Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр!
консультация

Янбердина Гульсия Валериевна

рекомендации для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slr_oson.docx16.42 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһына йөрөтөргәме, юҡмы?

Мәктәпкәсә йәштәге баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу бер мәсьәлә булһа, икенсеһе – унда баланың күнегеп китеүе. Сөнки ғаиләлә һәр саҡ ата-әсәһенең, башҡа туғандарының иғтибары үҙәгендә булып өйрәнгән бәләкәскә ят мөхиткә, тәрбиәселәргә һәм балаларға өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Шуға күрә балалар баҡсаһына биреү мәсьәләһен, уның төрлө яҡтарын уйлап, өйҙә яҡшыраҡ булырмы, балалар баҡсаһындамы – сағыштырып ҡарап хәл итергә кәңәш итер инек.
Балалар баҡсаһына йөрөгән бала балалар менән уйнай, аралаша
3 – 4 йәшлек сабыйҙа ололар менән генә түгел, балалар менән аралашыу теләге тыуа. Бындай аралашыуҙың файҙаһы бик ҙур. Балалар менән үҙеңде тиңдәрсә тоторға, дуҫтар табырға мөмкин. Тик тиҫтерҙәре компанияһында ғына бала ғәҙел алышта еңергә һәм еңелергә өйрәнә, ә өлкәндәр менән уйнағанда гел юрый ғына еңелгән була, бала быны үҙе лә һиҙеп тора.
Уйнағанда бала башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға өйрәнә. Оло кешене иһә мыжып, илап та еңә ала. Ә тиҫтеренә ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итә, ҡағиҙәләрҙе тота һәм уныңса эшләй белергә кәрәк. Ниһайәт, башҡа балалар компанияһында күңеллерәк тә.


Әммә кире яҡтары ла бар
Балалар баҡсаһында төрлө ғаиләлә төрлөсә тәрбиә алған балалар йыйыла. Һөҙөмтәлә баланың унда төрлө насар ғәҙәттәргә өйрәнеүе, насар һүҙҙәр отоп алыуы ла ихтимал.

Әсәй юҡ
Был иркә һәм яңғыҙ балалар өсөн һәйбәт. Бала барыһы ла уның көйөн генә көйләмәүенә, барыһы ла ул теләгәнсә генә булмауына өйрәнә.
Кире яҡтары
Көн буйына әсәһен күрмәү һәм өйҙән айырылыу – бала өсөн ҙур стресс. Ата-әсә, ғаилә тәрбиәһен бер кем дә, бер нәмә лә алмаштыра алмай. Ғаиләлә үҫкән бала ғүмер буйы үҙен ҡурсаулы итеп һиҙә.

Тәрбиәселәр бар
Көн әйләнәһенә бала ҡараулы була. Тәрбиәсе уларҙы уйната, уҡыта, өйрәтә, тышҡа алып сығып, саф һауала йөрөтә. Шулай уҡ ваҡытында ашауын, йоҡлауын да контролдә тота. Улар менән аралашҡанда бала тыңларға, аңларға, ололарҙың һүҙен һанларға өйрәнә.