“Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән...”
материал

Р. Ғарипов ижады буйынса әҙәби- музыкаль   кисә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл r.garipov.docx46.42 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Архангел районы муниципаль районы

Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәбе

C:\Users\Фидан\Desktop\GJcITCdSc7Y.jpg

“Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән...”

(Р. Ғарипов ижады буйынса әҙәби- музыкаль   кисә)

                                                                              Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы,

                                                                            башҡорт теле һәм әҙәбиәте                                                                                                  

           уҡытыусыһы

     Маҡсат:  Шағирҙың тормош юлы, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,        ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р. Ғариповтың портреты, тормош юлын сағылдырған плакат, китаптары күргәҙмәһе, аудиояҙма, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, ноутбук.

1.Кисә Р.Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған “Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ” йыры менән башланып китә.

             Йыр тамамланыуы менән сәхнәгә уҡытыусы сыға.

     Уҡытыусы:  Ишетәһегеҙме шағирҙың шиғырҙары моң даръяһы булып яңғырай.

    Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты,

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һәр заман яңыса аса.

   Шиғри аманатының ни тиклем ҡыйыу булғанлығын, ни тиклем тормошсан,

тәрән йөкмәткеле булғанлығын беҙ йылдан - йыл  нығыраҡ аңлай барабыҙ.

      Тимәк, был яҡтан да киләсәк быуын Р. Ғариповҡа яҡыныраҡ буласаҡ, уларҙың  рухи аралашыуы киңерәк  буласаҡ.

     Шағир үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы.Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә  ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды.Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере  арта.

2.  Уҡытыусының инеш һүҙенән һуң бер уҡыусы, шағирҙың “Ул  туйҙа мин бәлки була алмам “ шиғырын ятлай.

Иң бөйөк һүҙ  әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер ул көн, килер иң  ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

                   Сәхнәгә ҡыҙ  һәм  егет сыға.

Егет. Р. Ғариповтың ижад ғүмере бары 20 йыл тирәһе. Әммә шул ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә лә үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра алды, исемен шиғриәткә  ныҡлап беркетте.

Ҡыҙ.  Р. Ғариповты шағир итеп Арҡауыл ере үҫтерҙе. Тыуған еренең һәр биҙәген, һәр үләнен, һәр сәскәһен шиғырҙарында данланы ул. Һәм  өҙөлөп һөйөүен “Һағыш” тигән шиғырында ла әйтеп бирҙе.

                      “ Һағыш” шиғыры.

Ҡыҙ. Рәми, ғаиләлә оло бала булып, әсәһенә донъя йөгөн тартыша. Ул,шағир булғас, әсәһенә “ инәй, инәкәйем” , тип күпме шиғри юлдар бағышлаған.

                  “ Әсәм ҡулдары” шиғыры.

Егет. Ауыл мәктәбендә 7-се класты тамалағас, Рәмиҙе уҡытыусыһы һәм күршеһе  Вәлиев Шәрип ағай Өфөгә 9- сы мәктәп – интернатҡа уҡырға урынлаштыра.

Ҡыҙ. Рәми мәктәп – интернатта тырышып уҡый,шиғырҙар яҙа башлай.Тәүге шиғырҙарын ул үҙенең яратҡан уҡытыусыһы Мәрйәм апай Ғималоваға күрһәтә, уның кәңәштәрен тотоп, яҙышыуын дауам итә. Уҡыусы һәм уҡытыусы араһындағы дуҫлыҡ ғүмер буйы дауам итә.

                  “ Уҡытыусыма “.

Егет. Мәктәп – интернатты тамамлағас Р. Ғарипов Мәскәүгә М.Горький

исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға китә. Бында ул  ижад  эше менән ныҡлап шөғөлләнә.              

Ҡыҙ. Р. Ғарипов уҡығанда Надя исемле украин ҡыҙын осрата. Уҡыуын

тамамлағас, Надяны Өфөгә алып ҡайта.

               “ Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин” шиғыры.

Егет. Һуңғы ваытта әҙәбиәттә  оҙаҡ йылдар баҫылмай ятҡан әҫәрҙәр донъя күрә башланы. Р. Ғариповтың 1964 йылда уҡ яҙылған “ Табыныу” поэмаһы ла 23 йыл үткәс донъя күрҙе. Һуҡыр табыныуҙың, бәндәнән алла яһауҙың киләсәктәге ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртә.

Ҡыҙ. Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,

          Онотмаһын тыуыр быуындар,

           Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,

           Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!

            Был донъяла бер йыл оҡшамаһын

             37- се йыл ишегә.

             Бер аллаға кеше табынмаһын,

             Табынһын тик кеше кешегә.

Егет. Шағир үҙенең бөтә булмышын иле, халҡы өсөн янып- ярһып йәшәүгә,илен, халҡын ҙурлауға бирҙе. Үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, моңо, теле хаҡында ҡайғыртты.

                 “ Туған тел “ шиғыры.

Ҡыҙ.  Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй.

           Аманат киләсәк өсөн әйтелә.

  Р. Ғарипов тарихтағы ғына шағир түгел, ул хәҙерге көрәштең иң алғы сафындағы бөгөнгө көн шағиры, ул барыһынан элек киләсәк шағиры,киләсәк быуындың кәңәшсеһе. Шағир васыяттар әйтер йәшкә тиклем йәшәй алманы. Әммә ул үҙенең шиғырын – антын, аманатын халыҡ күңеленә уйылырлыҡ итеп әйтеп ҡалдырҙы.

                 “ Аманат” ҡобайыр. Өҙөк.

Егет.  Тел асҡысы – ил асҡысы,

           Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,

           Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,

            Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ,

            Ятып ҡалыр таш һымаҡ…

              Һай, таш булма, таш булма,

             Аң ғына бул телеңә,

             Аң булмайса,туң булһаң,

              Бер имгәк һин илеңә,

              Бер түңгәк һин илеңә!

Ҡыҙ. Үҙенең бер шиғырында Рәми Ғарипов былай тип яҙа:

             Йырларға мин шәптән түгел, дуҫтар,

              Тик мин йырҙы үлеп яратам.

             Бөтә шатлығымды йырға һалам,

             Ҡайғымды ла йырлап таратам,

              Әллә нисек яҡын тыуған моңдар,

             Бигерәк матур, бигерәк һағышлы-

             Тау юлдары кеүек урау- урау,

              Дала кеүек иркен ағышлы.

     Ысынлап та, Р.Ғарипов йырҙар яратҡан һәм үҙе лә шундай матур йырҙар ижад итеп  ҡалдырған.  

                    “Кәкүк” йыры.                                                                              

Егет. Рәми Ғарипов донъялағы бөтә нәмәгә бик иғтибарлы була. Кешеләрҙе яратҡан кеүек тәбиғәтте өҙлөп яратты, үҙенең байтаҡ шиғырҙарында уй-тойғоларын, кисерештәрен тәбиғәт күренештәре, ҡош, тау,сәскә, йылға,образдары аша биреүе лә шуны дәлилләй.

             “ Сыйырсыҡ”, “ Һабантурғай”, “Ялан сәскәләре” шиғырҙары.

Ҡыҙ. Рәми Ғариповтың шағирлыҡ таланты, һүҙҙәренең мәғәнә тәрәнлеге уҡыусыны таң ҡалдыра. Уның күңеле – тулып ташҡан кәсә. Ул үҙен  дә йыш ҡына ташып аҡҡан йылға ярында яңғыҙ йөрөгән кеүек хис итә. Ундай саҡта ул ҡайын дуҫҡайына өндәшә.

              “Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын?” шиғыры.

Егет. Рәми Ғарипов – оҫта тәржемәсе лә.Уның тәржемәһендә беҙ Пушкин, Лермонтов,Блок,Есенин, Ғүмәр Хәйәм,Р.Ғамзатов әҫәрҙәрен яратып уҡыйбыҙ.Иң яҡшы тәржемәләре тупланған йыйынтыҡ “ Минең антологиям” тип атала.Бында 22 телдән тәржемә ителгән шиғырҙар ингән. М.Лермонтовтың “Елкән” шиғырын тыңлап ҡарағыҙ.

              Лермонтовтың “Парус” шиғырын уҡыу.

Ҡыҙ. Белеет парус одинокой

          В тумане моря голубом!..

           Что ищет он в стране далекой?

           Что кинул он в краю родном?..

            Играют волны – ветер свищит,

            И мачта гнется и скрыпит…

            Увы! Он счастия не ищет

            И не от счастия бежит!

            Под ним струя светлей лазури,

            Над ним луч солнца золотой…

            А он, мятежный, просит бури,

            Как будто в бурях есть покой!

Егет.   Яңғыҙ елкән күренә ағарып,

            Диңгеҙҙәге зәңгәр томанда.

            Ни эҙләй ул алыҫ илгә барып?

            Ни ҡалдырған тыуған яғында?

            Ел һыҙғыра, уйнай тулҡын менән,

            Һәм мачтаны һығып ҡарай ул.

            Юҡ! Бәхет тә эҙләп елмәй елкән,

            Бәхеттән дә ҡасып бармай ул! –

             Аҫтан күк һыу, өҫтән ҡояш ҡарай,

             Ҡойондороп алтын нурында.

            Ә ул тынғыһыҙ гел, дауыл  һорай,

             Әйтерһең дә, тынлыҡ бар унда!

Ҡыҙ. Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәнгән Р. Ғарипов иң ҡыйын саҡтарҙа ла ижад эшенән һүрелмәгән. Уны милләтселектә, милли тарлыҡта ғәйепләү мәкерле кешеләр тарафынан уйылып сығарылған ярлыҡ. Ул уҙғандар менән ғорурланып, бөгөнгөһөн күреп һыҙланып, киләсәккә ҡарап өмөтләнеп йәшәне.

Егет. Һүҙҙе үлемһеҙ шағирыбыҙҙың шиғыр юлдары менән тамамлайыҡ:

              Барлыҡ ҡыуанысым  шиғырҙарҙа,

           Бар бәхетем халҡым телендә.

           Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын.

          Һүҙем йәшәр әле илемдә

Кисә шағирҙың "Үтте лә китте йәшлегем" (Р.Сәхәүетдинова көйө) йыры менән тамамлана.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әмирхан Еникинең “Әйтелмәгән васыять” әсәре буенча китап укучылар конференциясе.

Ә.Еникинең “Әйтелмәгән васыять” әсәре белән танышу. Ана хакы,кешеләрнең ата-ана алдындагы бурычлары турында фикер алышу. Олыларга , туган туфракка, халкыбызның гореф-гадәтләренә хөрмәт хисләре тәрбиял...

Фразеологик әйтелмәләрнең Ш.Камал иҗатында кулланылышы

Ш.Камал иҗатына күзәтү.Аның иҗатында фразеологик әйтелмәләрнең төрләре....

Фразеологик әйтелмәләрнең Ш.Камал иҗатында кулланылышы

Ш.Камал иҗатына күзәтү.Аның иҗатында фразеологик әйтелмәләрнең төрләре....

Рус һәм татар телләрендәге фразеологик әйтелмәләрне чагыштырып өйрәнү

   Тема:Рус һәм татар телләрендәге  фразеологик әйтелмәләрне чагыштырып өйрәнү.                Теманың...

Фразеологик әйтелмәләр

Тема: Фразеологик әйтелмәләр.Максат   : 1. Фразеологик әйтелмәләрне сөйләмдә актив кулланырга өйрәтү.                    2. Укучыларның тел...

Әмирхан Еники "Әйтелмәгән васыять" хикәясе

Бу дәрестә Акъәбинең  үз балаларына җиткерергә теләгән өч васыятенә басым ясыйсым килә.  Буыннан -буынга бирелә торган  изге төшенчәләр (Туган җир, нәсел, ата-баба туфрагы) белән бәйлән...

Ә .Еникинең "Әйтелмәгән васыять "әсәре буенча йомгаклау дәресе

Ә.Еникинең "Әйтелмәгән васыять"әсәре буенча йомгаклау дәресе...