Республика көнөнә арналған сценарий
классный час на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

Илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү  - һәр уҡытыусының бурысы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл respublika_konon_arnalgan_stsenariy.docx14.86 КБ

Предварительный просмотр:

Республика көнөнә арналған сценарий

 Күпме тауҙар, һыуҙар кисеп,

Илдәр гиҙһәм дә

Табалманым һәйбәтерәк

Ошо ерҙән дә

Уралдың киң далалары, саф һыулы йылғалары, ундағы балыҡтары, алтын-көмөшө, ҡиммәтле тиреле йәнлектәре күп милләт кешеләрен үҙенә тарта.

Тәбиғәт  байлыҡтарының бик күп булыуы беҙҙең ата-бабаларыбыҙға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Сөнки, байлыҡ туплау маҡсатында  башҡорт илен ҡулға төшөрөргә, ә башҡорт халҡын юҡ итергә теләүселәр күбәйә.

Шға күрә лә, теүәл  459 йыл элек, халҡыбыҙ үҙ ерен, туған телен, милләтен һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҙ ирке менән Рус дәүләтенәҡушыла.

туҡтатайыҡ даулашыуҙы

бөтөрәйек тарҡаулыҡты

йорт-еребеҙ имен булыр,

хәүеф-хәтәр ҙә әҙ булыр,

бер халыҡтай булғанда , тип ете ырыу халҡы ла берләшкән. (һәр класс уҡыусылары төрлө ырыуҙарҙың атама-тамғаларын хор  менән атай)

Ырыуым –

Ағасым –

Ҡошом-

Тамғам –

Ораным –

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,

Салауат тоҡомонан

Һаҡлайыҡ телебеҙҙе,

Һөйәйек илебеҙҙе.

Салауат та туған башҡортон

Үҙ телендә ҙурлап данлаған.

Уралына , бөйөк халҡына

Йән аямай ирек даулаған.              

                                                  Йыр  “Салауат батыр” – хор

Әгәр ҙә ваҡыт машинаһы булһа,Салауат батыр беҙҙең заманға килеп сыҡһа, халҡының  азат, иреклк тормошта йәшәүен, үҙ йөҙөн, милләтен , телен юғалтмағанын  күреп, хайран ҡалыр ине.

Йыр “Башҡортостан  - илгенәм”

Йәки   “Беҙҙең ил”

1990 йылдың 11 октябрендә Республикабыҙ үҙ аллы – суверенлы тип иғлан ителде һәм Башҡортостан Республикаһы тигән исем алды.

Гимн яңғырай

Гимн яңғырай – ул шундай көслө,

Ватанын уйлай тыңлаған кеше.

Эстән ант бирә һөйөргә илен,

Һөйөргә халҡын һәм туған телен

Республикамдың флагы

Тора өс төрлө төҫтән:

Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.

Зәңгәр төҫө – ул халҡымдың

Уй-ниәте, сафлығы

Аҡ төҫ – ул именлек төҫө,

Хеҙмәттәшлек, паклығы.

                Ә йәшеле –ул азатлыҡ,

                Мәңгелек йәшәү  төҫө.

Башҡортостан республикаһының үҙгебы, үҙ гимны, байрағы бар. Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов  Башҡортостан  халыҡтарының яҙмышы, киләсәген  ҡайғыртҡан хәстәрлекле етәксе, оло шәхес булды. Бөгөнгө көндә лә әлеге президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов  һәм Башҡортостан хөкүмәтенең тырышлығы арҡаһында республика күп уңыштарға өлгәшә. Беҙҙә именлек, милләт-ара татыулыҡ һаҡлана. Башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле тип һанала. Былар бөтәһе лә Башҡортостан суверенитетының изге емеше.

 Йыр “Башҡортостан  - илгенәм”

Йәки   “Беҙҙең ил”

Тыуған ерем – Башҡортостан

Яратып беҙҙе ҡосҡан

                Белоретым – Иҙел башы

                Тыуған ерҙең йөҙөк ҡашы.

Йөйәгем – тыуған ауылым.

Һиндә үтә бала сағым

                Мин бәхетле бала ,тиеп

Ергә оран һалабыҙ

Ғәзиз тыуған илебеҙгә

Мәңге тоғро ҡалабыҙ

Йыр “Тыуған яҡ”

Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара.Башҡортостан республикаһының үҙаллы булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле, бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә булдыра алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы,көс-ҡеүәте, милләте мәңге йәшәһен!

Ошоноң менән Республика көнөнә арналған тантаналы сарабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Сабып сығып сал быуаттар аша

Сапсындырып суйын саптарын

Оран һалып илгә һай, Салауат

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын

                Ай-һай, Салауат,     тыуған илдең ҡото.

                         Ай-һай, Салауат,   тыуған илдең уты.

Ай-һай, Салауат, Башҡортомдоң ҡаны

Ай-һай, Салауат, Үҙ халҡымдың даны.

Аҡмағандай үргә Ағиҙелкәй.

Сүкмәгәндәй ергә Уралтау

Салауаттың йыры  илдә тынмаҫ,

Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау

Сабып сығып сал быуаттар аша

Сапсындырып суйын саптарын

Оран һалып илгә һай, Салауат

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын

                Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото.

 Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты.

Ай-һай, Салауат, Башҡортомдоң ҡаны

Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

Аҡмағандай үргә Ағиҙелкәй.

Сүкмәгәндәй ергә Уралтау

Салауаттың йыры  илдә тынмаҫ,

Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий мероприятия к юбилею Республики Марий Эл

Сценарий общешкольного  мероприятия к юбилею республики....

Республика көнөнә арналған сценарий

Республика  көнөнә  сценарий.Тематик линейка.Үткәреү урыны:гимназияның тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:Ойоштороусы: Вәлиева Ә.Р. Маҡсат: Үҙ   республикаң  өсөн  ғорурлыҡ ...

Туған телдәр көнөнә арналған сценарий

   Ерем, илем, телем.  Туған  көндәр байрамына арналған кисә.Үткәреү урыны: Мәсәғүт гимназияһының тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:20 февраль 2015 йыл.Ойоштороусы: башҡорт теле һә...

8-се март байрамына арналған сценарий

8-се март байрамына арналған сценарий...

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарих биттәре” буйынса мәктәп кисәһе өсөн сценарий.

В эти дни наша республика отмечает свой 100-летний юбилей со дня образования. И мы приглашаем Вас на прогулку по страницам истории Башкортостана....

Сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва, исполнения Государственного гимна Российской Федерации и Гимна Республики Тыва, прохождения военным маршем и шествия Бессмертного полка школы №

Уважаемые коллеги, Вашему Вниманию предлагается уникальный сценарий торжественной церемонии выноса Государственного флага Российской Федерации и флага Республики Тыва,  исполнения Государств...