Выпускной в стиле Оскар для башкирской группы
материал (подготовительная группа)

Исмагилова Алина Маратовна

Башҡорт телендә "Оскар" стилендә  сығарылыш кисәһе 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл oskar.docx24.81 КБ

Предварительный просмотр:

1:Тиҙҙән беҙ балалар баҡсаһы менән хушлашабыҙ

2: Эйе, тик бер беребеҙҙе ототмаҫ өсөн нимә уйлап табырға икән?

3: Бәлки хат яҙышайыҡ?

4: Юҡ , боронғоса була!

5: Бәлки бер беребеҙгә телефон номерҙарын бирербеҙ?

6: Юҡ ! Телефон номерҙары алыштырһаҡ? Улай ҡыҙыҡ түгел!

7: Бер ниндәй ҙә уй килмәй башҡа.

8: Ә –ә, мин уйлап таптым! Әйҙәгеҙ үҙебеҙ тураһында фильм төшөрәйек!!!

Бөтәһе лә – Ураааа!!!!

Небольшой фильм про группу.

Заставка Оскар

Футаж. Начало праздника

Фанфары аҫтында веущий сыға.

Ведущий: Хәйерле көн хөрмәтле ата-әсәләр!

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Йыл да була торған тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла байрам көнө килеп етте. Бөгөн беҙ баҡсабыҙҙағы иң аҡыллы, иң тәртипле балаларҙы мәктәпкә белем иленә оҙатабыҙ. Һәм минең уйлауымса,  улар үҙҙәренең ҡаҙаныштары өсөн донъяла булған барлыҡ наградаларға лайыҡ!!!Ул булһын тей Алтын граммофон,Теффи, йә булмаһа Оскар! Әйе,әйе. Һис шикһеҙ Оскарға лайыҡ беҙҙең балалар! Тимәк!

Ҡыҙыл балаҫ әҙер! Тантананың сәбәпселәре әҙер! Оскар наминацияһына лайыҡ булған, талантҡа бай,аҡыллы, 2021 йылдың сығарылыш төркөмө балаларын  ҡаршы алығыҙ!!!

( балаларҙы исемләп әйтеп сығара)

Балалар инәләр һәм урындарына торалар.

Ведущий: Әгәр ҙә һауала йондоҙҙар яна икән,тимәк был кемгәлер кәрәк!

Ә бит бөгөн беҙҙең баҡсала бер генә йондоҙ балҡымай ,ә күпләгән йондоҙҙар тоҡанып күҙҙең яуын алып торалар.Ул йондоҙҙар –булыр беҙҙең балалар!

                                                  1.Бейеү “ Йондоҙҙар”

Ведущий: Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн

                 Хушлашыу мәле етте

                  Һеҙгә уҡыусы булырға

                  Ваҡыт та килеп етте.

Шиғырҙар

1.Бөгөн беҙҙә оло байрам,

Баҡсаны тамамлайбыҙ

Бик теләһәк тә бында

Башҡаса ҡалалмайбыҙ.

                                                     

         2. Гел ҡарап торормон инде

Ошо баҡса юлына

      Ниңә уҡытмайҙар икән

Ошо баҡсала ғына

3.Беҙ бөгөн бик шатланышып,

  Йыйылғанбыҙ байрамға.

 Сөнки тиҙҙән мәктәпкә

Барасаҡбыҙ уҡырға

4.Баҡсабыҙҙа дуҫ йәшәнек,

                                              Күңелле ине беҙгә

Айырылыр ваҡыт еткәс,

                                               Нисектер моңһоу беҙгә

 5.Бала сағым- бәхетле саҡ

  Баҡсала гөрләп үтте

  Мин үҫтем инде, ҙур үҫтем

  Хушлашыр ваҡыт етте!

2.Песня “ Һау бул балалар баҡсаһы”

Ултыралар урындарына

Внимание!!! Торжественную церемонию вручения детсадовского Оскара за победы и достижения в нелегком дошкольном труде, разрешите считать открытой!!!

Ведущий: Һәм беҙҙең беренсе номинция -ул “ Үткәндәргә сәйәхәт”

Балалар, бына 5 йыл элек һеҙ бәләкәй генә булып тәү тапҡыр балалар баҡсаһының тупһаһына аяҡ баҫтығыҙ.Ә һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй булғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Күргегеҙ киләме? Улай булғас экранға ҡарайбыҙ.

Слайд детства

6.Кескәйҙән үк ҡабул иттең
   Баҡсам мине-дуҫ иттең
   Хушлашабыҙ һинең менән
    Хәҙер инде ҙур үҫтек.

   

Көй яңғырай, рюкзактар тотоп бәләкәй балалар килеп инә

( рюкзактарынан уйынсыҡтар күренә)

Ведущий: Кескәй дуҫтар килгәндәр , ағай-апайҙарығыҙҙы мәктәпкә оҙатырға килдегеҙме?

Оҙатырға килмәнек

Беҙ ҙә инде ҙур үҫтек!

Сумка тотоп мәктәпкә

Беҙҙең дә барғы килә!

 Мәктәпкә һеҙ барһағыҙ,

 Беҙҙе лә онотмағыҙ!

Ведущий: Мәктәпкә? Әле һеҙгә мәктәпкә барырға иртә,йәшегеҙ тулмаған. Сумкағыҙҙы ла дөрөҫ йыймағанһығыҙ. Уйынсыҡтарҙы мәктәпкә алып барырға ярамай. Хәҙер һеҙгә киләсәк уҡыусылар портфельды дөрөҫ итеп йыйып бирергә ярҙам итерҙәр.Ә һеҙ иғтибар менән ҡарағыҙ һәм иҫләгеҙ.

Уйын “ Дөрөҫ итеп портфельды йый”

Ведущий: Хәҙер аңланығыҙмы нисек итеп портфельды йыйырға?

Тәрбиәселәре йүгереп килеп инә.

Тәрбиәсе: Уф,ҡот ҡалманы,беҙ һеҙҙе юғалттыҡ! төркөмдә эй эҙләйбеҙ!Ә улар сумкаларын йыйғандар,төркөмдән сығып ҡасҡандар!

 Ведущий:   Улар беҙҙең менән мәктәпкә барырға уйлайҙар .Тик һеҙ балалар ҡайғырмағыҙ, һеҙҙең дә мәктәпкә барырға ваҡытығыҙ килеп етер әле.

Ә әлегә әйҙәгеҙ күңелле бейеү бейеп алығыҙ.

7.  Беҙҙең урынға алмашҡа
Кескәйҙәр килә, ана.
      Тормош ҡоролған шулай
  Быуындар алмашына.

                                          3.Полечка с малышами

Малыши уходят.

Ведущий:

Хәҙер инде беҙҙең икенсе номинация “ Уҡыу- белем шишмәһе”

Музыка уйнай ,залға ҙур лупа тотҡан, бөтә йерҙе тикшерә- тикшерә Сыщик килеп инә. Залды урап сыға,нимәлер эҙләй. Ведущий аптырап ҡарай.

Сыщик: Миңә иғтибар итмәгеҙ,эшегеҙҙе дауам итегеҙ!( эҙләүен дауам итә)

Ведущий: Нисек инде дауам итегеҙ? Һеҙ кем булаһығыҙ ул?

Сыщик : ( йыр яңғырай,бейей)  Мин бөтә донъяла танылған иң шәп сыщик!!! Миңә операция үткәрергә ҡамасауламағыҙ!

Ведущий: Ниндәй операция?

Сыщик: Операция-Ы!

Ведущий: Мин бер нимә лә аңламайым!

Сыщик: Голубушка! Был Миләш балалар баҡсаһымы?

Ведущий: Әйе.

Сыщик: Оскар номинацияһына лайыҡ булған балалармы?

Ведущий: Әйе.

Сыщик: Тап шулай! Мәктәптәге уҡытыусылар мине ялланы.Килеп ,балаларҙың белемен тикшереп,мәктәпкә әҙерме икәнен асыҡларға ҡуштылар!

Ведущий: Әәә,шулай икән.Беҙҙең балалар мәктәпкә бөтәһе лә әҙер!Уҡытыусылар ҡайғырмаһын.

Сыщик: Ә хәҙер мин барыһын да тикшерәм.

Әлегә разминка.

Задачи

1.Мәктәптә яҡшы уҡыһаң,                    

Маҡтаһалар гел һине,

Уҡытыусы көндәлеккә        

Гел баһа ҡуйыр...        (биш)

Ағас түгел - япраҡлы,
Тун түгел – тегелгән. /китап/

Ҡалаһы бар, халҡы юҡ,
Дингеҙе бар, һыуы юҡ. /карта/

Ҡул менән сәсәһең,

Күҙ менән йыяһың. /яҙыу, уҡыу/

Сыщик: Йомаҡтарҙы систегеҙ.Ә хәҙер ауырыраҡ һынауҙар һеҙҙе көтә!

Математикаға әҙерһегеҙме икән? Тикшереп ҡарайым әле.

Уйын “ Түңәрәккә тор”

( тирә яҡҡа йүгереп йөрөәҙәр,2 - нән алып 5 –кә тиклем һан әйтә,шуныңса бала түңәрәк яһап тора)

Ведущий: Күрҙегеҙме ҡәҙерле Сыщик, беҙҙең балалар мәктәпкә әҙер!

Сыщик: Математиканы беләһегеҙ, ә уҡый –яҙа беләһегеҙме? Бына миндә хәрефтәр бар.Шул хәрефтәрҙән Мәктәп һүҙен яҙа алырһығыҙмы икән?

Ведущий: Әлбиттә беҙҙең балалар ул һынауҙы ла бик яҡшы итеп үтерҙәр.

Уйын “ Һүҙ төҙө”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выпускной в стиле Оскар

Красивый выпускной...

Сценарий выпускного в стиле "Оскар-2018"

Конспект сценария выпускного мероприятия дя детей подготовительной группы...

Праздник выпуска детей в школу "Выпускной в стиле Оскар".

Выпускной вечер прошёл в нашем детском саду ,как говорится "на одном дыхании", родители и дети были очень довольны....

Презентация на тему "Выпускной в стиле "Оскар"

Фотоотчёт о проведении выпускного бала....

выпускной в стиле оскара

Вот и настал долгожданный выпускной утренник, который прошел в стиле «Оскар». Взволнованные родители, счастливые дети, воспитатели торопились на праздник в детский сад...

Сценарий выпускного бала."Выпускной в стили оскар 2022"

Сценарий предназначен для детей 6-7 лет....