"Башҡортастан- сәскә ат!"
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Башҡортостан республикабыҙ тураһында  кескәйҙәргҙең  аң-белемдәрен киңәйтеү, символика, халҡы һәм теле тураһында белем биреү дәреслеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan-ssk_at.docx28.78 КБ

Предварительный просмотр:

 “Тыуған илем – Башҡортостан” .

Төҙөнө: Әхмәтйәнова Г.Н.

Маҡсаттар: - балаларҙы Башҡортостан Республикаһының символикаһы менән таныштырыу, өлкәнләрҙе, тәрбиәсене иғтибар менән тыңларға өйрәтеү;

  • йомаҡтар аша балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, тиҙлек, телмәрен үҫтереү;
  • тыуған илде һөйөргә, ҡәҙерләргә һәм уның менән ғорурлана белергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: Башҡортостандың гербы, флагы, ҡурай, гимн көйө, ҡурай сәсәкәһе.

                                                                 Дәрес барышы:

Тәрбиәсе: М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырынан өҙөк уҡый.

                    Ер шарының картаһына

                    Ҡараһаң яҡшы ғына.

                    Башҡортостан шул картала

                    Бер япраҡ саҡлы ғына.

                    Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың

                    Бер япрағы ни бары.

                    Ә, ҡайыны Бөйөк Рәсәй,

                    Шундай йәшел, юғары.

  Тәрбиәсе: - Оҡшанымы шиғыр? Был шиғырҙа нимә тураһында һөйләнә? (Яуаптар).

 Тәрбиәсе: - Дөрөҫ, был шиғыр беҙҙең Республика тураһында. (Башҡортостан картаһы эленә). Был беҙҙең республикабыҙҙың картаһы. М.Кәримдең шиғырында ла ошо карта тураһында яҙылған. Эйе, Рәсәй картаһында Башҡортостан бер япраҡ саҡлы ғына күренә, шағирҙа шулай сағыштырған. Ысынлап та, балалар, беҙҙең Республикабыҙ бәләкәй генә, ә шуға ҡарамаҫтан ул бик бай: тарихҡа, урмандарға, йылғаларға, бейек-бейек тауҙарға, ҡош һәм йәнлектәргә. Башҡортостан тағы ла үҙенең батыр улдары, матур ҡыҙҙары менән дә данлыҡлы, унда  күп милләт халыҡтары йәшәй: урыҫтар, башҡорттар, сыуаштар, татарҙар һәм башҡалар.

  •  11 октябрь беҙҙең республикабыҙҙың тыуған көнө. Ул Республика көнө тип атала. Тыуған көнгә сәскәләр бүләк итәләр.Бөгөн беҙ ҙә тыуған илебеҙҙе ҡотлап матур-матур сәскәләрҙән гөлләмә төҙөйөк. Бының өсөн әйҙәгеҙ, серле урманға сәйәхәткә китәйек. (таяҡҡа тотоноп, күҙҙәрен йомалар).
  • Бына беҙ урманға килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле, ҡайһылай матур сәскәләр үҫә бында. Тик был сәскәләр бик серле. Уларҙы былай ғына өҙөп булмай,ә уларҙың теләктәрен үтәргә кәрәк. Теләктәрен үтәргә һеҙ әҙерме? (Эйе).
  • Улайһа тәүге сәскәне өҙәйек. Уның теләге: “Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятлағыҙ”.

Башҡортостан

Тыуған илем,

Ул бит һаҡлай

Туған телем.

  1. Ул бит һаҡлай

Яҡты көнөм

Бирә миңә

Аҡыл, белем.

  1. Башҡортостан

Тыуған ерем

Әсәйемдәй

Берҙән-берем.

  1. Башҡоростан

Минең Ватан

Яратамын

Бала саҡтан. (шиғырҙар балаларға алдан ятларға бирелә)

Һай, афариндар. Икенсе сәскәне өҙөр ваҡыт етте. Ул беҙгә һорауҙар әҙерләгән. Яуап бирәйекме?

  1. Беҙҙең республиканың исеме? (Башҡортостан)
  2. Уның ниндәй символдарын беләһегеҙ? (Герб, флаг, гимн)
  3. Флагтың төҫтәрен һанағыҙ. (Күк, аҡ, йәшел).- Флагты төҙөү.
  • Афариндар. Был сәскә бик моңло икән. Уның йырын тыңлағыҙ әле. (Гимн тыңлатыу). Балалар, был гимн тип атала. Ул беҙҙең республикабыҙҙың бер символы.

Ул шундай көслө.

Үрә баҫтылар

Оло һәм кесе.

Гимн яңғырай

Ул шундай көслө.

Ватанын уйлай

Тыңлаған кеше.

Эстән ант бирә

Һөйөргә илен,

Һөйөргә халҡын

Һәм туған телен.

Гимн яңғырай

Ул шулай көслө.

Тыңлаһам уны.

Ҙур үҫәм төҫлө.

-Киләһе сәскә беҙгә ошо һорауҙы бирә. “Был нимә ул?” (тирмә).

Башҡорттар элек-электән ошондай тирмәләрҙә йәшәгәндәр. Әйҙәгеҙ, беҙ “Тирмә” уйынын уйнап  ял итеп алайыҡ. (физминутка)

Киләһе сәскәнең һорауы.

  • Башҡорттарҙың милли геройы кем ул? (Салауат Юлаев)
  • Ул ниндәй булған? (Көслө, батыр)
  • Эйе. Салауат – үлмәҫ батыр

Батыр,үҙе матур

Ғорур, көслө Салауат

Бөркөт төҫлө Салауат.

Алтынсы һорау. Тәрбиәсе: - Балалар, тыңлағыҙ әле, ниндәй көй ишетелә? Моңло башҡорт көйөн уйнай, Ниндәй музыка ҡоралы  ярҙамында  көй сыға ? (Балаларҙың яуаптары.)

Етенсе һорау. Ниндәй башҡорт аш-һыуҙарын беләһегеҙ? (Ҡымыҙ, бал, бишбармаҡ). Башҡорт халҡы борондан ҡунаҡсыл халыҡ булған. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тиҙәр, мин дә һеҙгә күстәнәс әҙерләнем, бауырһаҡ бешерҙем. Бергәләп сәй эсербеҙ.

  • Афариндар. Бына гөлләмә лә йыйҙыҡ. Нимә килеп сыҡты? (Ҡурай сәскәһе).
  • Эйе. Уның нисә тажы бар? (ете)
  • Ете һаны башҡорттар өсөн изге һан: ете ырыу, ете таж, ете ҡыҙ һ.б
  • Һеҙ тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы?Улайһа, уны ҡотлап  “Милләтем башҡорт” шиғырын ятлайыҡ, ятлауы бер ҡыйындығы булмай , сөнки беҙ уны һүрәт ярҙамында ятлайбыҙ. Мин уҡып ишеттерәм ә һеҙ ихтибар менән  һүрәткә ҡарап ултырығыҙ, нидәй һүҙ ниндәй һүрәт аҫтында йәшенгәнен әйтербеҙ.

МИЛЛӘТЕМ БАШҠОРТ

ҺӘМ ТЫУҒАН ТЕЛЕМ.

     БЫЛ  ИНЕҢ  ЕРЕМ,
     БЫЛ МИНЕҢ ЕРЕМ! ( мнемоһүрәт өлгөһө ярҙамында)