Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"
материал на тему

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"

Скачать:


Предварительный просмотр:

Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы

алымдарын ҡулланыу.

XXI быуат – яңы  информацион технологиялар заманы. Ул йәш быуындан юғары интеллектуаль үҫеш кимәлен, үҙенең киләсәген алдан күрә белеүҙе, планлаштыра алыуҙы, тормошҡа ашырыу юлдарын асыҡ төҫмөрләүҙе талап итә. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа ла инновацион технологияларҙы файҙаланыу мөһим. Хәҙерге заман талап итеүенсә, бала үҙ аллы белем алырға, алдына ҡуйылған проблеманы сисергә ынтылырға тейеш. Был осраҡта үҫтереүсе уҡытыу методикаһының алымдарын файҙаланыу отошло. (слайд 1)

        Тәнҡитле фекерләү технологияһы нигеҙендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһы алымдары ята. Был технология эҙмә-эҙлелек принцибына нигеҙләнгән. Яңы мәғлүмәт менән танышыр алдынан уҡыусы, нимә беләм һәм ул миңә артабан нимә өсөн кәрәк, тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Мәғлүмәтте үҙләштергәндән һуң бала ниндәй яңылыҡ алыуы, уның нимә биреүе һәм нисек ҡулланылыуын иҫбатлай. (слайд 2)

        Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтереү өс кимәлдән тора:

1-се кимәл – саҡырыу, өндәү,

2-се кимәл –уйлау, фекерләү,

3-сө кимәл –рефлексия стадияһы.

        1-се стадияның эш алымдары булып кластер төҙөү тора. 2-се стадия тәнҡитле һәм тамғалы уҡыу тип атала. 3- сө стадияла - йомғаҡлау өлөшөндә синквейн алымын ҡулланыу  бик отошло. (слайд 3)

Тәнҡитле фекерләү технологияһының ошо синквейн алымы менән таныштырып үткем килә.  (слайд 4)

Синквейн – француз һүҙе, биш тигәнде аңлата. Билдәле бер ҡағиҙә буйынса яҙылған, бер предметты (теманы) асыҡлаған, шиғри формала яҙылып, биш юлдан торған ҡыҫҡа әҙәби әҫәр.  Был осраҡта биш юлдан бәйләнешле текст килеп сығырға тейеш. (слайд 5)

 Был алымды ҡулланып, уҡыусыларға үҙ аллы эшләргә мөмкинселек тыуҙырабыҙ, уларҙың индивидуаль мөмкинселектәрен иҫәпкә алабыҙ. Был эш менән уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырабыҙ, йөкмәтке һөйләргә әҙерләйбеҙ, төп фекерҙе билдәләргә өйрәтәбеҙ.(слайд 6)

Нисек яҙыла һуң синквейн? Уны яҙыр өсөн билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәргә

кәрәк.

1 юл -  теманы асыҡлаусы бер исем.

2 юл -  предметты баһалаусы ике сифат.

3 юл -  предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым.

4 юл -  теманың йөкмәткеһен асыусы, авторҙың темаға булған мөнәсәбәтен күрһәтеүсе фраза (цитата, мәҡәл, әйтем)

5 юл -  һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы ассоциация.(слайд 7, 8. 9)

   Миҫал:

Тирәкле.

Йәмле, матур.

Үҫә, ҙурая, яҡшыра.

Ауылымды яратам.

Атайсалым.

          Ә хәҙер бергәләп синквейн яҙып ҡарайыҡ.   (слайд 10)    

Ҡурай.

Моңло, тылсымлы.

Уйната, йырлата, моңландыра.

Ҡурай - башҡорт халҡының музыка ҡоралы.

Моң.

     Әҙәбиәт дәрестәрендә әҫәрҙәргә анализ яһағанда был алым бик ҡулай. Образдарға характеристика биргәндә уҡыусыларға ошо эш төрөн тәҡдим итәм. (слайд 11)  Мәҫәлән, Үлмәҫбай.    

                               Батыр, ҡыйыу.

                               Көрәшә, һаҡлай, яҡлай.

                               Халҡының батыр улы.

                               Герой.        

         Әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндән һуң, телмәр үҫтереү дәресендә төп теманы билдәләп, әңгәмә үткәрәбеҙ. Был теманы билдәләр өсөн,тағы бер инновацион алым – «Эйе - юҡ»  уйынын үткәрергә була. Уҡыусылар уҡытыусыға төрлө һорау биреп, теманы билдәләргә тырыша. Уҡытыусы һорауҙарға эйе һәм юҡ тип яуап бирә.Һүҙҙе әйткән уҡыусыға дәрес өсөн бер балл өҫтәлә. Һуңынан синквейн яҙыла.  Был уйын уҡыу процесын активлаштыра, уҡыусыларҙа уҡыуға  позитив  йүнәлеш булдыра.

        Мәҫәлән, М.Кәримдең “Өс таған”әҫәрен үткәндән һуң әңгәмә үткәрелә. Дәрестең төп һүҙе ниндәй булыр? (дуҫлыҡ) Һүҙҙе табыр өсөн ниндәй һорауҙар бирерһегеҙ?  (слайд 12)

  • Был һүҙ кешегә ҡағылышлымы? (эйе)
  • Был һүҙ ҡылыммы? (юҡ)

Шулай итеп һүҙ табыла. Артабан синквейн яҙабыҙ. (слайд 13)

Дуҫлыҡ.

Ысын, тоғро. (Малайҙар араһындағы дуҫлыҡ ниндәй?)

Илһамландыра, шатландыра, әйҙәй. (Был дуҫлыҡ уларға ниндәй йоғонто яһай?)

Дуҫлыҡ яуҙа һынала. (Дуҫлыҡ тураһында нимә әйтерһегеҙ?)

Тормош йәме. (Дуҫлыҡ нимә ул?)

      Бындай ижади эш башҡарыу – еңел, күңелле, файҙалы. Уҡыусыларҙан ул  уҡыу материалын яҡшы белеүҙе талап итә, ә уҡытыусыға уҡыусының әҫәрҙе аңлау кимәлен  тикшерергә ярҙам итә.

      Шулай итеп, дәрестәрҙә тәнҡитле фекерләү технологияһының синквейн алымын ҡулланабыҙ. (слайд 14) Бының менән:

  • уҡыусыларҙы үҙ аллы эшкә өйрәтәбеҙ;

  • Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерәбеҙ;

  • Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтерәбеҙ;

  • Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығы арта, бәйләнешле, дөрөҫ һөйләргә өйрәтәбеҙ;

  • Йомғаҡ яһарға, фекерҙәрен, ҡараштарын йыйнап, ҡыҫҡа итеп әйтергә, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа бирергә әйрәтәбеҙ.

Ошондай алым заман талаптарына тап килә.

   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары

Инновацион проект "Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымдары"...

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...

Мастер-класс на тему: «Роль письма в жизни современного человека, с использованием технологии знающего незнания»

Основой системы Сократа является принцип «знающего незнания», т.е. признание недостаточности знаний о любом, даже самом простом понятии и разворачивание на этой основе процесса познания-припоминания. ...

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары

Педагогик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илде...

Мастер - класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Тәнҡитле фекерләү технологияһының синквейн алымыныңдиамант төрө....