Еңеү-көнө !
статья по теме

Кустыбаева Алия Азатовна

иң бәләкәстәр өсөн еңеү көнө тураһында.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 9_maya.docx15.12 КБ

Предварительный просмотр:

9 май- Еңеү көнө

Маҡсаттар:

а)тыуған илгә һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

б)һандар темаһын нығытыу;

в) Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһында белемдәрен арттырыу;

Йыһазландырыу: компьютер, дәреслектәр, , слайдтар.

Леция барышы

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры башҡарыла.


мин: Эйе, . Ҡасандыр тарихта был биттәр булған һәм баллар күберәк ыҙалағандар, ата-әсәйҙәрен юғалтҡандар, аяҙ-күк йөҙө күрмәгәндәр.

Шулай итеп, тарих биттәрендә ҡалған һәм онота алмаҫлыҡ ниндәй байрам етеп килә. Еңеү көнө.

мин: Дөрөҫ! Был Бөйөк Һуғыш Һуғышы дүрт йыл дауым иткән һәм дә халҡыбыҙҙың еңеүе менән тамамланған,эйеме.

1) Бөгөн байрам. Күҙҙән йәш тамһа ла
Беҙ бәхетле — аяз күгебез. 
Һаклап ҡалһаҡ именлекте ерҙә 
Аяҙ булыр килер көнөбеҙ. 
Еңеү көнө ергә килгән һайын,

Япраҡ ярган һайын бөрөләр 
Яу ҡырында ҡалган ир-егеттәр 
Күңелдәрҙә ҡабат терелә

                                                                 

 (М.Кәрим)

Ә һәҙер мин һеҙгә БВҺ нисек башлагғаны тураһында һөйләйем.


Иртә менән 22 июнь 1941 йылда, әле беҙҙең илдең ҡалалары һәм ауылдары уянмаған ваҡытта, аэродромдан бомба менән Нимес самолеттары күтәрелә. Был һуғышты Германия иҫкәрмәйенсә, белдермәйенсә беҙҙең илгә үтеп инә.Фашист самолеттары ҡалаларҙы, порттарҙы, аэродромдарҙы, ЖД станцияларын шартлата. Бомбаның ярсыҡтары пионер лагерҙарына, балалар баҡсаһына, больницаларға һәм йорттарға эләгә. Халыҡ үҙ илен һаҡлайым тип тороп баҫа. Барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китеп бөтә. Бөтөн ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ тылда ҡалған   ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшә.Сөнки уларға үҙҙәре эшләйәсәк эштәрҙе лә, ирҙәр эшләргә тейеш ауыр эште атҡарыға ла, һуғышҡа оҙатыу өсөн ҡоралдар ҙа, кейем-һалымдар ҙа етештерергә тура килә.  

Ә был ҡәһәрле һуғыш 1418 көн бара.

Ошо  1418 көн ҡан ҡойошта яҡынса 27 000 000 кеше һәләк була.

Был күрһәткес яҡынса ғына, ә һуғыш арҡаһында аслыҡтан үлгәндәр, тыумай ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, был һандар күпкә юғары булыр ине.

Беҙҙең илен яратҡан, ҡурҡыу белмәҫ яугир олатайҙарыбыҙ "Илебеҙ бөйөк!Ләкин сигенергә урын юҡ!!!” тигән һүҙҙәр менән үҙҙәрен аямай һуғыша.


  (Муса Гәрәйев, М.Шайморатов, Т.Күсимов, А.Матросов(Шакирйән Мөйәмәтйәнов), М.Ғөбәйҙуллин).

Данлыҡлы батырҙарыбыҙ һәм көнө - төнө  тылда көс түгеүселәр, йәғни үҫмер балалар, ҡатын – ҡыҙҙар, яраланып ҡайтҡандар  беҙҙең илгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырҙы.

Бөйөк Еңеүгә лә килеп еттек. Еңеү!Еңеү!Ниндәй шатлыҡ!

Әйҙәгеҙ әле, ошо урында һуғыш заманының данлыҡлы дикторы Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлап китәйек.

 (Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлайбыҙ)

Шулай итеп, ваҡыт машинаһы беҙҙе бөгөнгө көнгә лә килтереп еткерҙе. Тыуған илебеҙҙә, баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү көнө менән бәйле ниндәй иҫтәлекле урындарҙы беләбеҙ? Иҫләп китәйек әле.  (Еңеү паркы, Матросов паркы,  Музейҙар,  Мәңгелек ут ...) 
       

         Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының билдәле  батырҙары менән танышып киттек, ә һеҙҙең ғаиләнән кемдәр һуғышта ҡатнашҡан, улар ниндәй батырлыҡтар күрһәткән? Әйҙәгеҙ, олатайҙар-өләсәйҙрегеҙҙе лә хәтерләп китәйек әле.(Балаларҙан һөйләтеү)

Баһалау.

Йомғаҡлау.

         Шулай итеп,үҙебеҙ өсөн ниндәй фәһем алдыҡ? Нимәләр белдек?

         Тимәк, Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә  бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!



 

Комментарии

Гиляжева Зульфира З.

Афарин!!!