8-се март байрамына арналған сценарий
методическая разработка

Галимова Гульнара Даниловна

8-се март байрамына арналған сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл slr.docx21.79 КБ

Предварительный просмотр:

    8 март байрамына арналган сценарий

  Радмир:  -Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған:

"Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ."

Ильяс:Алла әйткән: "Мин һиңә, һинекөтөптороусоһәмһинеңтуралаҡайғыртыусыберфәрештәбүләкитермен".

Радмир:  Бала уйлағанһәмяңынантелгәкилгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхетөсөн миңә шул еткән".

Ильяс:Алла әйткән: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың".

Радмир:  "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала.

Ильяс :Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ".

Радмир : Унан һуң бала һорған: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар".

Ильяс :"Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тигән Алла.

Радмир : "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр."

Ильяс :"Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын."

Радмир : Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелә һәм бала һорай: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!"

Ильяс :Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тигән.

Радмир : Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, туғандар!
Ильяс :

Хәйерле көн, тамашасылар!

Радмир : Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,

Яңы һулыш – иҫкән елдәрҙә.

Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,

Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.

Яҙ һулышы – һәр бер күҙәнәктә,

Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!

Ильяс :   Оҙон, йоҡоло ҡыштын һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән Яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.

Радмир :       Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.

Ильяс :      Һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, тоғро ҡатындар, изге күңелле өләсәйҙәр, ярҙамсыл  әхирәттәр! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!

Радмир :  Һеҙҙең барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Ильяс :

Ҡарап тормайынса бер нигә
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ килгән ҡунаҡҡа.
Гүзәл заттар - тормош биҙәге,
Ҡыҙҙар-беҙҙең байрам биҙәге.

Радмир : 

Ҡояш сыға таң менән

Башлана байрам йыр менән.

Ильяс:

- Әсәй!Ниндәйбөйөкисем! Доньялаәсәйҙәрҙәндәғәзиз,изгезатюктыр.Күпменаҙ,күпмейылылык бар был һүҙҙә.Сабыйдоньяғакилгәнсәғәтенәнуҡәсәһенеңйомшаҡҡулдарынһиҙеп,яғымлыҡарашынтойопйәшәй.

Радмир: 

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

Ильяс :

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
Изгелеге-үлсәү тапҡыһыҙ.
Ул әлбиттә йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!

Радмир : 

Әсә бөйөк исем                                

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Ильяс:

   -  Беҙауырыпятҡанда, күкрәгенәҡыҫып ,....йәнемешем, балам, тип, ысынкүңелдәнборсолоусыәсәйебеҙ.Әсәйбулмаһа, беҙояһыҙҡош, моңһоҙйыр, йырһыҙһандуғаскеүекйәшәринек, тормошобоҙҙоңйәмелә, тәмеләбулмаҫине.

Радмир: 

Радмир: 

“Әсәй” тип асылабеҙҙең тел,                    

Әсәйҙехөрмәтитшуны бел.

Әсәйөйҙәбулһа, бикрәхәт

Әйтәбеҙһиңә: меңрәхмәт!

Ильяс:

- Әйе, әсәйһәрберкешеөсөндәиңяҡшыһы, иңҡәҙерлеһе. Әсә - улдонъялаиңизгекеше!

Радмир: 

– “Әсәй, әсәкәйем!” Ошоһүҙэсендәгенәәлләкүпмехис-тойғоларйәшеренгән. “Әсәй” тигәнһүҙҙеишетеүменән, күңелдәрйылынып, нурланыпкитә

Ильяс :

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!         

Радмир : 

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ильяс :

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Радмир : 

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ильяс :

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Радмир : 

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ильяс :

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

Радмир : 

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Ильяс:

Һеҙгәбулғанбеҙҙеңхөрмәтебеҙ

Урыналһынйөрәктүрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙурбәхеттәр

Юлдашбулһынһеҙгәғүмергә.

                     

Ильяс:

 -  Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.

Радмир : 

-Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий праздника к 8 Марта по мотивам русской народной сказки "Теремок". Средняя группа д/с, март 2013 года.

Праздничный сценарий для средней группы детского сада содержит инсценировку сказки "Теремок"....

„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.

Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....

Республика көнөнә арналған сценарий

Илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү  - һәр уҡытыусының бурысы....

Республика көнөнә арналған сценарий

Республика  көнөнә  сценарий.Тематик линейка.Үткәреү урыны:гимназияның тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:Ойоштороусы: Вәлиева Ә.Р. Маҡсат: Үҙ   республикаң  өсөн  ғорурлыҡ ...

Туған телдәр көнөнә арналған сценарий

   Ерем, илем, телем.  Туған  көндәр байрамына арналған кисә.Үткәреү урыны: Мәсәғүт гимназияһының тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:20 февраль 2015 йыл.Ойоштороусы: башҡорт теле һә...

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарих биттәре” буйынса мәктәп кисәһе өсөн сценарий.

В эти дни наша республика отмечает свой 100-летний юбилей со дня образования. И мы приглашаем Вас на прогулку по страницам истории Башкортостана....

Еңеү байрамына сценарий

Еңеү байрамына сценарий...