Күргәҙмә "Көҙгө мөғжизә".
статья (старшая группа)

Ахметьянова Дильбар Даяновна

Көҙ миҙгеленә арналған байрам.

Дыуан районы Каракул балалар баҡсаһында көҙ миҙгеленә арналған байрам уҙғарылды. Тылсымлы япраҡ ярҙамында балалар тәрбиәселәре менән көҙгө урманға сәйәхәткә сыҡтылар. Мөғжизәле урманда тәрбиәләнеүселәрҙе Көҙһылыу ҡаршы алды. Балалар Көҙһылыуға үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр, көҙ тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, уның ҡойған йомаҡтарына тапҡыр яуап бирҙеләр. Көҙһылыу менән йырлап-бейеп, уйындар уйнап күңел астылар.

Көҙ - тәбиғәттең төрлө төҫтәргә мансылған мәле.Каракүл балалар баҡсаһының "Бал ҡорттары" төркөмөндә "Көҙгө мөғжизә" тип аталған күргәҙмә ойошторолдо. Күргәҙмә бик матур , сағыу килеп сыҡты. Ҡул эштәре оҫта һәм зауыҡ менән эшләнелгән. Көҙҙөң матурлығы , йомартлығы һәр бер ҡул эшендә сағылдырылған. Матур-матур ҡул эштәре бик йәмле килеп сыҡҡан. Ғөмүмән , һәр бер эш күҙҙең яуын алып тора! Ата - әсәләргә , балаларға "Көҙгө мөғжизә " өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм!