Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр
консультация (старшая группа)
Ата-әсәләргә кәңәштәр
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 16.62 КБ | |
| 35.53 КБ | |
| 14.63 КБ |
Предварительный просмотр:
Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйыуҙан баш тартһа...
Баланың уйынсыҡтарға мөкиббән китеп уйнап ултырғанын күҙәтеп ултырыуы әлбиттә күңелле. Тик аҙаҡтан... Бүлмә, өй туҙырап ятҡан уйынсыҡтар менән тула. Ҡайһы саҡ хатта аяҡ баҫыр урын да булмай китә. Бынан нисек ҡотолорға?Нисек йыйнаҡлыҡҡа өйрәтергә? Был һорауҙарҙы һәр ата-әсә үҙенә бирәлер. Әйҙәгеҙ, яуапты бергәләп эҙләп ҡарайыҡ.
Бала һәм ата-әсә бәйләнешендә ата-әсәнең яуаплы булыуы тураһында һәр кем белә. Әгәр ҙә беҙгә баланың холҡо оҡшамай икән, тимәк, беҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ оҡшатмайбыҙ. Бала уйынсыҡ түгел. Шуға ла ул барыбер беҙ теләгәнсә генә эшләмәйәсәк. Уның үҙенең фекере, уй-хыялдары, тәбиғәттән бирелгән холҡо була. Һуңынан, үҫеп еткәс, бала сағында әрләп, йә туҡмап еңгән өсөн үкенергә тура килмәҫме?
Нисек кенә булмаһын, бала ата-әсәһен ҡыуандырырға, уның иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Шулай ҙа һәр кемдең холҡо төрлөсә булған кеүек, балаларҙың барыһы ла таҙалыҡты, бөхтәлекте үҙ итеп бармауы ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Айырыуса хыялланырға, нимәлер уйлап сығарырға, һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар ҡайһы саҡта “донъяларын онотоп ташлай”. Улар кейемдәре, уйынсыҡтары туҙырап ятамы-юҡмы – уны күрмәйҙәр ҙә. Башына килгән уйын тормошҡа ашырыр өсөн ҡулына ҡәләм йә ручка алып, ҡағыҙ битендә һынландырып та ҡуя. Был минутта уның шатлығы эсенә һыймай: “Мин бит булдырҙым, матур килеп сыҡты!” – тип уйлап әсәһенә йүгерә. Тик әсә генә шат түгел. Ҡәләмдәр туҙырап ята, кейемдәре йыйылмаған, уйынсыҡтар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әле генә шатлығы эсенә һыймаған сабыйҙың кәйефе ҡырыла. Әйтерһең, уның хыялдарын селпәрәмә килтергәндәр. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек артынан ҡыуған әсә балаһын аңлап етмәй, уның һәләтен үҫтерәһе урынға батыра, юҡҡа сығара. Киләсәктә был бала кем булыр? Ни бары үҙ-үҙенә ышанмаған, юғалып ҡалған, ысын күңелдән ярата белмәгән, тормош ағымы менән аҡҡан кешеләрҙең рәтен тултырыусымы?
Әлбиттә, баланы тыйыу, ҡәтғи һөйләшеп алыу һәр саҡ кәрәк. Әммә бында ла сиктәр тураһында оноторға ярамай. Психологтар әйтеүенсә, бала 9 йәшкә тиклем ҡағиҙәләрҙе артыҡ аңлап та етмәй, ул хис-тойғолар әйләнешендә йәшәй. Ата-әсәһенең кәйефенә ҡарап, үҙен яҡшы-яманға бүлә. Әгәр көлһәләр, тимәк, ул “яҡшы малай” йә “һәйбәт ҡыҙыҡай”, әгәр кәйефһеҙ булһалар, асыуланһалар йә әсә илаһа, тимәк, ул “насар малай йә ҡыҙыҡай”.
Эйе, һис шикһеҙ, баланы тәртипкә, яуаплы булырға өйрәтергә кәрәк. Шулай ҙа уны кем менәндер сағыштырырға (мин һинең йәшеңдә шулай итә торғайным, ә һин шуны ла эшләй алмайһың), хәленән килмәгән эште ҡушырға, хис-тойғолар аша хәйләгә килеү (бына һин уйынсыҡтарыңды йыйманың, шуға минең башым ауырта) һ.б. ярамай. Ғәҙәттә ундай балалар үҫеп еткәс тормошта артыҡ уңышҡа өлгәшә алмай. Ҡыҙ балалар һәр бер кешегә ярарға тырыша, ир балалар башҡаларҙың хис-тойғоларын яза кеүек ҡабул итә.
Шулай ҙа баланан нисек итеп уйынсыҡтарын йыйҙыртырға мөмкин һуң? Башта баланың тәбиғәттән бирелгән холҡон өйрәнергә кәрәк. Тормошта осраған төрлө шарттарҙа үҙен нисек тота? Ҡайһы берәүҙәр ипләп әйткәнде ишетмәй, иғтибар бирмәй, бәғзеләре тауыш күтәргәндә ҡаушап ҡала. Сабыйығыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ, уның өсөн генә тап килгән тәрбиәләү принциптарын һайлағыҙ. Сабыйығыҙ урынына үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Һеҙ кәйефегеҙ булмағанда өй йыйыштырыуҙы, иҙән йыуыуҙы икенсе ваҡытҡа күсергән сағығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Донъя бының менән генә емерелмәй. Уйынсыҡтарҙы үҙегеҙ йыйыштыра башлағыҙ, ярҙамға улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы саҡырығыҙ. Ярҙам итһә, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ, әгәр ҙә инде ишетмәһә, бының өсөн генә кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Икенсе тапҡыр мотлаҡ үҙе үк ярҙамға килер. Бәләкәсегеҙ өсөн залим түгел, ә изге Һомай ҡошҡа әүерелегеҙ. Йөрәгегеҙҙә булған һөйөүегеҙ аша тәрбиәләгеҙ!
Уңыштар һеҙгә, хөрмәтле ата-әсәләр!
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләр өсөн консультация
“Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа”
Һәр бер ата- әсәгә иртәме, һуңмы баланы бер үҙен өйҙә ҡалдырып китергә тура килә. Сабый нисә йәштән бер үҙе өйҙә яңғыҙ ҡала ала? Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмай. Психологтар әйтеүенсә. күп нәмә баланың холҡонан, темпераментынан, үҙаллылығынан тора.
Шуның өсөн баланы яйлап бер үҙен өйҙә ҡалырға өйрәтергә кәрәк. Бер үҙен өйҙә ҡалдырырҙан алда, ҡағиҙәләрҙе өйрәтегеҙ.
*Яңғын сыҡһа, бер ниндәй ҡурҡыныс бәлә булһа ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Ашығыс ярҙам, яңғын хеҙмәте, полиция номерҙарын ҡағыҙға яҙығыҙ. Номерҙар аңлайышлы булһын, тиҙ хәтерендә ҡалһын өсөн эргәһенә һүрәтен төшөрөргә мөмкин. (мәҫәлән яңғын һүндереүсе әргәһенә янып барған шырпы һ.б.)
Был өс телефондан башҡа атай менән әсәйҙең дә, яҡын туғандарҙың, күршеләрҙең телефон номерҙарын яҙылған бала белергә тейеш.
*Электр приборҙар, шырпы уйынсыҡ түгел!
*Өйҙән сығыр алдынан балконды, тәҙрәләрҙе ябығыҙ. Ҡырҡа, сәнсә торған әйберҙәрҙе йыйырға онотмағыҙ. Тәҙрәгә барырға ярамай, ҡырҡа торған әйберҙәр менән уйнарға ярамай икәне хаҡында балаға иҫкәртеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.
Предварительный просмотр:
Баланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе
Башҡорт әҙәби теле – илебеҙгә туғандаш телдәр менән хоҡуҡлы милли тел. Башҡорт теле- башҡорт милли культураһының нигеҙе. Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән-көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкмнселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.
Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.
Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ-аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора.
Үҙ халҡының тарихы, йыр-моң күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.
Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Тәүҙә балалар баҡсаһында, унан мәктәпкә киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта бара. Шулай итеп балаларҙа үҙ туған еренә, халҡына, унан үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ихтирам уятыу, милли рухҡа нигеҙ һалыу, милли йыр, уйын, бейеү, мәҡәлде туған телдә өйрәтеү мәктәпкәсә йәштән үк балаға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, улар ҡабул итә алған тиклем кимәлдә өйрәтелһә, киләсәктә үҙенең кем икәнлеген белгән, ныҡлы рухлы булған быуын үҫәсәк, сөнки бала саҡтағы ишеткәндәр онотолмай, бала үҙенең саф, таҙа күңеленә һеңдерә, тәүге бураҙналар һалына. Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.
Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.
Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.
Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар.
Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә бармаҡ эшмәкәрлеген дә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.
Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.
Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.
Балаға туған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.
Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала.
Дәрестәр балаларҙы ялҡытмайынса, мауыҡтырғыс уйын формаһында, ҡулланма материалдар ҡулланып үткәрелһә күпкә файҙалыраҡ. Мәҫәлән, математик төшөнсәләрҙе өйрәтеү дәресендә балалар төрлө эштәр үтәп, “бәләгә тарыған әкиәт батырҙарын ҡотҡаралар”, “урманға барып” унда осраған геройҙың һорауҙарына яуап биреп, ундағы ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе һанап, сағыштырып, урындарын билдәләп, һанарға өйрәтәләр.
Ә инде “экологик һуҡмаҡ” буйлап йөрөп бөжәк, сәскә, үҫемлектәр донъяһы менән танышалар, уларҙы һындырмаҫҡа, тапамаҫҡа, дөйөм алғанда, тәбиғәттә үҙ-үҙен тоторға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәнәләр, әкиәт батырына өйрәтәләр.
Туған телде өйрәнеүҙә төрлө мәҙәни саралар, иртәлектәрҙең дә роле ҙур. Мәҫәлән, “Ҡаҙ өмәһе” “Нардуған” һ.б. Балалар туған телдә шиғыр, бейеү, уйын өйрәнә.
Гөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк!

