"Балаларҙың математик күҙаллауҙарын бергәләп үҫтерәйек"
консультация по математике

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konsultatsiya_dlya_roditeley_balalarzyn.doc42 КБ

Предварительный просмотр:

«БАЛАЛАРҘЫҢ  МАТЕМАТИК КҮҘАЛЛАУҘАРЫН БЕРГӘЛӘП ҮҪТЕРӘЙЕК»

Һунғы йылдарҙа үткәргән статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ата-әсәләр балалары менән аралашыуға көненә 15-20 минут вакыт сарыф итәләр. Балалар баҡсаһы, ниндәй генә һәйбәт булмаһын, бала менән ата-әсәнең аралашуында булған етмәүсәнлекте тултыра алмай. Әлбәттә улар балаларының һәр яҡлап үҫешле, аҡыл яғынан алға киткән булыуын теләйҙәр. Дөрөҫ, өлкәндәр балаларының кесе йәштә күп нәмә менән ҡыҙыҡһыныуына, белергә ынтылыуҙарына һоҡланалар. Мәктәпкәсә йәш, кеше ғүмеренең әҙ генә өлөшөн алып тора. Шулай булыуға  ҡарамаҫтан, был йәштә үҙләштергән белем, тәҗрибә, бай күләмдә иҫтә ҡала. Һәр яңы көн, балаға ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алып килә, асыҡ булмаған күренештәр аңлайышлы һәм яҡын була башлай.

Минен ҡарашҡа, балаларҙың интеллектауль үҫеүендә беренсе урынды математика алып тора. Математик күҙаллау, баланы уйларға, логик фекер йөрөтөргә, сағыштырырға, анализларға төрлө ситуацияләрҙы сисеү юлын эҙләй һәм таба белергә өйрәтә.

Математик күҙаллауҙы үҙләштереүҙең күрһәткесе булып, балаларҙың: һан, һанау, үлсәү, ҙурлыҡ, геометрик фигуралар, вакытта һәм тирә-йүндә ориентлаша белеү сифаты тора. Күренеүенсә, өйрәтеүҙең йөкмәткеһе, балаларҙа шул математик күҙаллауҙың нигеҙҙәрен: логик фекер йөрөтөү, сағыштырыу, йөкмәтке яһау, формалаштырырға йүнәлгән булырға тейеш.

Күп кенә программаларҙа үҙәк урынды, “һан” төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлау тота. Баланың математика менән танышуы, ошо төп төшөнсәләрҙең береһе булған, “һан” төшөнсәһен үҙләштереүҙән башлана.

Был төшөнсәне үҙләштереү 3 этаптан тора.

1се этап (3-4,5 йәш) – “һан” төшөнсәһен үҙләштереүгә тиклем эш. Был этапта ҡуйылған маҡсат: предметтын ҙурлығын билдәләп, уны һүз менән (оҙон, ҡыҫҡа, ҙур, бәләкәй, ауыр, енел һ.б.), өҫтөнә, эргәһенә ҡуйып сағыштырыу ысулдарын ҡулланыу, предметтын дәүмәлен шулай уҡ һүҙ менән (оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, ҙурыраҡ, бәләкәйерәк һ.б.) билдәләү; предметтын үҫә һәм кәмей барыу тәртибендә теҙә белеү; предметтын ҙурлыҡ буйынса төркөмдәргә бүлеү тора.

2се этап (4,5 – 5,5 йәш) – балаларҙы һандар донъяһына алып инеү. Бының нигеҙендә ҙурлыҡтар менән эш итеү тора. Был этапта балалар зурлыкты шартлы үлсәм менән сағыштырырға, шыйыҡ һәм сәселеүсән есемдәрҙең күләмен үлсәргә өйрәнәләр.

3сө этапта (5,5 – 6,5 йәш) – һанды аңлауҙы камиллаштырыу. Был этаптың маҡсаты: балаларға һандар араһындағы бәйләнеште аңлатыу (мәҫәлән: 5 һаны 6 нан 1 гә кәм һ.б.), үлсәнәһе ҙурлыҡ, шартлы үлсәм һәм һан бер-берһенә бәйле булыуын аңлатыу.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә (6,5 – 7 йәш) балалар арифметик ғәмәлдәр башҡаруҙы үҙләштерәләр. Башта мәсьәләләр сисеү, унан миҫалдар сисә белеү, арифметик ғәмәлдәрҙе үҙләштереүҙең һөҙөмтә күрһәткесе булып тора. Педагог алдына ҡуйылған ошо маҡсаттар баланың математикаға өйрәнеүен тулы һәм системалы итә, уны мәктәптә математиканы уңышлы үҙләштереүгә әҙерләй.

Баланың балалар баҡсаһында алған белемдәрен ғаиләлә лә нығытып барһалар, бала өсөн бының әһәмиәте айырыуса ҙур буласаҡ.

Алдан әйтелеп киткәнсә, ата-әсәләрҙең вакыттары һанаулы булыуын, балалар менән шөғөлләнергә бик әҙ ваҡыт ҡалыуын иҫкә алып, ата-әсәләргә бер-нисә кәңәш бирәһе килә.

Өйҙә, урамда, баҡсала эшләгән вакытта балалар менән ваҡытты, бала өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп  үткәреп була.

Әсәй кеше кухняла эшләгән вакытта бүлмә гөлдәре аша, балала күҙәтеүсәнлек, сағыштыра, күргәнде аңлатып бирә белеү тәрбиәһе бирә ала. Балаға гөлдәрҙең ҡайһыһы бейегерәк үҫкән булыуын асыҡларға тәҡдим итергә. Бала уны йәнәшә ҡуйып сағыштыра ала. Япраҡ формаларын асыҡлау, ниндәй геометрик фигураны хәтерләтеүен аңлатыуын һорарға мөмкин. Әгәр һеҙ баланың ихтибарын өҫтәге һәм аҫтағы япраҡтарҙы сағыштырыуға йүнәлдерһәгеҙ, һәм ни өсөн улар төрлө ҙурлыҡта тигән һорау ҡуйһағыҙ, һеҙ балағыҙҙы фекер йөрөтөргә этәрәһегеҙ. Ул күҙәтергә, яңылыҡты аңларға, асыҡларға ынтыласаҡ.

Әгәр һеҙ ҡул эше менән мәшғүл икән, балағыҙ менән йомаҡтар әйтеп уйнарға мөмкин. Әҙер йомаҡтарҙы белмәһәгеҙ, тирә-йүндәге булған есемдәр тураһында үҙегеҙ уйлап сығарырға мөмкин. Мәҫәлән, “дүрт туған, бер түбә аҫтында йәшәйҙәр” йә булмаһа “дүрт аяҡлы, аш бүлмәһендә тора”. Йомаҡтың яуабы, балаға яҡшы таныш күренеш, йә есем булыуы шарт.

Баҡсала эшләгәндә, шулай уҡ элементар математик белем биреүҙе дауам итеп була. Мәҫәлән: түтәлдәр яһағанда, түтәл киңлеген үлсәргә булышырға һорарға, был осраҡта бала шартлы үлсәмдең ҡулланылышын тормошта күрәсәк. Һеҙ балағыҙ менән кәңәшләшһәгеҙ, ул үҙенең ғаиләләге урынын уңай яҡҡа билгеләйәсәк, ул ваҡытта һеҙгә булышыу теләге уянасаҡ.

Үҫемлектәр утыртҡанда орлоҡто ниндәй тәрәнлеккә утыртыуығыҙҙы күрһәтегеҙ, әгәр тәрән йәки һай сәсһәгеҙ ни булаһын аңлатыгыҙ.

Баланы һөҙөмтә яһарға этәреү маҡсатынан, ни өсөн бер помидор ҡыуағы тура булып үҫкән, ә икенсеһе ергә ҡолағанын асыҡларға тәҡдим итегеҙ. Бала помидор бәйләгән таяҡтың ҡыҫҡа булыуын асыҡлар һәм һөҙөмтә яһар. Шундай миҫалдарҙы күп килтереп була. Теләк булғанда ваҡыттың табылыуы көн кеүек асыҡ. Бары тик ата-әсәләргә шуны иҫтә тотарға кәрәк, баланы өйрәтеү уйын формаһында, уны ялыҡтырмайса үтһен. Һеҙҙең һорауҙар уның өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булһын. Әгәр балағыҙҙың ихтибары башҡа нәмәгә күсә икән, уны шөгөлләнергә мәҗбүр итмәгеҙ.

Баланың йәшенә ҡарап, талаптар төрлө була, ниндәй маҡсат ҡуйырға кәрәклеген балағыҙ йөрөгән төркөм тәрбиәсеһенән һорап белә алаһығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Балалар бакчасы һәм гаилә - гел бергә

Балалар бакчасы һәм гаилә - гел бергә. Гаилә һәм балалар бакчасы һәрберсе балага үзенчә тәрбия бирә.Бергә эшләгәндә генә тиешле нәтиҗәгә ирешергә мөмкин.Безнең “Кояшкай “ балалар бакчасы ата –анала...

“Балаларның математик күзаллауларын бергәләп үстерик” дигән темага ата-аналар өчен консультация.

Консультация для родителей о закреплении элементарных математических знаний в семье....

Балалар бакчасының һәм ата-аналарның бергә эшләүнең инновацион формалары

Ата-аналар белән бердәм эшчәнлекне оештыру  балалар бакчасы эшенең төп юнәлешләреннән берсе . ФГОС кагыйдәләрендә дә гаилә тәрбиясенең роле ассызыклана, мәктәпкәчә белем бирү учреждениеләре белән...

Тема: 1. Математика уйыны "Нимә үҙгәрҙе?" 2. Чарушин хикәйә "Төлкө балалары" 3. Лепка "Ҡышҡы урманда кем йәшәй?"

Тема:1. Математика уйыны "Нимә үҙгәрҙе?"2. Чарушин хикәйә "Төлкө балалары"3. Лепка "Ҡышҡы урманда кем йәшәй?"...