Сценарий осеннего праздника на башкирском языке "ТЫЛСЫМЛЫ КӨҘҺЫЛЫУ" ОСЕНЬ 2021
материал (средняя, старшая группа)

Альфина Аслаева

Сценарий осеннего развлечения на башкирском языке для детей старшей группы детского сада. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл osen_2021_ryabina_sr._pchelki_st._tylsymly_kozhylyu.docx31.15 КБ

Предварительный просмотр:

ТЫЛСЫМЛЫ   КӨҘҺЫЛЫУ

Уртансылар һәм өлкәндәр төркөмө  өсөн  көҙ  байрамына  сценарий.  

ҠАТНАШАЛАР:

ӨЛКӘНДӘР:

Алып барыусы

Ҡарасҡы

Мәскәй  әбей

Көҙһылыу

БАЛАЛАР:

Ҡыяр

Ҡабаҡ

Һыуған

Кәбеҫтә

Помидор

Балалар  күңелле көй  аҫтында  залға  инәләр, ултырғыстарға ултыралар.

Алып барыусы: 

Алтын  һибелгәндәй  гүйә,

Һап-һары  ерҙең  өҫтө

Ағастарҙың  да  япрағы

Алтынға  манған  төҫлө

Һары  япраҡтар ҡыштырлап

Һибеләләр  туң  ергә

Әйтегеҙ  се,  балалар,

Был  ҡайһы  саҡ  була? (Балаларҙың яуабы) 

  • Балалар, беҙ көҙҙөң  килеүен  нимәнән  беләбеҙ?   (какие приметы осени вы знаете? (Часто идёт дождь, меньше греет солнышко, листья желтеют и опадают, птицы улетают в тёплые края, дни становятся пасмурными и короткими, по утрам могут быть морозы.) Дөрөҫ, балалар! Афарин!

Көтмәгәндә көй  аҫтына   ҡулына  һепертке  тотҡан   Ҡарасҡы  килеп  инә.  Ҡарасҡы  балаларға  ҡарай,   һеперткеһе   менән баларға   яҡынлай.

Ҡарасҡы:  Кыш, кыш!  Нишләп   шаулашаһығыҙ!...   Абау, ҡарғалар  тиһәм,  был  кемдәр  ул  тағын! Балалар инде әллә? Әйтегеҙ  әле,  һеҙ  бында  нимәгә йыйылдығыҙ?  (Балаларҙың яуабы)

Алып барыусы:  Һаумыһығыҙ! Беҙ  “Ҡайынҡай”  балалар баҡсаһының “Миләш” (“Бал  ҡорттары”) төркөмөнөң балалары.  Бында көҙ  байрамына  йыйылдыҡ. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Ҡарасҡы:  Мин ме?  Мин-Ҡарасҡы булам! Пугало! русса әйтһәгеҙ… Мин  баҡсала эшләйем! Баҡсала минең государственная  служба бара,  вот!  Баҡсаны  ҡарайым,  йәшелсә-емештәрҙе һаҡлайым!  Мин  булмаһам,  ҡарғалар  ҙа, һайыҫкандар  ҙа,  ҡуяндар  ҙа  минең  баҡсамды  ашап  бөтөрөрҙәр  ине… Ә  һеҙ, балалар, баҡсала нимәләр үҫкәнен беләһегеҙ ме?  Минең йома(Балаларҙың яуабы)

Алып барыусы: Әлбиитә беләбеҙ!

Ҡарасҡы:  Ә мин тикшереп ҡарайым әле...  йомаҡтар әйтәм, һеҙ яуаптарын әйтегеҙ!

Йомаҡтар

1. Аяҡһыҙ – ҡулһыҙ,  үҙе  ҡат-ҡат  кейенгән.  Кәбеҫтә

2 Ҡыҙарып  беште,  ергә  төштө.  Алма

3. Он большой, как мяч футбольный,
Если спелый - все довольны.
Так приятен он на вкус!
Что это за шар?
(Арбуз)

4. Красна девица сидит в темнице,
А коса на улице.
(Морковь)

5. Тәҙрәһе  юҡ,  ишеге  юҡ,  эсетулы – халыҡ.  Ҡыяр

Ҡарасҡы:  Ҡайһылай  шәп  балалар!  Бөтәһен   беләләр.  Ә һеҙ  беләгеҙ  ме, балалар  йәшелсәләр  үҫһен  өсөн  нимә эшләргә кәрәк икәнен? Дөрөҫ,  һыу  ҡойорға  кәрәк, ямғыры  яуһа ла бик шәп була!  Мин ямғырҙы  яратам. Ул  минең  бик  ҙур дуҫым.

Алып барыусы:   Ҡарасҡы  ағай,  беҙҙең  балалар  ҙа  ямғырҙан ҡурҡмайҙар.  Ямғыр  яуһа,  өйҙә  йәшенеп  ултырмайҙар,  матур  төрлө  төҫлө  ҡулсатырҙарын  тотоп  бейергә  тотоналар!

ҠУЛСАТЫРҘАР  МЕНӘН  БЕЙЕҮ

Ҡарасҡы: Афарин,  ҡыҙҙар, бик  матур  бейенегеҙ.  Ә  мин  һеҙҙең  менән  уйнап  алырға  теләйем.

“КЕМ  ЙӘШЕНГӘНЕН  БЕЛ”   рябина

УЙЫН  «ҠАРАСҠЫ»   пчелки

Ҡарасҡы: Балалар,  һеҙҙең  менән  күңел асып   нимәгә  бында  килгәнемде  лә  оноттом  бит!    Мин  һеҙгә  бына  тылсымлы  йомғаҡ  алып  килдем  бит!  Уны  һеҙгә  Көҙһылыу  бирергә  ҡушҡайны.  Тәк!  Йомғаҡты  бирҙем,  инде ҡар яумаҫ борон баҡсамдағы эштәрҙе   бөтөрөр кәрәк бит!      Һау булығыҙ!   (китә).

Алып барыусы:  Һау бул, Ҡарасҡы ағай! Балалар,  был  тылсымлы  йомғаҡ  менән  нимә  эшләргә  икән?  (әйләндереп  ҡарай,  йомғаҡҡа  уралған  хатты  күреп  ҡала).  Ҡарағыҙ  әле,  балалар,  бында  бит  ниндәйҙер  хат  бар!  Әйҙәгеҙ   уҡып,  беҙгә  Көҙһылыу  нимә  әйтергә  теләгән  икәнен  беләйек.  (хатты  асып  уҡыйҙар).

ХАТ:

Ҡәҙерле  балалар,  мине  Мәскәй  әбей  урлап,  өйөнә  йәшереп  ҡуйҙы.   Зинһар,   ҡотҡарығыҙ   мине.  Ә  тылсымлы   йомғаҡ   һеҙгә  юл күрһәтәсәк.  

Алып барыусы:    Балалар,  Көҙһылыуҙы  ҡотҡарайыҡ  мы?   Әйҙәгеҙ  бейей-бейей  барайыҡ.  Бәлки  япраҡтар менән бейеп  алһаҡ  көҙ  еткәнен  һиҙеп,  Мәскәй  әбей  Көҙһылыуҙы ебәрер.

ЯПРАҠТАР БЕЙЕҮЕ

Алып барыусы:   Балалар,  Көҙһылыуҙы  күрәһегеҙ  ме?  Мин  дә  күрмәйем.   Нимә  эшләргә  икән?  Юлды  нисек  табырға  икән?  Әәәә...  Көҙһылыу  хатта  тылсымлы   йомғаҡ   һеҙгә    юлды  күрһәтер   тип  яҙған  ине бит.   (йомғаҡты  ишек  янына  ташлай,   көй  аҫтына  Мәскәй  әбей осоп килеп  инә)

Мәскәй әбей:   Әһә, бына кем миңә килә ята!  Ҡыҙҙар! Малайҙар!   Матурҙар,  сибәрлеләр.   Килегеҙ,  килегеҙ,  мин шул  хәтлем   асығып   ултырам.

Алып барыусы:   Мәскәй әбей, һин нимә беҙҙе ашарға булдың   мы  әллә?

Мәскәй әбей:   Ә  мин нимә эшләргә тейешмен атыу.   Һеҙгә ҡарап,  ауыҙымды  асып  торайым   мы? Һеҙ  мине байрамға   саҡырманығыҙ,    йырҙар йырламанығыҙ.   Ә  хәҙер минең урманымда  минең япраҡтарым  менән  бейеп  йөрөйһөгөҙ!    

Алып барыусы:   Мәскәй  әбей, асыуланма,  беҙ  һинең менән  уйнарбыҙ ҙа,  тәмле, татлы  йәшелсә-емештәр  менән  дә  һыйларбыҙ!

Мәскәй әбей:  Ҡайҙа  ул  емештәрегеҙ,  йәшелсәләрегеҙ?

Алып барыусы:   Бына  кәрзиндә  яталар,  тик   буталып  бөткәндәр.  Балалар,  әйҙәгеҙ  беҙ  емештәр  менән  йәшелселәрҙе  айырайыҡ  һәм   бер команда Мәскәй әбей өсөн компот бешерер, икенсе  команда- аш бешерер.

                         

УЙЫН «КОМПОТ ҺӘМ АШ БЕШЕРЕҮ»

Бер  оста  кәрзин (обруч) эсендә  йәшелсәләр  менән  емештәр  һалына. Залдын икенсе осонда өҫтәлдәрҙә кәстрүлдәр ҡуйыла, 2 половник!!!.  2 команда  һайлана.  1 команда – йәшелсәләрҙән аш бешерә, 2  команда – емештәрҙән компот ҡайната.  

Мәскәй әбей: Шул  хәтлем  тәмле компот… ә ашы… теленде йоторлоҡ…  Рәхмәт, балалар!

Алып барыусы:   Улай  булғас   беҙҙең  балаларыбыҙҙы  ашамаҫһың   инде.

Мәскәй әбей: Юҡ, юҡ. Мин  тик  шуны  ғына  аңлай  алмайым , һеҙ  урманда  нимә  эшләп  йөрөйһегеҙ ул?

Алып барыусы:   Беҙ  Көҙһылыуҙы   эҙләп  йөрөйбөҙ!

Мәскәй әбей:   Әәәә…  Көҙһылыуҙы  мин  өйөмдә  бикләп  ҡуйҙым  бит.  Сөнки  көҙ  булмаһа,  ҡыш  тә  килмәйәсәк,  ә  ҡышҡыһын  һыуыыыҡ! Мин  ҡышты  яратмайым!

Алып барыусы:   Балалар,  әйҙәгеҙ  Мәскәй  әбейгә  ҡыш тураһында  һөйләйек.  Ҡышҡыһын  ниндәй  уйындар  уйнап  була?  Һеҙҙең  яратҡан   Яңы  йыл  байрамы  ла  ҡышҡыһын  була бит.   Тағы  ла  ҡышты  нимә  өсөн  яратабыҙ  беҙ? (балалар  яуап  бирәләр).      

Мәскәй әбей, балалар һинң кәйефең тағы ла күтәрелеп китһен өсөн, музыка ҡоралдарында уйнап ишеттерергә теләйҙәр.

ОРКЕСТР “ЗАСТУЧАЛИ ЛОЖКИ”    рябина

ОРКЕСТР “ДОБРЫЙ МАСТЕР”  пчелки

Мәскәй әбей: Һай афарин, балаҡайҙар!   Бикерәг уңғанһығыҙ икән! Ярай,   балаҡайҙарым,  һеҙ  миңә бик оҡшанығыҙ.   Тамағымды ла туйҙырҙығыҙ,  ҡыш   бик  кәрәк  икәнлеген дә аңлаттығыҙ, хатта музыка ҡоралдарында ла уйнап күрһәттегеҙ! Ебәрәйем  мин  һеҙҙең   Көҙһылыуығыҙҙы.  Бында  ғына  көтөгөҙ,  бер  ҡайҙа  ла  китмәгеҙ. Көҙһылыуҙы  ошонда ғына  көтөп  ултырығыҙ!

Мәскәй  әбей  китә.  Музыка аҫтында, Көҙһылыу килеп инә

Көҙ:  һаумыһығыҙ,  ҡәҙерле,  дуҫтарым!   Ҙур рәхмәт һеҙгә мине ҡотҡарғанығыҙ   өсөн.  Мин  һеҙҙе  күреүемә  бик шатмын!

Алып барыусы:   Көҙһылыу, беҙ ҙә бик шатбыҙ.   Беҙҙең балалар  һине  көтөп  көттөләр,    шиғырҙар әҙерләнеләр.

Балалар  Көҙһылыуҙы  уратып  түңәрәккә  баҫалар.

1  бала:

Бөгөн  беҙҙә  матур  байрам,

Бөгөн  беҙҙә  көҙгө  бал.

Көҙгө  байлыҡ-муллыҡ  менән,

Биҙәлгән  беҙҙең  был  зал.

2  бала:

Китте  йәй  беҙҙең яҡтарҙан

Диңғез, тауҙар артына.

Көҙ  алтын күлдәк кейҙерҙе

Ағастарҙың  барыһына.

3  бала:

Көҙ  көндәре килеп етте,

Хушлашабыҙ йәй менән.

Бөтөн ерҙә япраҡтарҙан

Алтын келәм түшәлгән.

4 бала:

Көҙһылыу  килгән  йыраҡтан

Нимә  генә  алмаған

Ниндәй   бүләк  кәрәклеген

Әйтмәһәм   дә  аңлаған.

5  бала:

Ҡайындарға  һары  муллыҡ,

Миләшкә  муйынсыҡтар,

Сейәгә   көрән  алҡалар

Бик  килешеп  торалар.

6  бала:

Һандуғастар, ҡарлуғастар  

Осоп китте  йыраҡҡа.

Торналар  ҙа  ялға  китте,  

Йылы  яҡҡа,  көн  яҡҡа.

7  бала:

Көзгө  урман  тып-тын  булған

Ағас  башы- яланғас.

Һуңғы   япраҡ   төшә  ҡалтырап

Әҙ  генә  ел   шаярғас.

Алып барыусы:   Әйҙәгеҙ  Көҙһылыуға   байрамыбыҙға әҙерләгән йырҙы  йырлап  ишеттерәйек.

ЙЫР  «ЕМЕШТӘР»  рябина

ЙЫР “КӨҘ КИЛӘ”(“ШАЯРА ӘЛЕ КҮБӘЛӘК”)  пчелки

Балалар  ултырышалар.

А.б. Бөгөн   беҙҙә  ҙур  байрам:

Гөрләп  күңел  асабыҙ.

Йырлайбыҙ   ҙа,  бейебеҙ   ҙә,

Шатланабыҙ  бөтәбеҙ.

Ҡәҙерле  балалар,  һеҙ  помидорҙың  ни  өсөн  ҡыҙыл  булғанын  беләһегеҙ  ме?   Ә  беҙҙең  балалар был  һорауға  яуапты  әкиәт  аша  аңлатырҙар.

Борон-борон  заманда

Йәшел, иркен  баҡсала

Йәшелсәләр   үҫкәндәр,

Дуҫ-татыу   йәшәгәндәр.

ИНСЦЕНИРОВКА  ”ПОМИДОР НИ  ӨСӨН   ҠЫҘАРҒАН?”

Дәртле  көй   аҫтына   йәшелчәләр   ярым  түңәрәккә  теҙелеп  баҫалар.

Ҡыяр. Ҡыярҙы   һәр  кем   таный,

Ҡыяр  салатка  ярай.

Әгәр  ҙә   ҡуйһаң  тоҙлап,

Ҡыяр  һаклана  оҙаҡ.

Кабак. Ә  мин  булам  Ҡабаҡ!

Әйтмәйем   ҡабат-ҡабат.

Бутҡаға   төшәм   мин,

Бәлештә   бешәм   мин.

Һуган. Ә  мин – Һуган.

Әрсегәндә  килһә   лә   йәш  күҙегеҙгә,

Мине  ашап, һалҡындарҙа

Һыуыҡ   теймәҫ   үҙегеҙгә.

Кәбеҫтә.  Ә  мин  булам  Кәбеҫтә.

Мин  бик  тәмле  бәлештә.

Минән  щи  бешерәләр

Йә  голубцы  төрәләр.

Помидор. Мин булам помидор!

Помидор – ҙур  синьор!

Кешегә  тик  мин  кәрәк,

Мине  алығыҙ  тиҙерәк!

А.б. Йәшелсәләр  рәхәтләнеп

Ҡояшта  бешәләр.

Ҡояшта  бешәләр,

Дуҫ-татыу   үҫәләр.

Тик  бер  заман

Помидор  һүҙгә  килгән,

Помидор  һүҙгә  килгән,

Дуҫларға   былай   тигән:

Помидор. Кем  минән  тәмлерәк?

Помидор тәмлерәк,

Помидор  баллыраҡ.

Кешегә тик мин  кәрәк!

1-се йәшелсә. Ни  өсөн   һин  маҡтанаһың?

2-се йәшелсә. Дуҫларыңды   кәмһетәһең?

3-се йәшелсә.  Беҙҙе   хур  итмә, үзеңде   ҙур тотма!

Помидор. Китегеҙ,  килмәгеҙ!

Помидор   яҡшырак,

Помидор   тәмлерәк!

Йәшелсәләр(бергә)  Маҡтанаһың,  маҡтанаһың,

Хәзер өҙөлөп  төшәһең,

Хәзер өҙөлөп  төшәһең,

Берүзең   генә  ҡалаһың!

Йәшелсәләр  урындарына  ултыралар, помидор бер   үҙе  генә  ҡала..Күңелһеҙ  көй  аҫтына  береүҙе  тора.

Помидор. Берүҙем  генә  ҡалдым,

Юҡҡа,  юҡҡа  маҡтандым,

Инде  хәҙер  аңланым,

Оятымдан  ҡыҙарҙым.

А.б.   Бына   хәҙер   беҙ   ни  өсөн   көҙ  көнө  помидор ҡыҙарғанын  беләбеҙ.

Көҙһылыу: Афарин балалар!  Бик  ҡыҙыҡлы  әкиәт!

А.б: Күңелле  бөгөн  залда,

        Көҙһылыу  килгән  беҙгә.

        Ултырмайыҡ,  баҫайыҡ,

        Уйнап  күңел  асайыҡ!

“ЕТЕҘ  БӘШМӘКСЕ”  УЙЫНЫ

 

Көҙһылыу: Балалар, һеҙҙә бигерәк күңелле, шуның өсөн һеҙгә үҙемдең баҡсамдан тәмле күстәнәстәр алып килдем

А.б: Балалар,  көҙһылыуға  рәхмәт  әйтәйек.

Көҙһылыу: Бына  инде  һушлашырға  ла  ваҡыт  килеп  етте. Ҙур  рәхмәт  һеҙгә  байрам  өсөн,  мине  ҡаршы алғанығыҙ   өсөн. Һау  булығыҙ!

Балалар: һау  булығыҙ!

А.б: Күңелле бөгөн беҙҙә,

        Көҙ байрамы булғанға.

        Бейенек тә, йырланыҡ,

        Уйнап, көлөп көңел астыҡ.

Бына инде беҙҙең  байрам  аҙағына  ла  килеп  етте.  Әйҙәгеҙ   төркөмгә  барып   көҙһылыуҙың  күстәнәстәрен  ауыҙ  итәйек

Күңелле  кәй   аҫтына балалар  төркөмгә  ҡайталар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий на осенний праздник(на татарском языке).

                                                    ...

Презентация: "Осенний праздник в детском саду" Оформление группы к осеннему празднику.

Этот материал будет полезен воспитателям детских садов. Оформление группы к осеннему празднику своими руками....

Сценарий конкурса стихов на башкирском языке

Башҡорт телендә экология йылына арнап үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсының сценарийы....

Сценарий осеннего праздника для детей подготовительной группы "Как помощники Осени для ребят веселый праздник устроили"

Формировать представление об осеених явлениях, развивать коммуникативные т творческие способности....