Театр эшмәкәрлеге ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү.
рабочая программа по развитию речи (средняя группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

План по самобразованию - үҙ аллы белемде үҫтереү планы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл belemde_ustereu.docx30.21 КБ

Предварительный просмотр:

Театр эшмәкәрлеге ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү.

«Актерлыҡ сәнғәте телмәрҙән һәм тәндең хәрәкәтенән тора». И. Гете

Туған телде белеү, телмәрҙе үҫтереү-бала саҡтағы иң мөһим асыштарҙың береһе булып тора һәм хәҙерге мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙә, балаларҙы тәрбиәләүҙең һәм уҡытыуҙың дөйөм нигеҙе булараҡ ҡарала. Һүҙ-аралашыу сараһы ғына түгел, ә фекерләү, ижад ҡоралы, хәтер, мәғлүмәт йөрөтөүсе һ. б. телмәр бөтә мәктәпкәсә йәштә үҫешә: ирекле булмаған эмоциональ телдән – сабыйҙарҙа, интонацион телмәргә – урта төркөм балаларында, телмәр тасуирилығына – өлкән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа

Урта йәштәге бала телмәренең үҫеш процесы – ҡатмарлы күп планлы процесс һәм уны уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн телмәрҙең сифатына һәм йөкмәткеһенә йоғонто яһаған бөтә компоненттарҙың йыйылмаһы кәрәк.

Проблема: башланғыс хәлде анализлап, балаларҙың үҙаллы эшмәкәрлеген һәм шәхси үҙ-ара эш итеүен күҙәтеп, уларҙың әүҙем һәм пассив һүҙлектең бик ярлы булыуын аңланым, шуға күрә коммуникатив күнекмәләр үҫеше аҡрынайҙы. Мин үҙ эшемдә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм уларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән алымдарҙы ҡулланырға кәрәк тигән һығымтаға килдем.Тик был эште алып барыу өсөн, тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен үҫтереүҙе кәрәкле йүнәлешкә йүнәлтергә мөмкинлек биргән шарттар булдырырға кәрәк. Был мәсьәлә буйынса фәнни-педагогик тәжрибәне өйрәнгәндән һуң, урта йәштәге балаларҙың коммуникатив үҫеше өсөн театрлаштырылған эшмәкәрлек һөҙөмтәле эшмәкәрлек төрө булып тора тигән һығымтаға килдем.

Театр-балалар өсөн сәнғәттең иң демократик һәм уңайлы төрҙәренең береһе. Ә театрлаштырылған эшмәкәрлек, үҙ сиратында, балаларға йоғонто яһауҙың иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе, унда уҡытыу принцибы тулыраҡ һәм сағыу сағыла: уйнарға өйрәтеү.

Ул хәҙерге педагогика һәм психологияның эстетик зауыҡ формалаштырыуға; әхлаҡи тәрбиә биреүгә; ихтыяр, хәтер, күҙаллау, инициатива, фантазия, телмәр тәрбиәләүгә; шәхестең коммуникатив сифаттарын үҫтереүгә; балаларға художестволы белем һәм тәрбиә биреүгә бәйле бихисап көнүҙәк проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирә.

Театрлаштырылған уйын барышында һүҙлек запасы, телмәрҙең грамматик төҙөлөшө, тауыш әйтеү, темп, телмәрҙең тәьҫирлелеге әүҙемләшә, артикуляцион аппарат камиллаша. Бала туған теленең байлығын, уның тасуири сараларын үҙләштерә.

Театрлаштырыуға килгәндә, театр ҡурсағы менән осрашыу балаларға тынысланырға, көсөргәнеште кәметергә ярҙам итә, шатлыҡлы мөхит булдыра, изгелек тәрбиәләй, тип билдәләнем. Балалар алдында ҙур булмаған спектаклдәр уйнатыу, тауыш һәм һүрәтләнгән геройға ярашлы интонацияны үҙгәртеп, шулай уҡ миңә балалар, ваҡ уйынсыҡтар менән уйнап, уларға яҡшы таныш рус халыҡ әкиәттәрен уйната алыуын күҙәтергә мөмкинлек бирҙе («Сыбар тауыҡ», «Йоморо икмәк», «Шалҡан» һ.б.).

   Театрлаштырылған эшмәкәрлекте ойоштороуға төп талаптар булып:

- йәшкә ярашлы тематиканың төрлөлөгө һәм йөкмәткеһе;

- даими, көн һайын театрлаштырылған уйындарҙы бала тормошона, йәғни педагогик процесты ойоштороуҙың бөтә формаларына индереү;

- театрлаштырылған уйындарға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уйын тәжрибәһен даими киңәйтеү, балаларҙың театр-уйын эшмәкәрлегенә стремылышын дәртләндереү һәм үҫтереү;

- балалар өлкәндәр һәм тиҫтерҙәре менән аралаша.

Минең үҙ аллы белем алыуымдың маҡсаты: театрлаштырылған уйындарҙы индереү мәсьәләләрендә теоретик кимәлде, һөнәри оҫталыҡты һәм компетентлыҡты күтәреү. 

Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылған:

1. Иртә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү проблемаһы һәм театрлаштырылған эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыу буйынса уҡытыу, белешмә, методик әҙәбиәтте өйрәнеү ярҙамында теоретик һәм практик материалды системалаштырыу.

2. Был тема буйынса перспективалы эш планын әҙерләү.

3. Урта  йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн театрлаштырылған уйындарҙы файҙаланып, заманса эш формаларын индереү.

4. Урта йәштәге балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ярашлы хәрәкәт-телмәр уйындары һәм күнегеүҙәр, һамаҡтар һәм әйтештәр, ишетеү үҫешенә уйындар, тауыш оҡшатыу, ритмопластика, телмәр, бармаҡ, артикуляция һәм тын алыу гимнастикаһы; әкиәттәр сценарийҙары, театрлаштырылған уйындар, этюдтар картотекалары; музыкаль-ритмик разминкалар әҙерләү.

5. Театрҙың төрлө төрҙәре менән театрлаштырыу үҙәген булдырыу, төрлө әкиәттәр буйынса.

6. Театрлаштырылған уйындарҙы йыһазландырыу тураһында хәстәрлек күреү: театр уйынсыҡтары һатып алыу, үҙешмәкәр уйынсыҡтар, костюмдар, декорациялар, тәрбиәләнеүселәрҙең театрлаштырылған уйындарын сағылдырған атрибуттар эшләү, театр мөйөшөн биҙәү.

7. Театрлаштырылған уйындар өсөн әҙәби әҫәрҙәр һайлауға етди иғтибар бирергә: балалар өсөн аңлайышлы әхлаҡи идея, хәрәкәтсән ваҡиғалар, тасуири характеристика бирелгән персонаждар менән.

8. Балалар менән театрлаштырылған эшмәкәрлекте төрлө алымдар ярҙамында ойоштороу мәсьәләһе буйынса ата-әсәләр менән эште оптималләштереү.

 Үҙ аллы белем алыу буйынса перспективалы эш планы

Сара

Тормошҡа ашырыу ваҡыты

Һөҙөмтә

Тикшерелгән проблема буйынса мәғлүмәт йыйыу: фәнни-методик әҙәбиәтте өйрәнеү, педагог-практиктарҙың эш тәжрибәһе менән танышыу.

Сентябрь-октябрь

 Интернет аша яңы педагогик технологиялар менән танышыу. Электрон һәм методик китапхананы булдырыу ҡулланылған әҙәбиәттең картотекаһын төҙөү. Эш планын төҙөү, өйрәнелгән материал нигеҙендә. Тема буйынса эш материалын һайлау.

Телмәр үҫтереү буйынса мониторинг үткәреү.

Октябрь (башланғыс)

Май (йомғаҡлау)

 Педагогик мониторинг картаһы. Мәғлүмәттәрҙе анализлау. Асыҡланған проблемаларҙы хәл итеү юлдары. Ата-әсәләргә кәңәштәр.

Театрлаштырыу үҙәге өсөн кәрәкле ҡорамалдар исемлеген әҙерләү

Сентябрь

2021-2022 уҡыу йылына төркөмдөң предметлы үҫтереүсе мөхитен ойоштороу һәм үҫтереү планы.

Телмәр үҫеше үҙәген биҙәү.

Октябрь - апрель

Телмәрҙе үҫтереү, ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын, тын алыу гимнастикаһын, ишетеү иғтибарын, тауыш оҡшатыу, предмет – уйын эшмәкәрлеген, бармаҡ һәм артикуляцион гимнастиканы үҫтереү өсөн картотекалар әҙерләү.

 Балалар өсөн һамаҡлау картотекаһын һәм хәрәкәт-телмәр уйындарын тулыландырыу

Октябрь

Картотека эшләү.

"Театр һәм балалар" темаһын ата-әсәләр араһында анкета үткәреү.

Октябрь

Ата-әсәләр өсөн консультация " Баланың театрға ҡыҙыҡһыныуын нисек үҫтерергә?»

Театрлаштырылған эшмәкәрлек өсөн ширма биҙәү: «би-ба-бо»ҡурсаҡ театры.

Ноябрь

Ҡурсаҡ театры өсөн ширма

Балаларға " Шалҡан» өҫтәл театрын күрһәтеү

Ноябрь

Балаларға әкиәтте һөйләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм рус халыҡ әкиәтен иғтибар менән тыңлау һәләтен үҫтереү

Театралыштырыу элементтары ҡулланып,ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу «Эт үҙенә нисек хужа тапты?»,  «Бәшмәк аҫтында», «Сказка про утят», «Заинька серенький»

Йыл буйына

Конспекттар

Театрлаштырыу үҙәген төрлө театрҙар менән тулыландырыу: өҫтәл, бармаҡ, магнитлы театр, күләгәле театр, бирсәткәләр, стена, фланелеграфтағы театр, битлек театры

Йыл барышында

Театрлаштырыу үҙәген "Башҡорт ғаиләһе" бармаҡ театры  "Бүре һәм ете кәзә", "Бесәй һәм төлкө" өҫтәл театрҙары; "Бесәй, төлкө һәм айыу", "Маша һәм айыу" картиналар театрҙары; "Өс айыу" магнит театры, "Ҡыҙыл башлыҡ" күләгәле театры, “Заюшкина избушка» фланелеграф театры менән тулыландырыу

 Фланелеграфта театр күрһәтеү «Төлкө менән торна» башҡорт халыҡ әкиәте буйынса 

Декабрь

Балаларға «Төлкө менән торна»әкиәте геройҙарының  ыңғай һәм кире яҡтарын аңларға ярҙам итеү. Балалар театрлаштырыуҙа туранан-тура ҡатнашыуы

Яңы йыл уйындарын ойоштороу өсөн кәрәкле атрибуттар әҙерләү

Декабрь

Яңы йыл атрибуттары: ҡаргиҙәрҙәрҙең башлыҡтары, ҡыҙылбалыҡ, поролондан ҡар бөртөктәре, Ҡыш бабайҙың өйө һ.б.

Башҡорт халыҡ әкиәте «Етем төлкө» тәрбиәселәр менән уйнау

Февраль

 Балаларҙың белемен нығытыу ,әкиәтте видеоға төшөрөү 

Әкиәт буйынса театрлаштырылған тамаша өсөн атрибуттар әҙерләү «Минең әсәйем ҡайҙа?»(А.Йәғәфәрова)

Март

8 март байрамы уңайынан ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һәм балалар менән «Минең әсәйем ҡайҙа?» әкиәтен әҙерләү.

 Төрлө халыҡтарҙың халыҡ әкиәттәре, шиғырҙар, һамаҡтары менән таныштырғанда театр атрибуттарын ҡулланыу.

Йыл дауамында

Балаларҙы театрлаштырылған эшмәкәрлеккә ылыҡтырыу, хәүефте кәметеү, оялсанлыҡты еңеп сығырға ярҙам итеү.

Ата-әсәләр менән балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса шәхси әңгәмә

Йыл дауамында

Күргәҙмәне биҙәү, күсеп йөрөү папкаһын әҙерләү, стендтар. Май айында театрлаштырылған тамаша буйынса фотоочет

Был тема буйынса ата-әсәләргә консультациялар биреү

Май

Мониторинг, хәтер йомғаҡтары буйынса консультациялар, йәш балаларҙың телмәр үҫеше буйынса стенд мәғлүмәтен рәсмиләштереү

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. 3. Аҙнабаева Ф.Ғ, Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., 3.б. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. - Өфө: Китап, 2010. – 416 бит.

2.  Антипина А. Е. Театрализованная деятельность в детском саду: Игры, упражнения, сценарии. – М.: ТЦ Сфера, 2009.

3. Артемова Л. В. Театрализованные игры дошкольников. – М.: Просвещение, 1991..

4. З.Ғ.Нафиҡова ,Ф.Г.Аҙнабаева «Осҡон»

5. Ф.Г.Аҙнабаева, Г.Ш.Әлбәкова, А.Р.Буранбаева, К.Ф.Мортаева.

Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү программаһы. Башҡортостан

– тыуған илем. – Өфө: Китап, 2017;

6. Р.Л.Агишева. Мин – башҡортостанлы. Өлкән төркөм балалары

менән эштә программа - ҡулланма (башҡорт телендә)

7. Калинина Г. Давайте устроим театр! Домашний театр как средство воспитания. – М.: Лепта-Книга, 2007.

8. Караманенко Т.Н. Кукольный театр – дошкольникам.- М.: Просвещение, 1969.

9. Карпов А.В. Мудрые зайцы, или Как разговаривать с детьми и сочинять для них сказки. – СПб.: Речь, 2008.

10. Федеральный государственный образовательный стандарт дошкольного образования - утверждён приказом Министерства образования и науки Российской Федерации. 2013г.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ...