Монтаж к 9 мая
материал на тему

Монтаж на башкирском языке и посвящен ко Дню Победы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Бөйөк Еңеүгә арналан монтажғ33.5 КБ

Предварительный просмотр:

Монтаж “ Рәхмәт һиңә, ветеран. Беҙ йырлайбыҙ һиңә дан.”

  1. Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүгә ___ йыл тулды. Һеҙҙе, яу һәм тыл ҡаһармандары булған хөрмәтле олатайҙар, өләсәйҙәр, инәйҙәр,атайҙар, әсәйҙәр, апайҙар, ағайҙар, һеҙҙе, бөгөнгө көндөң бәхетле йәштәре
  2.  Бөтәһе бергә: Бөйөк Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
  3. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү

Ҡосаҡланы бөгөн илемде

Йөрәктәрҙән  шатлыҡ ташты урғып,

Бар донъяның баҫып киңлеген.

3.Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама.

  1. Бөйөк еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн

Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең

Ләйсән төҫлө сафһың. Ә бит үҙең

Тамуҡ яфалары күргәнһең.

  1. Ҡояш булып балҡып ҡарар өсөн

Күпме күҙ йәштәре түккәнһең.

Шулай ғорур атлап үтер өсөн

Дүрт йыл ғазап юлы үткәнһең.

6.Бөйөк Ватан һуғышы 4 йыл дауам итә- был 1418 көн һәм төнгә, 34 мең сәғәткә тиң.

7.Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан. Тимәк, көн һайын 19 мең, сәғәтенә 800, минутына 13 кеше һәләк булған тигән һүҙ. Ҡот осҡос.

8. Эйе, ҡот осҡос! Һуғыш үткән СССР биләмәләрендә 1710 ҡала.70 меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яуғир ҡатнашып, шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында тып ҡала. Беҙҙең Мәсетле районынан 5387 кеше ҡатнашып 2197 ятып ҡалған, Яңы Мишәр ауылынан 141 кеше китһә, 73  кире әйләнеп ҡайта.

  ЙЫР Батырҙар Һәйкәле

8. Үткәрмәнек көтөү ғазаптарын

Һәм алманыҡ “ҡара ҡағыҙҙар”,

Ят төшөнсә беҙҙең быуын өсөн

Өләсәйҙәр күргән ҡайғылар.

Бәлки шуғалыр ҙа донъя гелән

Гүзәл булған кеүек тойола

Ә бит ошо тыуған тупраҡ өсөн

Күпме кеше ҡаны ҡойолған.

9.Эйе, улар беҙҙең ветерандар

Шул һуғышты күреп белгәндәр,

Иле өсөн, йәнен аямайса

Ут эсенә барып кергәндәр.

10 Еңеү өсөн көнө-төнө эшләп

Булған Һаулығынан яҙғандар

Шул ҡәһәрле һуғыш арҡаһында

Бала саҡһыҙ тороп ҡалғандар.

11. Шул кешеләр генә әйтә ала

Оноторлоҡ түгел ул көндәр

Төштәрендә фашист баҫтыртмаймы

Иҫтә һаман ҡанлы үткәндәр.

12. Кемдең ире, улы йә атаһы

Киткән юлдарынан ҡайтмаған

Йәйҙәр, ҡыштар елеп үтә торған

Ҡәберҙәрен ҡарҙар ҡаплаған.

13.Улар беҙҙең өсөн- ере өсөн

Ватан өсөн һалған баштарын.

Дошман итектәре, тапап- иҙеп

Үтмәһен тип тыуған яҡтарын.

13. Ейәндәрем тыныс йәшәһендәр,

Күрмәһендәр йәбер золом тип

Зәңгәр күктә ҡоштар һайраһындар

Ҡояш һәр саҡ балҡып торһон тип

14. Шуға күрә әйҙә бөтәбеҙҙә

Күрәйексе улар күңелен

Кескәй ярҙам етә бит уларҙың

Биҙәү өсөн ҡалған ғүмерен.

15. Мең ҡат бурыслыбыҙ уларға беҙ

 Ер, һыу, һауа, Тыуған ил өсөн.

Ҡарҙай ап –аҡ, йомшаҡ тәмле икмәк

Һәм бөгөнгө сыуаҡ көн өсөн  Бергә: Ҙур рәхмәт

ЙЫР


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган тел коненэ эдэби музыкаль монтаж

Внеклассное мероприятие посвященное ко Дню родного языка, которое проводится 21 февраля....

Литературный монтаж к 8 марта.

Подборка четверостиший к 8 марта на весь класс....

Монтаж "История комсомола в песнях".

Монтаж был подготовлен учителями  и представлен учащимся школы, а также жителям посёлка в рамках 90-летия ВЛКСМ. Может, кому-то будет интересно!...

МДК 01.02.Организация ремонтных работ промышленного оборудования и контроль за ними Методические указания и контрольные задания для студентов заочного отделения специальности 151031 «Монтаж и техническая эксплуатация промышленного оборудования»

В методической разработке приведен план самоподготовки студентов заочного отделения при изучении  МДК "Организация ремонтных работ промышленного оборудования и контроль за ними", где дана разбивк...

Профессиональный модуль «Организация и проведение монтажа и ремонта промышленного оборудования» МДК01.01. «Организация монтажных работ промышленного оборудования и контроль за ними» Задания для курсовых проектов и контрольных работ

В методической разработке представлено задание на курсовой поект и перечень рекомендуемого оборудования, которое студент может выбрать для курсового проектирования. Приведены вопросы для выполнения ко...

" 4 ноябрь - Бердәмлек көне"нә багышланган монтаж.

Укучылар  өчен  музыкаль - әдәби  кичә....

" 4 ноябрь - Бердәмлек көне"нә багышланган монтаж.

Укучылар  өчен  музыкаль - әдәби  кичә....