Бала тәрбиәләүҙә дөрөҫ аралашыуҙың роле.
консультация (подготовительная группа)

Уразбаева Гузель Закировна

Беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа тәрбиәлә­нә? (Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ғаиләлә.) Нимә ул ғаилә? Ғаилә— ул бер нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ә һүҙлектә ул бәләкәй бер дәүләт, бер-береһе менән рухи һәм матди йәһәттән бәйләнгән кешеләр берлеге, тип аңлаты­ла. Ғаилә— ул система. Беҙ ошо система­ла балаларҙы үҫтерәбеҙ, уларға йоғонто яһайбыҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ. Ә кем ул шәхес? Шәхес— ул айырым сифаттарға, үҙенсәлеккә, тотҡан урынға эйә булған, мораль яҡтан ныҡ, физик һау кеше.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bala_trbiluz_doros_aralashyuzyn_role.docx19.07 КБ

Предварительный просмотр:

Бала  тәрбиәләүҙә  дөрөҫ  аралашыуҙың  роле.

Беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа тәрбиәләнә? (Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ғаиләлә.) Нимә ул ғаилә? Ғаилә— ул бер нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ә һүҙлектә ул бәләкәй бер дәүләт, бер-береһе менән рухи һәм матди йәһәттән бәйләнгән кешеләр берлеге, тип аңлатыла. Ғаилә— ул система. Беҙ ошо системала балаларҙы үҫтерәбеҙ, уларға йоғонто яһайбыҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ. Ә кем ул шәхес? Шәхес— ул айырым сифаттарға, үҙенсәлеккә, тотҡан урынға эйә булған, мораль яҡтан ныҡ, физик һау кеше.

Баланы тәрбиәләү әсә ҡарынынан уҡ башлана. Әлбиттә, үтә ҡыҙып барыусан, алкоголь эсемлектәр, тәмәке менән мауығыусы әсәләрҙән нормаль бала тыуыры икеле. Йөклө әсә саф һауала күп булырға, моңло музыка тыңларға, витаминдарға бай аҙыҡ менән туҡланырға тейеш.

Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур. Ғаиләлә баланың аңлы тәртибе өҫтөндә эшләү мотлаҡ. Ғаиләләге тәртип— ул баланың тыңлаусан булыуы ғына түгел, ә үҙенә йөкмәтелгән эште актив үтәргә тырышыуы ла. Хәҙерге ғаиләлә быны нисек тормошҡа ашырырға?

Тәртипте билдәле ҡағиҙәләрҙе һаҡлағанда ғына урынлаштырырға була. Ҡайһы бер ата-әсә өлгөлө тәртипкә яза биреү, тыйыу юлы менән ирешә. Был һис тә дөрөҫ түгел, сөнки иң мөһиме баланың үҙ ҡылығын контроллек итеүе.

Минең уйымса, ғаиләлә бала менән ата-әсә араһында дөрөҫ  аралашыуҙың  яйға һалыныуы  мөһим. Ата-әсә менән бала араһында һөйөүгә ҡоролған мөнәсәбәттәр булһа ла, талапсанлыҡ  та үҙ урынында булырға тейеш. Мәҫәлән, элек беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ көндәр буйына эштә йөрөһәләр ҙә, һүҙ араһында фәһемле кәңәштәрен  бирергә лә, беҙ йоҡлаған арала иркәләргә лә өлгөргәндәр. Уларҙың икмәк валсығын төшөрмәгеҙ, Алла башығыҙға һуғыр, аяҡтарығыҙҙы һелкетмәгеҙ - ен балаһын бәүелтәһегеҙ, ауыҙығыҙҙы асып иҫнәмәгеҙ, йоҡлағанда яулыҡ ябынып ятығыҙ тигәндәре һәм башҡа нәсихәттәре беҙҙе бала саҡтан тәртипкә өйрәтеп үҫтергән. Быларҙың барыһы ла башҡа һеңеп ҡалған.
Ә хәҙер дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр үҙгәрҙе, балаларға ваҡыт, тейешенсә иғтибар бүлеп еткермәйҙәр. Ҡайһы бер йәштәр, ҡамасаулама, китеп тор, тип балаларын үҙҙәренән ситләтәләр. Үҫеп килеүсе шәхескә иғтибар, уның күңелен аңлау кәрәк. Атай-әсәй үҙҙәре лә телефон тотоп ултырғас, балаға нимә ҡала? Балаға киҫкен, ҡаты итеп әйтеү һис дөрөҫ түгел.
Дөрөҫ аралашыуға килгәндә, уларға  әкиәт, уйын төрөндә  кәңәштәр өйрәтергә  мөмкин. Ашамайынса ултыра икән, уйлап сығарып булһа ла әкиәт һөйләү үҙенә күрә тәрбиәле һөйләшеүгә булышлыҡ итә. “Бер аш ашарға яратмаған малайҙы Аллаһы Тәғәлә турғайға әйләндергән икән. Ул турғай булып, баҫыуҙа бойҙай ашап йөрөгән”, - тип һөйләгәндәр  балаға  тәьҫир итмәй ҡалмаҫ.
Тимәк, был һорау өҫтөндә уйланырға урын бар.

Артыҡ иркәләтмәй, бар нәмәне лә улар ихтыярына ҡуймай, әҙәпһеҙ тиҫтерҙәре менән аралаштырмай, насар уйындарҙан тыйып, ҡурҡытмай, ҡарғамай, туҡмамай, кәмһетмәй, алдарында йәмһеҙ һөйләшмәй матур мөғәләмә итергә кәрәк бала менән. Сөнки балалар тәү сиратта янындағы ололарҙың һүҙҙәрен, холоҡ-фиғелен, ҡыланыштарын ҡабатлай. Был хаҡта халҡыбыҙҙа борондан килгән мәҡәл дә бар: «Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр». Бала, төрлө комплекстарға бирелеп, үҙ-үҙенә бикләнеп, күңеле ғазапланып үҫмәһен өсөн, ғаиләлә уның шатлыҡ-көйөнөстәре менән уртаҡлашып, уға күп иғтибар биреп, хөрмәт, ышаныс күрһәтеп, яратып, наҙлап, йомшаҡлыҡ, йылы мөнәсәбәт, мөхәббәт менән тәрбиәләү кәрәк. Шулай уҡ ата-әсә барлыҡ балаларына ла тигеҙ ҡарарға, уларҙы бүлмәҫкә тейеш.

Ата-әсәләргә кәңәштәр

1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.

2. Балағыҙҙы "Хәйерле иртә" тип уятығыҙ, һәм... яуап талап итмәгеҙ, тыныс ҡына уҙ эшегеҙ-ҙе дауам итегеҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ, ә ыҙғыш-талаштан түгел.

3. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.

4. Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған: "һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел" формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ.

5. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.

6. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә кисерә белегеҙ.

7. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында курә белегеҙ һәм хуплағыҙ.

8. Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.

9. Уның менән аралашыу өсөн көн һайын "айырым ваҡыт" булдырығыҙ.

10.Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.

11 .Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.

12.Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ.

13.Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнхитләмәгеҙ.

14.Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ, үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ.

15.Намыҫлы, тоғролокло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.

Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...

Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.

Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.

Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

Баланы кәмһетмәгеҙ.

Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.

Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

Ата-әсәләргә тәҡдимдәр

1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.

2. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.

3. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу,

аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).

4. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)

5. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.

6. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ-ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).

7. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.

8. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.

9. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.