"А" һәм "Ә"өндәрен дифференциациялау
план-конспект занятия по логопедии (подготовительная группа)

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

дәрес 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл a-_ondren_differentsiatsiyalau.docx18.77 КБ

Предварительный просмотр:

                      «А - Ә» өндәрен дифференциациялау.

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө

Маҡсат: «һүҙ» һәм «өн» төшөнсәләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Өндәр араһынан биргән өндө ишетеп айырырға өйрәтеү. 

«А-Ә» өндәренең дөрөҫ әйтелешен асыҡлау, аңлатыу, характеристика биреү, айырырға өйрәтеү.

Өндәрҙең һүҙҙәрҙәге урынын билдәләү. Һөйләм төҙөргә өйрәтеү.

Йәшелсә һәм емештәрҙең исемен нығытыу.

Иғтибарҙы, хәтерҙе, ваҡ моториканы үҫтереү һәм фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү.

 Балаларҙа дөрөҫ һәм матур һөйләшергә өйрәнеү теләге тыуҙырыу.

Йыһазландырыу: «Ә-А» өндәренә  предмет һүрәттәр, символдар, дәфтәрҙәр, ҡәләмдәр, көҙгөләр, ике рәтле карточка.

Дәрес барышы.

Ойоштороу моменты.

Балалар беҙгә Белмәҫйән ярҙам һорап килгән, өндәрҙе белмәй. Әйҙәгеҙ Белмәҫйәнде өндәр менән таныштырайыҡ.

Нимә ул өн? (Өндө әйтәбеҙ, ишетәбеҙ, тик күрмәйбеҙ)

Белмәҫйән, хәҙер балалар һине «Ә-А» өндәре менән таныштыралар.

Артикуляция күнегеүҙәре

«Йылмайыу»-«Торба», «Ҡойма», «Көрәк», «Тау», «Кәтүк» «Ҡулдарҙы йылытабыҙ».

Ваҡ моториканы үҫтереүгә уйындар.

Әтәс, кәмә, кәзә;

Ат, шар, ағас.

4. Өндөң артикуляцияһы һәм характеристикаһы

Әтәс, кәмә, кәзә – һүҙҙәрендә ниндәй һуҙынҡы өн ишетелә? («Ә» өнө)

Афарин, Рөстәм («Ә» өнөнең символын таҡтаға сығып ҡуя).

Ат, шар, ағас - һүҙҙәрендә ниндәй һуҙынҡы өн ишетелә?(«А» өнө)

Фәнүр «А» өнөнең символын таҡтаға сығып ҡуя.

Белмәҫйән, «Ә-А» өндәрен әйткәндә, ауыҙ (Рәлиф нисек?) асыҡ, ирендәр

(Нәркәс нисек?) хәрәкәтһеҙ, тыныс.

Яҫы телдең осо (ҡайҙа урынлашҡан Вилдан?) аҫҡы тештәрҙең артында

урынлашҡан, һауа иркен сыға, тауыш менән әйтелә.

Икеһе лә һуҙынҡы. Тик «Ә» өнөн әйткәндә ирендәр яҫыраҡ һәм өн йомшаҡ

яйтелә, сөнки «Ә» өнө - нәҙек һүҙынҡы.

Һуҙынҡы өндәрҙе ниндәй төҫ менән билдәләйбеҙ? (ҡыҙыл төҫ менән).

5. Дәфтәрҙә эш.

«Ә-А» өндәрҙең символдарын ҡыҙыл төҫкә буяйбыҙ.

6. «Өндәрҙе көйләү» уйынын уйнау.

«Ә» өнөн йырлап, һуҙып әйтәбеҙ.

«А» өнөн йырлап, һуҙып әйтәбеҙ.

 

Ә 

7. «Боҙоҡ телевизор» уйынын уйнау.

8. «Өндө тот». Символдарҙы күтәреү.

Өндәр рәтенән: ө, ә, ү, и, а, э, о, а, и, у

Ижектәр рәтенән: мә, му, та, тә, ма.

Һүҙҙәр рәтенән: алма, көҙ, айыу, төн, әфлисун, ананас, сейә, кис, кәбеҫтә.

9. «Өсөнсө артыҡ»

Алма, төймә, Әлиә

Сейә, кәбеҫтә, шалҡан

Ананас, мандарин, әфлисун.

10. «Һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөр»

Мин һүҙҙәр башлайым, ә һеҙ һүҙҙе әйтеп бөтөрөгөҙ.

Алм…, сей…, груш…, редиск…, Ләл…, баҡс…, кәбеҫт…, алҡ…, төйм…

11. Ял минуты.

«Ә» өнөн әйтһәм - урынығыҙҙа атлайһығыҙ,

«А» өнөн әйтһәм - тик торағыҙ.

12. Предмет һүрәттәр ҡарау, уларҙың исемдәрендә «Ә» -«А» өндәрен

дөрөҫ әйтеп, беренсе рәткә «ө» өнө менән урынлаштырыу, икенсе рәткә

«А» өнө менән урынлаштырыу.

13. Һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.

14. «Тылсымлы кәрзиндәр» уйыны.

Балалар һеҙҙең дәфтәрегеҙҙә тылсымлы кәрзиндәр төшөрөлгән, иғтибар

менән ҡарағыҙ һәм кәрзиндәрҙе йәшелсә, емеш менән тултырығыҙ.

Өн һүҙҙең башында ишетелһә,1-се  кәрзингә һалабыҙ, һүҙҙең уртаһында

ишетелһә, 2-се кәрзингә һалабыҙ, һүҙҙең аҙағында ишетелһә, 3-сө кәрзингә

һалабыҙ.

15. Әйтем менән таныштырыу мәғәнәһен асыҡлау һәм ятлау

Тел-белемдең асҡысы,

Аҡылдың баҫҡысы.

Тел ярҙамында белем алабыҙ, һөйләшәбеҙ, һорашабыҙ. 

Белемебеҙ менән уртаҡлашабыҙ. 

Күп белемле кеше шулай итеп юғары үҫә. 

Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең белемебеҙ менән Белмәҫйән менән уртаҡлаштыҡ. Нимәләр тураһында Белмәҫйәнгә һөйләнек?

15. Йомғаҡлау