Башҡорт халыҡ йола байрамдары!
презентация

Абдуллина Насия Мазитовна
Балаларҙы  халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу;

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Башҡорт халыҡ йолалары2.13 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙОЛА БАЙРАМДАРЫ Төҙөнө: Тәрбиәсе Абдуллина Н.М

Слайд 2

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу; Милли байрамдарҙа йырҙар, оҙон көйҙәр, бейеүҙәр аша балаларҙың зиһенен арттырыу; Милләтебеҙгә, изге төйәгебеҙгә хөрмәт, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү. Балаларҙы тәбиғәтте яратырға, ҡурсаларға өйрәтеү, уның матурлығын ,гүзәлләген күрә белеү тойғоһон нығытыу; Байрамдарҙа балаларҙың күңел күтәренкелеген, шатлыҡ хистәрен уятыу, кешеләргә ҡарата изгелек, рухи ҡиммәттәргә оло ихтирам тәрбиәләү , ата - баба йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу .

Слайд 3

Сөмбөлә байрамы – көҙ яҡынлашҡас , әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Элек уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып , ҙур байрам ойошторған , ат сабыштары уҙғарылған , батырҙар билдәрен көрәштә һынаған . Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр малын салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау йолаға инеп киткән. Бик матур ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп кейендереп , майҙанға алып сыҡҡандар. Ул уңған, таҫыл, зирәк, ҡул эштәренә лә оҫта булырға тейеш булған.Сөмбөләгә береһенән-береһе сетерекле , көтөлмәгән һорауҙар бирелгән. Йор телле Сөмбөлә аптырап ҡалмаған, барыһына ла яуап биргән. Уның һүҙҙәрен төрлөсә юрап , көҙҙөң нисек килерен белергә тырышҡандар. Сөмбөлә үҙе лә, уның һары сәстәре лә көҙҙө, алтын башаҡтарҙы хәтерләткән . Һәм уны шулай кейендергәндәр ҙә. Артабан Сөмбөлөнең күңелен күреп йырлап-бейеп, көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп күңел асҡандар. СӨМБӨЛӘ

Слайд 5

Нардуған — йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн ) үткәс башҡорт халҡының борондан килгән йола байрамы. 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем дауам итә . Исеме боронғо төрки «нар» ( нур ) һәм « дуған » ( тыуған ) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан . Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата. Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡығаларҙы иҫкә алып , алдағы йылға матур теләктәр теләнә. Байрам көндәрендә йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла . Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата . Был байрам уйын-көлкө менән , киң итеп шаулатып үткәрелә . Йыйынға һәр кем үҙ өлөшө менән килә . Һуңынан уйындар ташта дауам итә. Нардуған байрамында йондоҙнамә уҡыу, киләсәкте юрау йолаһы ла бар. ҠЫШҠЫ НАРДУҒАН

Слайд 7

“ Науруз ” – фарсы һүҙе , “ яңы көн ” тигәнде аңлата . Был байрам көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта ) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла . Наурузға алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына , уйын төрҙәрен уйлай , ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә. Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап , шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Науруз йылға баш булыр , Бойҙай ашҡа баш булыр , Йылдың башы уң булһын ! Ризығы мул булһын !- тип һамаҡлайҙар . Шулай әйтә-әйтә, тәүҙә бойҙайҙы ауыҙ итәләр, сөнки ул — аштың иң өлкәне. Науруз байрамы башланғас та, иртә менән бөтә бала-саға, йәштәр, үҫмерҙәр ауыл ҡарттарын күреп сығырға тейеш . Һәр өйгә инеп "Әссәләмәғәләйкүм!" - тип сәләм биреп , ике ҡуллап оло кешеләр менән күрешәләр , уларҙан фатиха алалар . НАУРЫЗ

Слайд 9

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола . Яҙын ҡарҙар иреп , гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым , соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау , ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған. Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып , йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла . Ҡар һыуы таҙа ла , шифалы ла булған. Ҡыҙҙар йырҙар йырлап , күңел асып һыу алып ҡайтҡандар. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорған . ҠАР ҺЫУЫНА БАРЫУ

Слайд 11

Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы . Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә . Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя . Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны , самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә . Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана . Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора . Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны », « Наза », «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана . Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар , кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар . КӘКҮК СӘЙЕ

Слайд 13

ҺАБАНТУЙ ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға –һебә йыйыу (бүләк йыйыу ). Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Һабантуй башланғас, ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр ) халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, Һәр ауыл , ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр . Йола буйынса , уны , баш эйеп , батыр килтергән .. Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар , бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу , ара үҙенең бар һәләтен , батырҙарын күрһәтергә , һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған . Йыйын бағанаһына тамғалар ырып , ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән .

Слайд 15

ИҒТИБАРЫҒЫҘҒА РӘХМӘТ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йола бәйрәме "Карга боткасы"

Ход праздникаХод праздникаЗал празднично украшен. На одной стороне макеты деревенских домов, на другой - пейзаж весенней полянки. Звучит веселая мелодия.Воспитатель. В давние времена думали, что ...

"Ҡар һыуына барыу" йолаһы

Башкортостан Республикаһы Сибай ҡалаһыҡала округының «Ҡояшҡай» дөйөм үҫтереү  балалар баҡсаһымуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Презентация "Башкирские народные праздники" (байрамдар, йолалар)

материал для воспитателей и родителей по изучению традиций башкирского народа...

Фольклор байрамдары.

Башҡорт халыҡ фольклор байрамы. Темаһы : "Ҡымыҙ йәйләүендә"Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡымыҙҙың нисек эшләнәүе менән таныштырыу. Балаларҙың телмәрен ...

"Буҙа бешеү йолаһы"фольклор

Маҡсат:Балаларҙы башҡорт халҡының милли йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү.Буҙа эсемлегенең кеше организмына булған файҙаһы,уның ниндәй компонененттарҙан,нисек эшләнеүе тураһында бәйен итеү.Буҙа б...

"Кейеҙ баҫыу йолаһы" конспект занятия по башкирскому фольклору

цель: познакомить детей с народно -прикладным творчеством башкир- войлоковалянием...

Ғәилә байрамдары.

Балалар баҡсаһында " Беҙҙең йорт -мөхәббәт майҙансығы " темаһына күңел асыу сценарийы....