Тәрбиәселәр өсөн сығыш.
консультация

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Мәктәпкәсә белем биреү системаһында этномәҙәни компонент йөкмәткеһе һәм перспективаһы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon vystuplenie_.doc47 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы

308-се балалар баҡсаһы

“Мәктәпкәсә белем биреү системаһында

этномәҙәни компонент:

йөкмәткеһе һәм перспективалары”

                                                                     Ғибәҙуллина Рәшиҙә. Р.

Юғары категориялы тәрбиәсе

Өфө-2015

        Бөгөнгө көндә этник культураны тергеҙеү, һаҡлау һәм артабан үҫтереү кешелек үҫешенең мөһим компоненты булып тора. Был проблема полиэтник, поликультуралы Рәсәй өсөн айырыуса мөһим, сөнки ошондай ҡатмарлы арауыҡта сағыштырмаса аҙ һанлы халыҡтарҙың үҙен дөйөм кешелектең ҡабатланимаҫ бер ҡиммәте, хазинаһы булараҡ һаҡлап алып ҡалыу проблемаһын тик йәш быуын тарафынан тыуған халҡының быуаттарға тапшырыла килгән әхләҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрең үҙләштереү  аша ғына  ынғай хәл итергә мөмкин. Ә былар белем биреү усаҡтарында этнокультура компонентарын өйрәнеү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Милли үҙ аңды үҫтереү, дөйөм кешелек ҡиммәттәре менән бер рәттән туған халҡың өсөн генә хас булған ҡиммәттәрҙе үҙләштереү, халҡындың телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Шулай итеп этномәҙәнилелек формалаштырыу күп яҡлы эшмәкәрлекте үҙ эсенэ ала.

Халыҡ тәрбиәһе идеяһы, төрлө халыҡтар мәҙәнилелегенә ҡараш бөйөк педагогтар И.А. Ильин, Д.С. Лихачев, В.В. Давыдов һ.б.  фекерҙәре буйынса балаларҙы ысын шәхес булып үҫергә, патриотик тойғолар тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһай.

       Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учрежденияларында этнокультура компонентарын индереү күп мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә: балаларҙың

тирә-йүнгә ҡарашы үҙгәрә, аң-зиһене үҫә, тирә-йүнгә һәм үҙ-үҙенә ҡарата баһа арта, кешелектең бөтә ҡиммәттәре бер система булып формалаша.

     Халыҡ мәҙәниәте аша кескәйҙәрҙе тирә-яҡ мөхиткә уңышлы социалләштереү бурысы  Октябрь районының  308-се балалар баҡсаһының үҫтереу программаһында иң төп йүнәлештәренең береһе булып тора.

     Был йүнәлеш Яңы Федераль дәүләт стандарты талаптырына таянып, бөтә өлкәләрҙә тормошҡа ашырыла.

      Социаль-коммуникатив үҫеш өлкәһендә  балаларҙы, сюжетлы ролле уйындар (Ат сабышы, Һабантуй, Башҡорт ашханаһы, Умартасы, Йәйләү, Балаҫ һуғыу, Кейеҙ баҫыу һ.б.)менән таныштырыу аша  сағыла. Халыҡсан уйын культураһын индереү кешелектең үҫеш тарихы менән танышырға, төрлө халыҡҡа ҡарата толернат ҡараш тәрбиәләргә ярҙам итә. Халыҡ уйындары менән танышыу маҡсатында һәр төркөмдә, йәшенә тап килтереп халыҡ уйындары картотекалары булдырылган. Ата-әсәләр ярҙамында уйындар, атрибуттар  яңартылып тулыландарылып  тора.

         Тирә-яҡ донъяны танып-белеү өлкәһе, тыуған ерҙең тәбиғәте, матурлығы, иҫтәлекле урындары  менән таныштырыу аша башҡарыла. Төркөмдәрҙә тыуған ер тәбиғәтен өйрәнеү маҡсатында (Башҡортостан-тыуған ерем, Башҡортостандың ҡыҙыл китабы, Файҙалы ҡаҙылмалары, Башҡортостан үҫемлектәре, күлдәре, йылғалары, тауҙары) тураһында  альбомдар, сюжетлы һүрәттәр күпләп булдырылған. Балалар тәбиғәтебеҙҙә булған файҙалы ҡаҙылмалар, үҫемлектәр, хайуандар макеттары менән таныша, өйрәнә.        Шулай уҡ кескәйҙәр менән районыбыҙға ҡараған иҫтәлекле урындарҙа   Маршал Жуков     обелискына, Кашкадан паркында урынлашҡан зоопаркка сәйәхәт ойошторола.

Ә дидактик уйындарҙың әһәмиәте бик ҙур –

.  

       Тыуған тәбиғәтебеҙ менән танышыу маҡсатында миҙғел байрамдарын үткәреү изге йолаға әүерелде. Улар йыл миҙгелдәренә бәйләнеп үтә: көҙ -  “Сөмбөлә”, Ҡаҙ өмәһе, Бәпес туйы,  “Аулаҡ өй”, ҡыш -“Ҡышты оҙатыу”, “Ҡышҡы нардуған”, яҙ - “Ҡар һыуына барыу”, “Кәкүк сәйе”,  Ҡарға бутҡаһы,  йәй - “Ҡымыҙ байрамы”, “Һабантуй”. Фольклор байрамдарында быуындан-быуынға күсә килгән йола менән танышыу үҙе бер матурлыҡ, йәнгә йылылыҡ өҫтәй. Әлбиттә, ата-әсәйҙәр ҙә был байрамдан ситттә ҡалмай. Үҙҙәре уҡ балалар менән бергә сығыш яһай. Бына ошо ваҡытта инде беҙ этномәҙәнилелек компонентының асыҡ сағылышын күреп ҡыуанабыҙ.

      Телмәр үҫтереү өлкәһе нәфис әҙәбиәт менән танышыу аша тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Бында Халыҡ ижадының әһәмиәте бик ҙур, дәрестәрҙә, көндәлек  режим барышында, саф һауала, хеҙмәт итеү ваҡытында, милли байрамдарҙа, әүҙем ҡулланыла. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, фольклор текстары, уйын, һүрәт төшөрөү, киҫеп йәбештереү, әүәләү, театрлаштырыу һ.б.  эшмәкәрлектә ҙур йәнлелек ала. Халыҡ ижадында үткәнебеҙ һәм бөгөнгөбөҙгә күп яҡлы мәғәнәүи нигеҙ һалынған. Балаларҙың күңел байлығын, рухи байлығын күҙ унында тотоп, уларҙа сыҙамлылыҡ, ихласлыҡ, әҙәплелек, изге күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, егәрлелек кеүек күркәм сифаттарҙы тәрбиәләйбеҙ.  

      Халыҡ ижадының бер өлгөһө –ул әкиәттәр. Баҡсабыҙҙа һәр йыл һайын Әкиәт аҙналығын үткәреү күркәм традицияға әүерелгән. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү өсөн күп яҡлы эш алып барыла.Индивидуаль һөйләү, күмәк сәхнәлә уйнау өсөн шарттар булдырылған. Һөҙөмтәләре - район, ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа юғары баһа - призлы урындар   яулау.   Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ- ҡала кимәлендә үткәрелгән Һаумы, һаумы әкиәт йәш башҡарыусыларҙың донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү бәйгеһендә иң тәүге йондоҙсоҡтары.

       Ата-әсәләр менән дә бик әүҙем эш алып барыла: улар ҙа кескәйҙәр менән бергә әкиәтте өйрәнәләр, атрибуттар әҙерләйҙәр, декорация яһайҙар.           Этномәҙәни компонент булараҡ ғаилә менән шәжәрәләр төҙөү, тарихты өйрәнеүҙең отошло алымдарынын береһе. Матур итеп төҙөлгән шәжәрәһенә ҡарап, һәр кеше ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.Ошо тойғо-кисерештәр туған ил, ер тарихын өйрәнеүгә этәргес көс булып тора.Традицияға ингән шәжәрә байрамдары ҙур әҙерлек менән үтә. Шәжәрә вәкилдәренең төрлө тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы, яуланған уңыштары, күрһәткән хеҙмәттәре, һөнәрҙәре, белемдәре күргәҙмә рәүешендә ҡуйыла. Атай-олатайҙар рухын, телен, йола-ғәҙәттәрен дауам иткән йәнле сығыштар байрамдын төп  ваҡиғаһы булып тора.            

      Нәфис-эстетик үҫеш өлкәһе балаларҙы матурлыҡты күрергә өйрәтеү менән берлектә хеҙмәткә өйрәтеү аша ойошторола. Байрамдарға атрибуттар әҙерләү, костюмдар тегеү, башҡорт мәҙәниәте мөйөштәрен тулыландырыу, башҡорт һауыт-һабаларын әүәләү, биҙәү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен эшләү, ҡорамалар тегеү, балаҫтар, таҫтамалдар, тирмә кәрәк-яраҡтарын биҙәү кеүек эш төрҙәрен балалар бик яратып башҡара.

Дидактик уйындар -  “Башҡорт костюмдарында айырманы тап”, “Түшелдеректе төҙө”, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемен тап һәм әйт”, “Башҡорт аяҡ кейемдәре”, “Алъяпҡысты төҙө” аша халыҡ оҫталары эштәрен өйрәнеүҙе дауам итеп кенә ҡалмайбыҙ, башҡарған кешеләрҙең хеҙмәтенә, улар яһаған әйберҙәргә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтерәбеҙ, ғорурлыҡ тойғоһо уятабыҙ.

Нәфис-эстетик үҫеш өлкәһендә боронғо башҡорт  йырҙарҙын өйрәнеүгә  ҙур урын бирелә. Боронғо йырҙарҙа ил тарихы, халыҡ яҙмышы сағыла. Ата-бабанан ҡалған ҡомартҡыны киләсәк быуынға еткереү төп маҡсат булып тора. Балалар баҡсаһында башҡорт йырҙарын  өйрәнеп кенә ҡалмайбыҙ район, ҡала кимәлендә үткәрелгән ҡала йондоҙсоҡтары конкурсында ла ҡатнашабыҙ.

Физик үҫеш өлкәһендә  - халыҡ уйындары (“Ҡапҡа”, “Ҡурайсы”, “Гөргөлдәк”, “Тирмә”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Буш урын”, “Осто осто”                                                 ) аша хәрәкәт төрҙәрен кмиллаштырыу менән бер рәттән бабабарҙы үҙ халҡының мәҙәниәтенә ылыҡтырабыҙ. Хәрәкәтле халыҡ уйындары көнкүреш һәм хеҙмәт менән тығыҙ бәйләнештә барлыҡҡа килгәндәр, улар аша намыҫлыҡҡа, ғәйрәтлеккә, батырлыҡҡа ынтылыш тәрбәләйбеҙ.

Этномәҙәнилелек компонентын үҫтереү маҡсатында  балалар баҡсаһында бар уңайлылыҡтар ҙа булдырылған. Баҡсабыҙҙа ойошторолған мини-музейҙа бороңғо предметтар: йөн иләү станоғы, бороңғо кейем-һалым, йорт йыһаздары, биҙәүестәр, таҫтамал, өҫтәл япмалары, кейеҙҙән эшләнгән, ҡулдан һуғылған балаҫтар, урын-кәрәк яраҡтары, һауыт-һабалар бар. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре менән танышыу өсөн бар ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар. Тәрбиәселәр бында милли костюмдарҙа балаларҙы йорт кәрәк яраҡтары - һауыт-һаба, аш-һыу менән таңыштыралар. Кескәйҙәр өләсәйҙен серле һандығын, серле  әкиәт йомғаҡтарын ҡулланып, халыҡ әкиәттәрен һөйләп, әүрәткестәр, бишек йырҙарын бик теләп башҡаралар.

        Өлкән төркөмдәрҙә һынлы сәңғәт, әүәләү, корама йәбештереү бик йәнле үтә. Аш-һыу бешереү серҙәрен өйрәнгәндә, мәҫәлән:  талҡан эшләү,  буҙа бешеү барышында балалар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып шөғөлләнәләр.

      Балаларҙы этномәҙәниәт компоненттары менән  таныштырыу балалар баҡсаһында ойошторолған саралар менән генә сикләнеп ҡалмай, Районыбыҙҙағы  бүтән белем биреү ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә  алып барыла. Беҙ 136-сы башҡорт лицейы, китапхана, элемтә бүлеге, милли- музей, спорт клубы,  менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, өлкән төркөмдәр менән сәйәхәттәр ойошторабыҙ. Күрғәҙмә материалды үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарау, башҡа хеҙмәт эйәләре менән аралашыу, балаларҙа этномәҙәниәлекте  үҫтереүҙә туранан тура йоғонто яһай.

Шулай итеп этномәҙәни компонентар – әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, театрлаштырыу, халыҡ йолалары менән танышыу, төрлө байрамдар үткәреү, музейҙағы белем биреү эшмәкәрлеге, халыҡ ижады менән танышыу һ.б. тәрбиәүи белем биреү эшмкәрлеген тик тулыландыра, йәнләндерә, танып-белеү кимәлен күтәрә. Халыҡ идеяһына таянып, балаларҙа дуҫтарса мөнәсәбәт, бер береһе өсөн ҡайғыртыусанлыҡ, тыуған еренә, иленә ҡарата һөйөү, ихтирам, иғтибар тойғолары тәрбиәләйбеҙ. Балаларҙың халыҡ уйындарын өйрәнеүе, милли байрамдарҙа, әҙәби әҫәрҙе театрлаштырыуҙа ҡатнашыуҙары телмәр активлвгвн үҫтерә. Алған һөҙөмтәләргә ҡарап этномәҙәни компонентар ҡулланыу тәрбиүи белем биреү процессында мөһим роль уйнай.