Статья. Применение инновационных технологий и интернет ресурсов на уроке башкирского языка и литературы
статья

Галиуллина Таслия Инсафовна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә интернет ресурстар ҡулланыу тураһында

Скачать:


Предварительный просмотр:

УДК- 410

Галиуллина Т.И.

Galiullina T.I.

Муниципальное общеобразовательное бюджетное  учреждение средняя  общеобразовательная школа №1 с.Бакалы муниципального района Бакалинский район Республики Башкортостан

Bakaly, Bakalynsky district, the Republic of Bashkortostan

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ЯҢЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИНТЕРНЕТ РЕСУРСТАР ҠУЛЛАНЫУ

USE OF NEW TECHNOLOGIES AND INTERNET RESOURCES IN BASHKIR LANGUAGE AND LITERATURE LESSONS

Аннотация. Доклад содержит сведения о новых технологиях, которые можно использовать на уроках башкирского языка и литературы с целью привлечь внимание школьников к изучаемому материалу, активизировать их самостоятельную работу на уроке, повысить интерес к предмету. Описаны возможности использования программных продуктов  и Интернет-ресурсов. Показаны конкретные приемы работы, которые позволят достичь необходимого результата.Современные технологии позволяют реализовать основные методы обучения бащкирскому языку: показ, объяснение, коррекция, оценка знаний.

         Представленная мною работа посвящена обзору интерактивных методов обучения, которые я использую в работе со своими учащимися. Использование таких методов обучения приводит к изменению привычных форм общения на уроке, они позволяют каждому ученику принять участие в подготовке и проведении урока, выступить на одном из этапов урока в роли учителя.

В своей педагогической деятельности я пришла к выводу, что в современных условиях, учитывая интерес учащихся информационными технологиями, можно использовать эту возможность в качестве мощного инструмента повышения мотивации на уроках башкирского языка и литературы.

Вывод. Использование данных технологий позволяет повысить мотивацию обучающихся, дает им возможность участвовать в различных конкурсах, позволяет достичь положительную динамику качества знаний.

Ключевые слова: информационно–коммуникационные технологии, метод, творческие способности, презентация, видеозапись.

Summary. The report contains information about new technologies, which can be used on lessons of the Bashkir language and literature in order to attract pupil’s attention to the material being discussed, as well as activate their independent studying and enhance their interest to the subject. New opportunities of using program software and Internet resources are described. Specific methods of work which can help to achieve the desired results are presented in the work. Contemporary technologies enable basic methods of teaching the Bashkir language, namely, demonstration, correction and assessment of knowledge to be put into practice.

          The work presented by me is dedicated to the review of interactive methods of teaching, which I use in the process of teaching. Use of such methods of teaching leads to a change in usual forms of communication with pupils, they allow each pupil to take part in the preparation and act as a teacher on certain stages of a lesson. This is a good way of accumulation of creative experience, enhancing cooperation, developing the ability of transference of knowledge into an unusual situation and the ability to defend one’s point of view.

          As a result of many years of pedagogical experience I came to a conclusion that using Information and Communication technologies is a powerful means of developing motivation to learning the Bashkir language and literature.

Conclusion. Use of these technologies improves motivation of students and gives them an opportunity to take part in competitions on different levels. It allows to achieve positive dynamics in quality of knowledge of languages.

Key words: Information and Communication technologies, method, creative abilities, presentation, video.

Дәресте ҡыҙыҡлы, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәргән осраҡта ғына уҡыусыла телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятырға мөмкин.

Уҡытыусының төп маҡсаты – дәрестә төрлө алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең ысын хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау-сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү. Һәр бер дәрес уңышлы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн, уҡытыусының методик яҡтан көслө булыуы, баланың йәшен, аң кимәлен күҙ уңында тотоп эш итә белеүе мөһим.

В.А.Сухомлинский: дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон, - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланыу талап ителә. Тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесе тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. [1]

Ысынлап та, бөгөн уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиәләй алмаясаҡ.

Һәр дәресемдә тәрән белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларымда кешелеклелек, рухи яҡтан дөрөҫ, бай,башҡа милләттәргә ҡарата хөрмәт хистәрен, толерант шәхес тәрбиәләү өлкәһендә эш алып барырға һәм әҙәби әҫәрҙәр йоғонтоһонда үҙ-үҙеңде әҙәпле тотоу күнекмәләре формалаштырырға тырышам. Дәреслектә бирелгән әҫәрҙе уҡығандан һуң, уҡыусыларҙы фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен әйтергә, иҫбат итергә өйрәтәм.

          Башҡорт телен өйрәтеүҙә түбәндәге маҡсаттар һәм бурыстарҙы ҡуям:

-башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү;

- өндәрҙе ишетә һәм айыра белергә, уларҙы дөрөҫ итеп үҙ-ара һәм ололар менән башҡорт телендә аралашҡанда әйтә белергә, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙмә-эҙлелек, төҙөк һөйләмдәр менән һөйләй белергә өйрәтеү (говорение);

- телмәр ағышынан – һөйләмде, һөйләмдән – һүҙҙе, һүҙҙән өндө айыра белергә өйрәтеү;

-өйрәнелгән шиғырҙарҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири һәм эске кисереш менән яттан һөйләй белергә өйрәтеү;

-балаларҙың һүҙ байлығын үҫтереү һәм актив һөйләү эшмәкәрлегендә ҡулланырға өйрәтеү;

         -диалогик һәм монологик телмәр төрҙәрен үҙләштерергә өйрәтеү.[2]

Иң тәбиғи алымдарҙың береһе – ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу, фекеләүен байытыу, әхлаҡ тәрбиәһе биреү яғынан отошло.

Уҡыусыларҙың яҙма телмәренә генә түгел, һөйләү телмәренә лә иғтибарҙы көсәйтеү мөһим. Дәрес барышында һүҙлек запасын байытыу өҫтөндә эш алып барылғанын һәм тәржемәнең киң ҡулланылғанын да билдәләп үтергә кәрәк.

Беҙ, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, төп иғтибарҙы балаларҙың ижади фекерләү һәләтлеген, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә йүнәлтергә лә бурыслыбыҙ.

Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң: проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙҙырыу, картиналар өҫтөндә эш, яҙыусылар менән оҫрашыуҙар һ.б.

Тел дәрестәрендә, ҡағиҙә үҙләштерелгәс, ижади характерҙағы күнегеүҙәр эшләтеп, һөйләмдәр уйлатыу, картина буйынса иншалар йәки терәк һүҙҙәр ярҙамында бәйләнешле миниатюр хикәйәләр төҙөтөү бик файҙалы. Бындай эштәр, уҡыусыларҙың ҡағиҙәне үҙләштереүен тикшерергә мөмкинселек бирә, уларҙың ижади фекерләүен, яҙыу телмәре күнекмәһен үҫтерә. [3]

Бындай ижади эштәрҙе төрлө формаларҙа һәр һүҙ төркөмөн үткәндән һуң эшләтергә була һәм күберәк уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһенә бәйле темаларҙы һайлап алыу отошлораҡ тип һанайым. Берәй грамматик категорияны үткәндә йәки тыныш билдәләрен системалаштырғанда уҡыусыларҙы үҙ аллы ижадҡа өйрәтеү мөһим.

Әҙәби темаларға йыш инша яҙҙырыу, әҫәрҙәге күренештәргә, геройҙарға үҙ ҡарашыңды белдереү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Айырым хикәйәләрҙе уҡығандан һуң иншалар яҙабыҙ. Мәҫәлән, Т.Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен уҡығас,”Әсәйҙем -  ҡәҙерлем” тигән темаға инша яҙҙыҡ. Юғары кластарҙа бындай иншалар етди төҫ ала, уй-фекерҙәре лә сағыла. Шулай уҡ юғары кластарҙа семинар дәрестәрҙең дә уҡыусының һөйләм телмәрен үҫтереүҙә бик кәрәк икәнен һиҙәм. Был дәрестәрҙә “Нимә ул бәхет?”, “Дуҫлыҡты мин нисек аңлайым?” һ.б. темалар тәҡдим итәм.

Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө баҫмалар ҡулланыу ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, “Ағиҙел”  журналында бөгөнгө көн проблемаһын, яңылыҡтарын, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күтәреп сыҡҡан әҫәрҙәр бик күп. Н.Мусиндың “Ҡала себене”, Т.Ғиниәтуллиндың “Ил тупрағы”, Р.Шәкүрҙең “Скрипка моңо”. Бер береңә ҡарата мәрхәмәтлелек, тоғролоҡ, ата-әсәләр һәм балалар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ кеүек темалар “Йәшлек”, “Ағиҙел” журнал һәм газеталарында күтәрелеп сыға.

Шулай уҡ уҡыусылар менән фәнни-эҙләнеү эштәре алып барыу уларҙы өҫтәлмә рәүештә тарихи белешмәләр, энциклопедиялар һәм башҡа төрлө ғилми китаптарҙы өйрәнергә, эҙләнергә, уҡырға ылыҡтыра.

Кластан тыш сараларҙа электрон дәреслектәр, видеояҙмалар ҡулланыу бик уңайлы. Теге йәки был яҙыусының, шағирҙың тауышын, уның ижади кисәһенән, пьесаларынан өҙөктәр ҡарау, йырҙарын тыңлау үткәрелгән сараларҙы йәнләндереп ебәрә.

Төркөмдә эшләгәндә балалар бер-береһен иғтибар менән тыңларға, даими яуап бирергә әҙер булырға, һөйләргә, иҫбатларға өйрәнәләр. Ә төркөмдәрҙә эш ваҡытында бер береһенә ышаныс тыуа, һәр уҡыусының уйлау эшсәнлеге активлаша.[4]

Башланғыс кластар өсөн әкиәттәр уҡыу, уларҙы инсценировкалау, ҡурсаҡ театры ойоштороу башҡорт телен өйрәнеүҙә бик отошло юлдар булып тора. Әкиәттәге ата-әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Педагогик технологиялар, мәҫәлән, хеҙмәттәшлектә уҡытыу, проектлау методикаһы, яңы информацион технологияларҙы, Интернет ресурстарын файҙаланыу уҡыу-уҡытыу эшендә шәхесте формалаштырыуҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, балаларҙың һәләттәрен, белем кимәлдәрен иҫәпкә алып, уҡытыуҙы индивидуалләштереүҙе тәьмин итә.

          Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу бөгөнгө белемде үҫтереүгә этәргес булып тора. Дәрестә https://learningapps.org/, https://bashlang.ru/ программаларын ҡулланып, интерактив күнегеүҙәр  эшләйбеҙ.[5]

          Төрлө сайттар менән эшләү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.http://f13.ucoz.net/ - был башҡорт сайтында рус мәктәбендә башҡорт теледәрестәрен уҡытыуға кәрәкле материалдар күп. Рус һәм башҡорт телдәрендә тематик һүҙлектәр бар, мәҫәлән, “Башҡортостандың билдәләре урындары”, “Бөжәктәр”, “Дарыу үләндәре” һ.б. Яҙыусылар, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен, шиғырҙарын табып була. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөмдәре лә бар. Йыш ҡына уҡыусыларым конкурстарға мәғлүмәтте шунан алалар.

         Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бик күп дидактик эштәр башҡарырға була: лексиканы өйрәнеү (комьютер һүҙлектәрен файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу), орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү. Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу(компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). [6]

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  1. демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә класҡа күрһәтеү);
  2. компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу;
  3. интерактив таҡтаны файҙаланыу.

Уҡыусылар айырым тема буйынса презентация төҙөргә бик ярата.  Фәнни-тикшеренеү эштәрен компьютер технологияларын ҡулланып эшләйбеҙ. Төрлө интернет-конкурстарҙа ҡулланабыҙ. Интернет селтәре аша Аҡмулла олимпиадаларында, “Глобус”, “Интеллектум” олимпиадаларында, видеояҙмалар ебәреп, интернет-конкурстарҙа уҡыусылар теләп ҡатнаша. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

Туған тел дәрестәрендә уҡыу күнекмәләрен, уҡыу тиҙлеген, телмәрҙе үҫтереү, хәтерҙе һәм иғтибарҙы яҡшыртыу, дикция өҫтөндә эшләү, телмәр аппаратын үҫтереү маҡсатында тиҙәйткестәр ҡулланыла. Уларҙы дәрестең инеш өлөшөндә лә, төп һәм йомғаҡлау өлөшөндә лә ҡулланырға мөмкин.

Видео ҡарағанда яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, композиторҙарҙың әҫәрҙәрен, әкиәттәр, эпостар тыңлау, бергә йырҙар йырлау була. Уҡыусылар дәрестә уҡытыусының ғына йәнле телмәрен ишетә, аралаша. Видео аша улар икенсе кешеләрҙең аралашыуын да ишетәсәк.

Тап ошо эш төрҙәре уҡыусыларҙың бай фантазиялы икәнлеген, ижади ҡомары барлығын күрһәткән фактор булып тора. Слайдтарҙы компьютер мониторында, мультимедиа проекторы аша экранда күрһәтеп, күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшеп була.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк. [7]

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, тип уйлайым.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

[1] - Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы // Өфө. –Китап. - 2011. - 19-22-се б.

[2]-Галлямова С.В. Новые учебники как средство реализации требований ФГОС// Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. -№1. – 54-57-се б.

[3] -https://learningapps.org/, https://bashlang.ru/

[4]-Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. // Өфө: БМҮИ нәшриәте. - 2006.

[5]https://docs.google.com/viewerng/viewer?url=https://nsportal.ru/sites/default/files/2019/02/26/kommunikativ_kompetentsiyany_torkomdrz_eshlu_metodtary_nigezend_ustereu

[6]-https://infourok.ru/bashort-tele-m-biten-uitiua-informacion-tehnologiyalar-ullaniu-temaina-referat-616549.html]

[7]-https://videouroki.net/razrabotki/bashk-ort-tielie-d-riest-riend-informatsion-tiekhnologhiia-iarz-amynda-tielm-r-u.html

Сведения об авторе

1.Галиуллина Таслия Инсафовна, учитель башкирского языка и литературы, руководитель РМО учитель башкирского языка и литературы, Почетный работник общего образования РФ, Отличник образования РБ, 2009, 2019 гг. – Победитель конкурса «Лучший учитель башкирского и русского языков», 2015 – Победитель конкурса «Лучшие учителя РФ», Бакалинский район, с.Бакалы, Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа №1 с. Бакалы муниципального района Бакалинский район Республики Башкортостан, ул.Зотова78, тел.8 (34742)23524,e-mail: taslia.galiullina1962@mail.ru

Information about the author

1. Galiullina Tasliya Insafovna is the teacher of the Bashkir Language and Literature, the head of Academic Methodological Association of teachers of the Bashkir Language and literature of Bakalinsky district, the Honorary secondary education worker of the Russian Federation. In 2009 and 2019 Tasliya Insafovna became the winner of the «Best teacher of the Russian and Bashkir languages» competition. In 2015 she got the first prize in the «Best teachers of the Russian Federation» competition.

Address of the school: Zotova 78,  Bakaly, Bakalynsky district, the Republic of Bashkortostan. Tel. 8(34742)23524, e-mail address: taslia.galiullina1962@mail.ru


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Применение новых информационных технологий и Интернет-ресурсов на уроках иностранного языка

Использование информационных технологий и Интернет-ресурсов на уроках иностранного языка....

Использование Интернет-ресурсов на уроках русского языка и литературы

Данный ресурс раскрывает возможности использования "Мобильного класса" на уроках русского языка и литературы...

Использование интернет-ресурсов на уроках русского языка и литературы

Использование интернет-ресурсов на уроках русского языка и литературы...

Современные образовательные технологии. Использование Интернет ресурсов на уроках английского языка

В статье рассматриваются дидактические возможности Интернет ресурсов при обучении английскому языку в условиях информатизации общества и перехода на ФГОС....

ДОКЛАД НА СЕМИНАР « ИСПОЛЬЗОВАНИЕ ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСОВ НА УРОКАХ РУССКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ»

       Целью моей деятельности является повышение качества обучения русскому языку и литературе через использование интернет-ресурсов, а также совершенствование уровня владе...