Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыуға эшлекле баһа биреү алымын ҡулланыу
статья по теме

Карамова Илзирә Фәимйән ҡыҙы

Мәҡәлә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл npk_2011-2012.docx21.96 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыуға эшлекле баһа биреү алымын ҡулланыу.

Ҡуйылған маҡсатыма ирешеү өсөн әҙәби әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүгә ярҙам итеүсе түбәндәге уҡыу алымдарын ҡулланам:модельләштереү, проблемалы хәл тыуҙырыу. Ижади ҡабул итеү эҙмә эҙлеклелек методтары.Был алымдарҙы дәрестә ҡулланғанда уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, дәрестең маҡсатына иғтибар итәм Һәм шуларҙың тик икәүһе: проблемалы һорау йәки проблемалы хәл тыуҙырыу һәм модельләштереү алымдарын тәҡьдим итәм.

Күренекле педагог А.Дистервег билдәләүенсә: “Насар уҡытыусы дөрөҫлөктө күрһәтә ,ә яҡшы уҡытыусы уны табырға өйрәтә ”. Уҡыуға эшлекле ыңғай баһа биреү ысыулының мөһим яғы белем туплауҙа түгел, ә белем менән идара итеүҙә. Минең эшемдең маҡсаты матур әҙәбиәт аша аңлай, уйлай белеүсән ижади кешеләр тәрбиәләү.Был маҡсатымды тормошҡа ашырыуҙа миңә бына шул уҡыуға эшлекле ыңғай баһа биреү ысулы ярҙам итә.

Уҡытыу процессында мин әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү эше буйынса үҙ системамды булдырҙым.Һәм был эшемдең теоретик һорауҙарына яуапты мин З.Ғәбитова,Ф.Ишбирзина, Д.Тикеев, Г.Вәлиева һ.б. хеҙмәттәрендә таптым.

Уҡыусыларҙың фикерләү һәләтен үҫтереүсе алым- проблемалы хәл тыуҙырыу алымы. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнгәндә был алымды дәрестең төрлө этабында ҡулланам.

Проблемалы хәл тыуҙырыу ваҡытында уҡыусылар алдында ҡаршылыҡ тыуҙырам һәм үҙҙәренә уны үҙҙәренә хәл итергә тәҡдим итәм.Һәр яуапты тыңлағанан һуң ғына был хәлгә ҡарата йомғаҡ яһала.Проблемалы хәл тыуҙырыу өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

- һорау ҡыйынлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел.

- яуап эҙләү текст өҫтөндәге эш менән бәйләнешле  барырға тейеш.

- яуапты үҙаллы табырға теләк тыуҙырыу,

- дөрөҫ яуап табыуҙа балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу.

Хәҙер бернисә проблемалы хәл ҡарап үтәйек.М.Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен өйрәнгәндә сағыштырыуға түбәндәге биремдәрҙе бирергә була.Уҡыусыларға мин геройҙарҙың характерын һәм тышҡы ҡиәфәтен билгеләүсе ике һүҙ бирәм.Мәсәлән:

Эшсән        ҡурҡаҡ

Ҡамсылы        йыртҡыс түгел

        

аусы        ҡуян

Ошо детальдәрҙән сығып, уҡыусылар әҫәрҙәге герой ҙарҙың исемдәрен яҙа һәм дәрестең темаһын билдәләй. Ә аҙаҡта персонаждарға сағыштырма характеристика бирәләр.

Тексты аңлы ҡабул итеү өсөн мин икенсе бирем тәҡьдим итәм.Уҡыусылар алдында йәнә  М.Ғафуриҙың  “Һарыҡты кем ашаған” мәҫәле буйынса ике һүрәт ҡуям.Мәҫәлдән ошо һүрәттәргә ҡарата күренештәрҙе табырға һәм ике һүрәткә лә мәғәнә яғынан тура килерҙәй һөйләмдәрҙе яҙып алырға ҡушам. Был эште башҡарғандан һуң уҡыусылар алдына проблемалы һорауҙы ҡуям.Кешелекте яуыҙлыҡтан нимә ҡотҡарыр? Был алым ҡулланылғанда хәлдең тулыһынса үтәлеп бөтмәгәнлеген иҫтә тоторға кәрәк.

Дәрестәремдә ҡулланылған алдағы алым- модельләштереү. Был эште уҡыусылар уҡытыусы менән берлектә һәм үҙаллы ла башҡара алалар.Бындай эш төрө уҡыусыларҙың юғары фекерләү һәләтен үҫтереүгә һәм уҡыу материалын ентекле анализлауға ярҙам итә. Бындай алым теманы тиҙ рәүештә аңлы өйрәнеүгә, әҙәби күҙаллауға килтерә.

Мәҫәлән, модельләштереү алымын З,Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәһен өйрәнгәндә ҡулланырға була.Хикәйәне тулыһынса уҡып сыҡан балаларҙың яуаптарына таянып, сылбыр рәүешендә, әҫәрҙең сюжетын асабыҙ.

- Һәр бүлеккә исем бирәбеҙ.

1.        2.        3.        4.        5.

Өйрәнсектең      Өйрәнсек менә             Һөнәрсенең               Өйрәнсектең         Көршәктәге

көршәктәре       Һөнәрсең бергә           хәлһеҙләнеүе                 абруйы         үҙгәреш

                    эшләүе                                                                       күтәрелә

- Бүлектәрҙе бәйләүсе төп обраҙдарҙы билгеләйбеҙ.

1.        2.        3.        4.        5.

көршәк        әңгәмә        татыу гүмер        һөнәрсенең         ҡәбер

                                                             итеү        үлеме

        ҡомһоҙлоҡ

-Әҫәрҙең күренми торған, әммә ҙур роль уйнаған, геройҙың психологик хәләтен асарға ярҙам итеүсе икенсе геройҙы билдәләйбеҙ.

Килеп сыҡҡан модель буйынса йомғаҡ яһайбыҙ; әҫәрҙең темаһын, төп геройҙарын һәм шулай уҡ модельдың ҙур булмауына ҡарап әҫәрҙең хикәйә жанры икәнен дә билдәләй алабыҙ.

Беҙ проза әҫәренең моделен төҙөнөк. Әлбиттә шиғри әҫәрҙе өйрәнгәндә лә был алымды ҡулланып була.

Әлеге эштең йомғаҡлауы булып модель тора.Был алым уҡыу бурысын һөҙөмтәле үтәлеүгә килтерҙе, яуапты аңлы рәүештә эҙләүгә этәрҙе.

Уйлауымса, уҡыуға эшлекле ыңғай баһа биреү ысулы ҡулланғанда ғына аңлай, уйлай белеүсән ижади шәхестәр тәрбиәләргә мөмкин.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең 6-8 кластарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.-Өфө,1982.

2.Әлибаев З.Әҙәби әҫәрҙе анализлау//Башҡортостан уҡытыусыһы.2002.

3.Исҡужина Ф.С. Әҙәби тексҡа дөйөм анализ// Башҡортостан уҡытыусыһы.2008.

4.З. Ғәбитова.Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен  үҫтереү.-СиБДУ,2003.

5.Д.Тикеев. Башҡорт теле дәрестәренең уҡыусыларға тәрбиә биреү әһәмиәтен күтәреү.- Өфө,1987.

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҒӘРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Тема: “Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыуға эшлекле баһа биреү алымын ҡулланыу”

(НПК)

                                                   Уҡытыусы:

                                                   Карамова Илзирә Фәимйән ҡыҙы

Нефтекамск-2012


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....


 

Комментарии

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

Һаумыһығыҙ, Илзирә Фәимйән ҡыҙы! Һеҙҙең бай, фәһемле материалдарығыҙ менән танышып сыҡтым. Фотоларығыҙ бик матур! Эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын!!!