"Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ"
тест

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә алып барылыуы тураһында.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya_ayyukay.docx16.95 КБ

Предварительный просмотр:

                        Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ                

                           

«Ватан кешеләрҙең хөрмәте һәм һәр кем алдында ғорурланырлыҡ хазина. Шуға күрә ватан өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙаҡәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел»

                                                                                                                                                 Ризаитдин  Фәхретдин        

Мәктәпкәсә йәштәге осор шәхес үҫтереү нигеҙе булып тора. Ошо осорҙа балаларҙа әхлаҡлылыҡ сифаттары, ватансыллыҡ тойғолары тәрбиәләү өсөн потенциаль мөмкинселектәр ярылып ята.

      Патриотик тәрбиә биреү эштәрен тормошҡа ашырыу баланың тыуған телендә халҡыбыҙҙың  тамырҙарын, традицияларын, тыуған яғыңды өйрәнеүҙән башлана. Илһөйәрлек төшөнсәһе тағы ла йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһо, ғаиләңә, йортоңа, илеңә, тәбиғәтеңә рухи бәйләнеште, башҡаларға ҡарата толерант булыуҙы үҙ эсенә ала.

      Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҙ халҡының мәҙәни традицияларында тәрбиәләү – башҡорт телле«Айыуҡай» балалар баҡсаһының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе.

Эшебеҙгә ҡеүәт өҫтәп, 5 йыл дауамында М.Аҡмулла  исемендәге  БДПУ  доценты Аҙнабаева  Фирҙәүс Ғиса  ҡыҙы етәкселегендә  “Мәктәпкәсә балалар ойошмаһында патриотик тәрбиә моделе” темаһы аҫтында  иннавацион  майҙансыҡ  эшләне. Ошо арауыҡта  эшебеҙҙең  һөҙөмтәһе булған “Башҡортостан-тыуған илем”региональ программа «Китап»нәшриәтендә донъя күрҙе. Ижади төркөм  маҡсат итеп балала тыуған еренә, иленә, яҡындарына хөрмәт, һөйөү тойғоһон үҫтереү, төбәктә йәшәгән башҡа милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаһына иғтибар уятыу, тыуған яҡ тәбиғәте тураһында байыраҡ мәғлүмәт алыуға ынтылыш биреү, юғары дәрәжәле, милли үҙаңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхестең формалашыуына һәм үҫешенә нигеҙ һалыуҙы ҡуйҙы.
 Программаның йөкмәткеһен асыусы  булып, “Башҡортостан – Гөлбостан” хрестоматияһын төҙөнөк. Йыйынтыҡҡа башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, әкиәт, легендалар, яҙыусылар әҫәрҙәре: төрлө йөкмәткеле шиғырҙар,хикәйәләр һәм баланың үҙешмәкәрлеге өсөн мауыҡтырғыс сәхнә әҫәрҙәре индерелде.Башҡорт балалар баҡсалары педагогтары был әсбаптарҙы ҡыуанып ҡабул итте, атай-әсәйҙәр өсөн дә кәрәкле тип тапты.

        Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының биш өлкәһен асҡан   перспектив план сығып,  башҡорт  балалар баҡсалары тәрбиәселәрен  ҡыуандырһа, тиҙҙән  «Уйындан-хисапҡа» тип аталған  әсбап сығасаҡ.  Ябай математик төшөнсәләр өйрәтеү  ҡулланмаһы  булараҡ, баланың аң-зиһенен үҫтереү, хәтерен нығытыу, предметтарҙың үҙенсәлектәрен күҙаллауын формалаштырыу һәм үҙаллылыҡ, ултырышлылыҡ, сыҙамлыҡ, ижади ҡараш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Төҫлө ҡушымталар менән байытылған шөғөлдәрҙә  айырым сыҡҡан эш дәфтәрен дә ҡулланырға буласаҡ.

Заман талаптарына ярашлы,  республикала электрон белем биреүгә иғтибар арта.“Айыукай” балалар баҡсаһы М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Электрон балалар баҡсаһы»проектында ҡатнашып, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы өйрәнеүгә ҡоролған 2 контентта 50-гә дәрес өлгөләре әҙерләне. Оҫталыҡ дәрестәре, интерактив уйындар, үҫтереүсе тренажерҙар һәм ата-әсәләр өсөн кәңәштәр тупланған бай мәғлүмәт  менән барлыҡ педагогтар,ата-әсәләр һәм студенттар ҡуллана ала.

       Ошо йылдар арауығында тәрбиә эше программаға ярашлы,     ата-әсәләр менән берлектә алып барылды. Мәҫәлән:   райондың Ағинәйҙәр  ойошмаһы ағзалары менән осрашыу башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына арналды, балалар өләсәйҙәр менән  онотолоп барған халыҡ уйындарын уйнанылар,әкиәт-легендаларҙы сәхнәләштерҙеләр,биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен ҡаранылар. Атай-олатайҙар менән үткәрелгән «Шәжәрә»байрамы булһынмы,йәиһә «Милли кейем көнө»байрамы үткәреүме – былар барыһы ла туған башҡорт телебеҙҙә үткәрелеп, балала илһөйәрлек хистәре тәрбиәләй.
Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. “Телде үҫтергән, илде үҫтергән”,- ти халыҡ мәҡәле.

       Билдәле педагог, журналист Мәрйәм Бураҡаева билдәләүенсә, бер генә ағас та башҡа ағас аша һут ала алмай- шуның кеүек, бер кеше лә башҡа тел аша үҙ халҡының рухи байлығына эйә була алмай,үҙ ҡан тамырҙарында типкән рухи байлыҡтан алыр күңел илһамын башҡа милләттең рухи байлығынан ала алмай.

                                                  Әлбәкова Г.Ш.-«Айыуҡай» балалар      баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе