Сценарий митинга, посвященный к 78-летию Великой Победы
материал

Юмагужина Нэркэс Ириковна

Сценарий посвящён к 78-й годовщине Великой Победы (сценарий на башкирском языке)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл boyok_eneuzen_78_yyllygyna_arnalgan_miting_stsenariyy.docx27.29 КБ

Предварительный просмотр:

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған митинг сценарийы

Музыка. Марш уйнай. Алып барыусы сыға.

-Яу яландарында һәләк булған,  Ватан өсөн һуғыш фронттарында ятып ҡалған  мәңге йәш  һалдаттар,  Ергә тыныслыҡ һәм  бәхет  яулап, еңеп ҡайтҡан  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ил һаҡсылары  иҫтәлегенә бағышлана.  Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, аңлаһындар өсөн уларға бағышлана.

Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар, инәйҙәр, апалар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар.

Хәтер иҫләй, хәтер һис онотмай

Дауам итә йылдар барлауын.

Бар  Ер шары  белә Еңеү өсөн,

 Уҙған   юлдар еңел  булмауын..

        Ғәҙеллекте даулап, беҙҙең халыҡтың һынмаҫ рухлы булыуын иҫбат итеп,  һуғыш уттары аша ямғырҙарҙа күшегеп, бурандарҙа өшөп совет һалдаты Еңеү артынан  Берлинғаса барып етә.   Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 78-се яҙын ҡаршы алғанда беҙ Тыуған ил өсөн йәшләй генә үҙ ғүмерҙәрен биргән, бөтә көсөн  Еңеү яулауға арнаған милләттәштәребеҙҙе   иҫкә алабыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған митинг асыҡ тип иғлан ителә.

                                                       Гимн

Бөйөк Еңеү  яуланғанға 78 йыл.  78 йыл үткән, ләкин  һаман уңалмай Ер яралыры.  Хәтер   - мәңгелек. Яу яланында   һәләк булған,  тыуған ил өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргәндәрҙең  береһе лә, бер ҡасан да  онотолмай.  Хәтерҙә һәр  һәр саҡ  йәш яугирҙар, яу походтарынан сикә сәстәре  ағарған,   яраһы бәйле  совет һалдаты -   -  Балтика  матросы, белорусс  партизаны, урал   эшсеһе,  крәҫтиән, Бөйөк Ватандың улдары һәм ҡыҙҙары тора.  Бынан  82 йыл элек ауыр һынауҙарға дусар ителгән совет    халҡы  бер булып Тыуған ил өсөн  яуға күтәрелде.  Беҙҙең ауылдан Изге һуғышҡа  60   һалдат оҙатыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  уларҙың 28-е тыуған ауылына кире әйләнеп ҡайта алмай. Бөгөн беҙ улар иҫтәлегенә асылған ошо обелиск янында яуҙа ятып ҡалған  һалдаттарҙы, күптән баҡыйлыҡҡа күскән бөйөк Ватан һәм тыл ветерандарын иҫкә алырға йыйылғанбыҙ.

  • Һүҙ Шығай ауыл биләмәһе советы етәксеһе Абуталипов Исмәғил Хәлфә улына бирелә.

-Һүҙ    ветерандар Советы рәйесе, почетлы хеҙмәт ветераны _________бирелә.

-Һүҙ Үткәл мәктәбе директоры _____________- бирелә.

-Һуғыш –  кешелекте оҙатып йөрөүсе  иң ҡурҡыныс  афәт.  Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле  һуғыш уның  менән  йәнәш йөрөй. Инде Ерҙәге иң ҡурҡыныс һуғыш бөттө,  һуңғы   туптар гөрһөлдәгән тауыштар тымды, тыныс күк йөҙө бар донъяны ҡапланы,   ҡанҡойғос мәхшәр китап биттәрендә генә ҡалды тип уйлағайныҡ та.  Беҙ барыбыҙҙа тыныслыҡ яҡлы  хеҙмәт кешеләребеҙ, әммә алдыҡ, ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрһә,  намыҫыбыҙ тапалып, Тыуған илебеҙгә бысраҡ яғылһа, үҙебеҙҙе, тыуғандарыбыҙҙы, еребеҙҙе һәр саҡ  яҡларға әҙербеҙ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер әсәнең – Ер әсәнең балаларыбыҙ .   Шуға күрә барыбыҙға ла тәбиғәт, үҙ- үҙебеҙ, тирә-яҡ мөхит менән  килешеп  йәшәргә өйрәнеү  мөһим. Күпме ҡара көстәр тыуған илебеҙҙең байлыҡтарын, кешеләрен үҙ ҡулына төшөрөргә, рухи  байлығын һәм йолаларын    юҡ итергә теләгән, әммә халыҡ Тыуған ил өсөн һәр саҡ ҡалҡан булып баҫҡан һәм әле лә баҫа.

Бейеү “ Вперед, Россия”

Ваҡыт ағышының зәһәр елдәре  Рәсәй, уның халҡы өҫтөнән иҫә. Әммә урагандар  аша үткән халыҡты ҡурҡытып буламы? Һынауҙарҙың ниндәйҙәре аша үтмәгән беҙҙең халыҡ, уның сыныҡҡан,  ҡаҡшамаҫ бөйөк рухын һындырырлыҡ бер ниндәй көс юҡ. Фашизмға, неонацизмға  ҡаршы   һуғышып, яу  ҡырҙарында һәләк булғандарҙы, бик иртә яҡты донъянан киткәндәрҙе , тыныслыҡ һауаһын, хыялдарын тормошҡа ашырырға өлгөрмәй ҡалғандарҙың барыһын да иҫкә алайыҡ.

 (Минута молчания)

Шиғыр “Билдәһеҙ һалдат”

Диана һөйләй

Йыр “Батырҙар һәйкәле”

Ут-һыу кисеп,тән-йән яраһы алып
Еңеү яулап ҡайтҡан батырҙар
Халыҡ күңелендә мәңге-мәңге
Тере һәйкәл булып ҡалырҙар!

Һәйкәлгә Еңеү көнө  веногын һалырға рәхим итегеҙ.

(Возложение венка)

Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы,

Һәр йыл һайын иҫкә алалар.

Онотмаҫтар һеҙҙе мәңге-мәңге,

Быуын-быуын килгән балалар.

Тыныс ҡына торһон донъялар

Сәстәрҙе иркәләп саф елдәр иҫһендәр,

Һәр ерҙә һибелеп  гөлдәр үҫһендәр

Аяҙ булһын һәр саҡ беҙҙең  күгебеҙ

Тыныс тормошта үтһен көнөбөҙ.

Зәңгәр күктәрҙә осһон күгәрсен

Тыныслыҡ кәрәк бөтә Ер өсөн.

Тыныслыҡ кәрәк бөтә ер өсөн!

Тыныслыҡ, тыныслыҡ йәшәһен ерҙә,

Һуғыш, ҡан-ҡойош кәрәкмәй беҙгә!

Бейеү “Отмените войну”

-Хөрмәтле  һуғыш осоро балалары, ауылдаштар, ҡунаҡтар, уҡыусылар, уҡытыусылар.Һеҙҙе барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ. Еңеүҙең 78 –cе яҙында һеҙгә барыбыҙға ла бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ

Булғанға шөкөр итеп, тормоштоң, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен   белеп йәшәргә өйрәнәйек.  Минут һайын үҙгәреп  торған был  донъяла кеше ғүмере – иң ҙур ҡиммәт икәнен онотмайыҡ. Байрам менән!

Сәй табынына саҡырабыҙ

“День Победы” музыкаһы аҫтында таралышалар

Еңеү яҙҙары һулышын,
Һәр кем үҙендә тойһон!
Илебеҙ тыныс булһын!
Күгебеҙ аяҙ торһон!

Матурлығы өсөн был көндәрҙең

Кемдәр генә ҡорбан булмаған !

Исемдәрен тарих беҙгә үҙе

Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.

Тыуған ил хаҡына, тыуған ер хаҡына

 Ә бит улар башын һалдылар.

Беҙҙең  ғүмер өсөн мәңгелеккә

 сит ерҙәрҙә ятып   ҡалдылар!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий митинга посвященного дню 9 мая "День Победы"

методическая разработка сценария, посященного дню празднования Дня Победы....

Митинг,посвящённый 70 - ти летию Великой Победы в Великой отечественной войне (для учащихся начальной школы)

Данный сценарий поможет провести небольшой миттинг с участием детей начальной школы накануне  празднования Дня Победы....

Сценарий классного часа к 70-летию Великой Победы

Классный час предназначен для учащихся 6 класса.В разработке приведены слова классного руководителя о Победе нашего народа над немецко-фашистскими захватчиками....

Митинг, посвященный 71-й годовщине Великой Победы советского народа над немецко-фашистскими захватчиками. «Во имя тех, кто жив…»

Данный материал может быть использован  при составлении и проведении школьной линейки, посвященной празднованию Дня Победы....

Сценарий мероприятия по теме :«75-летию Великой Победы посвящается…»

Сценарий мероприятия по теме  :«75-летию Великой Победы посвящается…»...

Сценарий митинга, посвященного 75 - летию Победы "Поклонимся великим тем годам..."

Сценарий митинга, посвященного юбилею Победы у памятника односельчанам - участникам Великой Отечественной войны. с раздаточным материалом....