Сценарий постановки эпоса "Урал батыр"
материал (старшая группа) на тему

Ярмухаметова Венера Нугамановна

Материал для инсценипрования эпоса "Урал батыр"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_postanovki_eposa_ural_batyr.docx18.11 КБ

Предварительный просмотр:

“Урал батыр” эпосын

яттан һөйләү конкурсында ҡатнашыу өсөн

 сценарий

Ролдәрҙе башҡаралар:

Урал ролендә – Ҡашҡаров Тамъян

Һомай  ролендә  – Йомабаева Яҙгөл

Шүлгән һәм Аҡбуҙат ролендә  – Мәғзумов Айнур

Урал менән Шүлгән осрашалар.

Шүлгән: «Һин күп ерҙә булғанһың,
Бик күп нәмә күргәнһең.
Батыр булып, дан алып,
Инде бында килгәнһең,
Самрауҙың иленә
Килеп аяҡ баҫҡанһың.
Инде нимә уйлайһың?
Беҙҙең теләк ошонда
Икәнен асыҡ белмәйһең.
Самрауға яу асайыҡ,
Аҡбуҙатын алайыҡ,
Беребеҙ таяҡ тотайыҡ,
Беребеҙ Аҡбуҙ менәйек,
Бөтә илдә баш булып,
Барыһыны мат ҡурып,
Көслө батша булайыҡ.

Һин таяғың бир миңә, —
Ошо илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙыны
Үҙемә тартып алайым,
Аҡбуҙатын менәйем;
Мин бит — туған ағайың,
Мин дә данлы булайым!»

Урал: «Былар һис тә кешегә
Бер яуызлыҡ итмәгән,
Үлтереп, ҡан ҡоймаған,
Кешегә дошман булмаған.
Беҙ икәүләп барайыҡ,
Дейеү илен алайыҡ,
Унда тотҡон булғандың
Барына юл асайыҡ.


Ҡыҙ алырға уйлаһаң,
Аҡбуҙатын һайлаһаң,
Ҡыҙы һөйһә, ҡыҙын ал,
Бүләк итһә, Буҙын ал.
Ҡыҙ алам, тип яу асып,
Үлемгә беҙ юл ҡуйып,
Бер ҙә юҡҡа ҡан ҡойоп,
Яуыз исем таҡмайыҡ,
Ҡан ҡойоусы даны алып,
Илгә яман ҡайтмайыҡ.
Әзрәҡәне еңәйек,
Шишмәнән һыу алайыҡ,
Үлгәнгә йән бирәйек,
Кешеләрҙе донъяла
Үлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ», —


Тигәс, Шүлгән уйланған,  Һомайҙы күреп ҡала һәм эргәһенә килеп һүҙ башлай.

Шүлгән:

Күҙ алдымда күргәс тә,
Күңелемде арбаның,
Күҙең миңә һалманың...

...Теләһәң, бергә булайым,
Һөйһәң, һине алайым,

Һомай: «Егет, һүҙеңтыңланым,
Эс сереңдеаңланым,
Шулайҙыр тип уйланым;
Мин бербатшаҡыҙымын,
Ҡыҙҙарыныңҙурымын.
Егет, уйыңуйбулһын,
Берҙурмайҙанҡорайым,
Батырлығыңһынайым,
Шундаданыңкүрәйем.
Буҙатым бар йыраҡта,
Әсәмбиргәнбүләккә,
Майҙанымашулкилер,
Батыр булһаң, улбелер.
Майҙанымдабуҙатты
Ҡулыңаалыпменәлһәң,
Эйәренеңҡашынан
Булат ҡылысыналалһаң,
Шундай батыр булалһаң—
Буҙымбүләкҡылайым;
Атамаәйтеп туй яһап,
Үҙеңәйәрбулайым»,—

Һомай Аҡбуҙатын саҡыра.

(Аҡбуҙат ҡанатын ҡаға-ҡаға, көйгә бейеп килеп инә)

Һомай әйткән хаҡ һүҙен:
«Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп, зарығып.
Кеше ҡаны булмаған
Батырҙарҙы ырғытып;
Мин һайлаған батырҙың
Береһен һанға алманың,
Үҙеңһайлап батырың,
Миңә табып бирмәнең.
Бына килде батырҙар,
Һине көтөп ятырҙар.
Батырлығын һайлапмы,
Матурлығын һайлапмы,
Береһен үҙең алаһың,
Үҙеңә юлдаш ҡылаһың, —
Һиңә иптәш ир булыр,
Минә һөйгән йәр булыр».

Аҡбуҙат:

«Матур миңә дан булмаҫ,
Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ.
Шаулап болот ҡалҡҡанда,
Ҡойон-дауыл сыҡҡанда,
Күктә ҡош та оса алыр,
Ҡамғаҡ осһа, яр табып,
Уҙа елдән баҫа алыр.
Мин сапҡанда — ел ҡубыр,
Таш та ятып түҙәлмәҫ,
Һыу тулҡыныр-ҡайнашыр,
Һыуҙа балыҡ йөҙәлмәҫ.
Ҡаф тауына типһәм мин,
Он-талҡандай ыуалыр,
Тирә-яҡта йән булһа,
Береһе ҡалмай ҡыйралыр.
Эйәремдең ҡашында
Булат-алмас ҡылысым —
Күп йыл уны һуғарған
Үҙ янында ҡояшым —
Бөтә донъя ирерлек
Утҡа һалһаң,— иремәҫ.
Донъялағы бер нигә
Йөҙө тейеп тупармаҫ,
Етмеш батман ауырлыҡ


Күтәреп күккә сөймәгән,
Өс бармағы осонда
Төшөрмәйсә тотмаған
Кеше — батыр ир булмаҫ,
Ҡылыс һелтәп сабалмас.
Шундай батыр булмаһа,
Миңә юлдаш булалмаҫ.

(Аҡбуҙат уйнаҡлап сығып китә. Шүлгән, Урал, Һомай бер ҙур ташты табалар)

Һомай Шүлгәнгә ҡарап:
«Алып ташла!» — тигән, ти;
Шүлгән барып уҡталған,
Тирә-яҡлап һәрмәнгән,
Ҡутарырға серәнгән,
Көсөргәнеп маташҡан,
Көсөн һалып айҡашҡан.

Һомай Уралға ҡарап:
«Күтәреп ҡара!» — тигән, ти.
Урал ташҡа барған, ти,

Урал ташты тотҡан, ти;
«Ҡайһы яҡта Әзрәҡә?» —
Тип һорашып алған, ти;
Әзрәҡәнең иленә
Урал ташты атҡан, ти.

Шүлгән ҡайғырыып китә. Урал менән Һомай ҙың бейеүе.

Урал:

Барығыҙға шуны әйтәм:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ.