Рабочая прграмма по башкирскому языку в 8 классе
рабочая программа (8 класс) на тему

Рабочая программа

по башкирскому (государственному) языку

в 8 классе на 2014-2015 учебный год

Скачать:


Предварительный просмотр:

               Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

              Средняя общеобразовательная школа д. Нижнетагирово

                      Баймакского района Республики Башкортостан

Рассмотрено:

на заседании ШМО

______/Сафиуллина  Г.Р./

Протокол № _______  от

«___» ____________ 20__г.

  Согласовано:

  Зам. директора по УВР

 __________ /Мазгарова Т.Я. /

 Протокол № _______  от

 «___» ____________ 20__г.

Утверждаю:

Директор МОБУ СОШ д.Нижнетагирово

________ /Авальбаев М.Ю./

Приказ №_________от

«__»__________20__г.

Рабочая программа

по башкирскому (государственному) языку

в 8 классе на 2014-2015 учебный год

Составитель: учитель башкирского языка и литературы

Байракаева Гулькай Радиковна

   

общее количество часов – 70

количество часов в неделю – 2

Рабочая программа cоставлена в соответствии с  программой по башкирскому языку для учащихся I – XI классов школ  с родным языком обучения. Составители программы по башкирскому языку Псянчин В.Ю., Псянчин Ю.В. Уфа: Китап, 2011. Учебник: Родной язык для 8 класса средней школы. - Уфа:  Китап, 2010.Авт.-сост.:  Абдуллина Ф.Ф., Акъюлова С.Б..

2014 год

Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы

                                       муниципаль дөйөм белем биреү бюджет ойошмаһы

Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡаралды:                                                 Килешелде:                                            Раҫлайым:

Методик берекмәнең                           Уҡыу-тәрбиә эше буйынса                  Мәктәп директоры_______

ултырышында _____                            директор урынбаҫары____                  /Әүәлбаев М.Ю. /

/Сәфиуллина Г.Р./                                     /Мазһарова Т.Й. /                                   Приказ №______

Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбе

уҡытыусыһы Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙының

икенсе быуын стандарттарына ярашлы  8 класс ѳсѳн

2014-2015 уҡыу йылына

башҡорт теле һәм  әҙәбиәте  дәрестәренә

эш программаһы

дөйөм сәғәттәр һаны – 70 сәғәт

аҙнаһына – 2 сәғәт иҫәбенән

Башҡорт теленән программа (V-XI синыфтар ѳсѳн). –   Ѳфѳ «Китап»: 2011. Авт.- тѳҙ.:

Псәнчин В.М.,  Псәнчин Ю.В.

Дәреслектең  авторҙары: Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова С.Б. - Ѳфѳ «Китап»: 2010.

                                                           Эш программаһына аңлатма.

   Түбәнге Таһир төп дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положениеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу иҫәпкә алынды, шулай уҡ етенсе кластың өлгө программалары менән күсәгилешлелек һаҡланылды.

   Башҡорт  әҙәби  теле – башҡорт  милли   мәҙәниәтенең  нигеҙе,  шуға  күрә  мәктәптәрҙә  уны  ѳйрәнеүгә тѳп  урын  бирелә. VIII синыфтың  программаһы  әсә  теленән  булған  барлыҡ  эштәр-ҙең  йѳкмәткеһен  һәм  йүнәлештәрен  үҙ  эсенә  ала.  Ул  йүнәлештәрҙең  иң  мѳһиме – туған  тел  дәрестәрендә  белем  менән  бер  рәттән  тәрбиә  биреүҙе  тығыҙ  бәйләнештә  алып барыу.

Программала  уҡыусыларҙың  туған  телгә,  һүҙгә  булған  ҡыҙыҡһыныуын  һәр  саҡ  үҫтерә   барыу,  туған  телдең  байлығын,  тѳрлѳ  һүрәтләү  сараларын  күрһәтеү,  һүҙ  һәм  уның  формалар  тѳрлѳлѳгѳн  телмәрҙә  ҡулланыуҙа  ынтылыш  тәрбиәләү,  уҡыусыларға  туған  телдә  аңлы  белем  алырлыҡ  итеп  уҡытыу  бурысы  ҡуйыла.

   Бѳгѳнгѳ  ижтимағи  шарттарҙа  мәктәп  алдына  икенсе быуын стандарттарына ярашлы  8 класс ѳсѳн әсә телен  уҡытыуға  ҡуйылған  юғары  талаптарҙан  сығып,  башҡорт  телен  ѳйрәнеү  буйынса  етди  бурыстар  йѳкмәтелә:

-Уҡыусыларға башҡорт теленең синтаксисы буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау,  ҡушма һѳйләм тѳрҙәрен, ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләрҙе ѳйрәтеү, тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау һәм дѳйѳмләщтереү тора.

- Уҡыусыларҙың  фекерләүен,  танып – белеү   һәләтлелеген  үҫтереү;

- Әсә  теленең  һүҙ  байлығына  һаҡсыл  ҡараш  тәрбиәләү;

- Балаларҙың   орфографик   һәм   пунктацион   күнекмәләрен  нығытыу;

- Башҡорт теленең байлығын, тасуирлау   мѳмкинлектәрен  асыу  аша  уҡыусыларҙа  туған  телде  ѳйрәнеүгә  әүҙем  ҡыҙыҡһыныу,  туған  телгә,  туған  халыҡҡа,  Ватанға  тоғролоҡ   һәм  һѳйѳү,  ғәҙеллек,  донъяға  киң  ҡараш,  кешеләр  араһында  татыулыҡ,  ата-әсәгә,  туған  халыҡтың  быуаттар  буйына  тупланған  тормош  ҡағиҙәләренә,  әхлаҡ нормаларына  хѳрмәт  тәрбиәләү.

  Әсә теле  дәрестәренә эш программаһы етенсе кластың эш программаһында күрһәтелгән бөтә төп эшмәкәрлек төрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Шулай ҙа 8 класс уҡыусылары  өсөн төҙөлгән эш программаларың айырым үҙенсәлектәре бар:

беренсенән, йөкмәткенең предметлылығы;

икенсенән, уҡыусыларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре.

 8 кластар ѳсѳн  эш программаһы  дүрт бүлектән тора:

1.   «Аңлатма яҙыу»ҙа төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеү өсөн предметтың индергән өлөшө күрһәтелә. «Башҡорт теле» предметы бүлегендә шәхес, метапредмет, предмет кимәлендә өйрәнеүҙең төп һөҙөмтәләре һәм маҡсаттары билдәләнелә, башҡорт теле курсына дөйөм характеристика бирелә, базислы уҡытыу планында уның урыны күрһәтелә.

2.  «Төп йөкмәтке» бүлегендә блоктарға берләштерелгән өйрәнеү материалы күрһәтелә.

3.  «Яҡынса тематик план»да яҡынса курстың темалары һәм һәр бер теманы  өйрәнеүгә бирелгән  сәғәттәр һаны  күрһәтелә, темаларҙың төп йөкмөткеһенә һәм уҡыусы эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика бирелә.

4. «Уҡытыу процесын тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр» хәҙерге мәктәптә  башҡорт   телен   укытыу   һөҙөмтәлерәк   булһын   өсөн уҡытыу һәм һәр төрлө техник сараларға характеристика бирә.

                              Тѳп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа

«Башҡорт теле» предметының өлөшө

  Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының  дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләш-тереү характерын билдәләй.

   Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ укыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм   шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе.

Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбендә

 башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

1) туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын аңлау;   туған   телдең   эстетик   ҡиммәттәрен үҙләштереү;

2) көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; төп  укыу белемен һәм универсаль укыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү,   уны   планлаштырыу,   библиографик   эҙләнеү  үткәреү, төрлө   типтағы    лингвистик    һүзлектәрҙән,    сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм  эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү;

3) Тел  системаһы  төҙөлөшөн һәм уның  хәрәкәттә  булыу законлығын үҙләштереү; сти-листик һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, клас-сификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмә-рен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында ҡулланыу.

Уҡыу предметына дѳйѳм характеристика.

   Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны форма-лаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын  форма-лаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматикаһын байытыу;  төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Коммуникатив универсаль укыу эшмәкәрлеге -телмәр әшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үз ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау;

Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге -проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу;

Регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге - эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу.

эш программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1) телмәр эшмәкәрлегенең  төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм укыу:

•  телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

•  төрлөсә   уҡыу   күнекмәләрен   булдырыу   (эҙләнеү,   ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

•  төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

•  төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат  саралары,  укыу өсөн  тәғәйенләнгән  компакт-дискылар, Интернет   ресурстары);  төрлө типтағы  һүҙлек-тәр  менән иркен  ҡулланыу;

• уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте, еткерә белеү;

• стилистик  үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып,  йөкмәткенән  һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

• өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала аныҡ итеп әйтеү;

• тыңланған   йә уҡылған  тексты  тәҡдим  ителгән  кимәлдә алыу;

• төрлө телмәр  стилендә һәм төрлө  жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

•  телдән һәм язма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

•  төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү) һәм диалогты (эти-кетты үҙ эсенә алған диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу

• телмәрҙәге  аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, әҙәби телдең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

•  телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр  аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

•  уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ   телмәреңде  баһалай   белеү;   грамматик   һәм   телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һөм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау б-са алған белем һәм күнекм-ҙе предмет-ара(сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3)  Шиғырҙарҙы һәм текст ѳлѳштәрен яттан яҙыу; текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;   ҙур күләмле  изложение, иншалар яҙыу; дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡса-тында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Контроль эштәр өсөн  тотош дәресте  файҙаланыла.

  Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн әсә теленән 6 класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡаралған:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:   Һорауҙарға яуаптар, тест - 4, контроль  диктант-4,

биремле диктант – 4,  изложение-6 , инша-8

Башҡорт  теленең базизлы белем биреү планында урыны

Башҡортостан  Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 420 сәғәт күләмендә  уҡытыуҙы  күҙ  уңында  тота: 5-се  класс - 105, 6-сы класс - 105,

7-се класс - 70,  8-се класс — 70,   9-сы класс — 70 сәғәт.

Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Бүлек

Тема буйынса

тѳп йѳкмәтке

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең

тѳп тѳрҙәренә  маҡсат

Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Синтаксис һәм пунктуация.

Бер  һәм  ике  составлы  һѳйләмдәр.

Тиң  киҫәкле  һѳйләмдәр.

Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйләмдәр.

Бер составлы һѳйләмдәр тураһында алған белемдәрҙе нығытыу, уларҙың тѳрѳн һәм баш кисәктең морфологик бирелеү юлын билдәләү. Йыйнаҡ һәм  тарҡау, тулы һәм кәм һѳйләмдәрҙе анализлау.  Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйләмдәр тѳҙѳлѳшѳн күҙәтеү.

I. Бүлек

 Ҡушма һѳйләм.

1. Теҙмә ҡушма һѳйләм.

Ябай  һәм  ҡушма  һѳйләм

Ҡушма  һѳйләм тураһында тѳшѳнсә.Теҙмә  ҡушма  һѳй-ләм.Теркәүесле теҙмә  ҡуш-ма һѳйләм.Т.т.ҡ.һѳйләмдәр-ҙә тыныш  билдәләре.

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һѳйләмдәр. Т.т.ҡ. һѳйләм-дәрҙә тыныш билдәләре.

 Һѳйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма, ҡатмарлы структуралы һѳйләмдәрҙе таныу, ҡушма һѳйләм араһындағы синтак-сик бәйләнеш сараларын билдәләү. Ҡушма һѳйләмдәрҙе тѳркѳмләү.Теҙмә ҡушма һѳй-ләмдәрҙе моделләштереү, синтаксик струк-тураһын, уларҙың ѳлѳштәре араһындағы мәғәнәүи мѳнәсәбәтте анализлау, тыныш билдәләре ҡуйылышын күҙәтеү.

 2. Эйәртеүле ҡушма һѳйләм.

Баш  һәм  эйәрсән  һѳйләм.

Эйәрсән һѳйләмдең эйәреү саралары.

Эйәрсән  һѳйләмдә тыныш билдәләре.

Эйәртеүле ҡушма һѳйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән һѳйләмдәрен билдәләү, һѳйләм ѳлѳштәре араһындағы мәғәнәүи бәйләнеш-тәрҙе аңлау. Схемаһын тѳҙѳргә ѳйрәнеү, тыныш билдәләренең ҡуйылышын тѳшѳнѳү.

 3. Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәре.

Эйә   һѳйләм.

Эйәрсән  хәбәр   һѳйләм.

Аныҡлаусы   һѳйләм.

Тултырыусы   һѳйләм.

Хәл һѳйләм.

Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәрен таный һәм айыра белеү. Эйәрсән һѳйләмдәрҙең баш һѳйләм-гә эйәреү сараларын билдәләү. Эйәртеүле ҡушма һѳйләмдәрҙең синтаксик структура-һын анализлау һәм характеристикалау.

4. Хәл һѳйләмдәр

Ваҡыт, урын, рәүеш,күләм-дәрәжә, сәбәп, маҡсат, шарт,  кире  һѳйләм.

 Эйәрсән һѳйләм киҫәге – хәлдең тѳрлѳ мәғәнәүи үҙенсәлектәрен иҫкә тѳшѳрѳү.  

Хәл һѳйләмдәрҙең тѳрҙәрен айыра белеү.

II. Бүлек

 Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр

Күп  эйәрсәнле ҡушма һѳй-ләмдәр.К.э.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Ҡатнаш  ҡушма  һѳйләм-дәр.Ҡатнаш һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Теҙемдәр.

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар рәтенә ингән һѳйләмдәрҙе таныу. Ҡушма һѳйләм һәм ҡатмарлы конструкция һѳйләмдәренайыра белеү, тейешле тыныш билдәләре ҡуйылышын тѳшѳнѳү. Теҙемдәрҙең әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыу юлдарын күҙәтеү.

һѳйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ѳтѳр  ҡуйлыу  осраҡтары.

Нѳктәле ѳтѳр ҡуйылыу осраҡтары.

Һыҙыҡ  ҡуйылыу осраҡтары.

Ике  нѳктә  ҡуйлыу  осрағы.

Һѳйләм аҙағында ҡуйылған тыныш билдәләре менән бәйләнешле пунктуация ҡағиҙәләрен нығытыу.  Ябай һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре ҡуйылышын күҙәтеү. Ҡушма һѳйләмдәрҙә  ѳтѳр, нѳктәле ѳтѳр, һыҙыҡ, ике нѳктә ҡуйылышына иғтибар бүлеү, тейешле тыныш билдәһе ҡуйылы-шын иҫкәртеү.

IV. Бүлек

V-VIII кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау.

Фонетика.

Лексика

  Морфология.

  Синтаксис.

Фонетиканың тѳп аңлатмалалрын нығытыу, ѳндәр системаһын классификациялау. Һүҙ-ҙең  лексик һәм грамматик айырмалыҡта-рын  анализлау. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ тѳркѳмдәренең морфологик билдәләрен асыҡлау. Синтаксистың тѳп аңлатмаларын иҫкә тѳшѳрѳү.

Тѳп йѳкмәткенең бүленеше

  1. 5-7 класта үтелгәндәрҙе нығытыу – 4 сәғәт;
  2. Ҡушма һѳйләм.  Теҙмә ҡушма һѳйләм - 7 сәғәт;
  3. Эйәртеүсле ҡушма һѳйләм – 4 сәғәт;
  4. Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәре – 5 сәғәт;
  5. Хәл һѳйләмдәр – 5 сәғәт
  6. Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр – 5 сәғәт;
  7. Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау– 5 сәғәт
  8. Бүлек һайын  үтелгәндәрҙе нығытыу – 7 сәғәт
  9. V-VIII кластарҙа үтелгәндәре ҡабатлау  – 4 сәғәт
  10. Телмәр үҫтереү – 14 сәғәт;
  11. Биремле һәм контроль диктаттар – 6 сәғәт
  12. Тест, контроль эштәр – 2 сәғәт

   Уҡыу процесында күрһәтелгән йѳкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте ѳйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге тѳрҙәрен камиллаштыра, тѳрлѳ каммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор; DVD-дискылар
  • компьютер;  проектор,  принтер,  сканер, ноутбук;
  • Музыкаль  центр.

Календарь-тематик планлаштырыу. 8 класс.

 Дәреслектең  авторҙары: Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова В.Ш.

Дәрес  аҙнаһына  2 сәғәт,  бѳтәһе 70 сәғәт                                                                                                                  

             Дәрестең   темаһы

дәр

һан

үткәр

ваҡ.

факт  ваҡ.

дәрес

тѳрѳ

күр-гәҙмә

ѳйгә

эш

  1

2

3

4

  5

  6

7

8

9

 10

11

12

13

14

15

16

17

 18

19

20

21

 22

23

24

 25

 26

 27

 28

 29

 30

 

 31

32

 33

 34

 35

36

37

38

39

40

41

42

43

 44

 45

 46

47

48

 49

50

 51

 52

53

 54

55

 56

57

58

 59

 60

 61

 62

63

 64

 65

 66

67

68

 69

 70

Үтелгәндәрҙе  ҡабатлау (5 сәғәт)

Синтаксис  һәм  пунктуация.

Бер  һәм  ике  составлы  һѳйләмдәр.

Тиң  киҫәкле  һѳйләмдәр.

Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйл.

Т.ү.  «Тәбиғәттең  һәр  миҙгеле  аҫыл».

Ҡушма  һѳйләм.   ( 14 сәғәт)

Ябай  һәм  ҡушма  һѳйләм

Ҡушма  һѳйләм тураһында тѳшѳнсә.

Теҙмә  ҡушма  һѳйләм.

Т.ү. Изложение «Моң».

Теркәүесле теҙмә  ҡушма  һѳйләм.

Т.т.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш  билдәләре.

Теҙмә  ҡушма  һѳйләмгә  синт. анализ

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һѳйләмдәр.

Т.т.ҡ. һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Т.ү. Тышҡы күренеште тасуирлау.

Аңлатм.  диктант  «Бәхетле  ҡартлыҡ»

Тест.  Контроль  һорауҙар.

Эйәртеүле  ҡушма  һѳйләм. (8 сәғ.)

Баш  һәм  эйәрсән  һѳйләм.

Эйәрсән һѳйләмдең эйәреү саралары.

Эйәрсән  һѳйләмдә тыныш билдәләре.

Эйәртеүле ҡушма һѳйләмгә син. анал

Үтелгәндәрҙе  нығытыу.  Тест.

Контр.диктант «Мәшәҡәтле  кѳндәр».

Т.ү. Изложение  «Ысын  дуҫлыҡ».

Эйәрсән  һѳйләм  тѳрҙәре. (5 сәғәт)

Эйә   һѳйләм.

Эйәрсән  хәбәр   һѳйләм.

Аныҡлаусы   һѳйләм.

Тултырыусы   һѳйләм.

Админ.контроль  диктант.

 Т.ү.   «Файҙалы  ризыҡ ».

Хәл  һѳйләм тѳрҙәре.  ( 12 сәғәт )

Ваҡыт   һѳйләм.  Урын һѳйләм.

Рәүеш һәм  күләм – дәрәжә  һѳйләм.

Т.ү. Автопортрет.

Сәбәп  һәм   маҡсат   һѳйләм.

Шарт   һѳйләм.

Кире   һѳйләм.

Үтелгәндәрҙе  нығытыу.Эйәрсән һѳйл.

Контр. диктант «Яҙ  башланды»

Т.ү. Ижади  излож.  «Әсәйем  күҙҙәре»

Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр.

Күп  эйәрсәнле ҡушма һѳйләмдәр.

Ҡушма  һѳйләмгә синтаксик анализ.

К.э.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Т.ү. Инша  «Алтын ҡулдар».

Ҡатнаш  ҡушма  һѳйләмдәр.

Ҡатнаш һѳйләм-ҙә тыныш билдәләре.

Теҙемдәр.

Үтелгәнде нығытыу.Ҡушма һѳйләм.

Контроль диктант «Күңелле саҡтар.

Тест. зачет.

Тыныш билдәләре ҡуйылышын  ҡабатлау,   дѳйѳмләштереү  (10 сәғ.)

һѳйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ѳтѳр  ҡуйлыу  осраҡтары.

Т.ү.  Картина буйынса инша.

 Ә. Лотфуллин  «Ѳс  ҡатын».

Нѳктәле ѳтѳр ҡуйылыу осраҡтары.

Һыҙыҡ  ҡуйылыу  осраҡтары.

Ике  нѳктә  ҡуйлыу  осраҡтары.

Тыныш  билдәләре.  Нығытыу.

Ижади диктант  «Кем бәхетле ?».

Т.ү. «Һуғыш осоро балалары».

 V-VIII класта үтелгәнде нығытыу.

Лексика.

Фонетика.

Морфология.

Синтаксис.

 Контроль  диктант.

Үтелгәндәрҙе  нығытыу

Тест.   Контроль  һорауҙар.

Т.ү. «Тирә-яҡ мөхит һәм беҙ»

Ҡабатл. Тыныш  билдәләренең ҡуйыл

Ҡабатлау.  Тура  телмәр

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

    1

 1

 1

 1

1

    1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

   

   1

1

   1

1

1

1

1

 

    1

1

1

    1

1

1

 

   1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

1

    1

1

1

1

1

1

1

1

    1

    1

    2

1

    1

1

1

1

1

1

1

    1

1

    1

 1

1

1

1

1

1

  02.09

07.09

09.09

14.09

16.09

  21.09

23.09

28.09

30.09

05.10

07.10

12.10

14.10

19.10

21.10

26.10.

28.10

 

09.11

11.11

16.11

18.11

23.11

  25.11

 30.11

  02.12

07.12

  09.12

14.12

16.12

   21.12

23.12

28.12

  13.01

18.01

20.01

25.01

27.01

01.02

03.02

08.02

  10.02

15.02

  17.02

22.02

24.02

01.03

 03.03

10.03

15.03.

17.03

   22.03

  05.04

  07.04

  12.04

   14.04

19.04

21.04

26.04

28.04

  03.05

 05.05.

  10.05

12.05

13.05

   17.05

19.05

24.05

26.05

  31.05    

 

6

2

2

2

3

 1

1

2

3

1

1

6

1

1

3

6

4

1

1

2

6

4

2

3

1

1

1

4

2

3

1

1

3

1

1

1

2

5

3

1

2

1

3

1

2

1

2

6

2

3

3

1

1

1

2

3

3

3

6

6

6

6

4

3

6

6

6

     6

1

1,  3

1,  6

1,  3

2

1,  6

1,  4

1,  2

3

1,  4

1,  6

1,  6

1,  4

1,  6

2

3

6

1,  4

4

1,  6

5,  6

6

3

3

1,  6

4

1,  2

1,  6

3

2,  5

1,  6

1,  5

2

1,  6

1,  6

1,  6

2,  5

3

3

1,  5

1,  6

4

2

1,  6

1,  6

2

1,  4

2

6

1,  6

4

2

1,  5

1,  5

1,  5

4

3

2,  5

1,  6

1,  6

1,  5

3

4

4

1

1

1

1

1

7-се күн.

20, 21 – к

36,37 – к

44-се күн

Инша

§1, к-55

§2, к-61

§3, к-64

Излож.

§4, к-79

§5, к-85 с/анал

§6, к-95

§7, к-98

И/эш

Үт.нығ

Д-111

§8,к-114

§9, к-119

130,Тү131

С/анал

Зачёт

Һ/яуап

И/эш

§10, к-133

§11, к-137

§12Тү143

§13, к-149

Үт.нығ.

И/эш

§14, к-159

§16, к-164

И/эш

§18, к-184

§20, к-190

§21, к-195

§22, к-199

Үт.нығ

И/эш

§23, к-214

с/анализ

§24,к-220

Инша

§25, к-228

§26, к-232

§28, к-241

§23-28

Һ/яуап

И/эш

§28, дад/м

§30, к-261

И/эш

§31, к-273

§32, к-277

§33, к-283

Һ/яуап

Ут.нығ.

И/эш

Л/анализ

Ф/анализ

М/анализ

С/анализ

Зачет

Тест

И/эш

Инша

Табл.

 Үтел.нығ.

дәрес  тѳрѳ                                          күргәҙмәлелек

1.Яңы  тема  ѳйрәнеү                                            1. Терәк  конспекттар  һәм  таблицалар

2.Нығытыу  дәресе                                                2.Картиналар  һәм  иллюстрациялар

3. Телмәр  үҫтереү                                                3. һүҙлектәр,  йыйынтыҡтар

4. Тест. Белемде  тикшереү                                4. Дидактик  материалдар,  әҙәбиәт

5. Үҙ  аллы  эш                                                       5. Тупланылған  материал, журналдар.

6.Ҡабатлау  дәресе                                               6. Эш  тѳрҙәре  менән  карточкалар.

            Уҡыу процесын тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр

    Башҡорт теленән тейешле белем биреү, уҡыусының шәхесен һәм интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү уҡытыу сараларына һәм уҡытыу әсбаптарына тығыҙ бәйләнгән.

   Хәҙерге уҡыу йыһаҙдары күргәҙмәлелек менән тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә мультимедия саралары, аудио-видеоматериалдар ярҙамында уҡыусыларҙың телмәр, фекерләү һәләтлелектәрен интенсив үҫтереүгә лә иғтибар итә. Шулай уҡ тел һәм телмәр, белем һәм күнекмәләр системаһын формалаштырыу, эшмәкәрлектең төрлө ысулдарын үҙләштереү, мәғлүмәти, коммуникатив компетенцияны тормошҡа ашырыуҙы ла күҙ уңында тотоп, дөйөм уҡыу күнекмәләрен эшкәртеүгә йүнәлдерелгән яйы белем биреү өсөн шарттар булдырылырға тейеш.

   Әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыуҙа матди-техник саралар ҡулланыуҙың төп маҡсаты булып, уҡыу эшмәкәрлегенең репродуктив формаларынан үҙ аллы, эҙләнеү эш төрҙәре аша уҡыу эшмәкәрлегенең аналитик компонентын көсәйтеп, уҡыусыларҙың коммуни-катив мәҙәниәтен формалаштырыуҙы һәм төрлө типтағы мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш итә белеүҙе үҙ эсенә ала.

    Башҡорт теле буйынса Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыуҙың төп шарттарының береһе булып мәктәп практикаһында мәғлүмәти һәм коммуникацион технологияны ҡулланыу, уҡытыуҙың мәғлүмәти-эшмәкәрлек моделен эшкәртеү тора. Уҡыусыларзың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙең айырым әһәмиәте булып түбәндәге мәғлүмәти-коммуникацион саралар иҫәпләнә: мультимедия, интерактив мәктәп таҡтаһы һәм башҡорт теле курсының төп бүлектәре буйынса электрон дәрес-лектәр (дәреслеккә ҡушымта), мультимедиялы тренингтар, башҡорт теле курсының бөтә бүлектәре буйынса контролләштереүсе программалар, башҡорт теле буйынса  электрон китапхана һ.б.Мәғлүмәти һәм коммуникацион технологиялар контроль, баһалау һәм уҡыусыларҙың уңыштарын мониторингалау системаһына индерелергә тейеш.

Уҡыу процесын тәьмин итеүгә булған талаптар мәктәп практикаһында оҙаҡ йылдар

һыналған традицион уҡыу сараларын да иҫәпкә алырға тейеш.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1)Башҡорт теленән программа (V-XI синыфтар ѳсѳн). – Ѳфѳ “Китап”, 2011. Авт.- тѳҙ.:

Псәнчин В.М.,  Псәнчин Ю.В.

2)Әсә теле: Урта мактәптең 8-се класы ѳсѳн дәреслек. Дәреслектең авторҙары:   Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова С.Б.  Ѳфѳ «Китап»: 2009.                                                                                                    

 3) Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы - Ѳфѳ «Китап»: 2011.  

4) Толомбаева Х.А., Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктант  йыйынтығы. Өфө Китап –2011. 4).Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.                         5).Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова З.Ф.– Өфө: 2006. 9.Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аманат», «Аҡбуҙат».                                                             6).Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: 2008.

Әсә телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

2.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В.   Т.ү. буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

4. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.  Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

5. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

  Эш программаһында федераль һәм республика закондары

талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы,

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы

2013 йыл.

                     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая прграмма по иностранному языку.5 класс,ФГОС2

Данная рабочая прграмма составлена в соответствии с требованиями ФГОС2. Программа включает в себя: пояснительную записку,учебно-тематический план,календарно-тематическое планирование. Программа сост...

рабочая программа по башкирскому языку 6 класс

рабочая программа башкирский язык 6 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.ФГОС

Рабочая программа по башкирскому языку . 5 класс. ФГОС...

Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.

5 класс башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы....

Рабочая прграмма по русскому языку 8 класс

Рабочие программы по русскому языку...