Батша,егет,аждаһа.
книга по художественной литературе (подготовительная группа)

Кустыбаева Алия Азатовна

Өлкән төркөм балалары өсөн әкиәт.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kittr.docx18.45 КБ

Предварительный просмотр:

Батша, егет, аждаһа.

 Борон-борон заманда бер батша булған. Уның бер ҡатыны булған. Бала-сағалары булмаған. Бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәре менән ауға сығып киткән. Бик йыраҡ киткәндәр, шул хәтле эҫе илдәргә барып еткәндәр, -бик ҡаты һыуһағандар, һыу эҙләп йөрөй торғас, бер ҡоҙоҡҡа барып сығалар. Ғәскәре, эсеп туйып, ҡоҙоҡ эргәһенән киткәс, батша үҙе һыу эсә башлай, һыу эсеп торһа, ел-дауыл ҡуптарып бер аждаһа килеп сыға ла батшаға: — Ниңә минең һыуымды әсәһең? Хәҙер үҙеңде лә, ғәскәреңде лә юҡ итәм! — тип ҡысҡыра. Батша ҡурҡа башлай, ни эшләргә белмәй, аптырап тора. — Алыш бармы, көрәш бармы? — ти аждаһа. Батша еңеләсәген белә: — Алыш та юҡ, көрәш тә юҡ,— ти. — Ярай, улай булғас, һинең артыңда бер нәмәң бар, шуны бирһәң, һау ҡайтаһың, бирмәһәң, мин һине хәҙер үк ашайым,— ти аждаһа. 'Батша уйлай-уйлай, уйлап осона сыға алмай. — Минең артымда ҡатынымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ,— ти батша. — Артыңда бер нәмәң бар, шуны бир,— ти аждаһа. — Улай булғас, ярай,—ти батша,—тик үҙемде ҡайтар,—ти. Аждаһа бер яҙыу төрөп бирә, батша ҡул ҡуя. — Был ҡағыҙҙы тағатма, юғалта күрмә, һаҡлап тот, өйөңә ҡайтҡас уҡырһың! — ти ҙә аждаһа килгән яғына осоп китә. Батша үҙенең ғәскәре янына саба. Ғәскәренә барып етә лә: — Минең артта нимәм бар, кем белә, шул сығып әйтһен,— ти. Ғәскәре, аптырап: — Беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ,— тип тик тора. Шунан батша ғәскәрен бороп, кире ҡайтып китәләр. Ҡайтып инһәләр, батша ни күҙе менән күрһен, шул хәтле һылыу бер улы бар. Батша бик шатлана, хатта дейеү менән булған хәлде лә, ҡағыҙҙы ла онота. Ай артынан ай үтә, йыл артынан йыл үтә, былар шулай рәхәтләнеп йәшәп яталар. Теге малай ҙурая, ун өс йәшкә етә. Малайҙы уҡырға бирәләр. Ул шул хәтле яҡшы уҡый. Бер көндө аталары йоҡлап бөтәләр, теге малайҙың, әллә ни эшләптер, һис тә йоҡоһо килмәй. Йоҡлай алмағас, малай атаһының кеҫәләрен аҡтарырға тотоноп китә. Кеҫәнән дейеү биреп ҡалдырған теге ҡағыҙ килеп сыға. Малай ҡағыҙҙы ала ла тағатып уҡый башлай. Уҡый, уҡыған һайын аптырай бара. Ҡағыҙҙа бөтәһе лә яҙылған икән: «Малайың ун һигеҙ йәшкә еткәс тө, миңә бирерһең»,— тигән икән. Малай илай башлай, эй илай, эй илай, ти. Илап-илап, теге ҡағыҙҙы тотоп ятып торһа, шул көйө йоҡлай ҙа китә. Таң ата. Атаһы тороп, улын ҡараһа, улының бер ҡағыҙ тотоп ятҡанын күрә. Дейеү биргән ҡағыҙҙы танып, батша: — Эй, улым, үҙемдән булды шул,— ти ҙә ҡағыҙҙы икенсе урынға йыйып ҡуя. Малай йоҡонан тора ла: — Теге минең ҡағыҙ ҡайҙа? — тип һорай. Батша: — һинең ниндәй ҡағыҙың булһын? — ти. Малай атаһының янына килә лә илай башлай. — Ярай, атай, һин мине аяедаһаға биргәнһең икән, танма, бөтәһен дә уҡыным,— ти. Атаһы тыңлап тора ла: — Эйе, улым, шулай *гура килде шул,— тип эштең нисек булғанын улына һөйләп бирә. Тағы ла бер нйсә йыл ғүмер уҙып китә. Малайға ун һигеҙ йәш тула. Уға дейеүгә китергә ваҡыт етә. — Ярай, атай,— ти егет,— мин китәйем. Миңә бөтмәҫ аҙыҡ менән туҙмаҫ аяҡ кейеме бирегеҙ. Малайға бөтмәҫ аҙыҡ, туҙмаҫ аяҡ кейеме табып бирәләр. Ата-әсәһе менән хушлашып сығып китә. Ауылды сыҡҡас та, бер мәскәй әбейгә осрай. Егет әбейгә ҡайҙа юл алғанын һөйләп бирә. Мәскәй: — Мин бер нәмә лә белмәйем, минән ары бер апайым бар, шул белһә, бөлөр,— ти. Егет ары китә. Китә торғас, мәскәй әбейҙең апаһына барып сыға. Теге әбейгә лә һөйләп бирә. Әбей: — Минән ары бер апайым бар, шул һиңә юл өйрәтер, шуға бар, ти. Егет тағы ла китә. Китә торғас, иң оло мәскәй әбейгә барып сыға. — Әбей, мин шулай-шулай, шуны эҙләп китеп барам, белмәйһеңме? — ти. — Эйе, улым,— ти әбей.— Мин уны бик асыҡ беләм. Тик һин барырһың, ул һине ашар шул,— ти. — Ни эшләйһең,—ти егет,— һүҙ ҡуйышҡас, барырға кәрәк. Ашаһа, ашар,— ти. Шул ерҙә әбей егеткә аҡыл өйрәтергә була. — Дейеүҙең ҡырҡ ҡыҙы бар,— ти.— һин иң элек атайың һыу эскән ҡоҙоҡҡа бар. Шул ҡоҙоҡтоң артында бер йылға булыр, шул йылғаның артына бар ҙа, бер соҡор ҡаҙып, эсенә инеп ят. Ята торғас, утыҙ туғыҙ торна килеп сығыр. Улар һыу буйына килеп төшөрҙәр ҙә сисенерҙәр. Сисенгәс, улар шул хәтлеһылыу ҡыҙға әйләнерҙәр, шул хәтле көлөшөрҙәр, һинең шул хәтле ҡарағың килер, тик һин ҡарама,— ти.— Улар һыу төшөп бөтөрҙәр ҙә китерҙәр. Улар киткәс тә, бер яңғыҙ торна килер, сисенеп ҡойона башлар, һин ырғып ҡына тор, ҡултығыңа уның. торна тунын ҡыҫтыр ҙа китеп барған кеше бул,— ти әбей.— Аҙағын теге торна үҙе белер. Егет сығып китә. Атаһы һыу эскән ҡоҙоҡҡа барып етә. Был ҡоҙоҡтоң артында сылтырап ҡына йылға ағып ята икән. Егет килә лә, әбей өйрәткәнсә, соҡор ҡаҙып ята. Егет ята торғас, утыҙ туғыҙ торна килеп төшә. Сисенһәләр, һылыу ҡыҙға әйләнәләр, һыуҙа ҡойона башлайҙар. Былар шул хәтле көлөшәләр, егеттең ҡарағыһы килә башлай. Шулай ҙа ул әбей өйрәткәнсәэшләй: ҡарамай, тик ята. Утыҙ туғыҙ торна, ҡойоноп бөткәс, осоп китә. Улар осоп киткәс, күп тә тормай, бер яңғыҙ ғына торна килеп төшә. Килеп төшөп, торна тунын сисә лә ҡыҙға әйләнә. Егет ырғып ҡына тора ла, тегенең торна тунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, йәһәт кенә китә башлай. Ҡыҙ күреп ҡала. — Туҡта, егет, ҡайҙа бараһың? Минең торна тунымды биреп кит! — тип ҡысҡыра. Егет, белмәмеш-ишетмәмеш кеше булып, тик бара икән. Ҡыҙ тағы ла ҡысҡыра. Шунан егет килә лә ҡыҙға торна тунын бирә. Ҡыҙ егеттән: — Ҡайҙан, ни өсөн килдең? — тип һораша. Егет барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. — Эй егет, егет, барһаң, һине атайым ашай инде ул. Ярай, һин хәҙер беҙҙең торған яҡҡа бар, бер иш ҡырҡ өй булыр, шул өйҙәрҙе хисаплап бар. Ҡырҡынсы өй минеке булыр, шул өйгө ин. Яңылышмай хисапла, әгәр яңылышһаң, икенсе өйгә инерһең, ә унда һине ашарҙар,— ти ҡыҙ. Егет китә. Килһә, бер иш кенә ҡырҡ өй теҙелешеп ҡарап ултыра. Шул хәтле йәмлеләр, күҙҙең яуын алып торалар, ти. Егет хисаплай башлай. Хисаплап килә-килә утыҙ туғыҙ өйҙө һанай ҙа ҡырҡынсы өйгә инә. Инһә, әлеге ҡыҙ ултыра. — Йә, егет, килдеңме? — тип һорай ҡыҙ. — Килдем,— ти егет. — Ярай, килдең, һин хәҙер атайымдарҙың өйөнә бар. Тәүҙә әсәйемә күреш, һуңынан атайыма күрешерһең. Әгәр ҙә тәүҙә атайыма күрешһәң, ул һине ашар,— ти. Егет китә. Өйҙәренә барып керә лә һаулыҡ һораша. — Йә, егет, килдеңме? — ти -аждаһа. — Килдем,— ти ҙә егет аждаһаның ҡатынына барып күрешә, һуңынан ғына аждаһаға күрешә. — һи әттәгенәһе, ниңә уға тәүҙә күрештең, миңә күрешмәй,—тип, аждаһа ирешә башлай.— Ярай,— ти,— мин Һиңә бер эш ҡушам, шуны эшлә. Бар, ҡомға барып, ҡомдан кәбән өй,— ти. Егет илап сығып китә. Ҡыҙ бының илағанын күрә лә: — Ниңә илайһың? — тип һорай. — Аждаһа миңә ҡомдан кәбән өйөргә ҡушты, шуға илайым, нисек эшләйем һуң? — ти егет. — Ярай, ҡайғырма, егет, уның өсөн. Ят та йоҡла,— ти ҡыҙ. Егет йоҡларға ята. Ҡыҙ тышҡа сыға ла әсе итеп һыҙғырып «бәрә. Бер ваҡыт утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етте, ти. — Барығыҙ, ҡомдан кәбән өйөгөҙ,— тип бойора ҡыҙ тегелергә. Ҡыҙҙар: — Була ул,— тип югерешеп китеп тә баралар. Иртәнсәк ҡыҙ егетте: — Бар, кәбәндәр янына көрәк алып бар ҙа яҡ-яғын һылап-һыйпап йөрөгән бул,— тип уята.— Атайым килеп ҡараһа: «Минән юҡты эшләтәһең»,— тип әйт тә көрәгең менән төрт тә ебәр. Ул ыуылыр ҙа китер,— ти. Егет көрәк ала ла китә. Килһә, ҡомдан кәбән тора. Егет кәбәндең яҡ-яғын һыйпаштырырға тотона. Шул арала аждаһа килеп етә. Килеп аптырап ҡарап тора. Үҙе эстән генә: «Был нисек эшләне икән? Инде ни хәл итәйем, алдап булманы бит этте»,— тип уйлай икән. Егет аждаһаға ҡарай ҙа: — Эй, минән юҡты эшләтәһең,— тип, көрәге менән кәбәнгә өртә лә ебәрә. Кәбән ыуыла ла төшә. — Ярай,— ти аждаһа,— инде ҡырҡ арҡан иш ҡомдан! Дейеү ҡайтып китә, егет уйға батып аптырап тороп ҡала. — Инде быны нисек эшләргә? — ти ҙә илап ҡайтып китә. — Ниңә илайһың? — тип һорай ҡыҙ. — Ҡомдан ҡырҡ арҡан ишергә ҡушты,— ти егет. — Ҡайғырма уның өсөн, ят та йоҡла,— ти ҡыҙ. Егет ятып йоҡлай. Ҡыҙ, тышҡа сығып, һыҙғырып ебәрһә, утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етә. — Барығыҙ, ҡомдан ҡырҡ арҡан ишегеҙ,— ти ҡыҙ. Иртәнсәк ҡыҙ егетте уята: — Тор, атайым барыуға арҡандарҙы ипләштереп йөрө,—ти. Егет барһа, ҡомдан ҡырҡ арҡан ишелеп ҡуйылған. Бара ла, шуларҙы ипләштереп йөрөгән була. Аждаһа килә. «Был нисек эшләне икән?» — тип аптырай. Егет: — Эй, минән юҡты эшләтәһең,— ти ҙә, арҡандарҙы төртә лә ебәрә. Арҡандар ыуылып бөтә. — Ярай, һин инде бер күпер төҙө,— ти аждаһа.— Ул минең өйҙөң мөйөшөнән башланһын, үҙе шул хәтле һәйбәт булһын: бер яғынан бал аҡһын, бер яғынан һөт аҡһын, музыка уйнап торһон, машиналар бер туҡтауһыҙ йөрөп торһон,— ти. Егет, бик ныҡ ҡайғырып, өйөнә ҡайтып китә. Ҡайтҡас, ҡыҙ егеттән: — Йә, тағы ла нимә ҡушты? — тип һораша. Егет түкмәй-сәсмәй барын да һөйләп бирә. — Ҡайғырма, егет,— ти ҡыҙ,— ят та йоҡла. Ҡыҙ, сығып, әсе итеп һыҙғырып ебәрһә, утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етә. Ҡыҙ уларҙы эшкә ҡуша. Иртәнсәк ҡыҙ егетте уята: — Бар, күпер өҫтөндә балтаңды тотоп йөрөгән кеше бул,— ти. Егет китә. Күпер өҫтөндә балтаһын тотоп, ҡағыштырып-һуғыштырып йөрөп ятҡан була. Аждаһа килһә, иҫе китә: өйҙөң, бер мөйөшөнән алып күпер төҙөлгән, күперҙең бер яғынан бал, икенсе яғынан һөт аға; музыка уйнап, машиналар йөрөп, кешеләр, баҙарҙағы кеүек, гәүләгпеп, ҡайнашып торалар. Ҡарап тора торғас, аждаһаның шау-гөргә ҡолағы тона башлай. — Етер, бөтөр инде,— тип ҡысҡыра икән егеткә. Егет төртөп ебәрһә, күпер юҡҡа сыға. Аждаһа ла, егет тә өйҙәренә ҡайтып китәләр. — Ярай,— ти ҡыҙ,— инде атайым һине үҙенә саҡырыр. Утыҙ туғыҙ гармун булыр, мейес араһында бер иҫке туҫтаҡ ултырыр. Атайым һиңә: «Бер гармунды алып уйна!» — тип әйтер, һин туҫтаҡты алып, шуны гармун итеп уйнарһың. Бер ваҡыт аждаһа егетте саҡырып ала ла: — Ана, улым, утыҙ туғыҙ гармун ултыра, теләгәнеңде алып уйна. Сит илдә йөрөп, үҙ көйҙәреңде һағынып киткәнһеңдер,— ти. — Миңә анау туҫтаҡ та ярай, мин гармун уйнай белмәйем,— ти ҙә егет туҫтаҡты барып ала. — Эй, сусҡа, һиңә ул иҫке туҫтаҡ ниңә кәрәк,— тип ҡысҡыра дейеү. Туҫтаҡ тигәне теге ҡыҙ булып сыға. — Ярай,— ти ҡыҙ, өйҙәренә ҡайтҡас,— быныһынан да ҡотолдоң инде. Иртәгә атайым һине тағы ла саҡырып алыр: «Утыҙ туғыҙ скрипканың береһен алып уйна!»—тиер. һин мейес артында торған бер ҡорсаңғы ғына бәрәсте алырһың,—ти. Иртәгеһен иртүк аждаһа егетте саҡыртып ала. Егет барһа, күҙҙең яуын алып утыҙ туғыҙ скрипка эленеп тора, ти. Аждаһа егеткә скрипканың береһен алып уйнарға ҡуша. Егет: — Миңә бынау ҡорсаңғы бәрәс тә ярар,— ти ҙә бәрәсте күтәреп алып сыға ла китә. Бәрәсте алып ҡайтып ебәрһә, теге ҡыҙ була ла ҡуя. — Ярай, егет,— ти ҡыҙ,— быныһынан да ҡотолдон. Инде иң һуңғыһы, иң ауыры ҡалды,— ти.— Уныһьгаан ҡотолһаң, бөтөнләйгә ҡотолаһың. Атайым һине тағы ла саҡыртып алдырыр. «Бына ҡырҡ күгәрсен ултыра, араһынан үҙең теләгәнде һайлап ал!» — тиер. Атайым ҡарамағанда гына мин иңбашымды соҡормон, һин мине шунан белерһең,— ти. Аждаһа егетте саҡыртып ала. Егет килһә, бары ла бер төҫ ҡырҡ күгәрсен ултыра. — Йә, һайлап, береһен ала һал,— тип аждаһа егеткә ҡараған арала, теге ҡыҙ иңбашын соҡой һалып ала. Егет тиҙ генә шул күгәрсенде барып тота. — һәй, сусҡа малай, икенсеһен алһаң ни була? — тип ҡысҡырына аждаһа. — һиңә барыбер түгелме ни? — тип егет күгәрсенде алып ҡайтып китә. Ҡайтҡас та, ҡыҙ: — Ярай, бөтәһен дә эшләнең. Инде атайым һине үҙе ашай алманы, берәй мәскәйҙән ашатырға уйлар. Беҙ был әйҙән китәйек, — ти. Былар өрлөккә өсәр тапҡыр төкөрәләр ҙә ҡасып сығып китәләр. Бер ваҡыт аждаһа: — Йоҡлағандарын көтөп тор ҙа үҙҙәрен ашап сыҡ, — тип теге өйгә мәскәйҙе ебәрә. Мәскәй килеп тыңлаһа, сутыр-сутыр килеп һөйләшеп ултырған тауыш сыға, ти. Тән буйы көтөп, тауыш тынмағас, мәскәй ҡайтып китә. — Ашарһың, ашамай ни, улар төнө буйы һөйләшеп ултыра бит, — ти. Шулай итеп, теге өс тән килә. Дүртенсе тән килһә, тауыш юҡ. Өйгә инһә, ҡыҙ ҙа, егет тә юҡ. Мәскәй, аптырап, барып аждаһаға әйтә: — Ашарһың, ашамай ни, кейәүең дә, ҡыҙың да ҡасҡан! — ти. — Ах, үләт һуҡҡырҙары, — ти ҙә аждаһа бөтә ғәскәрен ҡыҙ менән егетте эҙләтергә ебәрә. Бер ваҡыт ҡыҙ арттарынан ҡыуа килгән ғәскәрҙе күреп ҡала. Шунан был үҙен дә, егетте лә иҫкереп бөткән тирмән ташы итә лә ҡуя. Ғәскәр, тирмән ташы янына еткәс: «Аждаһа, нимә күрһәгеҙ ҙә алып ҡайтығыҙ» — тигәйне тиеүен, был иҫке тирмән ташын ни эшләтәһең инде? — тип һөйләшәләр. Тотоп ҡараһалар, тирмән ташы ватылып бара, ти. Тегеләр тирмән ташып алмай ҡайтып китәләр. Аждаһа: — Тоттоғоҙмо? — тип һорай. — Юҡ, юл буйында бер иҫке тирмән ташы күргәйнек, уны алманыҡ, — тиҙәр. — Их, һеҙ, ниңә алманығыҙ, өҫтө ҡыҙым, аҫты кейәүем ине! Барығыҙ, инде нимә күренһә лә, алып ҡайтығыҙ, — тип ғәскәрен кире ебәрә. Аждаһа ғәскәре яман яу булып килә икән. Ҡыҙ, ғәскәр килгәнен күреп, тиҙ генә егетте үҙе насар, үҙе иҫке, бысраҡ, тоторға шул хөтле сиркәнес бер ҡыу һалам итә лә ҡуя. Ғәскәр килеп туҡтай. Тик һаламды тоторға сиркәнәләр. Береһе килеп һаламдың бер ерен соҡоп ҡарай; соҡоған еренә генә бер сысҡан инә лә китә. Ғәскәр кире ҡайтып китә. — Тапманыҡ, бер ҡыу һаламдан башҡа бер нәмә лә күрмәнек, — тип һөйләп бирәләр. — Их, һеҙ, сусҡа балалары! һаламы кейәүем, сысҡаны ҡыҙым ине. Әйттем бит мин һеҙгә, нимә осраһа ла алып ҡайтығыҙ, тип. Барығыҙ, тағы ла китегеҙ, нимә булһа ла алып ҡайтығыҙ, — тип аждаһа тегеләрҙе орошоп-орошоп кире ебәрә. Бер ваҡыт ғәскәр ҡара туҙан булып сабып килә, ти. Ҡыҙтиҙ генә егетте иҫкереп, мөйөштәре төшөп бөткән мәсет итә, үҙе бер ҡарт ҡына бабай була ла ҡуя. Үҙе мәсеттең мөйөштәрен ҡуйып йөрөгән була. Ғәскәр килә лә бабайҙан: — Бер егет менән бер ҡыҙҙы күрмәнеңме? — тип һорай. — Әй-й-й, һеҙ һуңланығыҙ бит. Улар мин йәш саҡта, был мәсет яңы саҡта уҙып киткәйнеләр, — ти бабай. Ғәскәр кире ҡайтып китә. Ҡайтҡас: — Бер мәсет менән бабай гына күрҙек. Бабайын алыр инек, мәсетте нисек алып ҡайтайыҡ, — тиҙәр. — Их, һеҙ, асыҡ ауыҙҙар, бешмәгәндәр! Ҡарты ҡыҙым ине, мәсете кейәүем ине. һеҙҙән булманы инде, үҙем китәйем, — тип, аждаһа үҙе сығып китә. Ел-дауыл ҡуптарып эй килә, ти, теге, эй килә, ти. Уның килгәнен күреп, ҡыҙ менән егет суртан булып һыуға төшөп китәләр. Аждаһа күреп ҡалып, ҙурыраҡ суртанға әйләнә лә быларҙың арттарынан төшә. Аждаһа быларҙы эй баҫтыра, эй баҫтыра, ти. Инде тотам тигәндә генә, ҡыҙ һыу буйында бер ҡыҙҙың кер сайҡап ултырғанын күреп ҡала. Тиҙ генә сыға ла ҡыҙға: — Ҡотҡар беҙҙе! Мә, мине көмөш йөҙөк итеп кей. Аждаһа килеп таптыра башлаһа, бырғыт та ебәр. Ул ваҡланып китер. Шул ваҡытта, зинһар, бер биш бөртөгөн йәшереп алып ҡал инде! — ти ҡыҙ. Ҡыҙын күреп, аждаһа килеп сыға ла көмөш йөҙөктө һорай башлай: - — Бир йөҙөктө! — ти. — Юҡ, йөҙөк үҙемдеке, — тип ҡыҙ бирмәй. Аждаһа: — Бирмәһәң, талап алам, — тигәндә генә, ҡыҙ йөҙөктө бырғыта ла ебәрә. Йөҙөк ваҡланып китә, ҡыҙ биш-алты бөртөгөн аяғы менән баҫып алып ҡала. Аждаһа, әтәс булып, йөҙөктөң ярсыҡтарын сүпләй башлай. Шул ваҡыт ҡыҙы тиҙ генә кеше була ла әтәстең йөнөн йолҡа башлай. Эй йолҡа, эй йолҡа, ти, был, йолҡа торғас, теге аждаһа инәлә башлай: — Зинһар, ҡыҙым, түбәмдә генә булһа ла бер бөртөк йөнөмдө ҡалдыр инде, — ти. Ҡыҙ һаман йолҡа. Шул саҡ аждаһа: — Ашамайым, ашамайым, зинһар, ҡалдыр! — ти. Ҡыҙ аждаһаның түбәһендә бер генә бөртөк йөнөн ҡалдыра ла ебәра. Ә үҙе, һыуға төшөп, егетте эҙләп таба. Шунан аждаһа артынан ҡ|йтып китәләр. Ҡайтҡас, атаһына барып, ярты байлығын алып, егеттең тыуған ауылына китәләр. Ҡайтһалар, егеттең атаһы улын танымай, уның иҫән булыуына ышанмай, ти. Егет башынан үткәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Шунан һуң ғына атаһы үҙ улының ҡайтыуына ышана. Әле булһа улар бергә-бергә татыу ғына донъя көтөп яталар, ти. Әкиәтем таш йөкмәп китте, үҙем аш йөкмәп ҡалдым


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Алдар төлкө", "Алтынсәс", "Төлкө менән әтәс", "Батша, егет, аждаһа", "Һыу ҡыҙы"

Башкирская народная сказка для детей старшего дошкольго возраста...