Дуҫлыҡ байрамы.
материал по теме

Петрова Гузель Мустафиевна

Дуҫлыҡ байрамы. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Дуҫлыҡ байрамы. 14.48 КБ

Предварительный просмотр:

Дуҫлыҡ байрамы

Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Тел тураһында яҙыулы плакаттар эленгән. “Теле барҙың, иле бар”, “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел”, “Туған телем – үҙем өсөн, башҡа тел – көнөм өсөн”.

“Урал” көйө яңғырай.

1-се алып барыусы(Данил). Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең – тауҙары, икенселәре – далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенсе урмандары менән мәшһүр.

2 –се алып барыусы(Илюзә). Урал…Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа.

“Ай Уралым, Уралым” шиғыры. (Алимова Азалия)

1 –се алып барыусы(Данил). Ләкин бөтөн матурлыҡтан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле – беҙҙең халҡыбыҙ, үҙебеҙҙең туған телебеҙ.

2 –се алып барыусы(Илюзә). Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

“Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры.(4А)

1 –се алып барыусы(Данил). Йәшәй һиндә, Башҡортостан

                                        Башҡорт, татар, урыҫы…

                                        Был донъяла татыу йәшәү

                                        Һәр кешенең бурысы.

Урыҫ телендә шиғыр. (Настя). Наш дом родной – Башкортостан!

                                                            Народов разных дружная семья.

                                                         Мы жить привыкли в мире без раздор,

                                                        Мы дочери твои и сыновья.

Татар телендә. (Халитова Ильнара). “Татар теле – туган, анам теле”

Сыуаш телендә.

2 –се алып барыусы(Илюзә). Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел.

1 –се алып барыусы(Данил). Тел халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”,- тигән сәсәндәр.

(Ленар). Шиғыр “Мин – башҡорт”

Бейеү.

2 –се алып барыусы(Илюзә). Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала.

(Рахимҡулова Регина) “Туған тел” Р. Ғарипов ( на тат. яз.)

1 –се алып барыусы(Данил). Туғанынан яҙған – ярты йәтим.

                                        Туған теленән яҙған – мең йәтим.

                                        Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

                                        Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

2 –се алып барыусы(Илюзә). Төрлө телдә әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, гәзит-журналдар сыға, фәнни китаптар, төрлө һүҙлектәр баҫыла. Ул театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение буйынса яңғырай. Был телдә беҙ ҙә уҡыйбыҙ.

(М.Инсаф). З.Биишеваның  “Башҡорт теле” шиғырын уҡыу.

1 –се алып барыусы(Данил). Телең барҙа илең бар,

                                        Илең барҙа иркең бар,

                                        Иркең барҙа күкең бар,

                                        Ил биҙәргә дәртең бар.

Башҡорт телендә йыр башҡарыу. (Алимова Азалия).

2 –се алып барыусы(Илюзә). Минең өсөн һин йәшәү, бәхет үҙең,

                                        Мәңге йәшә, эй, һөйөклө туған телем,

Бергә. Атам теле, әсәм теле, минең телем!

1 –се алып барыусы(Данил). Шуның менән беҙҙең байрам тамам, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Дуҫтар, артабан да шулай дуҫ йәшәйек, туған телдәрҙе өйрәнәйек.

Йыр башҡарыу. “Родина моя – Тыуған илем”.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Шәжәрә байрамы"

quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Шәжәрә байрамы

Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, халыҡ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу; халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың тормошсанлығы хаҡында уйландырыу. Шәжәрә т...