Көҙгө йәрминкә
материал (подготовительная группа)

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

18 сентябрь көнө  хәтерҙә ҡаласаҡ, сөнки  сағыу, киң, дуҫтарса һәм мул көҙгө йәрминкә үтте. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр өсөн мини-концерт менән башланды.Педагогтар башҡарған Скомороҡтар йыр һәм саҡыруҙар менән тамашаны башлады. Мәктәпкәсә эҙерлек төркөмө балалары  йыр, бейеү һәм уйындары менән байрамды биҙәне.Йәрәминкә - ул тик тәмле ризыҡтар һәм матурлыҡтар ғына түгел, иң элек күңел асыу һәм уйындар.

Тамашанан һуң бөтә ҡунаҡтар тәмле ризыҡтарҙы, һатыу өсөн биҙәлгән матур өҫтәлдәргә үтте.Һәр өҫтәл үҙенең муллығы һәм үҙенсәләге менән айырылып торҙо:ҡамыр ризыҡтары, йәшелсәләр , емештәр менән өҫтәлдәр биҙәлде..

Йәрминкәлә тик балалар ғына түгел педагогтар, ата-әсәләр ҙә ҡатнашты, улар һатыусылар булдылар һәм улар тырышлығы менән"тауарҙар" менән өҫтәлдәр биҙәлде.Ололар һәм балалар тырышлығы менән көҙгө ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнде. Бер кем дә битараф ҡалманы.Ата-әсәләр һәм балалар йәрминкә композицияларын эшләүҙә үҙҙәренең ижадын һәм фантазияһын күрһәттеләр.

Көҙгө йәрминкә бик күңелле һәм йәнле, дәртле һәм позитив тойғолар менән үтте.Йәрминкәлә ҡатнашҡан өсөн бөтә ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!