«Минең хәстәрлекле әсәйем!» ( “Моя заботдивая мама”) Өлкәндәр төркөмөндә иртәлек «Юл ҡағиҙәләрен һанламаған Мәскәй әбей»
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Утренник по ПДД в дошкольной группе на башкирском языке

 

Аңлатма яҙыу

       Сараның төп дидактик принцибының береһе - баланың шәхес булараҡ үҫешен күҙ уңында тотоу. Иртәлектең йөкмәткеһе аң-белемгә өйрәтеү барышында баланы кешелектең донъяүи, рухи һәм әхләки үҙҡиммәттәре менән таныштырыу, улар тураһында ябай ғына төшөнсәләр биреү, көндәлек йәшәйештә уларҙы күҙәтергә, яҡшыны насарҙан, матурлыҡты йәмһеҙлектән, дөрөҫлөктө алдаҡсылыҡтан һ.б. айырырға, уларға ҡарата үҙ фекерен билдәләп, асыҡлап аңлатырға өйрәтә. Шулар нигеҙендә балала шәхси холоҡ-фиғел һыҙаттарын формалаштырыу ҡарала.

     Сара:

- баланы аң-белемгә өйрәтеү һәм шәхес итеп үҫтереүсе уҡытыу принцибына таяна;

- фәнни ҡаҙаныштар нигеҙендә ҡоролоп, ысынбарлыҡта практик рәүештә үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәткән методик алымдарҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә;

- тәрбиәләү, баланы һәр яҡлап үҫтереү һәм аң-белемгә өйрәтеү маҡсаттарының һәм бурыстарының балалар баҡсаһында һәм ғаиләлә уртаҡ булыуын күҙаллай;

- баланың йәш айырмалыҡтары һәм шәхси үҙенсәлектәре нигеҙендә белем биреү өлкәләренең йөкмәткеһе үҙ-ара үрелеп, ҡушылып, аралашып, йәғни интеграция шарттарында ойошторолоуҙы талап итә;

- тәрбиәләү һәм белем биреү процесын комплекслы-тематик принципҡа таянып ойоштороу бурысын ҡуя;

- көн тәртибе буйынса баланың үҙ-аллы эшмәкәрлегендә һәм ололар менән бергә ойошторолған сараларҙа мәктәпкәсә белем биреүгә һәм тәрбиәләүгә хас булған алымдарҙың ҡулланылыуын талап итә;

- тәрбиәләү һәм белем биреү процесы баланың йәш кимәле үҫешенә тап килтерелеп һәм уйын формаһында ойошторолоуҙы беренсе урынға ҡуя;

- төбәк-ара һәм балалар баҡсаһы үҙенсәлектәренә ярашлы аң-белем биреү һәм тәрбиәләү эшендә төрлө вариатив формалар ҡулланыу мөмкинлеген бирә;

- башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы алдында торған бурыстарҙың йөкмәткеһендә бәйләнеште һәм күсәгилешлекте һаҡлай.

 

Теманың актуалллеге

      С 1909 йылда урамдарҙа һәм юлдарҙа беренсе юл тамғалары килеп сыға башлай. Улар транспорт Һәм йәйәүле хәрәкәтен контролгә ала

 

Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял  осоронда йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү  фажиғәгә илтеүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай машиналар геүләп торған юл  аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә, балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “тимәк, ярай” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән  баланың  ғүмере өҙөлә.  Баланы –баштан,талды йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башланыуы хуплауға лайыҡ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл moya_zabotlivaya_mama_-_utrennik_1.docx1.29 МБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

мини - проект "Папа, мама, я - спортивная семья!"

Формирование здорового образа жизни семей. Развивать и совершенствовать функциональные системы организма, двигательные навыки и физические качества. Обучать детей самостоятельно использовать приобретё...

Мини-проект "Мама солнышко очень я люблю её". посвящённый празднику 8-е марта.

Учитывая значимость данного праздника, мы попробывали расширить представления детей о значении материнства в жизни каждого  человека. Вот поэтому и создали этот проект и он у нас  неплохо по...

Мини-проект "Мама, папа рядом - что еще для счастья надо?"

Проект реализуемый в течение летне-оздоровительного периода....

Мини-проект "Папа, мама, я - спортивная семья!"

Вопросы здоровья детей все актуальнее становятся в период информатизации общества. К сожалению, в современных условиях повышенной занятости родителей, наблюдается низкий уровень семейного двигательно-...

Сценарий мини-спектакля "Мама для мамонтенка"

Добрая сказка о любви мамонтенка к своей маме....

Юл ҡағиҙәләрен һанламаған Мәҫкәй әбей

Ознакомление воспитанников с правилами дорожного движения....

Мини - проект "Мамы всякие нужны, мамы всякие важны"

Мини - проект способствует расширению представлений детей о роли женщины в обществе....