Һин ҡайтҡансы бында матур-матур йырҙар сығарып торҙолар бит әле. (М. Кәрим.) б) юҡлыҡ формаһының -ма, -мә ялғауы ҡушылыуы: Йәмғи, әйткәнде лә көттөрөп тормайынса, гәзит башын күтәреп, уға ҡарап торған Фәтих янына барып ултырҙы. (Х. Ғиләжев); Хәл ҡылымға рәүеш үҙенсәлектәре лә хас: а) икенсе бер эш-хәрәкәттең, тороштоң башҡарылыу рәүешен сағылдыра: Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. (Мәҡәл.) Уны (Баҙлый ҡартты) тимерлеккә йәки малсылыҡ фермаһына ҡуйһалар, ул үзенең егәрлелек стихияһына бирелеп, бөтә күңелен һалып эшләр. (Б. Бикбай); б). күләм категорияһының рәүештәрҙә була торған төрлө дәрәжә яһаусы аффикстарҙың булыуы: Хәким: «Дә-ә, тыуып уҫкән ер...» — тип һүҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. (С. Шәрипов.) Уларҙың аяҡ аҫтынан тиерлек үҙ өшәләктәренә боҫҡан ҡуяндар сығып ҡасты, туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов); в) рәүештәр һымаҡ морфологик категорияларҙың береһе менән дә үҙгәрмәүе; шулай ҙа айырым ситуацияларҙа хәл ҡылым күплек ялғауын ҡабул итеүе мөмкин. Мәҫәлән: Рәйес итеп һайлагастары, ҡайҙан белгәндәр, иртәгеһенә ук килеп етте. (Ә. Вахитов.)

Ҡылым йүнәлештәре

1. Төп йүнәлеш эш-хәрәкәтте башҡарыусының үҙе эшләүен йәки эшләмәүен белдерә.

2. Ҡайтым йүнәлеше эш-хәрәеәттең башҡарыусыға йүнәлеүен, ҡайтыуын аңлата.

3.Төшөм йүнәлеше өылым белдергән эш-хәрәкәттең билдәһеҙ бер зат йәки предмет тарафынан эшләнеүен белдерә.

4. Йөкмәтеү йүнәлеше берәй эщ-хәрәкәтте башҡа кешегә ҡушыуҙы, йөкмәтеүҙе аңлата.

5. Уртаҡлыҡ йүнәлеше ҡылым белдергән эш-хәрәкәттең ике йәки бер нисә кеше тарафынан баргә эшләнеүен йәки уларҙың бер- береһенә ярҙамлашыуын белдерә.

Йүнәлештәр

Ялғауҙар

Миҫалдар

Төп йүнәлеш

-

ҡайтыу, һаҡлау

Ҡайтым йүнәлеше

-н; -ын, -ен

һаҡла-н-ды

Төшөм йүнәлеш

-л; -ыл, -ел.

Һаҡла-л-ды

Уртаклыҡ йүнәлеше

-ш; -ыш, -еш

Һаҡла-ш-ты

Йөкмәтү йүнәлеше

-т; -дыр, -дер, –тер, -тыр, -һәт

Һаҡла-т-ты

Ҡылым күләмдәре

► Арауыҡ һәм ваҡыт эсендә ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең, тороштоң, хәлдең башҡарылыу дәрәжәһен күбәйтеү йәки әҙәйтеү, дауамлы булыу йәки бөтөү, бер йәки бер нисә ҡабат эшләнеү йәһәтенән күрһәтеүсе ҡылым формаларын "кылым күләмдәре тип йөрөтәләр. Хәҙерге башҡорт телендә ҡылым күләмдәре нигеҙҙә ике төрлө юл менән яһала: синтетик (йәки морфологик) юл һәм аналитик (синтаксик) юл. Синтетик юл менән яһалғанда, нигеҙ йәки тамыр ҡылымға айырым аффикстар ҡушыла: килгеләү (ҡабатланған эш-хәрәкәт), китеңкерәү (көсәйтелгән эш-хәрәкәт). Аналитик юл менән яһалғанда, төп мәғәнәне белдереүсе теге йәки был ҡылымға ярҙамсы ҡылым вазифаһын башҡарыусы икенсе бер ҡылым ҡушылып килә, һәм ул ярҙамсы ҡылым күләм мәғәнәһен сағылдыра. Мәҫәлән: килеп йөрөү (ҡабат-ҡабат башҡарылыусы бер төрлө эш-хәрәкәт), эшләй һалыу (тиҙ, йәһәт башҡарылған эш-хәрәкәт), эшләп тороу (дауамлы эш-хәрәкәт) һ. б. Ҡылым күләмдәренең яһалышында икенсе ысул өҫтөнлөк итә. Күләм мәғәнәһе биреп килеүсе ҡылымдарҙың һаны сикләнгән, улар иҫәбенә бар, бир, тор, ят, ал, ит, һал, ҡуй, башла, ебәр, кереш, -ҡал, сыҡ, төш, ҡара, ет, яҙ, уҙ, тот кеүек ярҙамсы ҡылымдар инә. Ҡылым күләмдәренең мәғәнә биҙәктәре бик күп төрлө. Ул хәрәкәттең барышын башынан алып аҙағынаса ни дәрәжәлә, ниндәй кимәлдә башҡарылыуын, дауам ителеүен йәки тамамланыуын сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Ҡылым рәүешлеге

Ҡылым рәүешлеге категорияһы( ҡылым модаллеге) тип тел белемендә ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәтткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мәнәсәбәтен сағылдырусы лексик-грамматик категорияға әйтәләр.

Ҡылым рәүешлеге эшкә, хәрәкәткә, торошҡа, хәл-ваҡиғаларға кәмһетеп ҡарауҙы, инсафлыҡты, түбәнселекте, эш-хәрәкәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен, башҡарылып ятҡан эш-хәрәкәткә ышанып етмәүҙе (икеләнеүҙе, шикләнеүҙе), теге йәки был эште башҡарыу мөмкин һәм мөмкин булмауҙы белдерә. Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдарҙың түбәндәге рәүешлек формалары йыш осрай. 1. Ысынбарлыҡ рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары; был төп рәүешлек һанала: а) хәбәр һөйкәлешенең үткән һәм хәҙерге заман формаларын -сы, -се, -со, -сө киҫәксәләре ҡушылған ҡылымдар эшмәкәрлекте, һөйләүсе әсән көтөлмәгән хәл булыуын аңлата: Мин, иҫәүән, һыр бирмәгән булып, Сәлмәндең үҙенә лә шул мәрәкә хаҡында һүҙ ҡуҙғатып торманымсы... (С. Шәрипов.) Һай, ҡалай киләләрсе! Тас алыҫ походтан ҡайтҡадағыса, ҡушарланған аттарын сығырлатып атлайҙар. (Ғ. Ибраһимов.) б) теге йәки был эштең үтәлеүенә тулы ышаныс булыуын раҫлауҙы, һөҙөмтә яһауҙы аңлатыусы рәүешлек формаһы хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары икән киҫәксәһенең йәнәш тороуынан яһалған аналитик ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Ҡарауылсы һаман төпсөнә икән: «Ә был ҡауындарҙы кем өҙҙө һуң?» Бер көндө Хужа юлдан аҡса тапҡан икән. (Көләмәс.) 2. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән рәүешлекте белдергән ҡылым формалары: а) үткән заман сифат ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымы йәнәш тороп яһалған форма: Мөхәррәм ишектән ингәндә шәкерттәр көйләп, дәрестәрен уҡып ултырган булалар ине. һеҙ әрәмтамаҡтарға ышанып, улдарым бар тигән булып йөрөгән булам. (Ж. Кейекбаев.) Ярым мыҫҡыл итеү, көлөү мәғәнәһе һалынған булһа, ул саҡта -ған, -гән аффикслы ҡылымдан һуң «кеше» һүҙе ҡуйылырға мөмкин: Ҡыңғырау шылтыратып йөрөнөләр: ҡыңғырау тауышына байтал кешнәп килеп сыҡмаҫмы тип уйлаған кеше булдылар. Ж. Кейекбаев.) Алтын еңгәм аптыраған кеше булды. (Һ. Дәүләтшина.) 3. Түбәнселек (инсафлыҡ, итәғәтлелек, күнеүсән лек, кәмһетеү) рәүешлеген белдереүсе формалар. Был төр ҡылым формаларының мәғәнәләре, уларҙың төрлө биҙәктәре бик күп: улар һөйләмдәге эйәнең йәки субъекттың эшенә һәм хәрәкәтенә, хәл-торошона кәмһетеп, түбәнһетеп, меҫкенләнеп ҡарауҙы; мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, йәлләүҙе, иркәләүҙе белдерәләр. Ундай ҡылым формаһы -ған, -гән, --ҡан, -кән аффикслы төп мәғәнәне белдереүсе ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымдың ҡушарлап килеүенән яһала: Байҙар уның менғн «баймын» тигән булып, кәртә тулы йылҡы аҫраган булалар. (Ж. Кейекбаев.) Атайым шулай тигәс, табаҡ-һауыттарымды, самауырымды йыйыштырған булдым. (Һ. Дәүләтшина.) 4. Мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек рәүешлегә. Улар түбәндәгесә яһала: а) -ып, -еп, -п ялғаулы хәл ҡылым + булыу; б) -а, -ә, -й Ҡыя яҙылышялғаулы хәл ҡылым + алыу; в) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + мөмкин, ярай һәм булыу ярҙамсы ҡылымдары ҡалыбы менән яһала. 5. Тейешлек-кәрәклек рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары а) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + кәрәк, кәрәкмәй, кәрәк тә түгел; 6)-ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + тейеш, тейеш түгел ҡалыбы менән яһала; в) уртаҡ ҡылым + -аһы, -әһе ялғаулы мәжбүрилек формаһына бар, юҡ мөнәсәбәт һүҙҙәре эйәреп яһала. 6. Аныҡһыҙлыҡ, самалау, ҡарар итеү, фараз итеү рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары. Улар а) -п ялғаулы хәл ҡылымынан һуң булһа кәрәк, булырға кәрәк һүҙҙәре килеп; б) -ған, -гән, -ҡан,-кән ялғаулы ҡылымға булырға тейеш һүҙбәйләнеше ҡушылып; в) -ыу, -еу, -оу, -өу, -у, -у ялғаулы исем ҡылымға бар, мөмкин мөнәсәбәт һүҙҙәре йәнәш ҡуйылып; г) -дыр, -дер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер ялғауҙары ҡушылған ҡылымдан; ғ) моғайын, ахырыһы, әйтерһең, бәлки, ихтимал мөнәсәбәт һүҙҙәр менән яһалалар.

Сифат — һүҙ төркөмө. Предметтың билдәһен белдерә. Ул ниндәй, ҡайһы, ҡайҙағы,ҡасанғы һорауҙарына яуап бирә. Ул исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай

Сифат тураһында дөйөм төшөнсә

Морфологик йәһәттән сифатар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифатар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.

Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде.(М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев)

Сифаттарҙың яһалышы[

Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот- болотло, оял- оялсан, эш- эшсән. Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.

Тамыр сифат[

тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.

Яһалма сифат

Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:

исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.

ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).

һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.

исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.

үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси

Ҡушма сифат[

Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.

парлы: аҡлы- ҡаралы, яҙлы -көҙлө.

ҡабатлау:көслө- ҡөслө, һылыу- һылыу.

бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй,

Төп һәм шартлы сифаттар

Сифатар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә- төп һәм шартлы сифаттарға бүленә.

Төп сифаттар

Туранан тура билдәһен белдерә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.

Төп сифаттар предметтың ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ-ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара- ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл-ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.

Шартлы сифаттар

Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт. йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр. Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.

Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:

Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.

Сифат дәрәжәләре

Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була. 

Төп дәрәжә

Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә, йәғни был предмета сифат белдергән билдә артыҡ та. кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә:аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк. Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.

Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.

Сифаттарҙың мәғәнәен тамыр, яһалма сифаттар белдерә.

Сағыштырыу

Бер предметың билдәһен икенсе предметҡа күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.

Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала:а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,

Артыҡлыҡ

Аҙһытыу

Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.

Рәүеш — ҡылым менән сифатты билдәләп, аныҡлап килгән, морфологик яҡтан үҙгәрмәй торған үҙ аллы һүҙ төркөмө. Эш-хәлдең билдәһен, уларҙың нисек, ҡасан, ни рәүешле үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр рәүеш тип атала. Рәүеш, ғәҙәттә,ҡылымдан алда килә.Ялғауҙар ҡабул итмәй.

Йөкмәткеһе

  [йәшерергә

Рәүеш төркөмсәләре[үҙгәртергә]

Төп, ваҡыт, урын, оҡшашлыҡ, күләм дәрәжә, сәбәп-маҡсат.

Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары[үҙгәртергә]

Оҡшаш: 1)Рәүеш тә, сифат та билдәне аңлата,2)Үҙҙәренең бәйләнеп килгән һүҙҙе асыҡлай, 3) Үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡабул итмәй.

Айырмалы: 1) Рәүештәр ҡылымды асыҡлап килә, 2)Рәүештәр ҡылымға бәйләнеп килә һәм нисек, ҡасан, күпме, ниңә һорауҙарына яуап була, сифат исемгә бәйләнеп уны асыҡлаә һәм ниндәй һорауына яуап бирә.

Рәүеш дәрәжәләре[үҙгәртергә]

Төп

Сағыштырыу.

Артыҡлыҡ

Рәүештәрҙең яһалышы[үҙгәртергә]

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы[үҙгәртергә]

атала. Һандар нисә? күпме? һорауҙарына яуап бирә. Һандар исем

алдында килгәндә конкрет төшөнсәне белдерә һәм һөйләмдә

аныҡлаусы булып килә. Төп, тәртип, йыйыу, үлсәү һандары исемләшеп

китергә мөмкин, ул ваҡытта инде килеш, һан, эйәлек заты менән

үҙгәрә.

Башҡорт телендә һандарҙың түбәндәге төркөмсәләрен айырып

өйрәнәләр:

1. төп һандар (өс, ун, егерме биш);

2. рәт (тәртип) һандары (өсөнсө, унынсы, егерме бишенсе);

3. бүлем һандары (өсәр, унар, егерме бишәр);

4. сама һандары (унлап, егерме бишләп);

5. йыйыу һандары (өсәү, унау);

6. кәсер һандары (икенән бер, бер бөтөн ундан биш);

7. үлсәү һандары (өслө лампа).

Яһалышы яғынан һандар ике төркөмгә бүленә: ябай һандар (бер,

илле) һәм ҡушма һандар (ун ике). Ҡушма һандар һүҙҙәрҙе бәйләү һәм 15

парлау юлдары менән яһала, һәр һүҙе айырым яҙыла, ялғау һуңғы

һанға ғына ҡушыла: бер мең туғыҙ йөҙ туҡһан туғыҙынсы йыл.

Һандар һүҙҙәр менән дә, цифрҙар менән дә (ғәрәп цифрҙары, рим

цифрҙары) яҙылырға мөмкин. Рим цифрҙарынан һуң, датаны

белдергән цифрҙарҙан һуң бер ниндәй ҙә ялғау яҙылмай: ХХ быуат, 8

март. Ғәрәп цифрҙарынан һуң ялғау һыҙыҡса аша яҙыла: 6-шар

дәреслек. Предметтың һаналыу ваҡытын, күләмен, үлсәмен һәм

сиктәрен күрһәткән цирфҙар араһында һыҙыҡ ҡуйыла: 1980-1990

йылдар. Календарь йылды күрһәткән цифрҙар ҡыя һыҙыҡ аша яҙыла:

1999/ 2000 уҡыу йылы


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Подборка материала для школьной олимпиады.

Материал - задачи по 7 основным темам химии для подготовки к олимпиаде....

М.Юнысның "Занзибар зәңгәр болытлар артында" әсәре буенча дидактик материал

Дидактиктический материал по татарскому языку предназначен  учителям  с татарским языком обучения. Задания от фонетики до пунктуации  полезны при повторении целого курса родного языка....

Материал для проведения олимпиад школьного тура Всероссийской олимпиады школьников

Задания олимпиад предназначены для проведения школьного тура Всероссийских олимпиад, также  можно использовать как дополнительный материал на уроках английского языка, а также при подготовке к ди...

"А" хәрефен өйрәнү өчен дидактик материал. 1 сыйныф, рус төркемнәре.

"А"  хәрефен  өйрәнү  өчен  дидактик  материал. 1  сыйныф,  рус  төркемнәре....

"М" хәрефен өйрәнү өчен дидактик материал. 1 сыйныф. рус төркемнәре.

"М" хәрефен  өйрәнү  өчен   дидактик   материал.  Презентация  һәм  уку  материаллары....

Олимпиада школьников по предмету "Физическая культура" теоретический материал 5-6 класс

Олимпиада школьников по предмету «Физическая культура»Вариант № 2 1.Состояние здоровья человека главным образом обусловлено:...

Башҡорт теленән дидактик материал.

Башҡорт теленән дидактик материал....