Әҙәби-ижад түңәрәге эшен ойоштороу
статья (5, 6, 7, 8, 9 класс)

Ахмадиева Гузель Гиззатовна

Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү, уларҙа яҙма һәм һөйләм телмәрен үҫтереү. Был әҙәби ижад түңәрәгенә шиғыр, хикәйә, очерк яҙырға һәләттәре булған уҡыусыларҙы йәлеп итәм. Уҡытыусының бурысы – уларҙың ижадына дөрөҫ йүнәлеш биреү, нәфис һүҙ менән эш итергә өйрәтеү.

Әҙәби ижад түңәрәкте ошондай йүнәлештәрҙә ойошторам:

а) әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата ижади план төҙөргә өйрәнәбеҙ;

б) уҡыусыларҙың тәбиғәтте, кешеләрҙе төрлө күренештәрҙе күҙәтеүҙән алған тойғоларынан инша, хикәйә, очерк формаһында яҙа белеүҙәренә ирешәм;

в) докладтар, сығыштар, конспекттар, рецензиялар яҙыу менән шөғөлләнәбеҙ.

г) шиғыр, хикәйә, нәҫер кеүек әҙәби жанрҙар өҫтөндә эшләйбеҙ;

д) хаттар, мәҡәләләр яҙырға өйрәнеү өҫтөндә эшләйбеҙ;

е) төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссвордтар) эшләйбеҙ,

ж) репортаж, һүрәтләмә, юлъяҙма кеүек жанрҙар өҫтөндә лә эш алып барабыҙ

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zbi-izhad_tunrge_eshen_oyoshtorou.docx949.36 КБ

Предварительный просмотр:

Әҙәби-ижад түңәрәге эшен ойоштороу

Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү, уларҙа яҙма һәм һөйләм телмәрен үҫтереү. Был әҙәби ижад түңәрәгенә шиғыр, хикәйә, очерк яҙырға һәләттәре булған уҡыусыларҙы йәлеп итәм. Уҡытыусының бурысы – уларҙың ижадына дөрөҫ йүнәлеш биреү, нәфис һүҙ менән эш итергә өйрәтеү.

Әҙәби ижад түңәрәкте ошондай йүнәлештәрҙә ойошторам:

а) әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата ижади план төҙөргә өйрәнәбеҙ;

б) уҡыусыларҙың тәбиғәтте, кешеләрҙе төрлө күренештәрҙе күҙәтеүҙән алған тойғоларынан инша, хикәйә, очерк формаһында яҙа белеүҙәренә ирешәм;

в) докладтар, сығыштар, конспекттар, рецензиялар яҙыу менән шөғөлләнәбеҙ.

г) шиғыр, хикәйә, нәҫер кеүек әҙәби жанрҙар өҫтөндә эшләйбеҙ;

д) хаттар, мәҡәләләр яҙырға өйрәнеү өҫтөндә эшләйбеҙ;

е) төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссвордтар) эшләйбеҙ,

ж) репортаж, һүрәтләмә, юлъяҙма кеүек жанрҙар өҫтөндә лә эш алып барабыҙ;

Тәҡдим ителгән төрлө эштәр буйынса уҡыусылар мәғлүмәт эҙләп табып, мәҡәләләр яҙалар, үҙҙәренең беренсе хикәйә, әкиәт, шиғыр һәм башҡа ижад емештәре менән таныштыралар. Был эштәр менән бер рәттән түңәрәк эше ағзалары әҙәби әҫәрҙәрҙең төрө, жанры, образ, композиия, сюжет, һүрәтләү саралары кеүек теоретик һорауҙарҙы өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙең телен тикшереү буйынса күнегеүҙәр башҡаралар.

 “Йәнтөйәк” әҙәби-ижад түңәрәге ағзалары шулай уҡ юбиляр яҙыусыларҙың ижадына арналған дәрестәрҙә, кисәләрҙә, ғилми конференцияларҙа үҙҙәренең ижади эштәре менән ҡатнашалар. Уҡыусыларҙың инша, мәҡәләләре райондың «Осҡон», «Йондоҙ», республиканың «Йәншишмә» гәзиттәрендә, «Аманат» журналында баҫылып тора.

Ун ике йыл рәттән был уҡыусылар “Урал батыр”, “Һаумы, Әкиәт!” конкурстары өсөн үҙҙәре сценарийҙар төҙөп, бәйгеләрҙә ҡатнашты, район һәм зона ярыштарында еңеү яуланы.

Һәләтле балалар менән ирекле темаға иншалар яҙырға өйрәнәбеҙ. Был эш йылдар дауамында тел-әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла. Уҡыусылар унда бирелгән темаға инша яҙыу өсөн план төҙөй, материал туплай, уны системаға һала, камиллаштыра, яҙа. Ҙурыраҡ синыфтарҙа әҙәби-ижади иншалар тәҡдим ителә, уларҙа әҫәрҙәге геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата баланың үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Йәғни бындай иншалар бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншалар иһә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә-яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫирҙәренән сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям. Бындай иншаларҙы ижади фекерләү һәләте ярылып ятҡан, күп уҡырға, шиғырҙар ятларға, үҙҙәре шиғыр яҙырға яратҡан, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән киткән уҡыусылар менән яҙабыҙ. Ғәҙәттә, уҡыу йылының беренсе сирегендә үк мәктәптә иншалар конкурсы ойошторола. Ҡатнашырға теләүсе балалар менән темаларҙы билдәләйем, ирекле иншаның үҙенсәлектәрен аңлатып, унда төп иғтибарҙы шуңа йүнәлтәм: инша ниндәй генә темаға яҙылмаһын, унда төп герой - уҡыусы үҙе. Иншала уның әйтергә теләгән фекере асыҡ билдәләнергә тейеш. Бының өсөн уҡыусы үҙәккә бер образ ҡуйып, төп теманы ошо образ аша сағылдыра. Иң ҡыйыны – был образды табып, яңы фекер әйтеү. Балаларға һүрәтләү саралары, образлылыҡ тураһында аңлатам, элек яҙылған иншаларҙы уҡып күрһәтәм. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла, уҡыусыларҙың һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түгел.

Уҡыусылар шулай уҡ бер-береһенең ижад емештәренә анализ һәм баһа бирергә, уңыщлы яҡтарын билдәләргә, етешһеҙлектәрен тәнҡитләргә өйрәнә, бер-береһенә кәңәштәр бирә, ярҙам итә. Шул материалдар буйынса әҙәби газета, китап йыйынтыҡтары сығарабыҙ, уҡыусыларҙың ижадын газета - журнал биттәренә тәҡдим итәм. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың ижадын үҙ эсенә алған бер нисә йыйынтыҡ донъя күрҙе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК НИГЕҘҘӘ ОЙОШТОРОУ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен  лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу...

ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресен фәнни-ғәмәли формала ойоштороу

Тормош һабаҡтары(Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте)Тема: Бөйөк еңеүгә __ йыл Дәрес материалы: уҡыусыларҙың фәнни-практик конференцияға әҙерләгән сығыштары һәм тематик докладтары.Маҡсат: ҫ) «...

https://irorb.ru/files/2017/mr_bashkirsk.PDF 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр

2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр I. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле...

Дистанцион уҡытыу шарттарында башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу.

2019  йыл -  кешелек донъяһы өсөн  һынау йылы булды. Короновирус ауырыуының таралыуы арҡаһында тыуған эпидемия  бер кешене лә урап үтмәне. Беҙҙең республикала апрель-май айҙарында ...

"Тел ғилеме һәм әҙәбиәт, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыусыларҙың ғилми- тикшеренеү эшен ойоштороу"

Проект эше заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә талаптар тураһында. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ хәҙерге тормошта юғалып ҡалмаған, әүҙем, мотлаҡ үҙ урынын табырҙай шәхестәр тәрбиәләргә те...