Аҡмулла. Башҡорттарым уҡыу кәрәк. 9 класс.
план-конспект урока (9 класс) на тему

Закирова Лилиә Рамиловна

Аҡмулла ижадын өйрәнеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока24.69 КБ

Предварительный просмотр:

    Тема М. Аҡмулла "Башҡорттарым уҡыу кәрәк" (9 класс)

    Дәрестең маҡсаты:

    - шағирҙың тормошо һәм ижады менән танышыу;

    - шиғирҙы өйрәнеү;

     - арҙаҡлы шәхестәрҙең ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. 

    Ҡулланмалар:

    1. М.Аҡмулланың портреты.

    2. Аудиояҙма.

    3. Аҡмулла. Шиғырҙар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981.

    4. Слайдтар.

    Интернет ресурстар:

    1.blang.ru- Туған тел

    2. kulturarb.ru- Культурный мир

Дәрес барышы.

      I. Психологик инеш.

      - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

      - Бөгөнгө дәресебеҙҙе "Белемлелек-арыҫландан көслө батыр"девизы менән башлайбыҙ. Һеҙ нисек аңлайһығыҙ ошо һүҙҙәрҙе? Кем әйткән был аҡыллы һүҙҙәрҙе?  (Яуаптар.)

      II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

      Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

     - Дәресте юҡҡа ғына ошо һүҙҙәр менән башламаныҡ. Бөгөнгө дәрестә беҙ XIX быуаттың 2-се яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле мәғрифәтсеһе, башҡорттарҙы беренселәрҙән булып аң-белемгә өндәүсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Уның "Башҡортарым уҡыу кәрәк" шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Дәфтәрҙәргә теманы яҙабыҙ.

      III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

      -Уҡыусылар, таҡтала терәк схема(слайд). Ошо схема буйынса  Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән танышырбыҙ. (Алдан бер нисә уҡыусы  сығыш яһарға әҙерләнеп киләләр.)

      1. Уҡыусыларҙың сығыштары.

      2. 1-се уҡыусы. Әҙиптең бала һәм үҫмер сағы тураһында һөйләй.

      3. 2-се уҡыусы. Аҡмулланың халыҡтар араһындағы илгиҙәр тормошо.

      4. 3-сө уҡыусы. Ижады тураһында сығыш.

      5. "Башҡорттарым уҡыу кәрәк" шиғыры өҫтөндә эш:

      Һүҙлек һүҙҙәре(слайд): мәғрифәтсе, наҙан, аңғыра, илтифат ит, яһиллык, әүлиәлек, кәрамәттәр, жәләл, харам, ырыҫ.

      -уҡытыусының тасуири уҡыуы;

      -үҙ аллы уҡыу;

      - тәржемә;

      - шиғырҙың идеяһын билдәләү;

      - уҡыусылар белем тураһында мәҡәлдәр әйтәләр, бер нисәһен дәфтәргә яҙыу;

      - шиғырҙан антонимдар табыу;

      6. "Карауанһарай" төркөмө башҡарыуында "Башҡорттарым уҡыу кәрәк" йырын тыңлау.

      7. 4-се уҡыусы. Шағирҙың ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләү.

      8. 5-се уҡыусы. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү тураһында сығыш (слайд).

      VI. Рефлексия.

     - Уҡыусылар, Аҡмулланың башҡорттарҙы белемле итеү теләге тормошҡа ашҡан тип уйлайһыҙмы? (Яуаптар.)

      V. Баһалау.

      VI.Өй эше.  Шиғырҙы ятларға.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

М. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Йомғаҡлау дәресе. 9-сы класс.

АннотацияМифтахетдин Акмулла – один из видных представителей башкирской литературы второй половины  XIX века. Акмулла поэт-борец за личное достоинство, сэсэн-обличитель религиозных фанатов,...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...